Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ветерандар хәстәрлеккә мохтаж
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика башҡарма власть органдары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың территориаль органдары етәкселәре менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын медицина хеҙмәте, дарыуҙар менән тәьмин итеү хаҡында сығыш яһаны. Әле республикала 50 836 ветеран диспансер иҫәбендә тора.
Үҙаллы йөрөү һәләтен юғалтҡан өлкәндәр йылдан-йыл арта бара. Бөгөн ундайҙар ветерандар һанының 40 процентын тәшкил итә. Шуға күрә пациенттарҙың ошо төркөмдәре менән эшләүҙә адреслы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.


Тыуған төйәкте 40 көндә
урап сығалар


Өфөлә “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” автоуҙышы башланды. Маршрутта – 14 биләмә, шуларҙың яҡын арала үтә торғандары – Белорет менән Учалы. Һәр туҡталышта урындағы халыҡ менән осрашыуҙар, авиашоу, салют буласаҡ. Сәйәхәт Салауат Юлаевтың тыуған ерендә тамамлана.

Юлға ярты ай самаһы ваҡыт китәсәк. Ошо арала сәфәрҙең көндәлеге төҙөлә. Унда экскурсиялар, йәшәү һәм туҡланыу урындары, транспорт хеҙмәте, турист тормошоноң башҡа үҙенсәлектәре урын аласаҡ. Мәғлүмәттәр “ЗолотоеКольцоБашкортостана.рф” сайтына индерелә. Был сайттан республикала ял итеү өсөн иң уңайлы вариантты һайларға мөмкин. Сараны ойоштороусылар ошо рәүешле 11 октябргә – республиканың тыуған көнөнә бүләк эшләргә ниәтләй.
– Автоуҙыш идеяһы Рәсәй ДОСААФ-ының “Патриоттар тәрбиәләйбеҙ” лозунгыһына нигеҙләнә. Беҙҙе тыуған ергә һөйөү берләштерә. “Алтын ҡулса” ярҙамында республикабыҙҙа туристик эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе планлаштырабыҙ, – тине проекттың координаторы Айнур Ғәләүетдинов.


Чемпиондар Өфөгә ҡайтты

Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындары чемпиондары – рапирасылар Артур Әхмәтхужин менән Тимур Сафин Өфөгә ҡайтты. Улар Мәскәүҙән Алексей Черемисинов менән команда беренселегендә 45:41 иҫәбе менән француздарҙы еңгәйне. Тимур Сафин бынан тыш шәхси турнирҙа бронза миҙал да яуланы.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында еңеүселәрҙе тренерҙары, туғандары һәм яҡындары, Андрей Иванюта етәкселегендәге республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ дуҫтары, йәш спортсылар ҡаршыланы. Чемпиондар Олимпиадала һәр йәһәттән булышлыҡ иткән өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт белдерҙе. Аэровокзалдан сыҡҡанда егеттәрҙе плакаттар, гөлләмәләр, алҡыштар менән ҡаршыланылар. Чемпиондарҙан автограф һораусылар, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләүселәр ҙә байтаҡ ине.


Ракета комплексы төҙөлә

Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы Арктика һәм Алыҫ Төньяҡ өсөн зенит-ракета комплексы модификацияһына заказ алды.

Яҡын арауыҡҡа осҡан “Тор-М2ДТ” зенит комплексын эшләү хаҡында һүҙ бара. Бындай тәҡдим Ижевскиҙағы “Купол” электромеханика заводынан булған. Килешеүҙең хаҡы – 122,5 миллион һум.
Документҡа ярашлы, Арктика ракета комплексы әле Башҡортостанда сығарылған гусеницалы транспортер нигеҙендә эшләнергә тейеш.


Ҡурсаҡ театрын эҙләп...

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары ошо көндәрҙә йәмәғәт транспортында үҙенсәлекле флешмоб үткәрҙе.

Октябрь проспектында сағыу кейемле ҡурсаҡтар 51А һанлы маршрут буйынса барған автобусҡа ултырып “Ҡурсаҡ театры” туҡталышына тиклем барҙы. Әйткәндәй, маршруттың һәр туҡталышында автобусты Кәзә, Бүре, Юлбарыҫ, Маймыл, Айыу һәм Ҡуян кеүек персонаждар көтә ине.
Йәнлектәрҙең барыһы ла ҡурсаҡ театрын эҙләне. Улар йәйәүлеләргә лә, автобус пассажирҙарына ла: “Әйтмәҫһегеҙме, был ҡалала ҡурсаҡ театры ҡайҙа икән?” – тигән һорау бирҙе.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция барыһында ла хуплау тапҡан. Пассажирҙар, кондукторҙар, водитель әкиәт геройҙары менән фотоға төшкән. Һуңғы туҡталышта автобустан төшкәс, ҡурсаҡтар тамаша ҡорған.
Әлеге сара Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында 85-се миҙгелде асыуға арнала. Әйткәндәй, юбилейлы миҙгел дауамында ҡала халҡы өсөн бындай тамашалар даими ойоштороласаҡ.


Исемлек раҫланды,
көндәр билдәләнде


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар ике округта – 2-се Инорс һәм 19-сы Нарыш һайлау округтары – үткәрелеүе тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде.

Ошо көндәрҙә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында 2-се Инорс һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттарға һайлау алды агитацияһы осоронда матбуғат биттәрендә сығыш яһау тәртибен көйләү маҡсатында йәрәбә үткәрелде. Сарала “Башҡортостан” гәзите вәкилдәре лә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә баҫма биттәрендә 2-се Инорс һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидаттар түбәндәге график буйынса сығыш яһаясаҡ:
РЯБОВ Вячеслав Владимирович – 23 август;
СЕМИВЕЛИЧЕНКО Евгений Александрович – 23 август;
АНТИПИНА Яна Владимировна – 24 август;
ТИМЕРБУЛАТОВ Ринат Фаризович – 24 август.


Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, А. ХУЖӘХМӘТОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә