Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » күл тамсынан йыйыла
*Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Табын ырыуы башҡорттары йыйыны үтте. “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге һәм урындағы ҡо­рол­тай ҡатнашлығында ауыл хаки­миәте ойошторған сарала БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Уның сиктә­рендә шулай уҡ “Йәштәрҙе, еребеҙ­ҙе, телебеҙҙе һәм динебеҙҙе һаҡла­йыҡ” тигән ғилми-ғәмәли конферен­ция һәм район имам-хатиптарының осрашыуы ойошторолдо.
Әле Сәйетбабала милли хәрәкәт лидеры Зәки Вәлидиҙең ауылға килеп китеүенә 100 йыл тулыу уңа­йынан скульптуралар композицияһы һәм мемориаль таҡтаташ асылыуға әҙерлә­нәләр. Шулай уҡ Әбйәлил мулланың ҡәберен, ауылға ингән төп урамды төҙөкләндереү, унда аллея булдырыу планлаштырыла.
*Ғәйнә башҡорттарының рухи-мәҙәни донъяһын байытып, көнит­мешен, эшмәкәрлеген, ғөмүмән, район тормошон яҡтыртып торған милли баҫма – “Таң” гәзите – үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Пермь крайы Барҙа районының баҫмаһы 1931 йылда “Колхоз юлы” исеме аҫтында сыға башлаған. Бөгөнгө көндә “Таң” гәзитенең дүрт меңдән ашыу уҡыусыһы бар.
“Таң” гәзитенең күркәм юбилейы уңайынан 19 августа Барҙа ауылында “Пермь крайы халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү” темаһына ғилми-ғәмәли конференция үтте. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы, төбәк татар милли-мәҙәни автономияһы ойошторған сараға Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин һәм урындағы үҙидара етәкселеге, Барҙа районының билдәле шәхестәре, мил­ләттәштәр килде, “Дуҫлыҡ” фольклор ансамбле матур концерт әҙерләгәйне”, – тип хәбәр итте “Таң” гәзите мөхәррире Эльмарт Ураҙов.
*Германияла йәшәүсе Ғәйнә башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев тыуған ерендә – Пермь крайының бөткән Күгиә ауылы урынында нәфис фильм төшөргән.
Фильмдың сценарийын, унда яңғыраған йырҙың һүҙҙәрен hәм көйөн яҡташыбыҙ үҙе яҙған, режиссер hәм төп ролде башҡарыусыһы ла үҙе. Ҡатын-ҡыҙ ролен иһә Күгиә ауылынан сыҡҡан Фирүзә Зиннәтуллина башҡара.
Нәсүр Йөрөшбаев әйтеүенсә, “Ҡапҡа” фильмы реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, әле эпизодтар төшөрөү тамамланған, ижади команда монтажлауға күскән.
*Силәбе өлкәһендә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, дзюдо, милли көрәштең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған Харис Йосоповтың хөрмә­тенә автойөрөш үтте. Сара Харис Монасип улының исеме бирелгән урамда старт алды. Яҡташтары әйтеүенсә, Харис Йосопов – төпкөл ауылдан сығып, бөтә донъяға билдәле спортсы булып киткән уникаль шәхес.
Автойөрөштә утыҙҙан ашыу спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары ҡатнашты. Улар юл ыңғайы Бишкил ҡасабаһында спорт мәктәбе асыу тантанаһына ҡушылып, бүләккә спорт инвентары тапшырҙы. Бынан тыш, Харис Йосоповтың тыуған ауылында совет тренеры иҫтәлегенә ойошторолған 8-се турнир үткәрҙеләр. Автойөрөш Йосоповтың тыуған көнөндә – 24 августа тамамланды.
*“Санкт-Петербург башҡорттары ҡаланың үҙәк майҙандарының бере­һендә үткән Флаг көнөндә ҡатнашты.
Меңдәрсә халыҡты йыйған сарала ил байрағына, Ватаныбыҙға бәйле төрлө конкурстар һәм викториналар үтте. Майҙанды аҡ, күк һәм ҡыҙыл төҫтәге янып торған шарҙар яҡтыртты. Флэшмоб һуңында байрамда ҡатна­шыусылар “Рәсәй” һүҙе килеп сығырлыҡ итеп теҙелеп баҫты”, – тип хәбәр итте Санкт-Петербургтың башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм “Башҡортостан” мәҙәни үҙәге рәйесе Люциә Буканова.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә