Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ялан батырҙары һынатмаҫ
Ялан батырҙары һынатмаҫ Республикала ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ауыл эшсәндәре быйыл мул уңыш алырға иҫәп тота, сөнки тәүге һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ. Айырыуса көндәрҙең аяҙ тороуы һәр кемде эшкә дәртләндерә. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселегендәге Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы төбәктә тәүгеләрҙән булып урып-йыйыуға төшкән, әле бында дәррәү арыш, арпа уралар.
– Шөкөр, яҙҙан бирле ямғыр яумаһа ла, дым етмәгәнлектән ерҙәр ярылып ятһа ла, хужалыҡтарҙың ырҙын табаҡтары алтынға бәрәбәр ашлыҡ менән тула башланы, – ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. – Бөгөн бөтә урында эш гөрләй, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы тупланды, фермалар ҙа малдарҙы ҡаршыларға әҙер.
Ялан батырҙары һынатмаҫЛенин исемендәге хужалыҡтың 7500 гектар ере бар, ҡайҙа ла тәрбиәле баҫыуҙар күҙгә салына. Ауыл эшсәндәренә бойҙай, арпа, һоло, кукуруз, бынан тыш күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып, йыйып алыу бурысы тора. Йәмғиәттең баш агрономы Урал Әхмәтйәнов белдереүенсә, ураҡ эштәре яҡшы ойошторолған, бер ниндәй тотҡарлыҡтар һиҙелмәй, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ.
Әле игенселәр күкрәп үҫкән арыш баҫыуында эш менән мәшғүл. Ике йөҙ гектар майҙандан (гектар ҡеүәте – 23 центнер) ашлыҡ һуғып алғандар. Һаламды ла әрәм-шәрәм итмәйҙәр. Ишле малдары булғас, быныһы ла ярап ҡала. Бер үк ваҡытта сенаж һалыу ҙа бара, өс һөтсөлөк фермаһында урынлашҡан сенаж соҡорҙары тулылана.
– Арыштың уңышы юғары. Ҡеүәтле машиналарҙа йы­йылған ашлыҡ туранан-тура ырҙын табағына оҙатыла. Ауыл эшсәндәре орлоҡтарҙы киптереп, таҙартып, һаҡлауға һала. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙарҙа комбайн тауыштары тынмай. Алла бойорһа, тиҙ арала ураҡ эштәрен тамамларға ниәт тотабыҙ, – ти баш агроном Урал Әбүбәкер улы.
Хужалыҡтың техника паркы бай ғына, йыл һайын уны яңыртып торалар, иҫкеләрен ремонтлап эшкә егәләр. Шуға яҙғы баҫыу эштәре осоронда ла, ураҡ мәлендә лә техника боҙолоп ултырғаны юҡ, тиҙәр ялан батырҙары.
Бында 1350 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала, 550-һе – һауын һыйыры. Әле малдар өс йәйләүҙә тотола. Көнөнә ете тоннанан ашыу аҡ етеште­рәләр. Уны Мәләүез һөт комбинатына литрын 17 һумдан оҙаталар. Һатылған продукциянан һәр көн хужалыҡ кассаһына 100 меңдән ашыу аҡса инеп ята икән. Килгән табыш йәмғиәттең төрлө кәрәк-ярағына, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа тотонола. Хужалыҡ ауыл халҡының пай ерҙәрен дә үҙләштерә, халыҡ менән аҡсалата иҫәпләшәләр.
Ураҡ осоронда әүҙемлек күрһәткән Зәки Ҡотлоғужинды, Фәнил Ғәйетбаевты, Дамир Үҙәнбаевты етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә ала. Игенселәр, хеҙмәт хаҡының юғары булыуын билдәләп, ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә мөмкинлек барлығын белдерҙе. Әйткәндәй, бында 120 кеше эшләй, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусы­ларға бесән-һаламы бүленә.






Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә