Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Урал батыр” һеҙҙе көтә!
Һуңғы йылдарҙа республикала туризм киң үҫеш алды, турист агентлыҡтары ла, туроператорҙар ҙа ғәйәт күбәйеп китте. Бер-ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, сифатлы һәм үҙенсәлекле эш алымы менән үҙенә йәлеп итеүсе милли туроператорыбыҙҙың булыуы һәм уның “Урал батыр” тип аталыуы – айырыуса мәртәбәле күренеш.

“Урал батыр”ҙың директоры Руслан Кинйә улы Күскилдинға эш йүнәлештәре тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иткәс, түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Башҡортостаныбыҙҙың, тәбиғәтебеҙҙең матурлығы сит илдәргә лә билдәле. Шул уҡ ваҡытта республикала эске туризмды үҫтереү буйынса идеялар, программалар, проекттар йылдан-йыл күбәйә. Ошо мөмкинлектәрҙе ҡулланып, былтырғы йыл башында беҙ “Урал батыр” милли туроператоры тигән ойошманы булдырҙыҡ һәм уңышлы ғына башланыҡ. Әлбиттә, киләсәккә өмөттәр ҙур, пландар күп. Маҡсатыбыҙға килгәндә, баштан уҡ күп йүнәлештәргә тотондоҡ һәм, ысынын әйткәндә, өлгөрөп булмай тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Ғөмүмән, Башҡортостан буйынса төрлө турҙарға, турист базаларына, ял йорттарына, шифаханаларға юлламалар тәҡдим итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта Өфө буйлап сәйәхәттәр уҙғарабыҙ, сәйәхәтсенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек ҡунаҡхана йә хостелдан алдан уҡ урын алып ҡуйырға ярҙам итәбеҙ.
Шифахана, ҡунаҡхана тәҡдим иткән хаҡтар беҙҙекенән айырылмай, ә үҙенсәлеге шунда: ҡайһы бер осраҡтарҙа беҙ ташламалар ҙа яһайбыҙ. Өҫтәмә йүнәлештәр буйынса Өфөнән генә түгел, башҡа ҡалаларҙан да сит илдәрҙә, Рәсәйҙә ял итергә теләүселәр өсөн турҙар, юлламалар, билеттар әҙерләйбеҙ. Бынан тыш, республикабыҙҙа бишенсе йыл рәттән барған социаль туризм программаһында әүҙем эшләйбеҙ, ошо йылдарҙа беҙҙең аша меңәрләгән пенсионер һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр ял итә алды. Шулай итеп, “Урал батыр” туроператор менән турист агентлығының эшен бер юлы алып бара. Туризм өлкәһендә йәнә бер нисә ҡыҙыҡлы проект әҙерләйбеҙ.
Ә инде сәйәхәткә килгәндә, Башҡортостан буйлап иң популяр йүнәлештәр – брендтарыбыҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ирәмәл тауы, Учалы, Бөрйән райондарына әүҙем турҙар, ундан ашыу шифахана һәм ҡабатланмаҫ тәбиғи ҡомартҡылар янында урынлашҡан турист базалары.
Үкенескә ҡаршы, ойошманы кадрҙар мәсьәләһе борсой. Ниәттәр ғәмәлгә ашһын өсөн, беҙгә үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған, туризм өлкәһендә эшләргә теләүҙән тыш, килем алырға теләгән кешеләр кәрәк. Беҙ эште ойоштороу барышында тыуған яңынан-яңы мәсьәләләрҙе сисергә өйрәнәбеҙ. Эшҡыуарлыҡта барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, йәғни кем эшләй – шул ашай.
Әйткәндәй, беҙҙә аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр бар. Таныштарыңа, дуҫтарыңа беҙҙең туроператор аша ял итергә кәңәш бирәһең дә, табыш алаһың, күләме һеҙҙән тора. Бының өсөн ни бары “ирекле турист менеджерҙары” рәтенә яҙылыу зарур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Урал Батыр
    Урал Батыр от 18.08.2016, 23:22
    Урал батыр милли туроператорҙың официаль сайты - урал-батыр.рф

Комментарий өҫтәргә