Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ял да яуапһыҙлыҡты яратмай
Ял да яуапһыҙлыҡты яратмай Рәсәйҙә балаларҙың йәйге һауыҡтырыу лагерҙарын дөйөм реестрға туплау мәсьәләһе күтәрелә. Федерация Советындағы фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова был ынтылышты хәүефһеҙлек тәьмин итеү йәһәтенән бик мөһим тип һанай.

– Дәүләт ҡарамағындағы йәки шәхси ойошмаларҙың береһе лә ул реестрға махсус лицензияһыҙ килеш инә алмаһын, һәр ата-әсәгә һәм ялды ойоштороусыларға һауыҡтырыу лагерҙары тураһында тулы мәғлүмәт бирелһен өсөн тырышырға кәрәк. Берҙәм дәүләт системаһы беҙҙе күп кенә ауырлыҡтарҙан, фажиғәләрҙән һаҡлар ине, – тине сенатор бала­ларҙы һауыҡтырыу һәм ял иттереү менән бәйле закон акттарына үҙгәрештәр индереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләүсе эш төркөмөнөң Башҡорт­остан Хөкүмәтендә үткән ултырышында.
Лилиә Салауат ҡыҙы быйыл июндә “Сямозеро” парк-отеле” һауыҡтырыу лагерының кәмәләре батыу һөҙөм­тәһендә 14 баланың ғүмере өҙөлгәнен иҫкә төшөрҙө. Тап шул һәләкәттән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин закон сығарыусылар һәм башҡарма власть алдына йәйге ялды ойоштороуға ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу бурысын ҡуйғайны. Федераль Йыйылыштың юғары палатаһында Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова етәкселегендә тупланған махсус эш төркөмө төбәктәргә маҡсатҡа ярашлы тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан. Беҙҙең сенатор әйтеүенсә, балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм тулы мәғәнәле, хәүеф­һеҙ итерлек системаны төҙөгәндә Башҡортостандың уңышлы тәжрибә­ләре лә файҙаланылырға тейеш.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәйге һауыҡтырыу ойошмаларында санитария ҡағиҙәләрен теүәлерәк үтәү, педагогтарҙы эшкә ҡабул иткәндә ентекле тикшереү, шулай уҡ ата-әсәләрҙең лагерь менән бәйләнешен нығытыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу өсөн шулай уҡ лагерҙарҙа квалификациялы медицина белгестәренең тәүлек әйләнәһенә эшләүе, хеҙмәтләнде­реү­ҙең һәр төрө буйынса тейешле лицензия алыныуы мотлаҡ, тип билдә­ләнде. Лилиә Ғүмәрова республика парламенты депутаттарына, был өлкәләге ҡатмарлы һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы менән берлектә балалар­ҙың ялын медицина йәһәтенән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәле системаһын булдырыу өҫтөндә эшләргә кәрәклеген әйтте.
Һүҙ ыңғайында сенатор шуны ла иҫкәртте: ғәҙәттә йәйге каникул осоронда үткәрелгән киң ҡоласлы тарихи-мәҙәни сараларға, халыҡ байрамдарына ҙурыраҡ әһәмиәт биреү мөһим, сөнки уларҙа ҡатнашыу сәләмәтлекте нығытыу ғына түгел, йәш быуынды тыуған яҡ, милли тамырҙар, рухиәтебеҙ менән таныштырыу яғынан да яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштерәсәк.
Йәйге ял һәм һауыҡтырыу ойошмаларын категорияларға бүлеп ҡарау мәсьәләһенә лә иғтибар йүнәлттеләр. Әле ғәмәлдә булған система арзан хаҡҡа хеҙмәтләндереүсе лагерҙарҙы ярҙамдан өҙмәй, шул уҡ ваҡытта сифатлы туҡландырған, матди-техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған, бассейнлы ойошмалар конкурстан үтмәй. “Был дөрөҫ түгел, яңыса ҡараш талап ителә. Проблема буйынса айырым эш төркөмө төҙөү хаҡында һөйләштек инде, ул үҙенең тәҡдимдәрен федераль кимәлгә сығарасаҡ”, – тине сенатор.
Балаларҙы ял иттереүсе ойошма­ларҙың матди базаһын нығытыу, махсус әҙерлекле кадрҙар туплау мөмкинлектәре лә өйрәнелде. Лилиә Ғүмәрова Мәғариф министрлығынан уҡыусыларҙың йәйге ялында ҡатнаш­ҡан белгестәргә файҙа бирерлек семинарҙарҙы йышыраҡ уҙғарыуҙы һораны.
Башҡортостанда тупланған тәжри­бә, шулай уҡ әлеге кәңәшмәлә яңғыраған фекерҙәр йәнә өйрәнелеп, илдә балаларҙың ялы буйынса дөйөм система төҙөүгә бәйле тәҡдимдәребеҙ Федерация Советындағы эш төркөмө ҡарамағына ебәреләсәк. Лилиә Ғүмә­рова республикабыҙҙың йәйге һауыҡ­тырыу һәм ял буйынса эшмәкәрлек даирәһе киңлеге, был маҡсатҡа бюджеттан бүленгән аҡса күләме йәһәтенән Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә тороуын билдәләне һәм ҡануниәтте камиллаштырыуға тос өлөш индерә алыуыбыҙҙы белдерҙе.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә