Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ваҡытыма үҙем идара итергә тырышам”
“Ваҡытыма үҙем  идара итергә тырышам” “Ысын башҡорт” тинеләр Денис тураһында һүҙ башлап. Шәхесен өйрәнә башлағас, геройымдың сәйәхәт менән ҡыҙыҡһыныуы, башҡорт аттарына мөкиббәнлегенә, көслө рухлы булыуына төшөндөм. Денисты тормош тулҡыны ҡыумай, ә, киреһенсә, ул дилбегәне үҙенең ышаныслы ҡулдарына алған да уй-фекерҙәре, маҡсаттары, ҡылыҡтары менән заманды алға әйҙәй кеүек. Әңгәмә барышында быға тағы бер нисә тапҡыр инанырбыҙ... Аралашыу виртуаль киңлектә бара, сөнки әлеге мәлдә Денис – Алтай, Монголия, Байкал тарафтарына юлда.

– Хәйерле көн, Денис! Юлдағыларға Өфөнән ҡайнар сәләм! Әле ҡайһы тарафтаһы­ғыҙ? Сәйәхәт­тә кемдәр ҡатнашыуы ха­ҡын­да әйтеп, марш­ру­­ты­­ғыҙ менән таныштыр­һаңсы...
– Хәйерле сәғәттә! Сәләмдәрегеҙ өсөн рәхмәт. Өфө ҡалаһын­дағы Салауат Юлаев һәйкәленән башланған юлыбыҙ Алтай крайы, Монголия аша үтеп, Бурятияға йүнәлеш алды – Омск һәм Новосибирск ҡалалары араһындағы юлда. 6 мең саҡрымды етеҙерәк ҡыҫҡартайыҡ тип, иртәнән кискә тиклем рулде бер-беребеҙгә сиратлашып тапшыра-тапшыра барҙыҡ. Беҙ тигәнем өс егет: дуҫым Таһир Ваһапов һәм Швейцарияла йәшәүсе кейәү Гийом Дарлес. Төркөмөбөҙҙөң “Ике башҡорт һәм француз” тигән лозунгыһы ла бар. Маршрутыбыҙ түбәндәгесә күҙалланғайны – Алтайға барып етеп, ентекле танышып, Монголияға сумыу. “Сумыу” иң ҡулай, тап килгән һүҙҙер, сөнки был төбәк ниндәйҙер сере, билдәһеҙлеге менән арбай. Монголияны арҡырыға-буйға йөрөп сыҡҡас, Байкал күлен күреп, Башҡортостанға кире ҡайтырға ниәтләнек.
“Ваҡытыма үҙем  идара итергә тырышам”– Уҡыусыларға мәғлүм булһын, киләсәктә гәзит биттәрендә һинең тап ошо сәфәрегеҙ тураһында юлъяҙмаң донъя күрәсәк. Ә сәйәхәт итеүҙең маҡсаты ниҙә? “Бәйләнештә” селтә­рендә бул­дырған “Юлсы” төркөмөңдө күреп ҡалып, шөғөлөгөҙ етди һәм киң күләмле икәнлегенә төшөндөм. Ҡасандан башланды юл йөрөүҙәр һәм ҡайҙарға сәфәр ҡылып өлгөрҙөгөҙ?
– Юл йөрөүебеҙҙең маҡсаты, беренсенән, тирә-яҡты, мөғжизәле донъяны өйрәнеү, икенсенән, үҙ илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың данын таратыу, киң даирәгә танытыу. Бының өсөн сәйәхәт ваҡытында осраған кешеләр менән яҡындан аралашып, уларға Башҡорт ере тураһында һөйләп, милли көйҙәр тыңлатып, ҡайһы саҡта йырлап ишеттереп, күстәнәскә бал биреп китеү ғәҙәтебеҙ бар.
Уңайы сыҡҡан һайын сәйәхәт итергә тырышабыҙ. Әле күмәкләп машинала юлландыҡ, яңғыҙ йөрөгән саҡтарым да булды. Алдағы йылдарҙа дуҫтарым менән Урта Азия илдәрен, Кавказ һәм Кавказ аръяғын, Европаның бер нисә илен гиҙеп өлгөрҙөк.
Мосафирлыҡ бала сағымдан уҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Хәтеремдә, атай-әсәйем Ҡаҙағстанға үҙҙәре менән бергә алмағанға үпкәләп, туғыҙ йәшемдән өләсәйемдең ауылына яңғыҙым автобуста йөрөй башланым. Ә сит илгә беренсе тапҡыр 21 йәшлек сағымда сыҡтым – Англияла ярты йыл булып ҡайттым. Һуңынан Швецияла... Сәфәр тәмен белеп ҡалғас, күңелем юл йөрөүгә мохтаж икәнлеген аңланым.
– Күптәр сәйәхәт ҡылыу өсөн тәүҙә байтаҡ аҡса тупларға кәрәк тип уйлай. Мәҫәлән, былтыр Кавказды күреп ҡайтыу яҡынса күпме сығым талап итте?
– Аҡсаға бәйле һорауҙы байтаҡ кешенән ишетергә тура килә. Маҡсат булһа, әмәле табыла инде, эшләп алған килемдең күпмелер өлөшөн сәйәхәткә лә бүләм, артыҡ сере юҡ бының. Мәҫәлән, йоҡлау, ашау мәсьәләләрен уйлап хәл иткәндә, сығымдарҙы ҡыҫҡартырға була. Кавказға сәйәхәт Белоруссия аша Өфөгә ҡайтыу менән тамамланды, ярты юлды автостоп ярҙамында үттем. Яҡынса 35 мең һум китте.
– Тимәк, сәйәхәт – теләге булған һәр кем өсөн мөмкин шөғөл?
– Әлбиттә!
– Урындағы халыҡ менән танышыу нисек ҡорола? Яңы кешеләр менән нисек, ниндәй телдә аңлашаһығыҙ?
– Төрлөсә танышабыҙ, һирәк осраҡта – махсус Интернет сайттары аша. Ә йышыраҡ көнкүреш барышында ғаләм кәрәк кешеләр менән үҙе таныштыра. Барыһы ла ҡайҙан икәнебеҙҙе һорашып, Башҡортостан тураһында ишеткәндәре булмаһа, ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Белгәндәре лә, мәҫәлән, элекке Советтар Союзынан сыҡҡан дәүләт вәкилдәре, уны-быны һораша, сөнки бәйләүсе ептәр барыбер бар – йә беҙҙең яҡта хеҙмәт иткәндәр, йә туғандары йәшәй. Былтыр шулай Әрмәнстанға барғанда, танышымдың туғандарына инеп сәләмен еткергәйнек, улар беҙҙе үҙ туғандарылай ихлас ҡунаҡ итте. Ғөмүмән, урыҫса ла, башҡортса ла, инглиз телендә лә аралашабыҙ. Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, мәҫәлән, урыҫ телен белмәгәндәр менән һөйләшергә тура килде, һәр кем үҙенең туған телендә аңларлыҡ итеп әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Илдәр-ҡалалар гиҙеүҙән тыш ниндәй шөғөлдәрең бар? Халыҡса әйткәндә, “йәшәр өсөн эшләргә лә кәрәк” бит әле...
– Эшем бар, медицина ҡорамал­дары менән һатыу итәм. Бының өсөн, һис шикһеҙ, ваҡыт күберәк бүленә, шулай ҙа мин бер айлыҡ ҡына ял менән ҡәнәғәт ҡалмаҫ инем, түләүһеҙ өҫтәмә ял алып сәфәргә сыҡҡаным да бар. Үҙ ваҡытыма мөмкин тиклем үҙем идара итергә тырышам.
– Ата-бабаларыбыҙ кеүек йәйләүҙәргә сығып йәшәү һиңә ныҡ килешер ине, эйеме?! Борондан ҡалған кәсеп тигәндән, ҡасандыр һин ат тотоу, йәғни йылҡы үрсетеү хыялы менән янғанһың икән. Тормошҡа аштымы ул ниәтең?
– Килешер ине тип уйлайым. Бигерәк тә әлеге Монголия буйлап сәйәхәттә күсмә халыҡ араһында йөрөгәс, бындай йәшәү рәүешенең бөгөнгәсә һаҡланыуына инандым. Йәйләү көнкүрешен замансараҡ күҙаллай инем, әммә урындағылар урта быуаттар шарттарында йәшәгән кеүек. Йылҡы үрсетеү хыялы күптән бар ине, әле тормошҡа аша башланы тип әйтһәм, дөрөҫ булыр.
Борон минең Ғәүмулла исемле бер олатайымдың йөҙ баш йылҡыһы һәм ике ҡатыны булған. Беренсе донъя һуғышын үтеп, герман ғәскәрҙәренең газ ҡоралынан да иҫән ҡалған бабам улдары, ейән-бүләләре хәтерендә батыр рухлы, төплө фекерле, абруйлы шәхес итеп һаҡлана. Йылҡы тотоу хыялы мин мәктәпте тамамлаған осорҙа – ветеринар академияһына уҡырға ингәндә барлыҡҡа килде лә. 2015 йылдың яҙында, ниһайәт, тәүәккәлләнем. Көҙгә табан ҡолон-бейәләрҙән торған өйөр тупланды һәм ҡышҡы тибенгә сығарылды.
– Аттарың әле ҡайһы тарафта? Уларҙы ҡараусы йә иһә һин сәфәрҙә саҡта күҙ-ҡолаҡ булырҙай кеше ялланыңмы?
– Малҡайҙар Ирәндек буйында рәхәтләнеп йөрөй, көтөүселәре лә бар.
– Киләсәктә Денис Өмөтбаев етештергән ҡымыҙҙы тәмләрбеҙ­ме?
– Әле ҡымыҙ тураһында ныҡлап уйланмайым, бәлки, йылҡы түлләп киткәс, быныһын да ойошторорбоҙ. Бөгөн иһә милли эсемлегебеҙҙе етештереүселәр байтаҡ, ә аттың кешегә ҡымыҙҙан башҡа ла файҙаһы ифрат күп тип ышанам, шуға бүтән уй-ниәттәрем дә юҡ түгел.
– Сәйәхәт итергә яратҡас, дуҫтарыңдың иҫәбе юҡтыр ҙа инде. Улар менән аралашыу һиңә нимә бирә?
– Донъям киңәйә, шөкөр, бөгөн барып туҡтар урындарым, ярҙамсыл, ышаныслы дуҫтарым бар. Улар менән аралашып күңелем киңәйә, күркәмләнә кеүек.
– Кешелек сифаттарын үҫтереү, физик һәм рухи яҡтан камиллашыу кеүек маҡсаттарҙы ниндәй юлдар аша атҡараһың?
– Был юҫыҡта тирә-яҡ мөхитте күҙәтеп, өйрәнеп, дөрөҫ һығымталар яһау мөһим тип иҫәпләйем. Физик яҡтан инде айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙы, әүҙем тормош позицияһында тороуҙы хуплайым. Рухыбыҙҙы үҫтереү йәһәтенән халҡы­быҙҙың, ғаиләбеҙҙең тарихын ныҡлап өйрәнеү ҙур йоғонто яһаны. Яҡын­дарым араһында көслө, белемлеләр байтаҡ, бергәләшеп, ҡуҙҙар кеүек бер-беребеҙгә йәм, йылы, дәрт өҫтәп, балҡырға ярҙам итеүебеҙгә ышанам. Камиллашыу маҡсатында үҙ өҫтөмдә эшләйем, ғаләмдән ниндәй мөнә­сәбәткә өмөт итеүемә ҡарап, ошоно уҡ тирә-яғыма таратырға, башҡалар менән уртаҡлашырға ашығам. Изге ниәттә йөрөүҙе бик юғары сифат тип һанайым һәм тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышам.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә