Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәлилдәргә бәрәкәт килтерҙе
Хәлилдәргә бәрәкәт килтерҙе Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә Асҡар ауылында Әсмә менән Зиннәт Замановтарҙың ғаиләһендә икенсе улдары тыуа. Әбйәлилдә дауаханала бик оҙаҡ йылдар эшләгән Груша әбейҙе күптәр хәтерләйҙер. Ул Әсмәгә, көслө, батыр булыр балаң – уға Марс тигән исемде ҡуш, тип үтенә. Беҙҙең яҡ өсөн ят исем булһа ла, малайҙы Марс тип нарыҡлайҙар.


Марсҡа ни бары ете ай тигәндә, НКВД-ла эшләгән атаһы 1942 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә. Хушлашҡанда ҡатынына: “Әлмөхәмәткә ҡайт (үҙе ошо ауылдан була. – Авт.), туғандар һыйындырыр”, – тигән, сөнки Әсмәнең бер туғаны ла булмаған: атаһы Беренсе донъя һуғышында һәләк булған, әсәһе йотлоҡ йылында үлеп ҡалған.
— Әсәйем һөйләүенсә, китеп күп тә тормай, атайымдың Мәскәүҙән хаты килгән. Унан инде “хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙ алған, һәм беҙ Әлмөхәмәткә күсеп ҡайтҡанбыҙ, — тип иҫкә ала Марс ағай.
Заманында Каруанһарайҙа уҡыған үткер, ғәҙел, сая, уңған комсомолка Әсмә апай улдарын кеше итеүгә бар көсөн һала. 1948 йылда Марс мәктәпкә бара. Әсәһе күлдәк менән ыштан, сумка тегеп бирә. Ҡыш өҫтөнә кейергә кейеме булмағанлыҡтан, айҙар буйы дәрескә йөрөй алмаған саҡтары була. Яҡшы уҡығас, уны кластан класҡа күсерә киләләр. Йәй иһә тамаҡ туйҙырыу өсөн Ирәндектә бесән саба.
Мәктәпте тамамлағас, Марс Зиннәт улы Өфөгә Ауыл хужалығы институтына юллана, имтихандарҙы уңышлы тапшырһа ла, конкурстан үтә алмай. Ауылына ҡайтып, тракторсылар курсында уҡый. Әрмегә барыу ваҡыты етһә лә, хужалыҡта тракторсылар етешмәгәс, Марс ағайҙы бронь менән алып ҡалалар. Ике йыл эшләгәндән һуң, совхоздан йүнәлтмә менән агрофакка уҡырға ебәрәләр. Шулай итеп студент булып китә Марс Заманов. Тик уҡып йөрөгән еренән уны хәрби хеҙмәткә алалар. Тажикстанда пограничник-кавалерист булып хеҙмәт итә, ат менән ил сиген һаҡлай. Бында ла һынатмай яҡташы­быҙ. Намыҫлы, ғәҙел егетте заставаның комсомол секретары итеп һайлайҙар, шул осорҙа партияға кандидат итеп алалар.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә, партия сафына инә. Институтта профсоюз рәйесе була, студенттарҙың партия ячейкаһын да етәкләй. Һәр йәй туған совхозында практика үтә. Тәүге йылдарҙа агроном, дүртенсе курс­тан һуң өлкән агроном вазифаһын йөкмәтәләр.
Ун ай эшләгәс, диплом алып ҡайта. Йәштәр араһында абруйы булған тырыш егетте райкомдың беренсе секретары саҡырта һәм комсомолдың беренсе секретары вазифаһын тәҡдим итә. Шулай итеп, Асҡарға күсә, ошо йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Сибай ҡыҙы Мәүҙиға менән яҙмыштарын бәйләйҙәр, фатир алып, матур итеп йәшәп китәләр.
— Бер мәл Өфөгә эш буйынса барғайным, кире ҡайтырға самолетҡа билет булманы. Министрҙар Советында рәйес урынбаҫары булып эшләгән ауылдашым Рамазан ағайға барҙым. Ул мине таныны, әлбиттә, ҡайҙа эшләүем, нисә йәштә булыуым менән ҡыҙыҡһынды. Йәшемде белгәс, һинең кеүек саҡта Баймаҡта райкомда беренсе секретарь инем, тине. Күңелгә ҡыйын булып китте. Ҡайттым да Фәйзрахман Шәйхетдин улына индем, эштән китәм, тинем. Мине Киров исемен­дәге колхозға рәйес итеп ебәрҙеләр, – ти, хужалыҡ етәксеһе булып китеүен һөйләп.
Киров исемендәге колхоз был осорҙа районда иң артта һөйрәлгән хужалыҡ була. Хәлил ауылына килеп төпләнәләр. Иҫке генә йорт бирәләр, ул бик һыуыҡ була. Мәүҙиға апай көнө буйы мәктәптән ҡайтмай. Балаларҙы Марс ағайҙың әсәһе тәрбиәләй.
Контора ла һыуыҡ, иҙән аҫты тулы һыу була. Йөрөргә машина юҡ. Колхоз алты ауылды берләштерә. Уңыш юҡ, фермалар ташландыҡ хәлдә. Тик үҙе теләп килгәс, ташлап ҡайтып китә алмай һәм, нисек тә эшләргә кәрәк, тигән ҡарарға килә Марс Зиннәт улы.
Иң элек ауыл уртаһында яртылаш төҙөлгән мәҙәниәт йортон ҡарап сыға. Уны төҙөп бөтөп, икенсе ҡатына контораны урынлаштырыу уйы килә башына. Төҙөлөш материалдары булмаған был осорҙа төрлө ҡалалар буйлап йөрөп, кирбес, плитәләр, башҡа кәрәк-яраҡ ҡайтарта йәш хужа. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, клуб сафҡа инә, тора-бара техника һатып алына. Үҙенә лә йорт һатып алып, шунда күсә. Эш шарттарын яҡшыртыу менән бер рәттән баҫыуҙарҙа мул уңыш үҫтереү мәсьәләһен дә күҙ уңынан ысҡындырмай агроном. Сүп үләндәре баҫҡан баҫыуҙарҙы таҙартыу, көн торошо, климат үҙенсәлектәрен яҡшылап өйрәнә, үҙенсә һығымталар яһай. Шулай уҡ баҫыуҙарҙы һаҡлау маҡсатында ағастар ултыртыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таба. 700-800 гектарҙы биләгән ҙур баҫыуҙарҙы 250 гектарға ҡалдырып, тирәләп ағас ултырта. Уларҙы тәрбиәләү һәр белгескә беркетелә, был эшкә мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителә. Ағастар ҡыш ҡарҙы тотһа, дымды ҡаплаһа, йәй эҫе елде үткәрмәй. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, сәсеүлектәр мул уңыш менән һөйөндөрә.
Колхозды етәкләүгә ике йыл тигәндә, Марс Заманов баҫыусылыҡтағы һәм үҫемлексе­лектәге уңыштары өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән наградлана. Марс Зиннәт улының тырыш хеҙмәтен хөкүмәт тә лайыҡлы баһалай: ул 1976 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1981 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Алдынғылар иҫәбенә сыҡҡан Киров исемендәге колхоз РСФСР Министрҙар Кабинетының һәм КПСС Үҙәк Комитетының Ҡыҙыл байраҡтарын яулай.
Марс Заманов хужалыҡты етәкләгән осорҙа колхозсылар өсөн Хәлилдә кирбес йорттар һалына, балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Ашхананың бер бүлмәһе көнкүреш йорто итеп бирелә. Ишбулды, Мәхмүт фермалары файҙаланыуға тапшырыла. Ауыл уртаһында урынлашҡан фермалар, гараждар ситкә күсерелә. Бәхет, бәрәкәт килтергән Марс Зиннәт улының эштәрен хәлилдәр онотмай, булдыҡлы, тырыш етәкселәрен бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Артабанғы хеҙмәт юлы хаҡлы ялға киткәнсе “Йәнгел” совхозы менән бәйле Марс Замановтың. 1983 йылда баш агроном булып килә ул был хужалыҡҡа, унан инде оҙаҡ йылдар профсоюз ойош­маһын етәкләй.
Бөгөн Марс Зиннәт улы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Мәүҙиға Ғәлимйән ҡыҙы менән Йәнгел ауылында ғүмер кисерә. Оҙон ғүмер юлын бергә үткән, яҡын кешеһенең тын алышынан күңел торошон тойоп торған, бар шатлыҡ-уңыштарын бергә кисергән ҡатыны булыуы менән дә бәхетле Марс ағай. Ипле, әҙәпле, кешелекле, бер-береһенә ихтирамлы ҡараш һаҡлаған пар ул Замановтар. Дүрт ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән улар. Матур тәрбиә биреп, яҡты уй-ниәттәр менән оҙат­ҡан ата-әсә ҡыҙ-улдарын үҙаллы тормошҡа. Уларҙың һәр ҡайһыһы юғары белем алып, ата-әсәһенең ҡыуанысы-ғорурлығы булып, юғары вазифалар биләп, намыҫлы эшләп йөрөйҙәр.
Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тултырып йәшел­сә, емеш-еләк үҫтереп көн итә Замановтар. Баҡсаларында үҫкән аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡты йәмләп ултыра. Агроном һөнәренә бөгөн дә тоғро ҡала Марс ағай.
Кешегә мәрхәмәтле булыуҙары, татыу донъя көтөүҙәре менән абруйлы ауылдаштары алдында Замановтар. Уларҙың яҙ­мышы йәш быуын өсөн үҙе өлгө.







Автор: Рәмилә ИСТАНБАЕВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә