Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәфәр ыңғай һөҙөмтә килтерәсәк
Рөстәм Хәмитов Учалы һәм Белорет райондарында эш сәфәрендә булды. Республика Башлығы агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты, етештереү һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.

Учалыла төбәк Башлығы 2004 йылда Учалы урман машиналар эшләү заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “РИВС” заводында булды. Генераль директор Вячеслав Ким әйтеүенсә, “ИВС” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп предприятиеһы Санкт-Петербургта урынлашҡан. Учалыла иһә технология, минералогия, гидрометаллургия, руда әҙерләү лабораториялары, сәнәғәт ҡулайламалары цехы эшләй. Компания киләсәктә производствоның ҙур өлөшөн бында күсерергә, завод ҡеүәтен байтаҡҡа арттырырға ниәтләй.
– Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнерлек төбәк, – тине Вячеслав Ким.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеүҙең республика программаһына ярашлы төҙөлгән объекттарҙың береһе – Учалылағы саңғы-роллер трассаһы. Ул былтыр ноябрҙә асылған.
– Уртаҡ тырышлыҡ менән бик яҡшы объект төҙөгәнһегеҙ. Учалыла урындағы халыҡ, предприятиелар бергәләшеп ҙур эш башҡарған. Миллионерҙар йәшәгән Өфөлә лә бындай трасса юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әле бында Учалынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, БДБ илдәренән йәштәр шөғөлләнә. Республика Башлығы улар менән аралашты, Физкультурниктар көнө менән ҡотланы.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов ҡала етәкселеге һәм тренерҙар менән объектты үҫтереү, шул иҫәптән тау саңғыһы трассаһы һалыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Уральск ауылында төбәк Башлығы “Байрамғол” агрофирмаһының һөтсөлөк фермаһы эшмәкәрлеге менән танышты, урындағы етәкселек менән һөт етештереүҙе арттырыу, мал аҙығы базаһын һәм алдынғы технологиялар ҡулланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Белоретта Рөстәм Хәмитов “Стропкомплект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. 2005 йылда ойошторолған предприятие төрлө металл конструкциялар һәм арҡан етештерә.
Эш сәфәре барышында республика Башлығы нефть, газ, металлургия, целлюлоза-ҡағыҙ һәм юл-төҙөлөш сәнәғәте ихтыяждары өсөн реагенттар, махсус тәғәйенләнештәге майлау материалдары сығарған “Россильбер” сәнәғәт компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты.
“Морат” тау саңғыһы үҙәгендә иһә Рөстәм Хәмитов 2015-2016 йылдарҙа башҡарылған реконструкциялау эштәрен ҡараны.

Йәрәбәгә килегеҙ!

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙың федераль исемлектәрен тәҡдим иткән сәйәси партиялар иғтибарына!

Һайлау алды агитация материалдарын баҫтырыу өсөн “Башҡортостан” гәзитендә түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә 2016 йылдың 18 авгусында 16.00 сәғәттә үткәреләсәк.
Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү 18 августа 15.00 сәғәттә тамамлана.
Йәрәбәлә сәйәси партияларҙың, йәмәғәт берекмәләренең вәкәләтле вәкилдәре ҡатнаша, уларҙың вәкәләттәре тейешле документ менән раҫланырға тейеш.
Сарала ҡатнашыуға ғариза тапшырған партияларҙың вәкилдәре булмаған осраҡта, йәрәбәлә улар мәнфәғәтендә редакция вәкиле ҡатнаша. Баҫма майҙандың күләм һәм башҡа түләү шарттары “Башҡортостан” гәзитенең 2016 йылдың 13 июлендәге 81-се һанында баҫылды.
Йәрәбә партияларҙың федераль исемлектәре теркәлеүҙең хронологик тәртибенә ярашлы үткәрелә. Ғаризалар редакцияла түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, бишенсе ҡат. Бәйләнеш телефондары – факс: 8(347) 272-62-61, 273-83-92.
Ғаризалар редакцияның электрон адресына ебәрелә ала. Ләкин уның төп нөсхәһе өс көн эсендә редакцияға килтереп тапшырылыуы шарт. Электрон почтаның адресы: bashgazet@mail.ru.

Ирекмәндәр наркотикка ҡаршы сығыш яһай

19 августан Ишембай районындағы “Орленок” балалар һауыҡтырыу үҙәге нигеҙендә наркотиктарға ҡаршы республика ирекмәндәр лагеры ойошторола.

Дүрт көн дауамында лагерҙа Башҡорт дәүләт университетынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Башҡорт дәүләт медицина университетынан, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжынан, Башҡортостан иҡтисад колледжынан 40 ирекмән, Нефтекамалағы “Октава”, Күмертауҙағы “Аҫылташ”, Өфөләге “Әфлисун” үҫмерҙәр клубтарында шөғөлләнеүселәр ял итәсәк. Оҫталыҡ дәрестәрендә, тренингтарҙа, уйындарҙа һәм башҡа сараларҙа улар ирекмәндәрҙең эш үҙенсәлектәре менән ентекле танышасаҡ, проекттарҙағы инновациялағы практикалар хаҡында хәбәрҙар буласаҡ.

Мул уңыш –
“Красная Башкирия”ла


Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында ураҡ ҡыҙыу бара. “Алмас” ужым тритикалеһы гектарынан кәмендә 60, “житница” сорты иһә гектарынан 100 центнерға яҡын уңыш бирә. Хужалыҡта бындай уңышты агротехник ҡағиҙәләрҙе үтәү һәм тупраҡты “нуль технологияһы” буйынса эшкәртеү менән аңлаталар. Өҫтәүенә, сәсеү, ҡышлау һәм башаҡтарҙың тулышыуы мәлендә һауа шарттары ла яҡшы булған.

Республикала иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 20 центнер тәшкил итә. Бойҙай менән арыштың гибриды – тритикале нигеҙҙә фураж культураһы булараҡ файҙаланыла.

Башҡорт ҡыҙы үҙен Мексикала танытты

Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина Мексикала “Фестиваль һылыуҡайы” титулын алды. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һылыуҡай ошо турала хәбәр итте.

“Еңеүсе тажы Өфөгә юлланды! Башҡортостан, беҙ иң яҡшылары! Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблгә һәм “Арғымаҡ” этно-төркөмөнә ярҙам өсөн рәхмәт!” – тип яҙып ҡуйған Миләүшә.
Башҡортостан артистары Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашты. Улар шулай уҡ Мексика ҡалаларында уҙғарылған Халыҡ-ара фольклор байрамында ла сығыш яһаны. Артабан артистар Мехикоға юлланды. Күркәм сара баш ҡалала ҙур гала концерт менән тамамланды.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә