Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аманат сылбыры
1985 йылдар башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында рәсми рәүештә яҙыусылар ойошмаһы эшләй башлай. Быға ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, яҙыусы-драматург Әсғәт Мирзаһитов һәм КПСС-тың өлкә комитеты секретары, танылған яҙыусы Таһир Ахунйәнов ҙур йоғонто яһай. Ошо уҡ йылдың 28 февралендә ойошманың тәүге ултырышы була. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы вәкиле Булат Рафиҡов, Рауил Ниғмәтуллин, Фәйзи Ғүмәров, Ишбулды Вәлитов, Сулпан Иманғолов, Сергей Матюшин ҡатнаша.

Көн тәртибендәге тәүге мәсьәлә – ойошмаға яуаплы секретарь билдәләү. Булат Рафиҡов был вазифаға ойоштороу комитеты ҡарары буйынса Рауил Ниғмәтуллиндың тәғәйенләнеүен белдерә.
Рауил Хөрмәт улы эште ойошмаға бина юллап, уны йыһазландырыуҙан башлай. Тәүҙә “Стерлитамакский рабочий” гәзите редакцияһы урынлашҡан йорт подвалынан, тағы ла юллай торғас, музей залынан, аҙаҡ, бер йыл үтеүгә, Карл Маркс урамының 92-се йортонан бер бүлмә бирелә.
Ә мәктәптәрҙә, балалар баҡсала­рында Өфөнән килгән арҙаҡлы яҙыусылар менән осрашыуҙар башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелә.
Рауил Ниғмәтуллин – булмышы менән үтә ябай, кеселекле, ихлас күңелле кеше. Уның беҙгә, әле башлап ҡына яҙыусыларға: “Ултырышҡа килергә тартынмағыҙ! Ғөмүмән, кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн яҙыусы булыу мотлаҡ түгел, башҡорт булһағыҙ, шул еткән”, – тигәне иҫтә ҡалған.
Һәр ултырышта етди мәсьәләләр ҡуҙғатылып, уларҙы хәл итеү юлдары теркәлә бара. Унда һүҙ “Ашҡаҙар” әҙәбиәт клубын асыу, әҙәби берекмәләрҙә семинарҙар ойоштороу, райондарҙа башлап яҙыусыларҙың олимпиадаһын үткәреү саралары планлаштырыла.
1988 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына Вил Бәшәр улы Ғүмәров әҙәби кәңәшсе итеп эшкә саҡырыла. Был вазифаны Рауил Хөрмәт улы юллап булдыра. Ә 1990 йылда, Рауил Хөрмәт улы Өфөгә күсеү сәбәпле, яуаплы секретарь эшен Вил Ғүмәров дауам итә.
Ошо дәүерҙә ойошма яңы йүнәлеш ала. Ижадҡа яңы быуын, яңы исемдәр өҫтәлә. Улар – Рәмзәнә Әбүталипова, Эльмира Сәсәнбаева, Хәмит Ирғәлин, Асия Басирова, Кәрим Булат, Әхсән Хәлиловтар. Вил Ғүмәров ойошманы етәкләгән осорҙа Кәбир Аҡбашев, Салауат Рәхмәтуллин, Рәлиф Кинйәбаев, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Эльмира Сәсәнбаева, Флорид Бүләков һәм Вил Бәшәр улы үҙе лә Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Мәскәүҙә юғары уҡыу йортон тамамлаған Вил Ғүмәров киң ҡарашлы публицист булыуы, алдан күрә белеү һәләте менән айырылып торҙо. Ул – Стәрлетамаҡта башҡорт театры, филармония һәм бейеү театрҙарын асыуға тәүгеләрҙән йүнәлеш биргән шәхес.
Башҡа милләт әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән дә шөғөлләнде Вил Бәшәр улы. Республика баҫмаларында очерктар, көслө һәм төплө фекерле публицистик мәҡәләләре баҫылды. “Тау йылғаһы”, “Ауыл моңо” исемле китаптары сыҡты. Драматург булараҡ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Серле ҡумта”, “Айраттың көндәре” тигән пьесалары ҡуйылды. Вил Бәшәр улының “Ҡуйындағы йылан” пьесаһын сәхнәгә ҡуйғанда төп ролдәрҙең береһендә миңә лә уйнау форсаты тейҙе. Уның драма әҫәрен беренсе тапҡыр сәхнәгә үҙенең диплом эше итеп йәш режиссер Рәмил Ғимрани ҡуйҙы.
Әүҙем етәксенең юллауы һөҙөм­тәһендә ойошмаға микроавтобус һәм Элеватор урамының 116-сы йортонда яҡты, иркен бүлмәләр бирелде. Вил Ғүмәров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп эш башҡарып өлгөрҙө. Ифрат ихлас күңелле кеше 1996 йылдың йәйендә көтмәгәндә яҡты донъянан китте.
Йылдар үткән һайын халҡым тип янып йәшәгән яҡташтарыбыҙға – Рауил Ниғмәтуллинға, Вил Ғүмәровҡа һоҡланыу хисе, оло ихтирам тойғоһо арта бара. Арабыҙҙа ошо көслө шәхестәрҙең юҡлығы һиҙелә, әммә ижад усағында, һүрелмәҫ ҡуҙ булып, йәш әҙиптәр балҡыр әле тигән өмөт йәшәй.








Автор: Асия БАСИРОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә