Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Икәү ағастың ике яғынан тороп алған да эй бәхәсләшәләр икән үҙ-ара. Береһе уның төҫөн ҡара-йәшел тиһә, икенсеһе уны асыҡ-йәшел, хатта, урыны менән ялтырап тора, ти икән. Тик береһенең дә икенсеһе ҡараған күҙлектән сығып бағаһы килмәй, имеш. Һаман да шул ҡояш яғынан торғаны – үҙенекен, күләгәлә баҫҡаны ҡапма-ҡаршы фекерҙе тылҡый бирә.


Риүәйәттәге кеүек үк, ололар менән йәштәр ҙә бөгөн замандың ике офоғонан торған да, берәүҙәре – “Әҙәпһеҙ”, икенселәре “Аҡыл өйрәтмә” ти, йәнәһе. Тарих биттәренә күҙ һалһаң, атайҙар һәм балалар темаһы әллә нисәмә быуат элек нисек булған, әле лә шул килеш ҡала. Был йәһәттән Сократ үҙ заманында уҡ ошолай тигән: “Беҙҙең йәштәр зиннәтлекте ярата, улар холҡһоҙ, хөкүмәттән көлә һәм ҡарттарға ҡарата үҙҙәрендә бер тамсы ла ихтирам юҡ. Хәҙерге балаларыбыҙ бәғерһеҙгә әйләнгән, хатта ололар бүлмәгә ингәндә лә улар тороп баҫмай, етмәһә, ата-әсәләре менән телләшә. Ябай ғына итеп әйткәндә, улар бигерәк насар”. Ә өс мең йыл буйына Вавилон ҡалдыҡтары араһында күмелеп ятҡан көршәктәге яҙмаға баҡһаң, бөтөнләй иҫ китер. Унда “Беҙҙең үҫмерҙәр күңелдәренең төбөнә ҡәҙәр үк сереп бөткән, улар бер ваҡытта ла үткән замандағы йәштәргә оҡшамаясаҡ. Бөгөнгө йәш быуын беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлай алмаясаҡ”, тиелгән. Ошо юҫыҡта миҫалдар ҡарай башлаһаң, тағы әллә күпме табырға мөмкин. Шул уҡ Достоевский ҙа был теманы урап үтмәгән. Үҙ дәүеренең йәштәрен “эшкинмәгән”, уларҙы “хыялда йәшәй” тигән.
Уйлаһаң, әйтелгәндәрҙең барыһы ла хәҡиҡәткә тап килә. Тик мин уларҙы бары факт булараҡ ҡына танып, дөрөҫлөгөн өлөшләтә генә ҡабул итер инем. Ниңә тигәндә, кешенең үҫешен күҙәтеү бер килке асыҡлыҡ индерер төҫлө. Бына, бала тыуҙы ла, ти. Ул көн үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен йыл үҫеп буй еткерә башлай. Шулай бер заман атлап китә, өҫтәүенә башҡа тормош кәрәк-ярағын да төшөнә. Тик ошонда бер ғилләһе бар: әгәр һин уны ҡалаҡ тоторға өйрәтмәһәң, “Беҙҙең йәштәр ҡалаҡ тота белмәй” тип раҫлау ысынға тап килгәндә лә, дөрөҫ үк булмаҫ. Йәки, әйтәйек, оҡшатҡан ҡыҙының да бит малай бер ни тиклем ваҡыт арауығы сәсен тартып йөрөр. Тегеһе инде ҡайтып атаһына ошаҡлар, уныһы килеп бының ҡолағын борор. Тик икенсе берәү уға матур итеп аңлатмайынса, был күренеш әле оҙаҡ ҡына дауам итер.
Ошонда йәнә ветерандарға ҡарата ихтирам тигән төшөнсәгә айырым иғтибар бүлер инем. Әйтәйек, ололар өсөн улар – Ватанды һаҡлаусылар. Ә йәштәр өсөн? Түштәренә орден-миҙал таҡҡан кешеләрме? Әгәр хәҙерге быуында “Ватан” төшөнсәһе булмаһа, был ысынлап та шулай килеп сығасаҡ. Сөнки, ни генә тиһәң дә, улар ветерандарҙың нимә “һаҡлағанын” аңлай алмаясаҡ. Һуңғы арала таралған “өҙөлгән быуын” тигән төшөнсә лә бит ошоға ҡарата әйтелгән. Йәнәһе, хәҙерге йәштәр тарихты бөтөнләй белмәй. Улар “Бөйөк Ватан һуғышы” менән “Ватан һуғышы”н да айырмай. Ҡайҙан, тәүгеһе менән “Икенсе донъя һуғышы” араһында нимә ятҡанын әйтә алмаҫтар. Ошо юҫыҡта ниңәлер мәҙәниәтте көршәктә ятҡан алтын тәңкәләргә тиңләп ҡарағы килә. Һәр быуын шунан бер тәңкәне ала ла аманатҡа ҡалғанын ғына тапшыра, имеш. Киләһе һәр быуын шулай дауам итә. Тик бер заман көршәктә бөртөк тә алтын тәңкә ҡалмай, ти... Һуң, мәҙәниәт матди байлыҡ түгел бит, уны йәлләп, үҙеңдә генә һаҡлап ҡалдырырға ярамай. Был хатта енәйәткә тиң, миңә ҡалһа. Тәңкә итеп ҡарағанда ла, һәр-береһе тапшырыла килергә тейештер бит.
Шулай уҡ йәштәрҙең бөгөнгө ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарата ла фекер әйтеп китеү яҙыҡ булмаҫтыр. Уларға “Эшкинмәгән”, “Юҡ нәмә менән шөғөлләнәһең” тигән һүҙҙәр яуа. Ҡыҙыҡ, әммә ғүмер буйына заводта эшләп, бөгөн хаҡлы ялда ятҡан әбей йәки бабай йәшлегенә ҡайта ҡалһа, хәҙер килеп ни эшләр ине икән үҙе? Моғайын да, мерчендайзер йәки менеджер булып эшләрҙер. Ә ҡыҙыҡһыныуынан нимә һаналыр икән? Тальян көйөнә киске уйындармы?.. Эх, ниндәй матур хәтирә лә бит, ләкин бөгөн уны компьютер, ундағы төрлө уйындар, төнгө клубтар һәм башҡаһы алыштырған... Ә йәштәрҙе уларҙан бер кем дә, бер нимә лә араламаған. Уларға был хатта ҡыҙыҡлы. Кем һыуға сәпелдәтә инеп китмәгән сабыйҙы күргәне бар? Сәбәбе, бәлки, ҡыҙыҡһыныуҙыр, әммә һәр бала ла осраған тәүге күләүеккә сумырға әҙер бит. Йүгереп тә тотоп өлгөрмәҫһең үҙен.
Кешенең иһә шул экран артындағы уйын менән мауығыуы нимәнән ғибәрәт икән – шул да ҡыҙыҡлы. Психологтар иһә быны “Йәш кеше үҙен табырға тырыша, уның ҡайҙа булһа ла уңышҡа өлгәшкеһе, кәрәкле икәнлеген тойғоһо килә” тип билдәләй. Бына ул танк уйынында яңғыҙына ғына биш дошманды түңкәрә лә, йәнәһе, шул өлкәлә көслөнән һанала башлай. Үҙем дә бер ваҡыт бөтә донъяға танылған World of Warkraft online тигән уйын менән мауығып алдым. Бына, персонажымды яҡшы итеп кейендерҙем, ҡоралландырҙым, төрлө һәләттәргә өйрәттем һәм ажарланып алышҡа ташландым. Ҡаршы команданың уйынсылары минән хатта ҡурҡыр булды, урап үтергә тырышты. Мин унда кемдер инем, минең менән иҫәпләшәләр ине. Үҙем иһә шунда булһа ла халҡыбыҙҙы танытайым тип, имеш, “Башҡорт” тигән исем (ник) алған булғайным. Уйлаһаң, тормошта әлегә шул уйындағы кеүек уңышҡа өлгәшкәнем юҡ...
Ә бала үҙенең көсөнә, потенциалына был тормошта ҡулланма таба аламы? Әлбиттә! Яҡшылыҡҡа йүнәлеш кенә күрһәтергә кәрәктер, ләкин ниндәй генә күҙлектән сығып “дөрөҫ” һанағаныңды өйрәткәндә лә, йәштәр “Аҡыл өйрәтмә” тиер... Үҙҙәренсә азатлыҡҡа ынтылыр, киреһен эшләй бирер. “Беш” тиһәң дә, сәйнүккә ҡулын һонор. Марина Цветаева ла бер шиғырында “йәш быуынды ҡайтырға саҡырмағыҙ, улар бөйөк эштәр ҡыйратырға йыйына” тигән фекерҙе еткерә. Кем белә, бәлки, бөгөнгө йәштәр ҙә һәр эштәрендә шуға ынтылалыр? Ә ололар “Эшкинмәгән” ти... Йәнәһе, анау сәйәхәтсе эшһеҙлектән йонсоған, ваҡытын бушҡа ауҙарып йөрөй. Һаман булһа ниҙер өйрәтергә, балаһын үҙенең генә хәҡиҡәтенә ылыҡтырырға тырыша. Ошонда йәнә берәүҙең әйткәндәре иҫкә төшә: “Уҡыусы – ул тултырылырға тейешле һауыт түгел, ә сираҡ, һәм уны тоҡандырырға кәрәк”. Билдәле педагогтар ҙа был йәһәттән “Балала ҡыҙыҡһыныу уятыу яҡшы булыр” тип һанаған. Мәҫәлән, сабыйыңа “Бар, шәп кенә ҡулыңды йыу!” тиһәң, ул нимә эшләйәсәк? Моғайын да, ҡаршылашыр, иренен турһайтыр... Ә шул уҡ йүнәлештә “Ҡара, хәҙер батҡаҡ бармаҡтарың аша ағып төшәсәк” тиһәң?..
Күңелдәрҙе тоҡандырыр өсөн шулай уҡ мәңге йәш һәм мәңге тере килеш эргәбеҙҙә барған шәхестәребеҙ ҙә булышлыҡ итә алалыр. Һуң, кемеһен алма, барыһы ла тиерлек егет килеш кенә танылған бит.
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә.
Ә Бабич – Башҡортостан мөхтәриәтен яҡлап йөрөгән 24 йәшлек егет – үҙе генә ни тора? Эйе, кешегә тере миҫал яҡшыраҡ булалыр, ләкин халҡыбыҙҙың бөйөк эштәр атҡарған улдары ла был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә.
Әммә кем нисек кенә йәштәрҙе әрләмәһен, таныштарым араһында минең күҙлектән “бынамын” тигәндәре бихисап. Улар үҙҙәренсә булһа ла “халыҡ, яҡшылыҡ” тип йәшәргә тырыша. Ололарҙы ихтирам итә, тиҫтерҙәренең йәмһеҙ күренештәренә әсенә. Мөмкинлектәре булһа, ҡулдары менән дә тотоп төҙәтәләр боҙоҡлоҡто.
Заман иһә ҡолас йәйеп алға атлай. Мин ун алты йәштә генә күргән кәрәҙле телефондан бөгөн өс йәштәрҙәге ҡустым үҙ алдына шылтыратырға өйрәнгән. Ләкин кисәге отоп алған яңы һүҙен сығарып ысҡындырһа, “Әҙәпһеҙ” тип әрләмәгеҙ. Кешегә үҫә бирә аҡыл инә. Бер заман үҙе лә яңы быуынды әрләй башлар әле, “Беҙ йәш ваҡытта бөтөнләй тәртипле инек” тиер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22