Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышанысты юғалтманылар
Ышанысты юғалтманылар 1941 йылдың 22 июне, йәкшәмбе. Төштән һуң Үрген урамдары буйлап оран һалып һыбайлы сабып үтә: “Йыйылышҡа барығыҙ, йыйылышҡа!” Ниндәй йыйылыш ул баҙар көнө? Бер кем дә бер нәмә лә белмәй. Шулай ҙа халыҡ ауыл уртаһындағы ялбыр ҡарама төбөнә йәһәт кенә йыйыла. Бесән әҙерләү, баҙар тәьҫораттары тураһында фекер алышалар, шаярышып та алалар.

Халыҡ алдына район хакимиәтенән вәкил Ғәфүр Ханов сығып баҫа. Ул баҫалҡы, тулҡынланған тауыш менән бөгөн иртә таңда фашист Германияһының беҙҙең илгә алдан хәбәр итмәйенсә мәкерле һөжүм итеүе тураһында белдерә һәм кешеләрҙе уяу, берҙәм булырға, һәр кемде үҙенең эш урынында ғауғаға бирелмәй хеҙмәтен дауам итергә саҡыра. Халыҡ баҙап ҡала, сығыш яһаусылар булмай. Бөтәһе лә, бигерәк тә I донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан элекке яугирҙәр, митингтан ауыр хис-тойғо менән таралыша, ҡатын-ҡыҙ юғалып ҡала. Тик Ҡыҙыл Армияның еңелмәҫлегенә, дошмандың йәшен тиҙлегендә тар-мар ителәсәгенә ышаныс тәрбиәләнгән йәштәрҙә генә рухи күтәренкелек һиҙелгәндәй була.
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк 21 ауылдаш фронтҡа оҙатыла, артабан уларҙың һаны 136-ға етә. Халыҡ бына-бына һуғыш беҙҙең Еңеү менән тамамланыр тигән өмөт менән йәшәй, ләкин уның осо-ҡырыйы күренмәй. Үрген ауыл Советына һәм “Ҡыҙыл таң” колхозы идараһына ауыл тормошон яңы шарттарға ҡулайлаштырып үҙгәртеү өсөн күп эш башҡарырға тура килә. Уларҙың етәкселәренең йыш алмашыныуы, байтағының ситтән килтереп ҡуйылыуы ойоштороу мәсьәләләренә аяҡ салмай ҡалмай. Өлкән быуын вәкилдәре бөгөн дә шул йылдарҙағы ауыл Советы рәйесе һәм келәт мөдире кешелекле, йомарт Фатима инәй Аҡъюлова-Мөлөкова тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. 30-сы йылдар башында, колхозды ойоштороу осоронда рәйес булып эшләп, бөтә республикала билдәлелек яулаған, ауыл халҡы яратып “колхоз бабай” тип йөрөткән, инде 70-те уҙған Заһиҙулла Имелбаев хужалыҡҡа етәкселекте үҙ ҡулына алғас ҡына, эштәр юлға һалынып, халыҡ бер аҙ тын алып ҡала.
Шәмсебаныу Абдуллина, Мәҙинә Ниязғолова, Шәкирә Сәйфуллина, Маһика­мал Янбаева бригадир йөгөн тарта. 1941 йылдың июль айында Таҙлар ауылындағы МТС нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан механиза­торҙар әҙерләү буйынса өс айлыҡ курстар асыла. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаған ауылдаштарыбыҙ Йомабикә Солтанбаева, Ғилминур Мырҙаҡаева, Мәфтуха менән Сәғиҙә Аҡсуриналар, Мәрйәм Айытҡужина, Аҫылбикә Зәйханова, Рәғинә Аҙнабаева, Ғилмурий Хисмәтуллина, Ибрай ауылынан Хәзирә Ҡолһарина тракторсы булып тырышып эшләй. Колхозда яңы хеҙмәт тәртибе урынлаштырыла. Ҡыр эштәре иртәнге сәғәт 4-тә башланып, киске 10-да тамамлана, эш көнө 16 сәғәткә еткерелә. Ауылдан бер-ике саҡрымда ғына урынлашҡан Баланлы, Ҡушай, Кирешкә баҫыуҙарында ла кешеләр ҡыуыштарҙа йоҡлап эшләй. Уҡытыусылар һәм көндөҙ еңелерәк эштә булғандар төнгө сменаға сыға, ул киске сәғәт 5-тән төнгө 1-гә тиклем 8 сәғәт дауам итә.
1942 йылдың яҙында арбалар егелгән 40 ат яңы ойошторолған Башҡорт атлы дивизияһына оҙатыла. Һөҙөмтәлә тартыу көсөнөң ҡырҡа кәмеүе шунда уҡ ныҡ һиҙҙерә, иҫке тракторҙар ҙа йыш боҙолоп ултыра. Үгеҙҙәр һәм һыйырҙар эшкә егелеүгә ҡарамаҫтан, сәсеүлек майҙандары кәмей, күп эш ҡул көсө менән башҡарыла. Сәскән игенде тәрбиәләп утау, йыйып алыу ҡатын-ҡыҙ һәм балалар иңенә төшә, улар ал-ял белмәй ҡар яуғансы баҫыуҙан ҡайтып инмәй эшләй.17 йәшлек Нәҡиә Абдуллина нормалағы 250 урынына бер көндә 1000 көлтә бәйләп районда рекорд ҡуя, был турала район гәзите яҙып сыға.
Игенде дәүләткә тапшырыу өсөн “ҡыҙыл ылау”ҙар ойошторола. Алда – бер генә ат егелгән арба. Уның дуғаһында – ҡыҙыл флаг һәм “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән транспарант. Артта үгеҙ, һыйырҙар егелгән арбалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәгән ҡул арбалары. Ылауҙарҙың береһенең башында 70 йәшлек Мәхтимә Маликова әбей ҡул арбаһында дүрт тоҡ бойҙай тейәп, район үҙәге Иҫәнғолға тиклем бара.
1941 йылдың көҙөнән фронттағы һәм госпиталдәрҙә дауаланыусы яугирҙәргә посылкалар әҙерләп ебәреү башлана. Уларҙа йылы кейемдәр — йөн ойоҡбаш, бейәләй, бүрек, быйма, шулай уҡ сохари, киптерелгән картуф, тәмәке, кисет кеүек әйберҙәр ҙә була. Посылкалар эсенә бәләкәй генә күләмле хаттар ҙа һалынып, ошо әйберҙәрҙе алған һалдаттарға иҫәнлек теләп, батыр һуғышырға, дошманды тиҙерәк еңергә наказдар бирелә.
Ә кешеләр бушҡа эшләй, хеҙмәт көнө яҙылыуға ҡарамаҫтан, уға бер нимә лә бирелмәй. Аслыҡ ҙур фажиғәләргә лә алып килә.
1942 йылдың көҙөндә Ҡушай тауы һыртында ҙур тары баҫыуы йыйып өлгө­рөлмәй ҡар аҫтында ҡала. Яҙ, ҡар ирегәс, сығып ҡараһалар, башаҡтар шул көйө һаҡланған булып сыға. Бөтә ауыл был баҫыуға ябырыла. Тарыны киптереп, килелә төйөп, ярмаһынан өйрә бешереп эсәләр. Һыйырлылар бутҡаны һөттә бешерә, шул саҡта ағыу кәмей икән. Унда ла ауыҙ ҡыуышлыҡтары, телдәре ап-аҡ булып янып сыға. Һыйырһыҙҙар ярманы һыуға бешереп ағыуланып үлә башлай, күптәренең ғаилә башлыҡтары фронтта була.
Ғизелхаҡ Имелбаевтың әсәһе, ҡатыны, бөтә балалары һәләк була. Сәхретдин Килдебаев менән Хөснулла Ейәнбирҙиндың ҙур ғаиләләренән берәр генә ҡыҙ бала иҫән ҡала. Фәхретдин Ҡолтаевтың ғаиләһенән ҡалған берҙән-бер ҡыҙ Рәйсә апай бөгөн Үргендә йәшәй. Башҡа ғаиләләрҙә лә аяныслы юғалтыуҙар була. Был ҡот осҡос хәлде район етәкселегенең ҡыҫылыуы ғына туҡтата. Әҙерләүҙәр контораһы бөтә ауылдан тарыны йыйып ала һәм уның урынына бер аҙ башҡа төр ярма бирә.
Артабан да һирәкләп бындай осраҡтар булып тора. 1944 йылдың май айында 15 йәшлек Рәхимә Аҡсурина, 12 йәшлек ҡустыһы Ишмөхәмәтте эйәртеп, Иҫәнғолға бара. Ҡайтышлай баҙарға инеп, апай кеше берәр картуф бәлеше һатып ала. Малай уны бер генә тешләп ҡаба ла: “Ашағым килмәй”, — тип кире бирә. Ҡыҙыҡай ике бәлеште лә үҙе ашай һәм, юлда уҡ ныҡ ауырып китеп, көс-хәл менән өйгә ҡайтып йығыла. Шунда уҡ дауаханаға алып барыуға ҡарамаҫтан, Рәхимәне ҡотҡара алмайҙар. Бәлеш ҡамырының ағыулы иген ононан баҫылғанын аҙаҡтан аңлайҙар. 84 йәшлек Ишмөхәмәт ағай ҡатыны Фатима апай менән өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бөгөн Үргендә гөрләтеп донъя көтә. Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өлкән ҡыҙҙарына Рәхимә тип исем ҡуштылар.
Былай ҙа фәҡир йәшәгән халыҡ елкәһенә һалынған ит, май, йомортҡа, тире, йөн буйынса мәжбүри һалымдар, аҡсалата ауыл хужалығы һалымы, хәрби һалым һәм заемдар айырыуса ҡаҡшата. Нисек кенә ауыр булмаһын, уларҙы түләргә кәрәк. Шулай, райондың данлыҡлы көрәшсеһе Зәйнетдин Ҡолтаевтың ҡатыны Хәйерниса, ире тун тектерергә әҙерләп, өй бүртлегенә элеп киткән тиреләрҙе: “Иҫән ҡайтһа, яланғас йөрөмәҫ әле”, — тип төшөрөп бирә. Зәйнетдин батыр, Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышып, дошманды еңеп ҡайта һәм, ҡатыны менән алты бала үҫтереп, матур донъя көтә.
Үргендәр элек-электән ситтән күсенеп килеүселәргә ярҙамсыллығы, мәрхәмәт­лелеге менән билдәле. Ауыр һуғыш йылдарында уларҙың был сифаттары тағы ла асыҡ сағылыш таба.
1941 йылдың август урталары. Тап ошо көндәрҙә Украинанан Үргенгә, меңәрләгән саҡрым михнәтле юл үтеп, 15 ғаилә килеп төшә. Уларҙы Ырымбур өлкәһе “Һарыҡташ” тимер юл станцияһынан иген тапшырырға барған ылауҙар алып ҡайта. Араларында ике генә өлкән йәштәге ир була, ҡалғандары – ҡатын-ҡыҙ ҙа яңы ғына быуын нығыта башлаған үҫмерҙәр, бала-саға.
Уларҙы өйҙәргә таратып бирәләр, алыҫтан килгән украин халҡын башҡорттар нимәһе бар – шуның менән ҡаршылай, ҡабыр ризығын уртаҡлаша, кейер кейемен бүлешә. Ике-өс көндән инде улар ең һыҙғанып ауыл халҡы менән бергә колхоз эшенә керешә. Тиҙ арала ике милләт вәкилдәре араһында ныҡлы дуҫлыҡ урынлаша, хатта украиндарҙың ҡайһылары ҡәҙимге башҡортса һөйләшергә лә өйрәнә. 1943 йылда, Украинаның ҙур өлөшө дошмандарҙан азат ителгәс, күптәр тыуған яҡтарына — Херсон өлкәһенең Цюрупинск районына юллана. Иң һуңынан, 1944 йылда, Переверзалар ғаиләһе ҡайтып китә. Шунан һуң бәйләнеш өҙөлә. Ә украин дуҫтар Үргенгә бер нисә тапҡыр хаттар яҙған булған икән. Уларҙың бөтәһе лә килеп тә етмәгәндер, ауыр йылдарҙа яуап биреү ҡайғыһы ла булмағандыр инде. Тик 1986 йылда ғына һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Нәҙерғәле Аҡъюлов ун йыл элек яҙылған бер хатҡа осраҡлы ғына юлыға һәм хәбәрләшеү башлана. Хаттарҙан юлдар: “Үрген хәтерҙән сыҡмай, уны үҙебеҙҙең икенсе тыуған еребеҙ тип иҫәпләйбеҙ. Ошо көнгә тиклем беҙ Үрген кешеләренә баш эйәбеҙ, рәхмәттәр уҡыйбыҙ. Балаларыбыҙға ул йылдарҙағы тормошобоҙ, башҡорттарҙың кешелеклелеге тураһында йыш һөйләйбеҙ. Радио, телевизор аша Башҡортостан тураһында ишетәбеҙ ҙә уның бөгөнгөһөн күрге килә, тик ул бик алыҫта шул”.
Алыҫ араларҙы беренсе булып 45 йылдан һуң Нәҙерғәле ағай яҡынайта. 1988 йылда ул Харьков ҡалаһына үҙҙәренең дивизия ветерандары осрашыуына бара һәм украин дуҫтарҙың саҡырыуы буйынса уларға ла етеп ҡайта. Башҡортостандан килгән ветеран Цюрупинск ҡалаһының һәм районының почетлы ҡунағына әүерелә.
Үргендәр украиндар ғына түгел, төбәк балалары хаҡында ла хәстәрлек күрә. Аяуһыҙ һуғыш дауам итә, “ҡара ҡағыҙ”ҙар килә тора, тол ҡатындар, етем балалар артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, Сәхипъямал Айытҡужина— биш, Мәхүпъямал Аҙнабаева дүрт бала менән тол ҡала. Совет хөкүмәте, етемдәрҙе ҡайғыртып, күп һанлы балалар йорттары аса, шуларҙың береһе 1943 йылда Үргендә эшләй башлай. Унда төрлө йәштәге балалар урынлаштырылып, атайҙарса хәстәрлек менән солғап алына. Тәрбиәләнеүселәр ауыл халҡы менән бик тығыҙ мөнәсәбәттә була, ысын тормошто күреп, үҙҙәре шунда ҡатнашып үҫә, был уларға киләсәктә ныҡ ярҙам итә.
Ауылға ауыр яҙмышлы кешеләрҙең күпләп килеүе, улар менән ихлас аралашыу, бергә уҡыу һәм эшләү ҙур юғалтыу ҡайғыларын, көс етмәҫлек ҡыйынлыҡтарҙы онотоп торорға ярҙам иткән кеүек тә була. Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул ителә башлай.
Киске уйындар дауам итә, клубтарҙа “күләгәләр” гөрләп тора. Фронттан да гел генә насар хәбәрҙәр килеп тормай, яралы күңелдәрҙе күтәргәндәре лә була. Район гәзитенең 1942 йылдың 13 апрель һанында ауылдашыбыҙ Зәйнулла Сәйфуллиндың бер генә алышта винтовкаһы менән дошмандың 25 һалдатын һәм өс офицерын дөмөктөрөүе тураһында мәҡәлә баҫыла. Был батырлығы өсөн яугир районда беренсе булып Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Ошо уңайҙан район үҙәге Иҫәнғолда митинг үткәрелә. Геройҙың ҡатыны Әлифәгә ул ваҡыт өсөн ҙур бүләк — биш килограмм он тапшыралар.
Халыҡтың кәйефенә, хәл торошона ауылда ете йыллыҡ мәктәптең булыуы ыңғай йоғонто яһай. Уның эшмәкәрлегендә лә ҙур үҙгәрештәр була. Ир уҡытыусылар һуғышҡа китеп бөтә, уҡытыу-тәрбиә 19-20 йәшлек кенә ҡыҙҙар иңенә ҡала. Көҙгө эштәргә бәйле уҡыу йылы 1 октябрҙә башлана. Мәктәпте йылытыу мәсьәләһе ауырлаша, утын әҙерләү техник хеҙмәткәрҙәр, өлкән класс уҡыусылары елкәһенә төшә. Һуғышҡа тиклем мәктәпте тамамлаусыларҙың байтағы артабан уҡыуын Абҙан урта мәктәбендә, Темәс педагогия училищеһында, башҡа уҡыу йорттарында дауам итә. Хәҙер бындай мөмкинлек юҡлыҡтан, йәштәр баҫыу эштәре булмағанда ҡыш буйы урам тапай. Шуның өсөн уҡытыусылар коллективы хәлде аңлатып, мәктәптә 8-се класс асыуҙы юллап, Мәғариф министрлығына хат яҙа. Шундай ауыр заманда мәсьәлә ыңғай хәл ителә һәм 1944 йылдың көҙөндә 8-се класс асыла. Уға 64 уҡыусы ҡабул ителә: Үргендән — 20, ҡалғандары Ейәнсура һәм Күгәрсен районы ауылдарынан. Ситтән килгән 44 бала үргендәрҙә фатирға урынлаша. Уҡыусылар иң ҙур бүлмәлә бер партала бишәр-алтышарлап ултырып белем ала. Был кластан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Азат Абдуллин, фән докторы, профессор Мөхтәр Әхтәмов, фән кандидаты Мәсәғүт Бикйәнов һәм 20-ләп уҡытыусы сыға.
Ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар, төп эштәренән тыш, колхоз эшендә ҡатнаша, балаларҙың хеҙмәтен ойоштора. Халыҡ араһында агитатор булып эшләп, фронт, ил яңылыҡтары менән таныштыра, кешеләрҙә Еңеүгә өмөт уятырға тырыша. Зәйтүнә Абдуллина мәктәптең завучы, ике йылға яҡын директор ҙа булып эшләй, колхоздың ревизия комиссияһы рәйесе була. Ғәбиҙә Солтанбаева ике сменала уҡыта, ауыл Советы секретары вазифаһын да башҡара, Ғәйшә Ғәйнуллина парторг була. Мәфтуха Аҡманова менән Бикә Ғәлина — оҫта бейеүселәр, үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыусылар. Уҡытыусылар коллективы, өлкән класс уҡыусыларын да йәлеп итеп, ҙур-ҙур спектаклдәр әҙерләп һәм концерт номерҙары менән йәйәүләп барып-ҡайтып, күрше ауылдарҙа сығыш яһай. Унан йыйылған аҡсаға фронтовик балаларына һәм етемдәргә кейем-һалым алып өләшәләр. Һуғыш барыуға ҡарамаҫтан, район үҙәге Иҫәнғолда йыл да үҙешмәкәрҙәрҙең фестивалдәре үткәрелеп тора. Уларҙа Үрген артистары һәр ваҡыт беренсе урынды ала. 1944 йылдағы смотрҙа “Ҡарлуғас” пьесаһы менән еңеп сыҡҡас, төп ролде башҡарған Зәйтүнә Абдуллинаның иңбашына район етәксеһе Миңлеғужин ағай дебет шәл һала. Мәктәп директоры Фәтих Абдуллин һәм яраланып ҡайтҡан уҡытыусы Ғәбделхәй Теләүбирҙин костюмлыҡ тауар менән бүләкләнә.
Ниһайәт, көтөп алынған Еңеү таңы тыуа! Был юлы ла митинг ойошторорға район хакимиәте вәкиле булып фронттан яраланып ҡайтып райкомда эшләп йөрөгән Ғәфүр Ханов килә. Ул көндәге шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел.
Һуғыш осоронда иҫ китмәле ауырлыҡ-михнәттәр кисереп Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан ауылдаштарыбыҙ бөгөн юҡ иҫәбендә инде, күптәр ваҡытынан бик иртә хушлашты был донъя менән, ләкин яҡты иҫтәлек, изге хәтер бар.
Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте сығарған “Тыл геройҙары” китабының 11-се томына Үргендән 100 кеше индерелгән, әммә күптәр исемлектән төшөп ҡалған булып сыҡты. Нәшриәт менән һөйләшеп, һуңғы 20-се томға тағы ла 106 ауылдашыбыҙҙы индереүгә өлгәштек. Әле районда тыл хеҙмәтсәндәренең һәм һуғыш балаларының фиҙакәр хеҙмәте хөрмәтенә һәйкәл эшләнә. Йылдар үткән һайын совет халҡының бөйөк ҡаһарманлығы баҙыҡлана ғына бара.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873