Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар
Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар Күптәр йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Берәүҙәр ҡала ығы-зығыһынан ял итергә тыуған ауылдарына ашыҡһа, икенселәр сит илгә сығыуҙы хуп күрә. Хатта ял итеү теләге көрсөктән дә, күрше илдәрҙә булып ятҡан теракттарҙан да көслөрәктер, күрәһең. Телевизорҙан күреп-ишетеп торабыҙ, әле унда, әле бында рәсәйҙәр зыян күрә. Һәм... Ошо урында, сит ил диңгеҙҙәрен үҙ итеүселәрҙе “диңгеҙ Башҡортостанда ла бар!” тип шаҡ ҡатырмаҡсымын...


Эйе, кем Асылыкүлде барып күргән, минең менән килешер... Республикабыҙҙа иң ҙур күл булыуы менән генә түгел, һыуының, ҡойоһоноң шифаһы менән дә данлы ул.
“...Бына егет ағай-энеһе менән ыҙғышҡан да, ата-әсәһенән, атынан, шоңҡарынан баш тартып, тыуған нигеҙен ташлап киткән, ти. Һәм Һыуһылыуға ғашиҡ булып, һыу аҫты батшалығында һөйгәне менән йәшәй башлаған... Тик күпмелер ваҡыт үткәс, тыуған еренән ситтә йәшәй алмағанын аңлап, һыу аҫты батшаһының фатихаһын алып, һөйгәненең бирнәһе – өйөр-өйөр йылҡылары менән кире ер өҫтөнә ҡайтҡан, ти...”
Эй, әҙәм балаһы, тыуған еренән ваз кисеп йәшәй аламы ни ул?! Сит ерҙәрҙең тупрағына тамырҙарын батырып йәшәү һуты ала алмай ҡыуарған ағас һымаҡ бит ул кеше. Ошо уйҙар менән аяҡ баҫтым иртәнге һиллеккә иркәләнеп йәйрәп ятҡан Асылыкүл һыуҙарына. Бер нисә ай ғына элек Арал диңгеҙен күреп ҡайтҡан миңә Асылыкүлдән дә матурыраҡ “диңгеҙ” юҡ һымаҡ күренде. Бигерәк тә ҡанаттарын алтын ҡояшта йылҡылдатып кәйелеп осҡан аҡсарлаҡтар был кескәй бер бөтөн донъяға диңгеҙ эффектын бигерәк шәп тыуҙыра ине. Һыуына бер ниндәй ҙә ер өҫтө йылғалары ҡоймаған, минералдарға бай һыуға хәлең бөткән ҡәҙәр йөҙөп инәһең дә томра көндәрҙә икенсе яры яҡшылап күренмәгән дә күл менән япа-яңғыҙ ҡалаһың.
Ә бит ҡайһылыр бер риүәйәттәр күлдең исемен Асыулы күл тип тә ебәрә. Бер уйлаһаң, Асылыкүл батшаһы кешеләргә бәлә, афәт килгәнен белдерер булған, тиҙәр. Мөһабәт күл менән япа-яңғыҙ ғына иртәнге тынлыҡта ҡалғанда ана шул күңелде йылыта ла инде. Тәбиғәт менән әҙәм балаһының бер бөтөнлөгө ана шунда сағыла. Беҙ бөгөн ошо ер йөҙөндәге башҡа диңгеҙҙәр менән сағыштырғанда йөҙәр тапҡырға кесерәк күлебеҙҙе олоға һанлайбыҙ икән, был һис тә арттырыу түгел, сөнки Асылыкүлебеҙ үҙендә меңәр быуатлыҡ тарих һаҡлай, ул да булһа – “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙың мөхәббәт тарихын.
Асылыкүлдә ял итеүселәр араһында кем был риүәйәтте белә, Заятүләк тауының нисек итеп күл төбөнә киткән Һыуһылыуға эйелгәнен күрә, тоя алалыр. Өлкәндәр: “Ҡайҙа ғына барһаң да, йөрөгән ереңдең исемен-тарихын белеп бар”, – тип әйтер ине. Ысынлап та, беҙ йәшәгән ерҙең һәр аҙымы бит ниндәйҙер тарих һаҡлай һәм ул изге. Шуға күрә лә, Асылыкүлде лә диңгеҙҙәй ҡабул итеп шатланып килеүселәр, һыуға ингәндә күлдең ризалығын алып, ял иткәндән һуң уның яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙалап китһә, бынан ерҙә яҡшылыҡ һәм матурлыҡ артыр ғына ине.
Ә инде, ҡайҙа ғына барһаң да, йөрөгән ереңдең тарихын бел тигәндән сығып, шуны әйтергә була: фәҡәт беҙҙең Башҡортостанда ғына ла йәйге ялға барыр өсөн тәбиғәт ҡомартҡылары, турист туҡталҡалары бихисап. Заятлы туристарҙан да һуңғы йылдарҙа йыш ишетәбеҙ, ҡайҙалыр сит илдәргә сығыусыларға ҡарағанда, Башҡортостан эсендә генә сәйәхәт ҡылыусылар бермә-бер артҡан. Мәҫәлән, Өфөнән сығыусыларҙың күбеһе Ҡандракүлдән башлай ҙа инде сәйәхәтен. Ҡандракүл Туймазы районына инә. Уға тиклем әле Шишмә аша үтергә һәм Аҡзыяраттағы Хөсәйенбәк кәшәнәһен дә күрергә мөмкин. Тарих һөйләүенсә, Хөсәйенбәк XIV быуатта Төркөстанда тыуған. Дин буйынса ғилем эстәгәндән һуң Мәккәгә хаж ҡыла һәм Башҡорт ханының үҙ халҡы эсендә Ислам динен таратыр өсөн саҡырыуы буйынса Башҡорт ерлегенә килә. Ул Башҡортостандың беренсе имамы ла. Вафат булғас, уны Аҡзыярат күле буйына ерләйҙәр. 1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Һәм Хөсәйенбәктең ҡәберен күргәндән һуң уға кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан таш килтертә.
Яҙылған ҡәбер ташы әлеге көндә Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Ә инде кәшәнәне һалған ваҡытта бер ҡыш Башҡортостанда ҡалған Аҡһаҡ Тимер ғәскәре юғалтыуҙар кисерә һәм әлеге кәшәнә эргәһендә алты хан-хәрби башлыҡ күмеп ҡалдырыла. Хәҙерге Аҡзыяраттың нигеҙендә ятыусылар ошо Аҡһаҡ Тимерҙең кешеләре булыр. Башҡорттар араһында Ислам динен таратыусы булараҡ, Хөсәйенбәк имамдың кәшәнәһе янында йыл һайын дини байрамдар үткәрелеп тора. Унан башҡа тағы Шишмә аша Турахан кәшәнәһенә лә һуғылып, изге урынға сәйәхәт ҡылырға була. Ә Тураханға килгәндә инде, уның килеп сығыу тарихы күп төрлө һөйләнелә, шуларҙың береһенә ҡарағанда, ул башҡорттоң бик эре хандарының береһе булған һәм Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Тамъян ырыуҙарының шәжәрәләренә күҙ һалғанда, Ағиҙел, Торатау буйында уның йәйләүҙәре булған. Әгәр бөгөн тарихсыларыбыҙ башҡорт хандарының, бейҙәренең, тархандарының йәйләүҙәре буйынса ғына ла мәғлүмәт бирһә, туристар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле тыуған яҡты өйрәнеү сәйәхәте эшләп булыр ине.
Ә әлегә һәр кем үҙе белгән урындарға һәм үҙе теләгәнсә сәйәхәт ҡыла. Әлбиттә, был осраҡта Торатау ҙа күҙ уңынан ысҡынмай. Башҡорттоң иң изге урындарының береһе булған был тау, тағы ла өс туғаны Шахтау, Йөрәктау, Ҡуштау менән бергә бынан 230 миллион элек Тропик диңгеҙҙең рифлы массивы булараҡ барлыҡҡа килә. Шуғалыр ҙа, Башҡортостан күрке булараҡ был тауҙар “Рәсәйҙең ете мөғжизәһе” проектының шорт-исемлегенә ингән. Хәйер, Торатауҙы килеп күрмәгән йәки күрергә хыялланмаған кеше юҡтыр. Һәр хәлдә бында ҡышын да кеше өҙөлмәй. Ә инде ҡышҡы миҙгелдә сәйәхәт итеү буйынса Торатауҙан Ирәмәл дә ҡалышмай. Ул Учалы һәм Белорет райондары ерлегендә урынлашҡан. Шулай уҡ унда йәйҙең иң шәп сыуаҡ көндәрен һайлап барырға тырыша сәйәхәтселәр, сөнки һауа томра булмағанда, алыҫтағы офоҡтар яҡшыраҡ күренә. Бик алыҫтан күреп булмаған осраҡта ла, барыбер ҙә Ирәмәлгә сәйәхәт ҡылған кеше бәхетлелер тип уйлайым. Ни тиһәң дә, тәбиғәтенең төрлөлөгө, тауының бейеклеге бер сәйәхәтсене лә битараф ҡалдырғаны юҡ әле. Әле тауға күтәрелгәндә үк Тығын, Синйәк, Ҙур Әүнәр, Ҡарағайлы һәм Төлөк йылғаларын үтергә кәрәк. Был йылғалар Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары булһа, Ағиҙел йылғаһы үҙе лә ошо уҡ тау һырттарының Әүәләк тау һырты тирәһенән баш ала. Ә инде Ирәмәл үҙе Ҙур Ирәмәлгә, Бәләкәй Ирәмәлгә бүленгән. Был тауҙарға, әлбиттә, һәр сәйәхәтсе үҙ белдегенсә менә алмай, мотлаҡ инструкторҙар алырға кәрәк. Юғиһә, йәйге һәм ҡышҡы осорҙа Көньяҡ Урал тауҙарында аҙашыусылар юҡ түгел.
Ғөмүмән, Урал һыртының иң көньяҡ меңлеге Мәсем тауында туҡталып ҡала. Ул Бөрйән районында урынлашҡан һәм, әлбиттә, бөйөк эпостарыбыҙ “Аҡбуҙат”та һәм “Бабсаҡ менән Күҫәк”тә ул төп геройҙарҙың береһе. Әйткәндәй, бер алышта ҡыпсаҡтарҙың Имән батыры һәләк булғас, уны Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәев яу ҡырынан алып ҡайтып, ошо Мәсем тауының башына ерләй, сөнки ул дәүерҙә Мәсем тауы ҡыпсаҡ ерҙәре булған. Мәсем тауы һуңғы йылдарҙа сәйәхәтселәрҙең иң популяр нөктәһенә әйләнде. Әлбиттә, унда сәйәхәтселәрҙең күбеһе Шүлгәнташ мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан күленә ылығып бара. Бөтә ер йөҙөндә һаман да асылып етелмәгән сер һаҡлаған был данлыҡлы мәмерйәгә сәйәхәтселәр ниндәй генә илдәрҙән килмәй! Йыл һайын Ағиҙел буйлап Өфө яғынан ағып төшкән сәйәхәтселәр әле Шүлгәнташҡа тиклем ниндәй әкиәти тәбиғәтте күреп өлгөрә. Был ерҙәрҙең матурлығы уның бөтә кешелек тарихы яҙылып ҡалдырылған мәшһүр “Урал батыр” эпосының тыуған ере булыуына ла бәйләнгәндер. Был урындарҙа һәр таш, һәр ағас тарих һөйләй бит, тип әйтеүселәр әҙ түгел. Бына инде нисә быуат үтһә лә, телдән телгә тарихын һөйләп, сая Инсебикә осҡан ҡаяны күрә килә кешеләр. Ул ҡая Ағиҙел буйында һәм Бөрйән районының Янһары ауылы биләмәһендә урынлашҡан. Ә ҡаяға тиклемге урманды үткәндән һуң ауылға төшкәнсе Йөҙәкәй битләүе бар. Бынан күп йылдар элгәре Янһары ауылы кешеләре Ағиҙелгә яҡыныраҡ Ҡомйылға буйында йәшәгән. Шунда бер ҡарт көн күргән. Уның эргә-тирәлә һылыулығы менән даны сыҡҡан берҙән-бер ҡыҙы булған. Бер көндө был ҡарттың ҡыҙын бер бай дүртенсе ҡатынлыҡҡа һоратырға килгән.
Ғүмер буйы ярлылыҡтан ыҙа сигеп йәшәгән ҡарт, байлыҡҡа ҡыҙып, ҡыҙын байға бирергә булған. Тик күҙе төшөп йөрөгән егете менән ҡауыша алмаҫын, ҡарт бабайға кейәүгә бирерҙәрен белгән Инсебикә өйөнән ҡаса. Ул йүгереп үткән ерҙә һөйгән егете биргән йөҙөгө төшөп ҡала. Ҡаяға табан йүгергән ҡыҙҙы күреп ҡалған бай уны ат менән ҡыуа төшкән. Тик уны ҡаяның башында ғына ҡыуып етә. Нәфрәтләнеп ҡаянан һикергән ҡыҙҙың бер услам сәсе генә бай ҡулында йолҡоноп тороп ҡалған. Үҙ яҙмышына ҡаты хөкөм сығарған Инсебикә Ағиҙелгә атыла.
Ул ваҡыттарҙа ҡая башында бер ҡарағай булған. Ул ике меңенсе йылдарҙа ла бар ине әле. Тик ҡайһылыр сәйәхәтсе уны бысып аҫҡа ауҙарып киткән. Бына шул ҡарағайҙа бай ҡуйып киткән шул Инсебикәнең сәсе тора торғайны, тип өлкәндәр һөйләп ҡалдырған. Ә ҡыҙҙың йөҙөгөн һуңынан табып алған урынды – Йөҙөккәй, хәҙер Йөҙәкәй тип, ҡаяның үҙен Инсебикә тип йөрөтәләр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аяуһыҙ яҙмышы тураһында иҫкәртеп торған был матур ҡаянан үҙ ғүмерендә һигеҙ ҡатын-ҡыҙ ташлана. Фажиғәле осраҡтар булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн Инсебикә – республика халҡының ғына түгел, сит ил ҡунаҡтарының да яратҡан урыны. Уның башында таң ҡаршылау, ҡояш ҡалҡҡанын күҙәтеү, бормаланып аҡҡан Ағиҙелдең өҫтөнән томан таралыуын күреү генә ни тора!
Артабан Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүселәр боронғолоҡ аңҡып торған Бөрйән ерлегенән Баймаҡ районына, Талҡаҫ күленә, республиканың иң ҙур тип һаналған Ғәҙелша шарлауығына, Ирәндек буйлап үткән “Ҡуңыр буға”, шулай уҡ “Ҡәнифә юлы” тип аталған мәшһүр юлдарға сыға ала. “Ҡуңыр буға”, “Ҡәнифә юлы”ның әле барлыҡ серҙәре асылып бөтмәгән. Риүәйәттә әйтелгәнсә, Ҡуңыр буға менән уның хужаһы бик оҙайлы юл үтә. Ҡаҙаҡтарға кейәүгә оҙатылған башҡорт ҡыҙының ҡалымына һыйыр бирәләр. Бер нисә йылдан был һыйырҙың быҙауҙары, шул иҫәптән Ҡуңыр буға ҡаҙаҡ далаларынан Уралға ҡасып китә. Уларҙы эҙләп арттарынан төшкән ҡыҙ ҙа Уралына ҡайтып етә. Шул ваҡыттан алып ҡаҙаҡ далалары менән Урал тауҙарын тоташтырып торған “Ҡуңыр буға” юлы бар. Ә бит бер ҡараһаң, кешеләрҙең генә түгел, хайуандарҙың да тыуған еренә тартылыуы, уны аңы менән генә түгел, ә эске халәте менән тоя белеүе – аҡыл етмәҫлек күренеш. Ә инде шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙан ҡасып ҡайтҡан Ҡәнифә үткән юлдар бөгөн тулыһынса билдәле, тиһәк тә була. Тик быға тиклем ул юлдарҙан үткән сәйәхәтселәр тураһында ишеткән юҡ, ә бит шулай уҡ ниндәй матур тарих яҙылған ул юлдарға.
Ул юлдарҙы ла, боронғо Арҡайым ҡаласығын да бик күп тапҡыр тикшереп тә, серҙәренә төшөнөп етеүгә өлгәшкәндәре юҡ тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. 1987 йылда ғына табылған был мөғжизәгә бөтә планетала әлегәсә тулы яуап юҡ. Ә уға ғалимдар яуап эҙләгәнсе, беҙ, ябай халыҡ, уны барып күреп, беҙҙең эраға тиклемге III һәм II быуаттарҙан ҡалған тәбиғәт ҡомартҡыһы менән таныша алабыҙ.
Башҡортостандар тағы ла Ҡуҡрауыҡ, Шумилов, Ғәҙелша шарлауыҡтарына, Нөгөш, Павловка, Йомағужа һыу һаҡлағыстарына, Мораҙым, Салауат, Асҡын боҙло мәмерйәһенә, Яҡтыкүл, Танып, Атыш, Абҙаҡ тарафтарына һ.б. йөрөй ала. Теләк һәм сәфәргә сығыу өсөн техникаңдың төҙөк булыуы ла етә. Хатта билдәле блогерҙарҙың хәбәр итеүенсә, географик координаталар буйынса төньяҡ киңлеге – 55 саҡрым, көнсығыш оҙонлоғо буйынса 55 саҡрым булған 55-се нөктәгә барырға ла була. Кушнаренко районының Түбәнге Сәйет ауылының бойҙай баҫыуы уртаһында бер нисә йыл элек ҡуйылған был 55-се нөктә лә кемделер ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал.
Ә бит нисәмә быуат ошо ергә тамырҙарын батырған аҫаба халыҡ бөгөн ниндәй ерҙә йәшәгәнен үҙе лә баһалап етмәй. Әлеге көндә үрҙә әйтелгән ҡаҙаҡ далалары менән тоташҡан бөйөк юлдар ҙа тора-бара онотола бара бит. Уғаса булмай республика халҡы ял ваҡыттарын сит илдәрҙә үткәрергә тырыша. Әлбиттә, ял урынын һайлау һәр кемдең ихтыяжынан һәм теләгенән тора, ә шулай ҙа, ошондай гүзәл ерҙә тыуғас, өҫтәүенә һәр бер баҫҡан аҙымыбыҙ тарих һаҡлай икән, тимәк, һәр бер башҡорт күрергә тейешле изге урындар былар...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873