Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Гәзиткә һәр саҡ алдан яҙылам”
“Гәзиткә һәр саҡ алдан яҙылам” Көҙгә ҡарай халыҡтың мәшәҡәте арта. Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә, тигәндәй, йәйге миҙгел ҡышҡылыҡҡа бесән, картуф туплау, йәшелсә тоҙлау, сүп утау мәшәҡәттәре менән үтә. Шулай ҙа тормош ығы-зығыһынан бер аҙға арынып, уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә төшөргән уҡыусыларыбыҙ табылып тора. Хаттарҙың күбеһе гәзит биттәрендә донъя күрә. Баҫылмағандарын иһә ошо дөйөм күҙәтеүҙә телгә алмаҡсыбыҙ.


Гәзит уҡыусыларыбыҙ йыш ҡына дуҫтарына, ауылдаштарына, таныштарына һоҡланып хаттар яҙа. “Башҡортостан” гәзитенең әүҙем авторы – Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов мәҡәләләре менән беҙҙе һәр ваҡыт һөйөндөрөп тора. Уның сираттағы хаты ауылдашы Ислам Шәрипов тураһында. “Ислам Ҡотлоғәлләм улы бәләкәйҙән зирәк, тырыш бала булды. Мәктәптә яҡшы уҡыны. Уҡытыусы булыу теләге уны Белорет педагогия училищеһына алып килде. Был белем менән генә сикләнмәй, Башҡорт дәүләт университетын да тамамланы. Хеҙмәт юлын Асы ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башланы. Алты йылдан һуң уны Ботай ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Әҙерлекле кадрҙарға ҡытлыҡ кисергәс, Ислам Шәриповты Белорет ҡалаһына саҡыралар. Ул партияның район комитетында тәүҙә пропагандист, һуңынан парткабинет мөдире була. Район хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире лә булып эшләй. Уҡытыусылар, мәктәп директорҙары Ислам Шәриповты көслө, абруйлы мөдир булараҡ йыш ҡына иҫкә ала”.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ дини темаларҙы ла урап үтмәй. Салауат ҡалаһынан Зәйтүнә Көҫәпова хатында ураҙа тотоуҙың әһәмиәтен билдәләй: “Хоҙайға ышанып, дин ҡағиҙәләрен теүәл үтәп барған кешегә Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам бирә. Мосолманға фарыз булған ғәмәлдәрҙең ололары бишәү: иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж. Ураҙаның, йәғни Рамаҙан айында көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙың да ҡағиҙәләре бар”. Автор ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмағандарға кәңәштәр ҙә бирә.
Туймазы районынан Әлфиә Шәй­хелисла­мованан килгән хат йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән китабы буйынса уҡыусылар конференцияһы хаҡында. “Сара үтәсәген ишетеп ҡалғас, китапты табып, тәүлек эсендә уҡып сыҡтым. Хис-тойғолар шул тиклеп көслө булғас, осрашыуға бармай булдыра алманым. Унда туған тел уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, студенттар, “Алтын башаҡ” әҙәби берекмәһе ағзалары ҡатнашты. Китап тураһында йәнле фекер алышыу булды. Ысынбарлыҡҡа таянып, авторҙың фәһемле тормош юлы тураһында яҙылған китап нескә күңелле ҡатын-ҡыҙҙы ғына түгел, ир-егеттәрҙе лә илатты”, – тип яҙған Әлфиә.
“Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, йомарт, киң күңелле халҡы менән билдәле булған Бөрйән районының Аҫҡар ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәткә тулы өҫтәлдәре менән ҡаршы алды ауыл халҡы. Өлгөлө йорттарҙы, тырыш, татыу ғаиләләрҙе, уңған хужабикәләрҙе, ауылдың абруйлы кешеләрен билдәләп, байрам бүләктәре тапшырылды. Сараны ойоштороусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Ауыл һәүәҫкәрҙәре ҡуйған концерт байрамды биҙәне”, – тип кисерештәре менән уртаҡлаша Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Розалина Ғиззәтуллина.
Ғафури районының Красноусол ауылынан Вилдан Шәрипов: “Башҡортос­тан”ды 1930 йылдан алдырып уҡыйым. 85 йыл дауамында яратҡан баҫмамдан айырылғаным юҡ. Хәҙер инде ҡартайҙым, 94 йәштәмен, һуғыш инвалидымын. Ҡолаҡ насар ишетә, шуға күрә донъя яңылыҡтары менән ваҡытлы матбуғат аша ғына танышам. Гәзиткә һәр саҡ алдан уҡ яҙылып ҡуям”, – тип яҙған һәм хат эсенә квитанция күсермәһен дә һалып ебәргән.
Ғөмүмән, редакцияға килгән хаттарҙың йөкмәткеһе төрлөсә. Араларында ярҙам һорап яҙылғандары ла бар. Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы халҡын ергә ҡағылышлы мәсьәлә борсой. “Ауылда күп өйҙәр төҙөлә, беҙгә тиҙҙән мал йөрөтөргә ер ҙә ҡалмаҫмы икән”, – тип борсола улар.
Үҙҙәренең ҡыҙыҡлы фекерҙәре, донъяуи ҡараштары, шатлыҡ-көйөнөстәре менән уртаҡлашҡан, төбәктәрендә өлгө булырҙай замандаштары хаҡында яҙған гәзит уҡыусыларға рәхмәт. Артабан да шулай бер-беребеҙгә терәк булайыҡ.




Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә