Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Талҡаҫ”тан бер кем ялҡмаҫ
 “Талҡаҫ”тан бер кем ялҡмаҫ Күптән түгел Талҡаҫ күле исемен йөрөткән шифаханала ял иттем. Республикала халыҡ теленә ингән ер-һыу атамалары байтаҡ, һәр тәбиғәт ҡомартҡыһының үҙенсәлеге бар. Талҡаҫ күле нәҡ ана шундай сифаттарға эйә. Хозур, күкһел тауҙар араһынан көтмәгәндә йәйрәп асылған күл бик күптәрҙе үҙенә ғашиҡ иткәндер. Бына ошо күл исеме менән аталған шифахана хаҡында һөйләмәксемен.
Башта ул ял йорто булараҡ таныла, ә 2007 йылдан шифахана тип атала башлай. Ғәмәлдә был исемгә ул күптән лайыҡ ине, сөнки шифалы Талҡаҫ һыуы кеше организмына ыңғай йоғонто яһай. Әле лә һыуҙан йодлы бром, натрийлы хлор алалар, родон ванналары яһайҙар. Дауаланған кешеләр бик ҡәнәғәт. Икенсенән, “Талҡаҫ”тың үҙенә генә хас һаҙлығы бар. Был батҡаҡта дауаланыр өсөн күп өлкәләрҙән, республикаларҙан киләләр. Бынан тыш, был төбәктә алтыны ла, баҡыры ла, еҙе лә табыла. Яҙ тауҙарҙан ағып төшкән һыу менән ошо минералдар ҙа күлгә эләгә һәм дауа ысулында киң ҡулланыла.
Шифахананың тағы бер үҙенсәлеге – ул башҡорт ҡымыҙы. Уны эскәндәрҙең ашҡаҙаны эшләп, күҙҙәре асылып китә, тын юлдары киңәйә. Үҙеңде көслө кеше итеп тоя башлайһың. Кәйефте лә күтәрә бит әле ул ҡымыҙ.
Тағы бер күренеш тураһында әйтмәй булмай. Ауыл малайы булараҡ, шифахана биләмә­һендә бесән күбәләрен күреү, уның хуш еҫен һулау минең өсөн ҙур бәхет булды.
Бында тиҙ арала халыҡтың буш ваҡытын, ялын ойоштороу үҙәге асырға тәҡдим итәм. Мөмкинлектәр бар. Дүрт туҡланыу урынының береһен ошо маҡсатта файҙаланырға була. Ҡайҙа, ҡайҙа, ә Баймаҡ халҡы йырларға, бейергә ярата, уларҙы фольклорға, уйын-көлкөгә өйрәтергә кәрәкмәй, тик мөмкинлек биреү зарур, төбәк остаздарға бай бит. Аҙ сығымдар менән хәл итергә кәрәк был мәсьәләне, тигән фекрҙәмен.
Мин бухгалтер ҙа, финансист та түгел, әммә тере шәхес, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше булараҡ, шуны әйтә алам: шифахана тәбиғәт биргән мөмкинлектәрҙе, мәҫәлән, “Янғантау” кеүек, тулыһынса файҙалана алмай. Талҡаҫ күлен сәйханалар, кафелар һырып алған. Дөйөм ингән керемдең байтағы улар кеҫәһендә тороп ҡала, ә һалымдың барыһы ла шифаханаға яҙыла, сөнки төп яуап биреүсе ул. Ә берәр эш ойоштора башлаһаң, барыһы менән дә килешергә кәрәк. Сығымдарҙы бер путевка хаҡы менән генә ҡаплап булмай.
Минеңсә, был төбәктә лә Татарстандың Алабуға ҡала­һындағы кеүек “ярҙамсы режим” булдырырға кәрәк. Шул саҡта шифахана ла бурысһыҙ эшләй башлар ине.
Ғөмүмән алғанда иһә, “Талҡаҫ” ял йортоноң шифа­ханаға әйләнеүе – республика халҡының һәм ял итеүселәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауҙа Хөкүмәт тарафынан булдырылған ҙур эш.




Автор: Миҙхәт ӘБДЕЛМӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә