Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балдың шифаһын күр
Балдың шифаһын күр Балдан ғына
әҙерләнгәне


Бер стакан һыуға: 20-25 г бал, 1 лимон кислотаһы талап ителә.
Эҫе һыуға бал һалалар ҙа 3-4 минут ҡайнаталар. Кәрәк тип тапһағыҙ, лимон кислотаһы өҫтәргә мөмкин. Әҙерләнгән эсемлек тап-таҙа булырға, үтә күренеп торорға тейеш, шуның өсөн уны бик ентекләп һөҙәләр. Өҫтәлгә уны һыуытылған хәлдә ҡуялар.

Бал, кишер һәм лимондан яһалғаны

2 аш ҡалағы бал, 1 кг кишер, стакан ярым һыу, бер бөтөн лимон һуты, тоҙ, тәменә ҡарап йәшел укроп.
Кишерҙе һәйбәтләп щетка менән йыуырға, ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә, һутын һығып алып, ҡайнатып һыуытылған һыу менән бутарға, оҡшаған тәмлелектә тоҙ, лимон һуты һәм бал һалырға кәрәк. Әҙер эсемлеккә ваҡ ҡына итеп туралған йәшел укроп өҫтәргә мөмкин.

Һалҡын баллы эсемлек

100 г бал, 2 йомортҡа, 1-2 стакан ҡаты сәй, 1 стакан шәкәр, 2 лимон.
Йомортҡаның һарыһын бал менән бутарға, утҡа ҡуйып, ҡаты ҡайнар сәй менән ҡатыштырып иҙергә, лимон һуты өҫтәргә кәрәк. Унан ул һыуытыла, бейек фужер­ға ҡойола ла һыуыт­ҡыста тотола. Өҫтәлгә сыға­рырҙан алда һәр фужерға өҫтөнә шәкәр, бер лимон һығып алынған һутты һәм һөҙмәне өҫтәп һалалар.

Балдан ғына торғаны

25 г бал, 0,5 г хуш еҫле борос, 0,5 лавр япрағы, 1 г имбир, 5 г дәрсен, 7 г ҡәнәфер, 200 г һыу.
Ҡайнар һыуға имбир, дәрсен, ҡәнәфер, хуш еҫле борос һәм лавр япрағы һалырға. Ҡайнап сыҡҡан һауытты плитәнән алырға ла ҡапҡасын тын сыҡмаҫлыҡ итеп ябып ҡуйырға. 10-15 минуттан һуң бал өҫтәргә, эсемлекте ентекләп болғатырға һәм һөҙөргә.

Ябай эсемлек

Ҡырғыстан үткәрелгән алманы 4 аш ҡалағы бал, ярты лимон һуты һәм 2 стакан һөт менән ҡатыштырып болғатығыҙ. Стакандарға бүлеп ҡойоғоҙ һәм бик йоҡа ғына итеп ҡырҡылған алма киҫәге менән матур төҫ бирегеҙ.
Кеүәҫ

Бәләкәй мискәгә бал, йоҡа ғына итеп түңәрәкләп киҫелгән лимон, кипкән йөҙөм һалалар, уға он һәм сүпрә болғатылған, ҡайнап һыуытылған 8 л һыу ҡоялар. Бер тәүлектән һуң 1 л ҡайнар һыу өҫтәйҙәр. Түңәрәк лимондар һәм йөҙөм өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, шыйыҡсаны иләк аша һөҙәләр. Кеүәҫте шешәләргә ҡоялар, уларҙың һәр береһенең өҫтөнә 2-З-әр йөҙөм һалып, тығын тығып, ятҡырған килеш һалҡын урынға һаҡларға ҡуялар. Ике-өс тәүлектән һуң кеүәҫ ҡулланыуға әҙер була.
Составы: 800 г бал, 9 л һыу, 800 г йөҙөм, 2 лимон, 2 аш ҡалағы арыш оно, 15 г сүпрә.

Һыуытылған эсемлек

Ҡорт балын ҡайнар һыу һалып иретергә. Шәрбәтте 25 градусҡа ҡәҙәр һыуытырға. Уға сүпрә, лимон һуты өҫтәргә лә әсетеү өсөн 10-12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Ошолай эшләгәндән һуң эсемлекте һөҙөп һыуытырға.
Рецепт: 750 г һыу, 250 г бал, 5 г сүпрә, лимон һуты.

Дауа балы

Был эсемлек йәнләндерә торған көскә эйә. Ул һау кешегә лә, ауырыу кешегә лә файҙалы. Күңелгә ятышлы һәм хуш еҫле.
Кәстрүлгә 15 л (60-65 стакан) һыу ҡойоп, утҡа ултыртырға, йылына башлағас, 1,5 л (6 стакан) бал һалырға, һүрән генә утҡа ҡуйырға. Был баллы һыу 1,5 сәғәт дауамында ҡайнарға тейеш, әйткәндәй, өҫкә ҡалҡып сыҡҡан күбекте алып торорға кәрәк. Бынан һуң ул быяла һауытҡа ҡойола һәм һыуытыла. Әҙер ҡат­нашма З0-35 градусҡа темпера­тураға тиклем һыуынғас, уны мис­кәгә буша­тырға. Тишеген тығып ҡуйырға ярамай. Әгәр ҙә бәләкәй мискә булмаһа, урынына быяла һауыт ҡулланалар. Ҡап­ҡасын тығыҙлап ябыу кәрәкмәй, уны йылымса ҡараңғы урынға ҡуйыу мотлаҡ.
Биш-ун көндән һуң әсей башлай. Ике аҙнанан һуң әсеүҙең беренсе осоро тамамлана, шул саҡ “йәш” эсемлекте икенсе бер һауытҡа күсереп ҡойоу тәҡдим ителә, сөнки теге һауыттың төбөндә кәрәкмәгән һарҡынды барлыҡҡа килә. Уны түгергә кәрәк.
Әсеүҙең икенсе осоро 10-14 көн. Унан эсемлек һалынған һауытты тығыҙ итеп тығып, томалап ҡуйырға кәрәк. Өс-дүрт аҙнанан һуң дауа балы әҙер була: уны шешәләргә ҡойоп, һалҡынса урынға ҡуя­лар. Тиҙҙән бик ныҡ күперә башлай. Бына шул саҡ ул эсеү өсөн әҙер була ла инде.
Әҙерләнгән бал оҙаҡҡа һуҙыла торған ауырыулы кешеләргә, өлкән йәштәгеләргә файҙалы булһа ла, теләһә ниндәй араҡыла була торған ағыулы майҙар тотмауға, зарары булмауға ҡарамаҫтан, уны әҙләп-әҙләп кенә эсеү тәҡдим ителә.
Бал косметикаһы

Ҡорт балы косметикала йыш ҡул­ланыла. Бит һәм муйын тиреһен тәр­биәләүҙә балдан эшләнгән маскалар бигерәк тә файҙалы: улар тирене бала­ныҡы кеүек итеп йомшарта, туҡландыра, тонусты күтәрә, биткә саф төҫ бирә. Баллы маскаларҙы йыш ҡулланғанда, йөҙҙәге ҡытыршылыҡтар шымарып, һырҙар яҙы­лып китә. Ошоно иҫәпкә алып, уҡыу­сы­лар­ға бер нисә рецепт өлгөһө тәҡдим итәбеҙ.
Ҡоро тире өсөн. Әгәр ҙә биттә, муйында һырҙар барлыҡҡа килә башлаһа, түбәндәге маска бик файҙалы. Иҙелгән йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы бал һалып бутарға ла 15-20 минутҡа биткә һыларға кәрәк. Аҙаҡ бүлмә темпера­тураһындағы һыу менән йыуып төшөрөргә. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр даими рәүештә эшләргә.
Ҡоро һәм уртаса ҡоролоҡтағы тире өсөн. 100 г бал, 25 мл спирт, 25 мл ҡайнаған һыуҙан йәки 100 г балға бер лимон йә иһә 100 мл ҡайын еләге һуты ҡушып эшләнгән маска ла ҡоро, уртаса тирегә файҙалы. 15 минуттан һуң битте йылы һыу менән һабынһыҙ йыуырға.
Йомортҡаның һарыһын ике сәй ҡалағы үҫемлек майы, яртышар ҡалаҡ алма һуты һәм бал һалып иҙергә. Йылымыс йүкә сәскәһе төнәтмәһе менән битте йыуғандан һуң, әлеге ҡатнашманы 5-7 минут аралыҡ менән ике тапҡыр һөртөргә кәрәк. 10-15 минуттан һуң, һыуынған төнәтмәгә манып, мамыҡ менән йыуып алырға.
Ике аш ҡалағы балға бер аш ҡалағы лимон һуты һалып эшләнгән маска ла бик һәйбәт. Уны 10 минуттан һуң һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә.
50 г аҡ онға бер йомортҡаның ағын һәм бер сәй ҡалағы бал һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы биткә һыларға ла, 15 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуырға кәрәк.
Уртаса, ҡәҙимге тире өсөн. Ике аш ҡалағы онға бер йомортҡаның ағын, бер сәй ҡалағы бал һалып, ныҡ итеп бутарға. Ҡамырға оҡшаған был ҡатнашманы биткә, муйынға һылап 10-15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Майлы тире өсөн. Был осраҡта бал менән ҡырғыс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып маска эшләйҙәр. Уның өсөн бер аш ҡалағы эремсек һәм ярты сәй ҡалағы бал һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минуттан һуң йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә эҫелеге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһымы менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт төҫ бирә.

Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә