Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөләйем Гөләйем апай
Мөләйем Гөләйем апай Хәйбулла районының Баҡал ауылынан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы Гөләйем Әхмәтзәки ҡыҙы Мағашева тураһында һүҙем. Күптәр өсөн фәһемле һәм өлгө булырлыҡ тормош юлы үтте ул.


Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Гөләйемдең атаһы Әхмәтзәки Шарапов, яу яланынан тиҙ генә әйләнмәҫен һиҙеп, ғаиләһен Таштуғай ауылына күсереп алып ҡайта. 1941 йылдың көҙөндә Әхмәтзәки Мәжит улы Ватанды һаҡларға юллана. Атаһы яуға киткәс, әсәһе Мәфтүхә май айында бала тапҡанда өҙлөгөп гүр эйәһе була. Өс үкһеҙ етем ҡартатаһы менән ҡартәсәһе ҡулында ҡала. Ҡартәсәһе вафат булғас, атаһының бер туған һеңлеһе Маһира апай Латипова тәрбиәһендә үҫәләр.
1946 йылда Гөләйем Таштуғай ауылындағы мәктәпкә уҡырға бара һәм 1953 йылда, етенсене тамамлағас, көҙ һарыҡсылыҡ фермаһында бәрәс ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай.
Атаһы һуғыштан ҡайтҡас йәнә Баҡал ауылына күсеп киләләр. Гөләйем апай фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә урынлаша, ике йылдан уны һауынсы итеп күсерәләр. 1957 йылда Аҡъяр ауылы егете Тельман Мағашев менән ғаилә ҡора. Таштуғай бүлексәһенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе Рәүеф Собханғолов Тельманды Таштуғай һөтсөлөк фермаһына бригадир итеп тәғәйенләй, шулай ул ғүмерен малсылыҡ эшенә бағышлай.
Гөләйем апай хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем малсылыҡта хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәй. Бар эште лә ҡул көсө менән башҡаралар. 20 – 25 һыйырҙы ҡыуып, ҡыш йылғалағы мәкелә һуғарыу, ҡураларҙы таҙартыу, мал аҙығы (бесән, силос, һалам, ярма) таратып биреү, көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауыу күп көс талап итә. Ошондай ауыр шарттарҙа бергә эшләгән Фәүиә Усманова, Рима Рахманғолова, Хәсилә Латипова, Роза Кәримова, Флүрә Ишбулдина, Зәйтүнә Мәжитова, Сулпан Йәрмөхәмәтова, Флүрә Байбулатоваларҙы Гөләйем апай хөрмәтләп иҫкә ала. Йәй өс-дүрт ай буйы йәйләүҙә балалары менән ятырға ла тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, улар барыһы ла тырышып эшләгән, күңелле ял итергә лә, бер-береһенең күңелен күтәрергә лә ваҡыт тапҡан.
Хеҙмәт күрһәткестәре юғары, алдынғы һауынсы Гөләйем Мағашева фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1973 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, 9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре, бихисап Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. 1980 йылда уға тырыш хеҙмәте өсөн “БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Шулай уҡ һүҙе үткән, кешелекле, кеселекле һауынсыны бер нисә тапҡыр район Советына депутат, район халыҡ судына заседатель итеп һайлайҙар.
Гөләйем Мағашева ҡайҙа ғына эшләмәһен, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Әммә тормош гел генә шатлыҡтан тормай шул, Мағашевтар ғаиләһе ишеген ҡайғы еле шаҡый. Мәрхәмәтһеҙ яҙмыш, ике улының ғүмерен ҡыйып, яҡты донъянан алып китә. Ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫкә үҙҙәрендә көс табып, ҡалған ике улының, бер ҡыҙының һаулығын, ғүмерен һәм бәхетен теләп йәшәргә тырышалар.
Тельман Мағашев оҙаҡ йылдар ферма мөдире вазифаһын башҡара. 27 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң вафат була. Ауыр ҡайғыларға бирешмәйенсә, Гөләйем апай өс балаһын уҡытып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтыра.
Гөләйем апай – бөгөн улдары һәм килендәренә һөйөклө әсәй, туғыҙ ейән-ейәнсәренә, биш бүлә-бүләсәренә ихтирамлы, хәстәрлекле өләсәй-ҡартәсәй.





Автор: Марат МӘМБӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә