Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Зарлы ла ғына икән, эй, был яҙмыш...
Әхирәтемдең һөйләүе буйынса Тәнзилә тигән апайҙы ишетеп белә инем. Ауыр яҙмышлы ханым менән танышыу, уны күреү теләге мине күрше ауылға илтте.

Апай йәшәгән йортҡа аяҡ баҫҡанға тиклем мине бер генә һорау борсой ине: нисек һүҙ башларға? Шулай тулҡынланып өйгә индем. Беҙҙе бәләкәй кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө апай ҡаршы алып, түргә әйҙәне. Ниндәй йомош менән йөрөгәнебеҙҙе белешкәс, алдыбыҙға ҡул эштәрен теҙҙе. Күҙҙең яуын алып торған аллы-гөллө әйберҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел! Һорауҙар биреп, һүҙҙе ялғарға тырышам. Юҡ, берҙә генә ыңғайға килергә уйламай.
“Мин һеҙҙең ҡул эштәрегеҙ менән ҡыҙыҡһынам, бәлки, гәзит битенә яҙырлыҡ мәҡәлә булыр”, –тием. Тәнзилә апай ҡырҡа баш тартты: “Юҡ, кәрәкмәй, минән дә матурыраҡ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар күп бит”. Миңә, бар ҡыйыулығымды еңеп, тураһын әйтергә тура килде: “Улайһа, әйҙәгеҙ, һеҙҙең яҙмышығыҙ тураһында яҙайыҡ”. Апай ҡорт саҡҡандай һикереп китте. Мин яҡлау эҙләгәндәй әхирәтемә күҙ ташлайым. Ул аптыраулы ҡараш ташлап, баш сайҡай. Шунда уҡ үҙемдең яңылышҡанымды аңланым. Апайҙың күҙе йәшләнгәнен күреп тағы ла нығыраҡ ҡаушап киттем. Һүҙ ялғанмай.
Былай бармай, шым ғына ултырып булмай, нәмәлер һөйләр кәрәк. Мин яйлап үҙемдең яҙмышымды бәйән итергә тотондом. Тәнзилә апай тын да алмай мине тыңлай. Атай-әсәйемдең бик иртә донъялыҡтан китеүе, бер-береһен һөйгән ике йәр әхирәттә бер көндә осрашыуҙарын һөйләйем. Был юлы минең күҙ йәшләнде.
Яйлап ул да асылып китте, һүҙгә һүҙ беректе. Һорауҙар биреп, апайҙы бынан 40 йыл элек булған хәл-ваҡиғаларға әйҙәйем. Улар ғаиләлә ике ҡыҙ бала үҫә. Апаһына бер йәш тә һигеҙ ай, үҙенә ун һигеҙ көн булғанда аталары ташлап сығып китә. Әсәләре ҡыҙҙарҙы яңғыҙы үҫтерә, башҡаса кейәүгә сыҡмай.
Һауынсы булып эшләгән әсәләренең хәлен аҙ булһа ла еңеләйтеү өсөн кескәй ҡыҙҙар ҙа ферманан ҡайтып инмәй. Мәктәп формаһын, яурындарындағы сумкаларын сисеп ырғыталар ҙа, яҙа-йоҙа тамаҡ ялғап, әсәләренә һыйыр һауышырға ашығалар. VIII класты тамамлағас, үҙҙәре лә төркөм алып эш башлай.
Тәнзилә бер егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй кейәүгә сыға. Бер-береһен яҡшылап белеп тә өлгөрмәгән йәштәр яңылышҡандарын аңлай. Тормош иптәше эсергә яратҡан бер әҙәм булып сыға, йәш ҡатынға көн күрһәтмәй. Туҡмалыуҙан башы сыҡмаған апайҙың тәүге сабыйы өс көн генә йәшәп дауаханала үлеп ҡуя. Шул ҡайғынан баш ҡалҡытып та өлгөрмәй ире берәү менән һуғышып төрмәгә эләгә. Ул оҙаҡ йылдар төрмә һурпаһын эсеп, холҡо тағы ла кире яҡҡа үҙгәреп ҡайтып килә. Михнәт-ҡайғылар яңынан башлана. Тәнзилә апайға йортҡа индер, кире бергә йәшәйек, мин һиңә бармаҡ менән дә сиртмәйем, тип ант итеп тә, янап-ҡурҡытып та килә башлай.
Йәш ҡатын иренән ҡасып икенсе районға, әсәһенең бер туған ҡустыһы йәшәгән ауылға йәшәргә китә. Һауынсы булып эшкә урынлаша. Ләкин яҙмыштан һис ҡасып булмай икән... Сит ерҙә лә Тәнзилә апайҙы бәхет көтөп тормаған. Йәш, һыу һөлөгөндәй матур ҡатынға күҙ ташлаусылар, һоратып килеүселәр күбәйә.
Бер көндө апаһының ҡыҙы менән клубҡа уйынға сыҡҡанда Рим исемле егет менән таныша. Һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле, русса һөйләшкән егетте Тәнзилә апай тәү күргәндә үк оҡшатып өлгөрә. Уның икенсе милләттән булыуы ғына борсоуға һала. Һөйләшеп тора биргәс, егет ҡыҙға башҡортса һүҙ ҡуша. Ҡыҙ көлөп ебәрә, үҙ башҡорто икәнен белгәс, артабан да аралашып торорға ризалығын бирә. Бер ауыҙы бешкәс, һағыраҡ ҡыланырға була. Үҙенең ирҙән айырылған булыуын әйтеүҙән тыш, бер ҡыҙ балам бар тип алдай. Бәлки, шул һүҙҙән өркөр, тип тә уйлай. Егет тә бирешерлек түгел, һин – минең күптән эҙләгән хыялымдағы ҡыҙ, тип артынан бер тотам да ҡалмай. “Ҡыҙыңа яҡшы атай булырмын”, – тип тә ҡуя. Тәнзилә башҡа ир-егет бәйләнмәһен, балаһы бар икән тип уйлаһындар өсөн магазиндан бер туҡтауһыҙ уйынсыҡтар, балалар кейемдәре ала һәм һеңлеһенең ҡыҙына бирә.
Бер йылға яҡын бер-береһен һынап йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешә. Һөйгән йәре менән ҡауышҡас, йәш ҡатын үҙен бәхеттең етенсе ҡатында итеп хис итә. Бер-береһенең ҡәҙерен белеп ғүмер итәләр. Икеһе лә ал-ял белмәй совхозда эшләй. Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Һис ниндәй ауырлыҡҡа бирешмәй йәшәргә лә йәшәргә бит. Их, ошо яҙмыш һынауҙары булмаһа!..
Рим ағай йәйләүҙә совхоз көтөүен көтә. Бер көн аты юғала, бер аҙна атын эҙләй, тапмағас, ҡайтып икенсе ат менән кире китә. Күп тә үтмәй ул аты ла юғала. Эшенән ир ҙә ҡайтмай. Римдең юғалыуына быйыл 20 йыл тулған...
Ошо урында әңгәмә тағы өҙөлдө. Тәнзилә апайҙың нәҙек ирендәре ҡымтылды, күк йөҙө кеүек төпһөҙ күҙҙәрен һағыш баҫты. Ҡайҙан ғына эҙләмәйҙәр, кемгә генә мөрәжәғәт итмәйҙәр, һыуға төшкән кеүек юҡ була ире. 18, 17, 15 йәшлек улдарын, 4 йәшлек ҡыҙын ул яңғыҙ тәрбиәләй. Малайҙары бер-бер артлы әрме сафына барып ҡайта, кинйәкәйе үҫеп етеп уҡыу йортона инә. Тормош иптәшен ана ҡайта, бына ҡайта, тип көтөп көн артынан көн үтә.
Яйлап Тәнзилә апай ҙа тыныслана, яҙмышына күнгәндәй була. Тик ҡәйнәһе генә тынмай. Бер бөртөк малайының үле кәүҙәһен күрмәгән әсә киленен улының үлемендә ғәйепләй. Тәнзилә апайҙы тупһаһына ла баҫтырмай, ейән-ейәнсәрҙәренә лә ярҙам итмәй. Мунсала балаларын йыуындырып йөрөгән кәритәгә тиклем бирмәй ҡыуып сығара.
Тәнзилә апай ауыр ҡайғы менән бер ниндәй ярҙамһыҙ, туғанһыҙ сит ауылда япа-яңғыҙ кешеләрҙең шул тиклем ҡанһыҙлығына, бәғерһеҙлегенә йәне әрней, билдәһеҙлек алдында албырғап ҡала.
Көтмәгәндә был апайға тормош яңы һынауҙар ҡуя. 26 йәшлек өлкән улы үҙ-үҙенә ҡул һала. Нимә сәбәп булғандыр, ҡайғынан бөгөлгән әсә әле булһа шул һорауға яуап эҙләй. Бер тәгәрәһә, тормош кире тәгәрәй бит ул. Түҙеп кенә тор. Иренең, улының ҡайғыһынан баш күтәреп тә өлгөрмәй, 23 йәшлек кесе улы Магнитогорск ҡалаһына эшкә сығып китә. Шул китеүҙән 14 йыл инде хат та, хәбәр ҙә юҡ.
Тәнзилә апай ошо урында ҡайғынан бөгөлөп төшә. Бөтә ҡайғы-һағышын иҫән ҡалған улына һәм ҡыҙына баҫа. Күҙ йәштәре кибеп тә өлгөрмәй, ҡайғы тағы Тәнзилә апайҙың ишеген шаҡый. Был юлы инде IV курста уҡып йөрөгән ҡыҙы оло ағаһының юлын ҡабатлай. Әйтерһең дә, ҡайғы был өйгә килеп урынлашҡан да китергә лә уйламай, осо ла юҡ, ҡырыйы ла...
Әңгәмәсем һөйләй, ә мин ишеткәнен ишетәм, ишетмәгәнен юҡ, һөйләгәндәрен бер епкә теҙә алмай ултырам. Алдымдағы ҡатынға ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Өйҙә шул тиклем ауыр тынлыҡ урынлашты. Кинәт ҡояшлы көндө йәшен йәшнәп ебәрҙе. Мин янымдағы тәҙрәгә төбәлдем. Күктә ялт та йолт йәшен йәшнәй, ә тәҙрәлә үрмәксе ауына эләккән бер себен сәбәләнә. Тәнзилә апайҙың яҙмышын ошо себен менән сағыштырам. Ауҙан ҡотолорға тырышҡан һайын себен үҙе лә һиҙмәҫтән был ҡоллоҡҡа нығыраҡ сума...
Уйҙарымды Тәнзилә апайҙың һүҙҙәре бүлде. Ул артабан хәтер йомғағын һүтә башланы. Мин күҙ йәшемде тыя алмайым, ә әңгәмәсем иламай, күҙ йәштәре лә ҡороған, күрәһең. Һыңҡылдап ҡына һөйләп ултырған апайҙың йән тетрәүҙәрен ҡуҙғатҡаныма әсенеп алам. Бахыр ҡатындың яурындары ғына ҡалтырай, бер нөктәгә төбәлгән дә һүҙен артабан дауам итә.
Ул һөйләй, ә мин тағы уйҙарға биреләм. Аҙ ғына ауырлыҡ килһә, ҡаңғыра башлайбыҙ, гүйә, донъя емерелә, сабырлыҡ етмәй. Ә был апайҙың бәләкәй генә иңенә күпме ҡайғы-хәсрәт ятҡан, шуларҙы сабыр үткәрә алғанына аптырарһың. Нисек кенә алмашынып китмәгән дә, нисек упҡынға тәгәрәмәгән. Эскелек һаҙлығына батып барған ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар күҙ алдыма килә. Мин ҡайғынан эсәм, эш юҡ, аҡса юҡ, тип һылтау табып йөрөгәндәргә асыуланам. Шөкөр итә белмәгәнебеҙгә әсенәм.
Ваҡыт дауалай тиҙәр, Тәнзилә апай яй­лап был ҡайғыларҙы ла үткәрә. Тыныс­ланып йәшәй генә башлағас, тағы бер бәлә һағалай. Был юлы инде үҙе ауырып китә. Иҫтән яҙған ҡатынды дауаханаға һалалар. Бауырына операция эшләйҙәр. Наркоздан ул бер тәүлек иҫенә килә алмай. Шул ваҡыт төш күрә. Тау, йылға. Апайҙың дүрт йыл элек үлгән ҡыҙы әсәһен ҡулынан етәкләп йылға түбәненән өҫкә, тау үренә табан алып китә. Тәнзилә апай һәр төрлө емелдәгән таштарға баҫып йылға эсенән атлай, ә ҡыҙы – ярҙан. Ҡыҙының ҡулы ғына күренә, үҙе юҡ, тауышы ла сыҡмай. Артынан ҙур моронло, ҡап-ҡара эттәр абалай, уны ҡыҙы ҡурсалап бара. Ниһайәт, тау үренә менеп етәләр, ҡыҙы ҡулын ебәрә. Шул ваҡыт Тәнзилә апай ҡапыл күҙен аса. Шулай итеп, ҡыҙы әсәһен теге донъянан ҡайтара. Күрәһең, улыңа кәрәгерәкһең әле, тип кире яҡты донъяға илтә. Тәнзилә апай әлеге ваҡытта уртансы улының шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәй. Ике ейән-ейәнсәрен тәрбиәләшә. Уларға йыш ҡына барып тора, улы менән килене лә ярҙамдарынан ташламай.
– Кеше менән аралашмайым,–ти апай.– Һорашҡандары һайын ҡайғым яңыра, шуға аралашыуҙан ҡасам, иң ҙур йыуанысым – телевизор ҡарау, ҡул эштәре менән булышыу, – ти.
Ә ҡулының оҫталығы! Нимәләр генә бәйләмәй! Магазиндан еп һатып алмай, иҫке әйберҙәрҙе һүтеп, шуларҙан бәйләй. Шулай итһәм, аҙ булһа ла ваҡытым үтә, онотолам, ти.
Тағы тәҙрәгә күҙ һалам, әле генә ҡара болот ҡаплаған ҡояш үҙенең йылы нурҙарын һибә, ауға эләккән себен дә ҡоллоҡтан ҡотолған. Мин әңгәмәсемә төбәләм. Күҙҙәрендә, йөҙөндә ниндәйҙер бер өмөт, йәшәү сығанағы күреп, еңел тын алам. Ихлас тыңлаусылар булғанда ҡайғыһын һөйләп аҙ булһа ла еңеллек кисерҙе, күрәһең.
Нимә тип йыуатырға һуң был апайҙы? Бәләкәс кенә иңенә күпме михнәт-ҡайғы күтәргән Тәнзилә апайҙың яҙмышы менән уҫал шаярған тормошто ҡәһәрләргәме, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлмәй ҡалған үҙен маҡтарғамы? Хоҙай яратҡан ҡолона күтәрә алған тиклем ауырлыҡ бирермен тигән. Ә ҡайғынан миңрәүләнгән был ҡолона ауырлыҡ артыҡ булған түгелме һуң?




(Мәҡәлә геройының үтенесе менән уның исеме үҙгәртеп алынды).


Автор: Райхана БУЛАТОВА. Район: Баймаҡ районы, Билал ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә