Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Был тарих күптәргә яҡын
Рәсәй киноһы йы­лы айҡанлы Салауат ҡалаһында бына ярты йыл инде яңғыҙ ҡарт­тар тураһындағы нәфис фильм төшө­рөлә. Киҫкен социаль теманы күтәргән картина ҡала хакимиәте ярҙамы менән барлыҡҡа киләсәк. Ролдәрҙең күпселеген Салауат башҡорт драма театры актерҙары һәм ветерандары башҡара.
Фильмда ветерандар: Баш­ҡорт­ос­­тандың халыҡ артистары Рим Әминев, Гөлшат Зыязетдинова, Венера Хәсәнова, Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Гөлнур Йәнбир­ҙина, респуб­ликаның атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева ҡатнаша. Шулай уҡ Башҡорт­остандың атҡаҙанған артистары Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сафиуллина, артист Рөстәм Фазылов, йәш актерҙар Айһылыу Лоҡма­нова, Нәр­кәс һәм Мирас Йомағу­жиндар, Лиана Ниғмәтул­лина, Радик Ғәлиуллин йәлеп ителгән.
– Был тарих күптәргә яҡын. Кеше яҙмышы, һынауҙар һәр саҡ ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра, – ти режиссер Рауил Хәкимов. – Фильм­дың төп герой­ҙары ла үҙҙәренең тормош юлы, ҡартлыҡ көндәре хаҡында һөйләй.

“Алтын” яуа

Өфө “мушкетеры” Тимур Сафиндың башланғысын Рәсәй фехтовальщиктары берҙәй күтәреп алды. Яңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ беренсе-икенсе урындарҙы алыуға өлгәшһә, бына йәнә “алтын”!

Сираттағы шундай миҙалды рапирасы Инна Дериглазова яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уңышҡа илткән юлда уға үҙенең командалаш иптәше Аида Шанаеваны ла еңергә тура килде.
Башҡа спорт төрҙәрендә лә илебеҙ вәкилдәре һынатмай. Дөйөм ҡаҙанға 200 метрға брасс стилендә йөҙөүҙә Антон Чупков – бронза, спорт гимнастикаһында ҡатын-ҡыҙ­ҙар командаһы һәм велоуҙышсы Ольга Забелинская көмөш миҙалдар “һалһа”, дзюдола 81 килограмғаса ауырлыҡ үлсә­мендә Хәсән Халмыр­ҙаев иң көслөһө булып танылды.

йәнә дүрт мәктәп…

Баш ҡалабыҙҙа 4 мең урынлыҡ дүрт ҙур мәктәп һәм 610 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы төҙөлә. “Вечерняя Уфа” гәзитенә биргән интервьюһында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала һөйләне.

Муниципаль-шәхси партнер­лыҡ алымы ярҙамында социаль объект­тарҙы сафҡа индереү йылдамлығы бермә-бер артасаҡ.
– Өфөлә мәктәптәр төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Яңы квартал­дарҙа һәм биҫтәләрҙә уларға ихтыяж бар, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе граждан­дар­ҙы авария хәлендәге торлаҡ­тан күсереү буйынса баш ҡалала башҡа­рылған эш һөҙөмтәләре хаҡында ла әйтте.
– Өфө халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү йәһәтенән илдәге иң яҡшы биш ҡала иҫәбенә инә. Әле беҙҙә бер үк ваҡытта 740 объект һалына. Өфө – капиталь төҙөлөш объекттары һаны буйынса Рәсәйҙәге тәүге өс ҡала араһында. Әле мега­полисыбыҙҙа күп фатирлы 236 торлаҡ йорт төҙөлә, – тине ул.

Л. ДӘҮЛИЕВА, Г. БҮЛӘКБАЕВА,
И. ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә