Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡыҙыл әтәс” ҡотора...
“Ҡыҙыл әтәс” ҡотора... Түҙеп сыҙағыһыҙ эҫелек янғын осраҡтарының бермә-бер артыуына килтерҙе. Айырыуса урмандар күпләп үртәлә. Үткән тәүлектә генә “ҡыҙыл әтәс” республиканың Белорет (3 га), Әүжән (0,1 га) һәм Иглин (4 га) урман хужалыҡтары биләмәләренә “ҡунып”, бер нисә сәғәт эсендә тәбиғәткә арыу уҡ зыян килтереп тә өлгөрҙө. Ярай әле янғын һүндереүселәр уяулыҡ күрһәтте. Ғөмүмән, бер аҙна эсендә генә республика урмандарында 17 янғын осрағы теркәлеүен иҫәпкә алғанда, хәлдең ни тиклем хәүеф тыуҙырыуын күҙаллауы ҡыйын түгел — Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле төбәктә иң юғары, 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән.

Әлбиттә, был осраҡта бөтә янғындарҙы ла бер эҫелеккә генә япһарып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, төп сәбәп барыбер ҙә кеше факторына, яуапһыҙлыҡҡа ҡайтып ҡала. Һүндермәй киткән усаҡ, ут менән һаҡһыҙ эш итеү — былар бит барыһы ла оло бәләгә килтереүе ихтимал. Унан һуң водителдәргә лә иғтибарлыраҡ булыу ҡамасауламаҫ ине. Юҡһа күптәр тәмәке төпсөктәрен һүндереп тә тормай, тәҙрә аша ғына һелтәй ҙә юлын дауам итә. Төпсөктөң ҡайҙа барып төшөрөн уйлап та бирмәй ул. Ә бит күп янғындарҙың нәҡ юл ситендәге ҡоро үләндән тоҡанып китеүе билдәле. Был осраҡта шулай уҡ техник факторҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай — был эҫелә үлән өҫтөндә ятҡан быяла киҫәгенә ҡыҙып әллә нимә янып китеүе бар. Хәйер, урманға ла быяла-фәлән ҡайҙан барып сыҡһын инде, үҙебеҙ ғәйепле. Һәм тағы бер сәбәп — йәшен. Быйыл йәй тәбиғәт ғәрәсәте арҡаһында 20 янғын осрағы теркәлгән. Ҡыҫҡаһы, янғындарҙың яртыһына йылдың эҫе һәм ҡоро килеүе, кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә төкөрөп ҡарауы сәбәпсе булған. Шуға ла ведомство вәкилдәре урмандарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Янғын сыҡҡан осраҡта урман һағының телефонына шылтыратыу һорала: 8-800-100-94-00.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика урмандарында янғынға бәйле хәлдең киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә 5 августан, Хөкүмәттең бойороғона ярашлы, махсус режим индерелде. Бындай шарттарҙа транспорт менән урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу, ҡамыл, сүп-сар үртәү тыйыла, ауылдарҙа янғын һүндереү төркөмдәре ойошторола. Ҡыҫҡаһы, әлеге ваҡытта урмандар ерҙән дә, күктән дә күҙәтеү аҫтына алынған. Был эшкә тәүлегенә меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителә. Күҙәтеү мотлаҡ кәрәк, шулай уҡ халыҡ яғынан да планетабыҙҙың “йәшел ҡалҡаны”на ҡарата һаҡсыллыҡ, яҡлау талап ителә. Тәбиғәт ҡосағында ғына түгел, һәр ерҙә ут менән һаҡ булыу шарт.





Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә