Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүәккәлләһәң – оторһоң
Тәүәккәлләһәң – оторһоң Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй. Төбәктәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша.


Был йәһәттән Йылайыр районында ла әүҙем эш алып барыла: юлдар йүнәтелә, ауылдар эсәр һыу менән тәьмин ителә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, урамдар яҡтыртыла, техника алына. Мәғлүм булыуынса, башлаған проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы һәм бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн өҫтәй, шуға күрә әйҙәүсе төркөм ағзаларының кешеләр араһында аңлатыу эше алып барыуы ла мөһим.
Былтыр проектта райондың 13 ауыл биләмәһе ҙур теләк менән ҡатнашып, конкурста барыһы ла еңеп сыҡҡан. Урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 12,3 миллион һум аҡса күсерелһә, халыҡ һәм бағыусылар 1,9 миллион һум туплаған (был дөйөм күләмдең 15 процентын тәшкил итә), ауыл биләмәләре бюджетынан иһә 1,2 миллион һум йыйылған.
Тәүәккәлләһәң – оторһоңШуныһы иғтибарға лайыҡ: проектта бер ауыл биләмәһе йыл һайын ҡатнаша ала, халҡының теләге генә булһын. Мәҫәлән, Иван-Ҡыуалатта йәшәгәндәр былтыр урамдарға электр энергияһы аҙ тотонолған лампалар ҡуйыу проектын һайлаһа, быйыл янғын һүндереү машинаһы алыу өсөн тауыш биргән. Кананикольск халҡы 2014 йылда ошо программаға ярашлы тракторлы булһа, хәҙер уға тағылмалы һәм аҫмалы агрегаттар алыу теләген белдергән.
Проектта быйыл да райондың 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Дөйөм хаҡ 10,9 миллион һум тәшкил итә, шуның һигеҙ миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, ҡалған өлөшө урындағы халыҡ һәм бағыусылар иҫәбенә тулыландырыла. Биләмә­ләрҙең күпселегендә юлдарҙы ремонтлау кәрәклеген белдерһәләр, төпкөлдәге һабырҙар, яманһаҙҙар трактор алыу проектын хуплаған.
Ә бына Бәрҙәш халҡы ауыл эргәһендәге быуа янында ял итеү урыны төҙөп һис тә яңы­лышмаған. Был урынды ситтән килгәндәр ҙә оҡшата. 1 миллион 345 мең һумдан ашыу торған проектты Ейәнсура районы үҙәгенән “Гранд” йәмғиәте (етәксеһе – Эдуард Шәрипов) эшселәре тиҙ арала тормошҡа ашырған. Тимерсе быуаһы, уның төҙөклән­дерелгән яры һәр кемдең яратҡан урыны хәҙер. Был тирәнән кеше өҙөлмәй, рәхәтләнеп һыу инә, ял итә.
Йылайыр ауылында иһә күптән түгел балалар майҙансығы эшләй башлаған. Ул балаларҙың ғына түгел, ата-әсәнең дә яратҡан урынына әүерелгән.
– Уйын майҙансығы дүрт видеокамера менән йыһазлан­дырылған. Балаларын уйнарға ебәргән ата-әсә уларҙың нисек йөрөгәнен онлайн тәртибендә өйҙән сыҡмайынса күҙәтә ала, – ти ауыл биләмәһе башлығы Александр Годуленко. – Иң мөһиме – майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, һис кем күркәм башланғыстың йәмен ебәрмәһен.
Рәхәтләнеп уйнаған малай-ҡыҙҙарға һоҡланып та, күҙ ҡыҙып та ҡараныҡ. “Их, беҙҙең бала саҡта ошондай мөғжизәләр булһа икән...” – тип уйлап ҡуйҙыҡ. Эйе, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына теше-тырнағы менән йәбешеп ятҡан йылайырҙар һис тә яңылышмай, киреһенсә, ота ғына. Кәрәкле, файҙалы һәм ваҡытлы проекттың ауылды үҫтереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ.







Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә