Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Туғандарға барып хәл белеү – ғүмергә бәрәкәт”
– Бер туғандар менән аралашып йәшәмәнек. Мөнәсәбәттәребеҙ судҡа тиклем барып еткән осраҡтар ҙа булды. Күптән түгел һеңлекәшем теге донъяға китте. Күңелемдә ниндәйҙер бушлыҡ, көн һайын уйымдан сыҡмай. Диндең быға ҡарашы нисек, хәҙрәт?

М. ХӘСӘНОВА.
Белорет районы.

Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Һәр бер милләт Аллаһы Тәғәләнең теләге менән барлыҡҡа килгән. Бөтөн донъяла йәшәгән кешеләр Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримендә былай тигән: “Эй, Әҙәм балалары, мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән төрлө-төрлө халыҡ, ҡәбилә итеп яраттым”. Һәр бер халыҡтың үҙенең әкиәте, эпосы, йыры, фекере, фәлсәфәһе бар. Бер милләт халҡы үҙенең һөнәре, мәғрифәте, сәнғәте тураһында икенсеһенә һөйләп, бер-береһенең аң-кимәлен байыта. Шулай халыҡтың донъяға ҡарашы киңәйә. Хатта ки бөгөн донъя­ла бөтә кеше тел өҫтөндә эшләй. Иң беренсе – ул туған тел. Туған телде бала әсәһенең ҡарынында уҡ ишетә. Бала тыуғас, үҫә төшкәс, уға әкиәт һөйләй башлайҙар. Шунан икенсе тел – ул дәүләт теле. Уны ла беҙ өйрәнәбеҙ. Өсөнсө – ул сит тел. Әгәр ҙә кеше бер нисә тел белә икән, уның донъяға ҡарашы киңәйә. Шулай итеп, тел өйрәнеү – беҙҙең изге бурыс. Телдәр төрлө булыуы Аллаһы Тәғәлә барлығының бер билгеһе. Аллаһы Тәғәлә бер хәҙисендә былай тигән: “Иң хөрмәтлеһе ҡайһы халыҡ, ҡайһы милләт түгел, Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә тупраҡтан яратылған. Шулай булғандан һуң ошо донъяла йәшәгән кешелек донъяһы – ул беҙҙең туғандарыбыҙ. Ниндәй телдә һөйләшһәләр ҙә, ниндәй генә кимәлгә күтәрелгән булһалар ҙа – барыһы туғаныбыҙ. Бынан башҡа беҙҙең ҡан туғандар бар. Улар инде иң беренсе – атай-әсәйебеҙ, аҙаҡ ҡарындаштар килә. Улар менән туғандаш булыу хаҡында ла Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән бик күп хәҙистәр бар. “Бәйләнеш һирәк булһа, яҡын туған да алыҫ була. Икенсе төрлө әйткәндә, йыраҡ туған да яҡын була, әгәр ҙә бәйләнеш булып торһа”. Шуның өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙең туғандар араһында бәйләнеш булырға тейеш. Туғандар менән осрашып, фекер алышып йөрөү – үҙе бер изге бурыс. Хәл белешеү бөгөнгө ваҡытта онотолоп бара. Төптән алып ҡарағанда, исламда туғанлыҡ мөнәсәбәтен һаҡлау, әлбиттә, ҙур урында тора. Шуның өсөн беҙ туғанлыҡты белергә тейешбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Нәҫел-нәсәптәрҙе белегеҙ ҙә, улар менән бәйләнештә булығыҙ”. Икенсе бер хәҙисендә: “Туғандарға барып хәл белеп тороу – ғүмергә бәрәкәт бирә”, – тигән. Әйтем дә бар бит инде: “Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”. Шуның өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, туғандар менән аралашып торорға тейешбеҙ. Беребеҙ ҙә донъяла мәңгегә түгелбеҙ. Һау булғанда, күҙебеҙ күргән ваҡытта, ҡолағыбыҙ ишеткәндә туғандарға йөрөргә тейешбеҙ. Бер көндө килеп, туғандар теге донъяға күсеп китә икән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙең изге булған бурыс – уны доға менән иҫкә алыу, сөнки ул кейемгә лә, ризыҡҡа ла мохтаж түгел. Ҡөрьән менән мәрхүмде иҫкә алыу йолаһы бар. Улар алдында беҙ бурыслы. Доға уларға ла бара, үҙебеҙгә лә әйләнеп ҡайта. Ләкин мәрхүмдәребеҙҙе көнө-төнө иҫләп, ҡайғырырға ярамай. Был осраҡта үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға зыян булыуы ихтимал. Ошо хаҡта бер хикмәтле хикәйә лә бар: “Бер ҡатындың балаһы үлеп ҡала. Уны бер кемгә лә күмергә рөхсәт итмәй. Күтәреп тик йөрөй. Ошо баланы терелтегеҙ, тип бөтөн кешегә мөрәжәғәт итә. Бер аҡһаҡал әйтә: “Ярай, балаңды терелтәбеҙ, әммә уның өсөн бер шартым бар. Ошо ауылдың осонан башлап, һәр бер өйгә инеп сыҡ. Әгәр ҙә һис бер ҡайғы күрмәгән кешене осратһаң, шул кеше генә һинең балаңды терелтә ала”. Ҡатын беренсе өйгә керә, икенсеһендә һөйләшеп ултыра. Бер ҙә ҡайғы күрмәгән кешене тапмай, шунан һуң аңлай, балаһын күмергә рөхсәт итә”.
Ҡайғылар килеп тора, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ уны сабырлыҡ менән үткәрергә тейешбеҙ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә