Бөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә, бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа. Шуға күрә тап ауыл биләмәһе рәйесе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әммә күпселек мәсьәләнең хәл ителеше аҡсаға барып юлығыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың барыһы ла тормошҡа аша тип әйтеп булмай. Әбеш ауыл биләмәһендә, район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуына ҡарамаҫтан, элек-электән тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. “Урман халҡы” тигән исем алған әбештәр үҙҙәренең замандан артҡа ҡалмауы, уҡымышлы, әүҙем, дәртле, талантлы булыуы менән айырылып тора. Биләмә башлығы Таһир ЮНЫСОВ – районда иң оҙаҡ эшләгән һәм үҙен тәжрибәле етәксе булараҡ танытып өлгөргән ауыл хакимиәте башлыҡтарының береһе. Күптән түгел уның менән осрашырға форсат тейҙе һәм биләмәлә башҡарылған эштәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.– Таһир Мөғлетдин улы, ауыл биләмәһе менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Беҙгә Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Ҙур Арыҫланғол, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол ауылдары инә. Биләмәбеҙ күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәш, Аҡъярға 70 километр булһа, Ҡыуандыҡҡа – ни бары 40 саҡрым. Шунлыҡтан район үҙәгендәге барлыҡ мәсьәләләрҙе лә үҙемә хәл итергә тура килә, күп осраҡта ауыл халҡының шәхси йомоштарын да үтәйбеҙ. Алдан уҡ шуны әйтер инем: урман зонаһында йәшәгән халыҡтың эшкә әрһеҙ булыуы һәм донъяларын үҙ көстәре менән көтөүе, йәғни мал үрсетеүе билдәле. Биләмәлә 14 фермер бар, шәхси ихатала күпләп мал аҫраусылар етерлек. Тик эшһеҙлек проблемаһы беҙҙең яҡтарҙы ла урап үтмәне, шунлыҡтан йәштәр ситкә китергә мәжбүр. Ауылдар ҡартая, бер нисә йылдан һуң төпкөлдә йәшәүселәр рәтенә оло йәштәгеләрҙе генә индерергә тура килмәгәйе. Ошоға тиклем һәр ауылда башланғыс мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыуға өлгәшһәк, яңы уҡыу йылынан Үрнәк һәм Ҙур Арыҫланғол ауылдарында белем усаҡтары ябыла, уҡыусыларҙы Әбеш мәктәбенә йәки күрше ауылдарға йөрөтөү ҡаралған. Әйткәндәй, Әбеш урта мәктәбе янында бөтә талаптарға яуап биргән интернат бар.
Ауылда халыҡ мал иҫәбенә йәшәй. Бер яҡтан, ырымбурҙарҙың яҡын булыуы ҡайһы бер проблемалар тыуҙырһа, икенсенән, бик уңайлы ла. Халыҡ үҙе етештергән барлыҡ һөт, ит ризыҡтарын улар һатып ала йәки үҙҙәренең тауарына алмаштыра.
– Шәхси эштәрен асҡан йүнселдәргә килгәндә...
– Улар байтаҡ. Игенселек, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ, йәшелсәселек, ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асып, аяғында ныҡлы тороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Алмас Илембәтов, Ринат Вәлиев, Садиҡ Ҡаҙаҡбаев, Гөлирә Ямалетдинова, Азамат Суриндар уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙар исемлеген тулыландырҙы. Яңыраҡ ҡына эшҡыуарлыҡҡа тотонған Рәзилә Илембәтова Әбештә һөт эшкәртеү цехы асырға йыйына. Цехты эшкә ебәреү өсөн барлыҡ ҡоролмалар әҙер, хатта һөт пакеттары ла булдырылған. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе яйға һалғанда эш алға барыр тигән ышаныстамын. Киләсәктә “Әбеш һөтө”н сауҙа кәштәләрендә лә күрерһегеҙ әле (йылмая).
Әйткәндәй, районда “Вәзәм ҡыяры” бренды бар, вәзәмдәр элек-электән ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнгән. Ауылда бер нисә эшҡыуарҙың теплицаһында яҙ башынан ҡыярҙар өлгөрә. Белеүегеҙсә, республикала ғына түгел, хатта бар донъяға ла билдәле “Вәзәм шәлдәре” лә гәзит уҡыусыларға яҡшы таныштыр, тип уйлайым. Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәгән күп кенә ғаиләләр мәктәпте һаҡлап ҡалыу маҡсатында етем балаларҙы опекаға алып, уларға ғаилә йылыһы бүләк итте.
Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Зөфәр Шәрипов йөҙгә яҡын йылҡы аҫраһа, Ғәфүрйән Яратҡолов йәмле Һаҡмар буйында туризмды үҫтереү өсөн ял мөйөшө булдырған. Ғөмүмән, һәр кем әмәлен табып, үҙ шөғөлөн, кәсебен булдырып, тырышып донъя көтөргә ынтыла.
– 131-се Федераль закон талаптары нисек тормошҡа ашырыла?
– Был ҡанун урындағы үҙидараға яңы вәкәләттәр менән яуаплылыҡ һәм хоҡуҡтар ҙа өҫтәне. Шулай уҡ улар араһында тормошҡа ашмаҫтайҙары ла бар ине. Әгәр 131-се Федераль закон беҙҙең иңгә 39 вәкәләт йөкмәтһә, 2014 йылдың 27 майында ғәмәлгә ингән 136-сы Федераль законға ярашлы, улар кәмене. Һуңғы йылдарҙа кварталға бүленгән аҡса, ысынлап та, ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаны. Беҙ был аҡсаны һәр саҡ маҡсатлы тотондоҡ, тип әйтә алам. Мәҫәлән, быйыл Әбеш ауылының яңы барлыҡҡа килгән Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге урамына ҡырсынташ түшәнек, урам буйлап аҡҡан Арба йылғаһын, 800 метр канау ҡаҙып, йырып ебәрҙек. Ошоға тиклем башҡа ауылдарҙы ла төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, зыяраттарҙы кәртәләү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек эштәрҙе атҡарып сыҡтыҡ.
– Белеүебеҙсә, “Аныҡ эштәр”, “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” кеүек социаль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ...
– Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының төп маҡсаты – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Күпселек ауыл халҡы юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, трактор алыу кеүек проблемаларҙы һайлай. Әбештәр был юлы, район үҙәгенән алыҫта йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гаражды ремонтлау проектын һайланы. Ауыл хакимиәте ҡарамағында янғын һүндереү машинаһы бар, әммә уны ҡыш урынлаштырыу мәсьәләһе килеп тыуа, сөнки машинаның махсус водителе, гаражы юҡ, янғын хәүефе килеп тыуһа, һәр ауылда ойошторолған ирекле янғын һүндереү дружиналары ярҙамында ут һүндерелә. Ҡайһы осраҡта рулгә үҙемә лә ултырырға тура килә. Проект күләме 1 миллион һум тәшкил итә, һәр йорттан 400 һум йыйырға тура киләсәк. Халыҡ риза, проект конкурста еңһә, инициатив төркөм үҙ эшен башларға әҙер.
“Аныҡ эштәр”гә килгәндә, Әбеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә ремонт яһау ҡаралған. Ошоға тиклем уның ҡоймаһы тимергә алмаштырылғайны, хәҙер һәйкәл яңыртыла, тротуарға плитә түшәләсәк. Был эштәрҙе “Мираҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – Даян Солтанғужин) эшселәре башҡара.
– Ауыл биләмәһе башлығын ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Бөгөн ул бер үҙе генә барлыҡ мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмай, әлбиттә. Беҙгә һәр саҡ ауыл депутаттары, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килә. Шулай уҡ ветерандар советы, ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Уларҙың ярҙамында төрлө байрамдар, төҙөкләндереү, йәшелләндереү аҙналыҡтары ойошторола, насар йәшәгән ғаиләләрҙең проблемаһын хәл итеү, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы төрлө саралар үткәрелә. Элек-электән ауылдарҙа иң абруйлы кеше староста һаналған. Уның һүҙенә, аҡыллы кәңәшенә ауылдаштары ҡолаҡ һалған, ярҙам һорап килгән. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә беҙҙең ауыл биләмәһендә старостаның роле баһалап бөткөһөҙ, улар – минең уң ҡулым,тип әйткәндә лә дөрөҫ булыр. Үрнәк ауылынан Фаил Ҡаһарманов, Вәзәмдән Мөхтәр Сурин, Һаҡмар-Наҙарғолдан Зөфәр Шәриповтарҙы тик яҡшы яҡтан телгә алырға мөмкин. Быйыл ҡыш ҡар тотҡонлоғонда ҡалған ваҡытта уларҙың ярҙамы ҙур булды.
Район үҙәгенән алыҫ урынлашыу ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә байтаҡ ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Юлдарға килгәндә, уларҙы ҡарайҙар ул, әммә ҡыш беҙҙең яҡтарға ҡасан юл асылғансы, байтаҡ ҡына үҙ “өңөбөҙҙә” ултырырға тура килә. Эшһеҙлек мәсьәләһен дә ситкә ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине, минеңсә. Ғаилә башлыҡтарының вахта ысулы менән ситтә эшләүе, бер яҡтан, ыңғай күренеш кеүек тә, ғаиләне аҡса менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ир-ат айҙар, йылдар буйы ғаиләһенән айырым йәшәргә мәжбүр, балалар атайлы килеш атайһыҙ үҫә. Йәшәгән ерҙә хеҙмәт урыны булдырыу еңел түгел, шуға күрә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ.
Бөгөн Интернет заманында йәшәйбеҙ тип йыш маҡтанабыҙ, әммә төпкөл ауылдарҙа әлегә тиклем кәрәҙле телефондан аралашыу мөмкинлеге юҡ. Айырым вышка ултыртыу мәсьәләһе һүҙҙә генә ҡала килә. Сит өлкәләр рәхәтләнеп “Юлдаш” каналын тыңлап, зәңгәр экрандарҙан башҡорт телевидениеһын ҡараһа, беҙ уларҙан да мәхрүм. Бер көн күрһәтһә, биш ай күрһәтмәй, мастеры Йылайырҙа йәшәй, уны шылтыратып та табып булмай. Ауыл тик үҙ көсө, тырышлығы менән йәшәргә ынтыла, әммә беҙгә лә ярҙам кәрәк. Нисек кенә ауыр булмаһын, бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, төбәктәге барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итергә тырыша. Беҙҙең төп маҡсат урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү бит.
Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.