Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һауалағы торнаға ымһынһаң...
Һауалағы торнаға ымһынһаң... Редакция йомошо менән ауылдарға сыҡҡанда төрлө яҙмышлы кешеләр осрай. Кемдер һоҡланыу уята. Икенселәренән ғибрәт, һабаҡ алаһың. Өсөнсөләре – үкенесле ғүмер кисергәндәре – иһә йәлләтә, күңелде тетрәндерә.

Бынан бер нисә йыл элек республика ауылдарының береһендә уғата ҡыҙғаныс яҙмышлы бабай тураһында һөйләгәй­неләр. Бабай тигәс тә, етмешкә лә етмәгәйне әле ул. Ауыл халҡы мәңгелек йортҡа оҙата ине уны.
Хәлит ҡарттың яҡты донъя менән хушлашҡанын бер нисә көндән һуң ғына белгәндәр. Уның һуңғы осорҙа урамда күренмәүен һәр кем үҙенсә юраған. Аулаҡта эсеп яталыр, тиеүселәр ҙә булды, сөнки йәш сағында бик һиҙелмәһә лә, олоғайғас, уның йыш ҡына һалмыш йөрөгәнен күргәндәр ауылда. Йөрәгем яна, аҙыраҡ эсһәм, ана шул ялҡын бер аҙ баҫылғандай була, тип аҡланған.
Ҡарт күренмәгәс, ҡыҙҙарының береһе алып ҡайтып киткәндер, тип тә фаразланылар. Ҡыҙың булһа, ҡырҡ ерҙән тый тип, балаларына ифрат ҡаты булһа ла, әсәйҙәренең тәрбиәһе менән улар киң күңелле, атайҙарына ихтирамлы булып үҫте.
Яңғыҙҙың өнө сыҡмаҫ, йәйәүленең саңы сыҡмаҫ тип, уның тәҙрәһендә ут булмауын бөтөнләй иғтибарға алмағандар ҙа юҡ түгел. Эше менән дә, холоҡ-фиғеле менән дә ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанмағанғамы, уның хәлен белешергә ашыҡҡан кеше булманы.
Ә бына ҡарттың әбейен һағынып, һары һағышҡа бирелеп ятыуы тураһында береһенең дә башына инеп сыҡманы, сөнки Хәлиттең хәләленә ғүмер буйы кәмһетеп ҡарауын бөтә ауыл халҡы белә. Һыйыры ҡыҫыр ҡалһа ла, эте олоһа ла, ҡапҡаһы асылмаһа ла, кәбәненең осон ел осорһа ла – бөтәһен дә бисәһенән күрҙе. Үҙенә генә әйтеп күңелен ҡырманы, ә уны бөтә урамға рисуай итеүҙән йәм таба ине. “Ҡатының тинтәк булһа, ҡамсың йыуан булһын”, – тип үҙенең ҡатынын һүҙ менән генә түгел, ҡул менән дә рәнйетеүен йыш ҡына бөтәһенең дә иҫенә төшөрөп торҙо.
Ҡатын ямау түгел шул, һүтеп ташлап булмай, тип ғүмер буйы ҡатынына зарланып йәшәгәнен ишеткән күрше-тирәһенең башына, ысынлап та, Хәлит ҡатынын юҡһынып ауырыуға һабышыр тигән уй инеп тә сыҡмай ине.
Миңлесырур инәйҙе иһә ауылда йәше-ҡарты хөрмәт итте. Аҡыллы, сабыр булыуы уны шул тиклем һөйкөмлө күрһәтте, хатта уның ярты битен ҡаплап алған ҡыҙыл миңенә иғтибар иткән кеше лә булманы. Кәңәш-төңәшкә лә, ярҙам кәрәккәндә лә уға килделәр. Эйәк аҫтына тиклем төшкән миңен аҙ булһа ла күрһәтмәҫкә тырышыпмы, әллә башҡа төрлө сәбәп­тәнме, һәр ваҡыт башын эйеп йөрөгән буйсан ҡатынға йәше-ҡарты кеселекле булды.
Ҡарты, әлбиттә, ауылдаштарының, үҙенең туғандарының ҡатынына булған тәрән ихтирамын тойҙо. Әммә ҡыуанаһы, ғорурланаһы урынға, киреһенсә, йәмәғәте ни тиклем абруй ҡаҙана барһа, шул тиклем рәнйетте. Балалары алдында ла оялып торманы, кешегә ҡушып теңкәһенә тейҙе. Үҙҙәрендә ҡушмаған кеше ҡалмағас, күрше ауылдағы сыуаштарҙы барлай башланы. Ауырып түшәккә йығылғанда ла, кемде көтөп ятаһың, тип мыҫҡыл итте бит хатта.
Хәлиттең йәшәй башлағандан алып ҡатынына бер сәбәпһеҙгә бәйләнеүенең ғилләһе иһә үҙендә ине. Дөрөҫөрәге, күрше йорттоң хужабикәһенә булған мөнәсәбәтенә бәйле. Гөлшатты йәштән һөйҙө ул. Тик был хаҡта ата-әсәһенән башҡа бер кем дә белмәне. Ҡыйыу­һыҙлығы, мәшәүлеге арҡаһында үҙенә оҡшаған ҡыҙға өйләнә алманы ул.
Күрше ауыл ҡыҙы Гөлшат менән колхоз һабантуйында танышты. Ҡыҙ ҡыҙыҡ күрепме, был яҡтарҙа бөтөнләй осрамаған исем менән – Миңлесырур тип танытты үҙен. Еңел һөйәкле, бер баҫаһы урынға ун баҫып, өйөрөлөп-сөйөрөлгән ҡыҙға мөкиббән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы егет. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр күргән ҡыҙ төш­тәренә инеп аптыратҡас, өйләнергә теләк белдерҙе. Шуны ғына көткән атай-әсәй берҙән-бер улдарының был ниәтен дәррәү күтәреп алды. Улай ғына ла түгел, иртәгәһенә үк ҡыҙҙың ата-әсәһе менән һөйләшергә тип, күрше ауылға юл тоттолар. Хәлитте әйҙәләп ҡараһалар ҙа, барырға оялдымы, ҡурҡтымы, хәҙер быны үҙе лә аңлата алмай, өйҙә ҡалыуҙы хуп күрҙе. Исеменән башҡа ҡыҙ тураһында бер нәмә лә белмәй юлға сыҡҡан ата-әсәһе кисләтеп кенә бик ҡәнәғәт булып ҡайтты ла никахҡа әҙерләнә башланы.
Никах табынына йәштәрҙе ултыртманылар. Йола үтәп, кейәүләп, ҡунаҡ булып ятыр заман түгел ине, кәләшен арбаға ултыртып ебәргәндә лә эргәһендә икенсе ҡыҙ ултыралыр тип уйламаны Хәлит. Ата-әсәһенән оялып, кәләшенә һүҙ ҙә ҡуш­маны. Ҡайтҡас ҡына күрҙе уны: һөйгән ҡыҙы урынында Миңлесырур исемле бөтөнләй икенсе ҡыҙ баҫып тора ине. Һул күҙенән эйәгенә тиклем ҡыҙыл миңле үҙе. Күҙен күтәреп ҡарарға ла оялған ҡыҙҙы, бер гонаһы булмаһа ла, үҙен алдауҙа ғәйепләне.
Тик һуң ине, никах уҡылған, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бүләк бирешкән, мәһәр бирелгән, ҡыҙҙың бирнәһен еңгәләре күтәреп өйгә индереп урынлаштырған.
Илап та, ялбарып та икенсе ҡыҙҙы яратыуы хаҡында әйтеп ҡараһа ла, ғәрсел атаһы был хаҡта ишетергә теләмәне. Яҙмышына шулай күнде Хәлит. Әммә ошо алданыуы тиҙҙән оялсан, баҫалҡы егетте әсе телле, уҫал иргә әйләндерҙе.
Күп тә үтмәй, Миңлесырурҙың ауылдашы Гөлшат та ҡаршы йортҡа килен булып төштө. Хәлит ғүмер буйы шул йортҡа, уның тәҙрәһендә янған утҡа, унан күренгән һынға ымһынып йәшәне. Ишек алдында йөрөгән күрше ҡатындың уның яғына бер һирпеп ҡарауы ла әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт бирә ине. Ҡасан булһа ла барыбер Гөлшат үҙенеке булыр тигән хыял менән йәшәне. Ихатаһында нимә төҙөһә лә, уның менән уртаҡ мөлкәт булыр тип өмөтләнде. Дүрт тиҫтә йыл бергә йәшәһәләр ҙә, уның тормошонда Миңлесырурға бөтөнләй урын булманы.
Ҡорҙашын урманда ағас баҫып, ваҡытһыҙ гүр эйәһе булғас, Хәлит эстән генә тантана итте. Ә Миңлесырур ауырып йығылғас, нисек ҡыуанғанын белһәгеҙ! Хоҙай Тәғәлә уға йәшлек мөхәббәтенә –Гөлшатына – табан шулай юл аса түгелме? Ҡырҡ йыл бергә ғүмер иткән ҡатынының үлемен теләп, күпме йоҡоһоҙ төн үткәрҙе бит. Саҡырып ҡунағың килмәһә, ауырып ҡатының үлмәһә, ҡыйын икән тип мыҫҡыл итте. Ғүмер буйы тешен ҡыҫып, сабыр ғына көн иткән Миңлесырур шәбәйеп аяғына баҫҡас та, уйламағанда кесе ҡыҙына барып йәшәргә ризалашты ла ҡуйҙы. Хәлиткә рәсми рәүештә айы­рылышырға ҡарар итеүен белдерҙе. Шуныһы ғәжәп: ауылда был хәлгә береһе лә аптыраманы.
Тиҫтә йылдар йәшерен яратып, күңеленән генә йөҙәр-меңәр тапҡыр һөйөүе тураһында белдерткән Хәлит ни өсөндөр Гөлшат уның яратыуы хаҡында беләлер тип уйланы. Улай ғына ла түгел, хатта уның да үҙенә битараф түгеллегенә ышана ине. Тик ул уйлағанса килеп сыҡманы, күршеһе хатта ботон сабып көлдө. Шулай ҙа ҡырҡа ғына баш та тартманы, уйларға һүҙ бирҙе. Бер-береһенә сәйгә йөрөштөләр, әммә Хәлит көләкәс Гөлшаттан бик тиҙ ялҡты. Уның эшен, ҡылығын Миңлесырурҙыҡы менән сағыш­тырҙы. Бер аҙҙан ул йәшлек мөхәббәте ҡатынының тырнағына ла тормағанын аңланы. Аңланы ла ул, тик һуң ине. Тәүҙә Хәлит Миңлесырурҙың башҡа бер ҡасан да бында кире ҡайтмаҫлығын бик яҡшы белһә лә, бер нисә тапҡыр шылтыратып, ҡайтыуын үтенде, ялбарҙы. Ҡатыны киң күңелле, йомшаҡ тәбиғәтле булһа ла, ире­нең күҙ йәшен түгеп илағанын күреп йәл­ләһә лә, кире ҡайтманы. Хәлитте һуңғы юлға оҙатҡанда ғына күрҙе уны ауыл халҡы...
Был ваҡиғанан ауылдаштары ниндәй һабаҡ алды тиһегеҙме? Һауалағы торнаға ымһынып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындыр­ма. Яныңдағы кешеңдең ҡәҙерен бел.
Ғөмүмән, һәр кешенән, хәл-ваҡиғанан ниндәй ҙә булһа – әсеме ул, яҡшымы – һабаҡ алаһың. Кемдер беҙҙе көслөрәк булырға, икенселәр сабырлыҡҡа өйрәтә. Берәүҙәр ғәфү итергә өйрәтһә, башҡалар – бәхетле булырға, шатланырға. Ә кемдер бер нәмәгә лә өйрәтмәй, киреһенсә, һындырырға тырыша. Әммә беҙ уларҙан да тормош дәресе алабыҙ. Шуға күрә һәр кемдең ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Хәлит ҡартты шуға ла ауылдаштары ер ҡуйы­нына бөтә йоланы үтәп, хөрмәтләп һалды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22