Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусы ине булмышы…
Рәсимә, Рәсимәкәй, һинең хаҡта иҫтәлек яҙып ултырырмын тип кем уйлаған, һәр саҡ балҡып торған алсаҡ күңелле һеңлекәшем?! Ике йәшкә кесерәк булһаң да, бер ваҡытта ла апай тип әйтмәһәң дә, иғтибарыңды, ихтирамыңды тойоп йәшәнем.


…Яҙмыш беҙҙе гел аллы-артлы йөрөттө. Мин БДУ-ның филология факультетында уҡығанда, һин дә шунда инең. Сибай педучилищеһында бер нисә йыл уҡытып, Өфөгә күскәйнек, минең урынға һин килеп, 18 йыл студенттарға белем, тәрбиә бирҙең.
Журналист, яҙыусы булараҡ Сибайға барғанда, мотлаҡ училищеға осрашыуҙарға саҡырҙың. Мин дә үҙемде аҙға ғына булһа ла хеҙмәт юлымды башлаған уҡыу йортонда йәшлегемә ҡайтҡандай тойоп ала инем. Һәр саҡ студенттарыңдың һине бик яратҡандарын, үҙ иткәндәрен күреп һоҡландым. Ғөмүмән, һин һәр эшләгән ереңдә үҙ кеше булып йәшәй белдең. Ихласлығың, илгәҙәклегең, изгелеклегең арҡаһындалыр инде. Ә уҡытыусылыҡ һөнәрең генә түгел, һинең булмышың ине бит, Рәсимә. Был һинең дә, уҡыусы­ларыңдың да бәхете булғандыр. Һин был өлкәлә рәхәтләнеп, илһамланып, йөҙөп хеҙмәт иттең. Ә инде эске һәм тышҡы матурлыҡҡа эйә булған, балаларҙы аңлап, яратып, өҙлөкһөҙ белемен камиллаштырып, алдына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәгән педагог ҡулында белем һәм тәрбиә алған уҡыусыларға көнләшерлек.
Һинең әҙәби ижадың ике ҡанатлы. Береһе “балалар өсөн ижад ителгән һәм ижад ителергә тейешле әҫәрҙәр нисек булырға тейеш?” тигән һорауға яуап эҙләгән фәнни-ғилми уйланыуҙар булһа, икенсеһе – шул теоретик инаныуҙарыңа ярашлы яҙылған үҙеңдең әҙәби әҫәрҙәрең. Балалар әҙәбиәтенең нигеҙендә халыҡтың ауыҙ-тел ижады, фольклоры ятырға тейеш тигән фекереңде һин үҙеңдең мәҡәләләреңдә лә раҫлайһың. Юҡҡа ғына кандидатлыҡ диссертацияң “Башҡорт балалар әҙәбиәте формалашыуында фольклорҙың әһәмиәте” тип аталмағандыр. Шулай булғас, үҙеңдең шиғри ижадыңда ла ошо принциптарыңды ҡулланыу – тәбиғи хәл. Бына һинең “Һөйләшәйек әле, улым!”, “Камилдың ғорурлығы”, “Ҡыҙыл майҙан”, “Ватан саҡыра”, “Мәскәү сәғәте”, “Ҡаһым түрә” тигән һәм башҡа бик күп шиғырҙарың бала күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү, уның аң-белемен арттырыу, зиһенен байытыу маҡсатында ижад ителгән. Ә инде “Тыуған ерем – торған ерем” тип исемләнгән һуңғы китабыңа ингән “Был минең тыуған ерем” шиғырында, ошо уҡ маҡсатҡа ярашлы, йәш уҡыусыларыңды Башҡортостан тарихы, халҡыбыҙ ырыуҙарының йәшәү рәүештәре, үҙенсәлекле тормош күренештәре, берҙәмлек зарурлығы хаҡында бәйән итһәң, “Һалдат аттар” шиғырында Бөйөк Ватан һуғышында ил батырҙары менән бергә уларҙың яуҙаш аттарының да ҡатнашыуы, хужалары менән фажиғәләрен дә бергә уртаҡлашыуҙары хаҡында рухлы, хисле, фәһемле, тормошсан шиғри әҫәр тыуҙырғанһың.
Рәсимәкәй! Һинең әҙәби ижадың әле ныҡлап өйрәнелмәгән, анализланмаған тиерлек. Был юҫыҡта тәнҡитселәргә лә, ҡәләмдәштәреңә лә эш етерлек. Шулай ҙа бәхетле ижадсы булдың һин. Яҙған­дарыңды, педагог булараҡ, уҡыусыларыңа уҡытып, уларға оҡшау-оҡшамауын, тәьҫир итеү көсөн тикшереп ҡарау мөмкинлегең дә булды. Шуға ла осрашыу кисәләрең дә гөрләп үтер ине. Ғалимә-педагог булараҡ, уҡытыусы-тәрбиәселәр, ата-әсәләр менән дә йыш аралаштың. Райондарға сығып асыҡ дәрестәр күрһәттең, ғаилә, тәрбиә, белем биреү мәсьәләләренә ҡағылышлы бихисап һорауҙарға фәһемле яуаптар бирҙең. Нисек кенә бөтәһенә лә рухи көс-дарман, ваҡыт тапҡанһыңдыр инде?! Йәнең-тәнең менән педагог инең бит! Шуға ла 1991 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡтың. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй конкурсынан лауреат исеме алып ҡайттың. “СССР-ҙың мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булдың.
Рәсимә, һин бит үҙеңде балалар сәхнәһе драматургы булараҡ та таптың. Сибай балалар театрында “Йомро-йомро Ер шарым”, “Бүре башы ун ике”, Милли йәштәр театрында “Сырҡылдыҡ Себен” исемле пьесаларың спектакль итеп ҡуйылды. Эй, Рәсимәкәй, Дим буйының һоҡланғыс ҡыҙы! Дим йылғаһы ялан-ҡырҙарының экологияһын һаҡлау буйынса ойошторолған ҙур экспедицияның идеяһының да, уңышлы уҙғарылыуының да башында һин торҙоң бит, тәүәккәл, егәрле яҡташым.
Тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыуҙа һәр саҡ үҙендә көс таба алған, иренә тоғро, түҙемле ҡатын, хәстәрлекле әсә, өләсәй, ярҙамсыл, изгелекле дуҫ, һәр яҡлап белемле, ихлас әңгәмәсе. Гөл-сәскәгә күмелгән баҡса, сәнғәт кимәлендә йыһазландырылған фатир, өй хужабикәһе, аш-һыу оҫтаһы… Ниндәй генә хәлдә лә күҙҙәренән нурҙар түгелеп торған, ижадташтарының һәр уңышына ихлас ҡыуана белгән эскерһеҙ һеңлем-әхирәтемде һағыныу хистәре күңелемдән бер ҡасан да китмәҫ инде…
Иртәрәк китеп барҙың. Шулай ҙа ғүмерең башҡалар өсөн йәшәү өлгөһө, хеҙмәттәрең яҡтылыҡ, тәрбиә сығанағы бит һинең, халҡыбыҙҙың ҡояшлы, илһөйәр ҡыҙы Рәсимә Ураҡсина!

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә