Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр тармаҡта ла ҡыҙыу эш бара
Рөстәм Хәмитов Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында эш сәфәрендә булды. Төбәк Башлығы ураҡ барышы, агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Район үҙәге Кушнаренкола Рөстәм Хәмитов Гемодиализ лабораторияһының урындағы бүлексәһендә булды. Ул республика халҡына амбулатор гемодиализ хеҙмәте күрһәтә. Бүлексә мөдире Роберт Яҡупов Кушнаренко үҙәгенең әле Саҡмағош, Өфө һәм Кушнаренко райондарынан 18 пациентты хеҙмәтләндереүе, лабораторияның өс сменала эшләүе хаҡында һөйләне.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһын ҡарап сыҡты. Ул медицина хеҙмәткәрҙәре, клиникалағы балалар менән аралашты. Әле бында табиптар, пациенттар өсөн яҡшы шарттар булдырылған.
Иҫке Ҡормаш ауылында төбәк Башлығы шәхси эшҡыуар Камил Шәңгәрәевтең кондитер цехында булды. Бында печенье, прәник, мармелад етештерелә. Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә һатылған продукцияның йыллыҡ күләме – 1 мең тоннанан ашыу.
Саҡмағош районының Үрнәк ауылы эргәһендә республика Башлығы “Базы” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында ураҡ барышын тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов бында комбайнсылар менән аралашты. Улар игендең һәр меңенсе центнерын комбайн бортында йондоҙсоҡ менән билдәләү йолаһы хаҡында һөйләне.
Район үҙәге Саҡмағошта республика етәксеһе 2013 йылдың октябрендә һалына башлаған боҙ майҙансығы төҙөлөшө менән танышты. Әйткәндәй, объектта эште быйыл көҙ тамамларға ниәтләйҙәр.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Саҡмағош һөт заводында булды. Завод “Ҡурай төбәге” бренды аҫтында продукция сығара. Предприятие вәкилдәре әйтеүенсә, әле заводтың һөт ризыҡтары республикабыҙҙан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, ҙур ҡалаларға, шул иҫәптән Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка оҙатыла.


Моноҡалаларҙы
үҫтереү ниәтендә


Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы фарманына ярашлы, министрлыҡ структураһында моноҡалаларҙы үҫтереү бүлеге ойошторолдо.

Яңы подразделениеға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән үҙ-ара эшмәкәрлекте тәьмин итеү, әүҙем социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен ойоштороу йәһәтенән берлектә саралар үткәреү бурысы ҡуйыла.
Министрлыҡтағы структур үҙгәрештәр иҡтисадты яңыртыу, инвестиция йәлеп итеү, бизнесты үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында республикалағы муниципаль берәмектәр менән эште яйға һалыуға йүнәлтелә.
Бынан тыш әле республикала монопрофилле биләмәләрҙе үҫтереү буйынса проект офисы асыуға әҙерлек бара. Уның составына республика башҡарма власть органдары һәм муниципаль берәмек хакимиәттәре вәкилдәрен индереү күҙаллана.


Өфө карьера өсөн уңайлы

Өфө Волга буйы федераль округында карьера өсөн иң уңайлы ҡалалар рейтингында өсөнсө урынды биләй. Рейтинг эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса Superjob.ru сервисы тарафынан әҙерләнгән. Беренсе баҫҡыста – Ҡазан, икенселә иһә – Яр Саллы.

Рейтингты төҙөгәндә Волга буйы федераль округындағы Ҡазан, Яр Саллы, Өфө, Түбәнге Новгород, Һамар, Тольятти, Пермь, Ульяновск, Һарытау, Ырымбур һәм Пенза кеүек ҡалалар күҙәтелгән. Уларҙы эш хаҡы, көтөлгән һәм тәҡдим ителгән хеҙмәт хаҡы араһындағы нисбәт, уртаса айлыҡ эш хаҡы менән йәшәү минимумы араһындағы нисбәт, ҡалалағы профессионалдар кимәле, тулайым төбәк продукты, төп капиталға инвестициялар һәм торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы буйынса сағыштырғандар.


Һалым хаҡы күтәрелмәй

Башҡортостан Хөкүмәтендә физик берәмектәр өсөн транспорт һалымының түбәнәйтелгән ставкаһын күтәрмәҫкә ҡарар ителде.

Был мәсьәлә республика бюджеты килемдәре буйынса ведомство-ара комиссияһында тикшерелде. Әлегә тиклем был һалымды Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестәргә тиклем арттырыу тәҡдиме булғайны.
Әле республика халҡының транспорт һалымы буйынса 1,8 миллиард һум бурысы бар. Мөлкәт һәм ер өсөн һалымды быйыл 1 де­кабргә тиклем түләүҙе тәьмин итеү йәһәтенән мәғлүмәт еткереү, аңлатыу эшен әүҙемләштерергә ҡарар ителде, тип белдерҙеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.


ВИЧ менән сирлеләр күбәйә

Баш ҡалабыҙҙа ВИЧ менән ауырыусыларҙың артыуы теркәлгән. Йылдың тәүге яртыһында ошондай вирус асыҡланған 479 кеше иҫәпкә алынған. Был былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,9 процентҡа күберәк.

Сирлеләр араһында ир-егеттәр күпселекте тәшкил итә (283 кеше). 18 – 60 йәшлектәр – асыҡланғандарҙың 95,6 проценты. Ғинуар-июндә республика буйынса 1 549 кешелә ВИЧ инфекцияһы асыҡланған. 2015 йылдың ошо уҡ айҙары менән сағыштырғанда сирлеләр 4,8 процентҡа артҡан.

Һорауҙарығыҙ булһа…

Иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Анатольевич Касьянов граждандарҙы ҡабул итә.

Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа район, ҡала һәм ауылдары халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.



Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә