Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тураған – ҡотола, ашаған – тотола...
Тураған – ҡотола, ашаған – тотола... Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ мәҡәле. Хәҙер ашаған кеше лә, замансараҡ итеп әйтһәк – продукцияны ҡулланыусы ла йыш ҡына етештереүсе менән низағҡа инергә мәжбүр, сөнки һатып алған әйберенең сифаты насар булып сыға. Шуны күҙ уңында тотоп, ҡулланыусыны яҡлаған ҡануниәт тә күптән ҡабул ителгән. Ҡағыҙҙа, әлбиттә, барыһы ла шыма, ә ғәмәлдә ҡулланыусының хоҡуҡтары күҙәтеләме?


...Ниһайәт, әллә күпме ғәмәлдә эшләй алған уңай­лы һәм “текә” смарт­фонға эйә булдым. Хаҡы ла арыу ғына шул. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа барманы: зарядкаға тоташтырһаң, корпусы ныҡ эҫеп китә, алған энергияһы ярты сәғәттән юҡҡа сыға, тиктомалға кинәт икенсе бер функцияға күсә. Иртәгәһенә үк уны һатып алған ергә – Өфө эргәһендәге “Мега-үҙәк”тең элемтә салонына кире алып барҙым. Һатыусы егет, аптырап, уны ҡулында әйләндергеләп ҡараны. Бындай салондарҙа, ғәҙәттә, йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй, яңы моделле телефондың өҫтөнлөктәре тураһында улар бер сәғәт буйы һөйләргә әҙер, әммә ниндәйҙер техник кәмселек килеп сыҡҡанда юғалып ҡалыусандар. Яңы моделдәр тураһында интернеттан да уҡып белә алабыҙ инде, тик телефонды нисек эшләтергә?
Ҡапҡасын, сим-картаһын һәм бата­реяһын бер алып, бер ҡуя торғас телефон, бер ни булмағандай, эшләп алды ла китте! “Бына бит, эшләй ҙә баһа...” – тине “консультант”, үҙе лә икеләнеберәк.
Йәнә бер көндән иртән мобильник зарядка алыуҙан тағы баш тартты. Шул уҡ салонға киләм.
– Беҙ уны йүнәтә белмәйбеҙ, һәм был беҙҙең бурысҡа ла инмәй, – тип тураһын әйтте һатыусы ҡыҙыҡай. – Хәҙер Мәскәүгә беҙҙең фирманың экспертиза үҙәгенә ебәрәбеҙ. Ике аҙна үтеүгә, унан һығымта килергә тейеш, шунан телефонығыҙҙы алмаштырырбыҙ йәки аҡсаһын кире ҡайтарырбыҙ.
– Ләкин, ҡулланыу хоҡуҡтары тура­һындағы законға ярашлы, һеҙ ҡатмарлы техниканы шунда уҡ алмаштырырға тейешһегеҙ. Туҡтағыҙ, ә мин ул арала элемтәһеҙ йөрөргә тейешме ни?
– Шунда уҡ алмаштырырға Мәскәүҙәге хужалар рөхсәт итмәй. “Бәлки, һатып алыусы үҙе боҙғандыр!” – тиҙәр. Беҙ уларҙы тыңламай булдыра алмайбыҙ. Ә ике аҙна йөрөтөп торорға икенсе бер телефонды бирәбеҙ, ул ошондай осраҡтар өсөн махсус һаҡлана. Бик үк яңы түгел инде, күп кеше ҡулланған бит, ярай, ваҡытлыса ғына бит, ағай... – тип йылмая сибәр ҡыҙыҡай.
Хужаларынан шелтә бирҙертке килмәй бит, мин дә тыңламай булдыра алманым. Ә дежур телефондың, ысынлап та, ҡулдан-ҡулға йөрөгәне күренеп тора. Тик батарея ҡуйыу өсөн ҡапҡасын аса алмай бер булдылар, сөнки уныһы сатнап бөткән. Ахырҙа оҙонораҡ тырнаҡлы бер клиент ҡытайҙарҙың был пластмасса киҫәген нисектер аҡтарып асты. Бер көн ҡулланып ҡарағас, уны салонға кире илтеп бирҙем, сөнки һис йүне юҡ ине. Шуныһы ҡыҙыҡ: был телефон шәрәмәтен алғанда ла, тапшырғанда ла бер ниндәй ҡултамға талап итмәнеләр.
Ә үҙ телефоным Мәскәү эксперти­заһынан ике аҙнанан һуң да, ике ай үткәс тә ҡайтманы. Әленән-әле борсоп тороуыма ҡаршы салон хеҙмәткәрҙәре: “Шылтыратып яуап таптыртыу беҙҙең хеҙмәт этикетына тура килмәй, уны боҙоу беҙҙең премия­ларҙа ла кире сағылыш табасаҡ, яҙма яуап ҡына көтә алабыҙ. Килер әле, килер”, – тип кенә әйтә ине.
Дүртенсе ай киткәндә судҡа мөрәжәғәт итергә тура килде. Бында тағы бер ҡыҙығы (йәки ҡыҙғанысы) бар: тауар һатып алыуҙы раҫлаған касса чегының яҙыуы уңып юҡҡа сыҡты! Быға саҡлы “термик баҫма” тигән төшөнсәне ишеткәнем генә бар ине, хәҙер үҙемә осрашырға тура килде: намыҫһыҙ һатыусылар өсөн ул бик шәп ысул икән дәһә – күпмелер ваҡыт уҙғандан һуң тап шул хаҡҡа фәлән тауар алғаныңды иҫбатлап ҡара! Чек бер ниндәй яҙыуһыҙ аҡ ҡағыҙ киҫәгенә әүереләсәк...
Тик, уңа башлағанын күреп, чекты сканер аша үткәреп ҡалғайным инде. Термик баҫма менән эшләнгән яҙыуҙың күсермәһе, ҡағиҙә булараҡ, ярайһы уҡ тоноҡ сыға. Уны таныр өсөн лупа аша ҙурайтып ҡарарға кәрәк. Тик быныһы инде минең дәғүәгә яуап биреүсенең эше.
Судта элемтә компанияһының Өфөләге хоҡуҡ белгесе үҙ фирмаһын яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алманы: касса чегы һәм телефонды экспертизаға ебәреү тураһындағы акт күҙ алдында, тауарымды кире алыу йәки аҡсаһын ҡайтарыуҙары тураһында мин ҡул ҡуйған бер документ та юҡ... Суд ҡарары һөҙөмтәһендә ойошма телефон хаҡынан өс тапҡырға ашып киткән сумманан ҡолаҡ ҡағырға мәжбүр булды. Был аҡса, тәбиғи, дәғүәсе өсөн генә әһәмиәткә эйә, ә “Билайн” кеүек ҙур компания өсөн сүп тә түгел.
Шуға оҡшаш ваҡиғаларҙың бөтә ил буйынса көнөнә йөҙләгән һәм меңләгән вариантта ҡабатланып тороуына шиклән­мәйем. Бында сауҙа ойошмалары ғына түгел, ә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡларға тейешле ҡануниәттең камил булмауы ла ғәйепле. Эйе, Рәсәй йәмғиәте күптән инде баҙар иҡтисады шарттарында йәшәй, ләкин был даирә һатыу һәм һатып алыуҙы ғына аңлатмай, ә ижтимағи аң кимәленең дә юғарыраҡ булыуын талап итә. Әлеге осраҡта – етештереүсе, һатыусы һәм ҡулланыусы кимәлендә.
Был осорҙа ҡулланыусы үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр. Ә уға сифатһыҙ тауар һатҡан йәки хеҙмәтләндергән ойошманың бер төркөм юристары, Мәскәүҙә йәки Европала яҡлашырлыҡ структуралары бар. Ҡулланыусыға иһә хәләл аҡсаһына адвокаттар ялларға, байтаҡ ваҡытын һәм нервыһын сарыф итергә тура килә. Тимәк, өҫтәмә сығымдар кәрәк. Уны ҡасан кире ҡайтарырҙар һәм, иң мөһиме – суд нисек хәл итер – билдәһеҙ. Ә яраҡһыҙ булып сыҡҡан тауары өсөн аҡсаһын ул әлегә алмаған, ҡасан алырын да белмәй.
Ҡануниәттә лә аңлашылмаған йәки уйлап еткерелмәгән урындар байтаҡ. Мә­ҫә­лән, телефонға бәйле осраҡта ғәйепле ком­паниянан дәүләт ҡаҙнаһы файҙаһына ... 500 һум ғына штраф түләттеләр! Халыҡ-ара статуслы компания ул бит пенсионер түгел, был әҙәм көлкөһө булырлыҡ сумманы ҡаплау уның өсөн бер ни ҙә түгел.
Ҡулланыусының дәғүәһен ҡарау өсөн мировой судҡа йыш ҡына бер ай самаһы ваҡыт кәрәк. Уның ҡарары үҙ көсөнә инһен өсөн дә закон ни өсөндөр 30 көн арауыҡ билдәләгән. Әйтерһең дә, апелляция яҙыр өсөн шул хәтлем ваҡыт кәрәк. Суд приставтарына был ҡарарҙы үтәү өсөн ике ай ваҡыт бирәләр. Тимәк, “Ни өсөн суд ҡарары һаман үтәлмәй?” тип һорар өсөн ике ай көтөргә тура килә, шунан һуң ғына ризаһыҙлыҡ белдерә алаһың. Ә ғәйепле яҡ уны үтәргә ашыҡмай, приставтар ебәреп торған ҡағыҙҙарға ла иҫе китмәй. Ҙур ойошманың аҡсаһы, ғәҙәттә, бер нисә банк­та урынлашҡан була, ҡайһыларында исем өсөн генә асалар. Судта йәки башҡа тейешле урында “Бөгөнгә беҙҙең иҫәптә аҡса юҡ!” тип әйтер өсөн. Уларҙың ҡай­һыһына арест һалырға? Бының өсөн “ысын” иҫәпте эҙләп табырға кәрәк бит әле, банк хужалары ла бик алыҫта ултыра.
Бына шунан һуң, ҡулланыусы булараҡ, хоҡуҡтарыңды яҡлап ҡара инде... Белгестәр раҫлауынса, был йүнәлештә күптән инде дәүләттең контролен һәм ярҙамын көсәйтеү талап ителә. Теләһә ниндәй илдә лә ҡулланыусы етештереүсе менән һатыусы алдында көсһөҙ: тауарҙың сифатын йәки хәүефһеҙлек кимәлен тейешенсә аныҡлай алмай, хатта тауар тышында күрһәтелгән мәғлүмәтте тикшерерлек кимәлгә лә эйә түгел, яҡлау өсөн юридик белеме юҡ. Әлегә иһә етештереүсе һәм һатыусы ҡулланыу баҙарында алда­шыуҙан бик ҙур табыш ала, уға ошондай осраҡтарҙың бик аҙ өлөшө өсөн генә яуап тоторға тура килә бит.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873