Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтергә уйылған мәлдәр
Хәтергә уйылған мәлдәр Йәшәй-йәшәй шуға инанаһың: тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел икән. Теге йәки был хәлгә, күренешкә аптырап, уйлана башлаһаң, тамырҙары тәрәнгә үк төшөп китә, үҙеңдән-үҙең асыш яһайһың, һығымталарға киләһең. Халыҡ педагогикаһы тигән нәмә лә шулай барлыҡҡа килгәндер, күрәһең. Ә тәрбиә бер ваҡытта ла артыҡ булмай, кеше ғүмере буйы уҡыу, өйрәнеү, фекер төйнәү, асыш яһау өҫтөндә. Донъя шуныһы менән дә мауыҡтырғыстыр инде... Түбәндәге яҙмаларымдың жанрын нимә тип билдәләргә лә белмәнем.. Парсаларға ла тартым һымаҡ...


Шөкөрана ҡылам тормошҡа

Тамам аҡса ҡолона әйләнгән кешеләрҙең күңеле ҡатып, үҙҙәре роботҡа әйләнгән һымаҡ. Тирә-йүнгә һумдар аша ғына ҡараған әҙәмдәрҙең күҙе был тормоштоң тәүматурлығын, асылын күреүҙән мәхрүм. Ә донъя шул тиклем матур. Ана, бөгөн ҡар яуған. Ҡыштырлата баҫып, тыштан сығып утын алып индем. Мейесемдә гөрөлдәп янған ут тауышы бер моң кеүек ишетелә. Ул мине дәртләндереп ебәрҙе, хатта ҡушылып көйләй башланым.
Тәҙрәнән тышҡа баҡтым. Ай, донъяның хозурлығы! Ағастарға ҡунған бәҫ көмөш төҫкә инеп баҙрай, ҡояш нурында гәлсәр кеүек йымылдай.
Шөкөр итә белеү – ҙур нәмә, тиҙәр. Эйе, шулай икәненә ышандым. Ошоға өйрәнгәс, күңелде юҡ-юҡта кимергеләгән көнләшеү тигән нәмәнән ҡотола төштөм. Шөкөр итергә өйрәнгәс, донъям бермә-бер яҡтырып, киңәйеп китте. Күңелем дә сафлана, иркенәйә төштө.
Һәр тыуған имен көнгә ҡыуанам. Баламдың “Әсәй, хәлең нисек?” тип көнөнә әллә нисә тапҡыр шылтыратып, өҙөлөп тороуынан ҡанатланам. Әсәйемдең “Балам, хәлдәрең нисек?” тип әленән-әле шылтыратып алыуына шөкөрана ҡылам. Уларҙың һәр икеһенә, шулай уҡ туғандарыма көнөнә әллә нисә тапҡыр һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, именлек теләйем.
Баҡтиһәң, был донъяла аҡсаң иҫ китмәле күп булмаһа ла, ныҡ бәхетле булыр сәбәп бихисап икән. Хоҙайҙың биргәненә шөкөрана ҡылып, үҙең дә ҡыймылдаһаң, бәхет артыҡ оҙаҡ көттөрмәйҙер һымаҡ... Үҙеңде бәхетле итеп тоя, һәр нәмәнән шатлыҡ, кинәнес таба белеү ҙә мөһим икән.
Ә үтә байҙарҙың, ғәҙәттә, күңеле уйлы, йөҙө борсоулы, сөнки теге байлыҡты нисек тә юғалтмаҫҡа, кәметмәҫкә, арттырырға кәрәк. Был ауыр йөктәре иңдәрен дә, күңелдәрен дә баҫа. Шуға улар тамсы тауышынан да, мейестәге ут тауышынан да йәм таба алмай, белмәй ҙә, ваҡыттары ла юҡ. Ул тауыштарҙы ишетмәйҙәр ҙә... Күңел һуҡырайыуы күҙ һуҡырайыуҙан күпкә ҡурҡынысыраҡ.
Күҙҙәре бөтөнләй күрмәһә лә, үҙ йүнен үҙе күреп, хатта тоҫмал менән билмәндәр эшләп ашап ултырған бер инәйҙе беләм. Шулай уҡ бөтә һаны теүәл, үҙе айыу тотоп ауыҙлыҡларҙай бәғзе бер ир-егеттәрҙең ябай ғына ҡаршылыҡ алдында ла баҙап ҡалғанын күргәнем бар. Хатта бәләкәй генә һынауҙы ла күтәрә алмай, үҙ теләктәре менән донъянан киткәндәре лә юҡ түгел. Ә теге инәйгә табиптар әллә ҡасан уҡ “хөкөм” сығарған – бүтән бер ваҡытта ла күрмәйәсәк. Ләкин, дөм ҡараңғылыҡта йәшәһә лә, яҡтылыҡҡа өмөтөн юймаған... Әҙәм балаһын шөкөр итә белеү һәм өмөт тойғоһо йәшәтә, күңел матурлығы, сабырлыҡ бөйөк һәм көслө итә, ахыры...

Әйт, ауылым,
ҡайҙа һуң моң...

Урамдан китеп барам. Мини-юбка кейгән буш биҙрәле ҡыҙ юлымды ҡыйып үтте. Ауыҙында – һағыҙ, ҡолағында – наушниктар...
Ҡапыл хәтергә бер ваҡиға төштө. Яурыныма көйәнтә элеп һыуға сыҡтым. Ғәҙәттә, урамға сығыу менән ике яҡты ҡарап ала торғайным – кеше-маҙар килмәйме. Юғиһә юлын ҡыйып ҡуйыуың ихтимал. Ә был ауылда ҙур тәртипһеҙлек иҫәбендә. Беҙгә һыуға барыу өсөн урам аша сығырға кәрәк. Был юлы ни өсөндөр үр яҡҡа ғына күҙ һалғанмын, бары тик тыҡрыҡҡа инер алдынан ғына түбән яҡҡа ҡараным. Һәм... ултыра төшә яҙҙым. Туй килә ята. Ап-аҡ күлдәкле кәләш менән кейәү – алда. ЗАГС-ҡа китеп барыуҙары инде. Ул ваҡытта никахты ауыл Советында теркәй торғайнылар. Өҫтөмә бер биҙрә һыуыҡ һыу ҡойҙолармы ни! Бер мәлгә генә аптырап ҡалдым да тыҡрыҡҡа төштөм дә киттем. Унан, йылғаға ҡарап, аяғым ергә теймәй елдерҙем. Йылғаны аяҡ кейемем менән кисеп, көйәнтәлә килеш кенә һыу һоҫоп алдым да тулы биҙрәләр менән кире йүгерҙем. Шөкөр, ғаилә ҡороусыларҙың алдынан ғына тиерлек тулы биҙрәләремде мөлдөрәтеп кире үттем... Өҫтөмдән йөк төшкәндәй булды. Тик был йәштәрҙең никахы оҙаҡҡа барманы, малайҙары атайһыҙ үҫте. Ниңәлер ошо ваҡиға иҫемә килә лә төшә. Әллә мин юлдарын ҡыйғанға йәшәй алманылармы икән?..
...Ә теге ҡыҙ, машинамдың тормозона сыйылдатып баҫҡас ҡына, моңһоҙ күҙҙәре менән миңә әйләнеп ҡараны. Уйҙары, булмышы менән ерҙә түгел, ҡайҙалыр күктә ине шикелле.
Йомошомдо йомошлап кире әйләнгәндә, теге ҡыҙ йәнә осраны. Көлә-көлә үҙ алдына һөйләнә ине. Дөрөҫөрәге, наушниктары аша кем менәндер һөйләшә. Был юлы юл биреп баҫып ҡалды. Ҡулындағы биҙрәләренә күҙ һалдым – күнәктәрендә һыу яртылаш ҡына.
Үҙебеҙҙең бала саҡ иҫкә төштө. Көйәнтәләп, һығыла-бөгөлә һыуҙы аҙ ташыманыҡ. Өйгә, йәшелсәгә, малға, мунсаға... Мөлдөрәмә күнәктәрҙе сайпылтмаҫ өсөн, кәүҙәне һығылдырып-бөгөлдөрөп, үҙебеҙсә йөҙҙөрөп кенә атлаған саҡтар бар ине шул... Һәүәнәктең һыуына мөрхәтһенмәй, йылға аръяғындағы тау төбөндәге шишмәгә лә барып етәбеҙ. Эй, ул шишмә һыуының тәмлелеге, таҙалығы!.. Ҡояшлы көндә биҙрә эсендә әллә ниндәй нурҙар уйната-уйната алып ҡайта инек был гәлсәр кеүек һыуҙы. Бөтә ғәм биҙрәләрҙә – сайпылып ҡуймаһын, мөлдөрәмә тулы килеш кенә алып ҡайтҡанды күреп, әсәйҙәр маҡтаһын.
Беҙгә тиклем дә ташығандар. Өләсәйҙәр һөйләүенсә, ҡыҙҙар һыуға сыҡһа, егет-еләндең аты “һыуһай” башлаған – ат эсерә төшкәндәр. Шул һыу юлында әллә күпме яҙмыш бәйләнгән, уртаҡ бәхеттәр яҙылған, йөрәк серҙәре асылған...
Ҡыҫҡа юбкалы, ҡолағын наушниктар менән ҡаплаған ҡыҙҙы йәлләп ҡуйҙым: һыу буйындағы таллыҡта һайраған ҡош моңдарын да, таштан ташҡа һикереп, сер һөйләгән тулҡындар тауышын да ишетмәй бит ул. Көйәнтәгә эленгән биҙрәләрҙең сыңында ла көй ишетелгән һымаҡ була торғайны беҙгә. Һәүәнәк буйына төшкәс, бер килке Ҡаршы тауҙағы ҡайындарға, яр ситендәге таштарға һоҡланып торғаным хәтергә төшкәс, яманһыу булып китте. Хәҙер күптәр крандан ғына ағыҙып ала һыуҙы. Кеше тәбиғәттән һаман алыҫлашыу өҫтөндә шул...

Күрәҙәсе Тәнәй

Ҡыҙым бәләкәй саҡта бер бесәй балаһы алғайныҡ. Ләйлә уға Тәнәй тигән ҡушамат бирҙе. Бик аҡыллы бесәй булып үҫте ул. Бушҡа-юҡҡа мыяулап теңкә ҡоротманы, “йомоштары” өсөн дә мотлаҡ тышҡа йөрөнө. Ҡыҙым да, атаһы ла бесәйҙе ныҡ яратты, иркәләне. Тик минең үҙемдең был тәпәйлеләргә ҡарата мөхәббәт самалы булды. Тәнәй ҙә быны аңлай ине шикелле, эргә-тирәмдә артыҡ ураңғыламаны.
Бер мәлде ҡыҙым ҡапыл ауырып китте: температураһы күтәрелде, тамағы, башы ауырта. Түшәктән тора ла алмай ята. Тәне ут кеүек яна. Дарыу эсерҙем дә, эргәһенән китеп, бер ни тиклем үҙ эшем менән булып йөрөгәс, ҡыҙымдың хәлен белешергә янына барҙым. Барҙым да ҡотом алынды – Тәнәй Ләйләнең муйынына шарф һымаҡ уралып ятҡан. Миңә ул ҡыҙымды быуып ятҡан һымаҡ тойолдо һәм йән асыуыма бесәйҙе тартып алдым. Ә Ләйлә бер нәмә белмәй йоҡлай.
Тәнәйҙе ҡыуып, йәнә эшем менән булып йөрөнөм дә ҡыҙым янына ҡабат барҙым. Бесәй теге урынға кире менеп ятҡан. Тағы алып ташланым. Өсөнсөгә ингәндә ул ҡыҙымдың башына кәпәс һымаҡ уралып ятҡайны. Ә ҡыҙым күҙҙәрен асҡан, хәле еңеләйеп ҡалған, һуңынан ғына аңлап ҡалдым – Тәнәй бит ҡыҙымды дауаларға тырышҡан...
Йәнә бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Инә бесәй ине ул. Сираттағыһында күршеләрҙең һарай башында балалаған. Көнөнә әллә нисә тапҡыр шунда менеп-төшөп йөрөгәнен аңғарып ҡалдыҡ. Йәй булғас, артыҡ әһәмиәт бирмәнек. Бер көн иртәнсәктән был ҡабаланып йөрөп балаларын өйҙөң төнлөгөнә ташый башланы. Аптыраныҡ. Көн дә йылы тора ине. Бының сере төштән һуң ғына асылды – күршеләр һарай башына бер трактор бесән алып ҡайтып бушатты...
Тағы бер ҡыҙыҡ сифаты булды уның. Ҡайһы көндәрҙә, командировкаға сыҡһаҡ, өйгә кискә генә ҡайтырға тура килә. Шуға Тәнәйҙе көн һайын эшкә киткәндә тышта ҡалдыра торғайным. Һыуыҡта көнө буйы урамда йөрөү кемгә оҡшаһын инде, Тәнәй ҙә хәйләгә кереште – мин иртәнсәк пальтомды кейеүем була, бер нәмә белмәй йоҡлағанға һалышып ятҡан бесәйебеҙ ырғып тора ла шкаф артына йәшенә.
Күрәҙәсе булдымы ул бесәй, хәҙергесә әйткәнсә, экстрасенсмы – аңламай ҡалдыҡ.... Күрәҙәлегенә лә, дауалау һәләтенә лә үҙебеҙ шаһит булдыҡ бит. Тәбиғәттең асылмаған серҙәре күп шул әле, бик күп. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.

Ишарамы был?

Әсәйем бер туған апайымдың ғаиләһе менән бер ихатала йәшәй. Төп нигеҙебеҙ ауыл уртаһында, ере лә ҙур булғас, яңы ғаилә лә шунда төйәкләнде. Олоғайған кешегә был уңайлы ла – һыйырын апайым һауа, утын-бесән дә улар иңендә. Әлбиттә, беҙ ҙә хәлдән килгәнсә ярҙамлашып торабыҙ.
Малын ишәйтергә булдымы, еҙнәй бер йыл яҙғыһын ике сусҡа бәрәсе һатып алды. Йәйгеһен үҙҙәре бесәнгә төшкәс, тегеләрҙе әсәйем ҡарай башланы. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған кешегә был хәрәмдер инде, тигәнерәк уйҙар ҙа баштан үтмәне түгел. Бер көндө апайым ауыл урамынан әсәйемдең һыйырын ҡыуып алып ҡайтып килгәндә малҡайҙы машина төкөп китә. Иҫерек водитель шул рәүешле әсәйемде йәй өҫтөндә аҡтан, ә йәш быҙауҙы һөттән өҙҙө. Был хәбәрҙе ишеткәс, ауылға юлландым. Мине шаҡ ҡатырғаны теге егеттең килеп тә урамауы булманы. Бер аяғы иҙелгән һыйырҙың кеше һымаҡ ыңғырашыуы йәнде өттө. Йәнә... ул ятҡан еренән шыуышып килә торғас, тап теге сусҡалар торған аҙбарҙың ишегенә килеп терәлгәйне... Һуйып ҡына ҡуйырҙар ине, теге егет үҙе һуйып тапшырып, аҡсаһын түләйем тигән хәбәр ебәргәс, әсәйем көтә икән.
Хоҙай бит, бына һиңә шуның өсөн, тип әйтеп тормай. Һыйырҙың сусҡа аҙбары янына килеп ятыуын ишара булараҡ ҡабул иттем... Биш намаҙын ҡалдырмаған әсәйем мосолман өсөн хәрәм булған сусҡаны ҡараған өсөн йәй өҫтөндә аҡһыҙ ҡалманымы икән, тип уйлап ҡуям...

Төнгө патруль

Балалар кис урамда тәртип боҙоп йөрөмәһен өсөн уҡытыусы дежурлыҡ ойошторҙоҡ. Эңер төшкән һайын кемдер урамға “патрулгә” сыға. Әлбиттә, ғәҙәттә, өй мәшәҡәттәренән арынып, балаларын ашатып-йоҡлатҡас, дәрескә әҙерләнергә ултырырға күнеккән уҡытыусылар бик ҡыуанып ҡабул итмәне был яңылыҡты. Өҫтәүенә көн һыуытып ебәрҙе.
Дәрес биреп торам. Дәрес аҙағында кластан лидер бер үҫмер һорау биреп ҡуйҙы: “Апай, бөгөн һеҙ дежур итәгеҙме кискелек?” Ҡайһы уҡытыусының ҡасан сығасағына тиклем белеп торалар икән. “Эйе”, – тинем. “Апай, һеҙ был һыуыҡта ыҙалап сығып йөрөмәгеҙ. Беҙ сығыуға-сығабыҙ, тик тәртип боҙмаҫбыҙ. Боҙ буйынан ғына ағайымдарға барып видик ҡарарбыҙ ҙа кешегә күренмәй генә кире ҡайтып ятырбыҙ”, – ти был. Сыҡҡанмындырмы-юҡмы, онотҡан­мын уныһын, ләкин шул балаларҙың үҙемә ышаныс белдереп, хатта хәстәрлек күреп тороуҙарын әле булһа онота алмайым.

Ҡыҙыл унлыҡ

Студент саҡ. Өфөлә дөйөм ятаҡта йәшәйем. Бер көндө арып дәрестән сығып, үҙем йәшәгән туғыҙ ҡатлы дөйөм ятаҡтың баҫҡыстары буйлап менеп барһам, күҙемә 10 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса салынды. Уны бөгөнгө балаларҙың күргәне лә юҡтыр әле. Оло быуын яҡшы белә – ҙур ғына аҡса ине ул мәлендә, бөгөнгө ун тәңкәлекте уға йәнәш ҡуйып та булмай. Ә ярлы студент өсөн тотош ярты ай уйламай ғына йәшәрлек! Аптырап ҡалдым: алырғамы-юҡмы? Алһаң да ҡыйын, күргәс, алмаһаң да ҡыйын. Үҙемә улай буш килеп ингән табыштың йоҡмаҫын, хатта үҙемдең хәләл өлөшөмдө һөйрәп сығып китерен дә беләм. Ләкин... Кемдеңдер, бәлки, һуңғы аҡсаһы булғандыр... Шулай ҙа эйелеп алдым да бер килке шул ерҙә баҫып торҙом – бәлки, берәйһе эҙләп килер. Тик берәү ҙә эҙләмәне. Кире һалып ҡына китергә лә йәл – берәйһе алыр ҙа “тамағына һалыр” тип уйлайым.
Шунан ҡапыл башыма ҡылт итеп бер уй килде һәм, ҡабаланып, арыуымды ла онотоп, үҙем йәшәгән ҡатҡа йүгерҙем. Тиҙ генә ҡапҡылап алғас, теге унлыҡты кеҫәгә һалып, трамвайҙа Үҙәк баҙарға елдерҙем. Баҙарҙың арт яғынан ингән саҡта гел генә аяҡһыҙ бер ағайҙың хәйер һорап ултырғанын күреп, уның эргәһендәге кәпәскә 10 йәки 15 тин булһа ла аҡса һалып китә торғайным. Шул ағайҙы (бәлки, асарбаҡ, берәҙәк булғандыр) эҙләп барыуым был юлы.
Ана, ултыра. Күңелгә рәхәт булып китте. Эйе, теге йышылып бөткән кәпәсе лә янында. Уның төбөндә бер нисә бөртөк тинлек күренә. Минән алда китеп барған ханым да 15 тин төшөрөп үтте. Йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан уҙаман башын һелкеп рәхмәт әйтеп ҡалды.
Инде минең сират. Аяҡһыҙ ағай, тағы кем һалыр икән, тигән кеүек, килә ятҡан кешеләргә күҙ ташлап алды. Ләкин өмөт бирерҙәй кеше күҙенә салынманы булһа кәрәк – ауыр ҡарашын йәнә ергә сәнсте. Кеҫәнән теге йән тыныслығын алған унлыҡты һурып алдым да кәпәскә һалдым, һәм... әйтерһең дә, уҙаманды йылан саҡтымы ни – аяҡһыҙ килеш ырғып киткәндәй тойолдо һәм йәһәт кенә бындай байлыҡты ла ҡыҙғанмаған бай кешенең йөҙөн күрергә теләне булһа кәрәк – башын күтәрә һалды. Эргә-тирәлә минән башҡа кеше юҡ. Был күренешкә тетрәнеп, бер аҙға ғына туҡтап ҡалдым, ахыры. Юғиһә ағайҙың күҙенән тәгәрәп төшкән ике бөртөк йәште күреп өлгөрөр инемме?..
Инде еңелерәк аҙымдар менән ары атланым. Өҫтөмдән тауҙай йөк төшкәндәй булды...

Белем мәҙәнилек күрһәткесеме?


Бер һөнәри байрам уңайынан ашығыс ҡына мәҡәлә кәрәк булды ла командировкаға юлландым. Үҙебеҙ күҙ төбәп барған ауыл хакимиәте башлығынан кандидатура һорағас, ул миңә һайлап яҙырға ике ғаиләне тәҡдим итте. Тәүгеһенең өйөнә киттек. Ишек алдында хужа ихлас ҡаршы алып, үҙ һөнәренең нескәлектәре хаҡында һөйләй башланы. Ул арала ихатала хужабикә лә күренде. Лап-лоп баҫып балаларын әрләп, ишектәрен шарт та шорт бикләп йөрөгән ҡатынына ҡарап, ир кешенең уңайһыҙлыҡ кисергәне йөҙөнә сыҡты – һүҙҙәрен бутай, күҙҙәрен йәшерә башланы. Ҡатыны дорфа ғына итеп бесәнгә китергә кәрәклеген әйтеп ҡуйҙы. Мин дә хәлде аңлап, бер нисә кадр фото төшөрөп кенә алдым да юлымды дауам иттем. Етеш, хатта бай икәндәре күренеп торһа ла, әллә ниндәй һалҡынлыҡ бөркөлгән тәү ҡарашҡа күркәм генә тойолған был йорт ихатаһынан тиҙерәк сығып киткем килде. Донъяң бай булһа ла, күңелең ярлы булһа, ул байлыҡтың матурлығы ла, барлығы ла күренмәй икәнме әллә? Әйткәндәй, йорт хужаһы ла, хужабикә лә юғары белемлеләр.
Хакимиәт башлығы әйткән икенсе кандидатураны эҙләп киттем. Ихата уртаһында егелгән ат тора. Хужа һәнәк-тырма тейәй, хужабикә ризыҡ һалынған тоҡсайҙы арбаға рәтләп һалып тора. Бынауындай аяҙ мәлдә бесән йыйырға ҡабаланыуҙарылыр, күрәһең. Бала-сағалары ла шул тирәлә мәж килә. Беҙ ҡапҡанан күренеү менән, әллә ниндәй көтөп торған кешеләре килеп ингәндәй, киң йылмайып ебәрҙеләр. Ул арала бесәнгә йыйынып сығып барған хужабикә сәйгә саҡыра башланы. Баш тартҡас, соланына йүгереп инеп китте. Хужа ла бик ихлас булып сыҡты. Ҡабаланаһығыҙҙыр, тигәс, ваҡыт үҙебеҙҙең ҡулда, айыу ғына прогул ҡуймаһа, балалар менән “һә” тигәнсә йыйып бөтәбеҙ беҙ бесәнде, тип көлдө генә. Беҙ ихлас әңгәмәләшеп бөтөүгә хужабикә бал һалынған банка тотоп тора ине инде. Сәй эсмәгәсегеҙ, бына ҡайтҡас иптәштәрегеҙ менән күстәнәсләп эсерһегеҙ, тип һауытты көсләп ҡулға тотторҙо.
Артыҡ байлыҡтары ла бөркөлөп тормаған был йорттан хужаларҙың ихласлығынан күңел яҡтырып сыҡты. Әйткәндәй, хужаның да, хужабикәнең дә юғары белеме лә юҡ, ябай ауыл кешеләре.
Ҡайтып барғанда үҙем өсөн асыш яһаным – мәҙәнилек кимәле тыумыштан, булмыштандыр, юғары уҡыу йортонда уҡып ҡына мәҙәнилекте күтәреп булмай, ахыры...

Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тиһәләр ҙә...

Апайымдарҙың яңы ғына себеш сығарған тауығын төндә этме, төлкөмө алып киткән. Етем ҡалған себештәр ҡайҙа һуғылырға белмәй туҙышып йөрөй. Бер мәлде тегеләрҙең тауышы бөтөп киткәс, апайым улар йөрөгән тирәгә күҙ һалһа, шаҡ ҡата: ихаталағы ике әтәстең береһе теге себештәрҙе өйөрөп алып, тиреҫ туҙҙырып ҡорт эҙләп ашата, үҙенең артынан эйәртеп алып йөрөй, ти. Ем һалһаң да, башта себештәргә ваҡлап ашата ла улар туйғас ҡына үҙе ашарға керешә. Төндә ҡанаттары аҫтына алып, йылытып төнәтә...
Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, ти халыҡ мәҡәле. Ә әтәс шуның тап киреһен раҫланы. Балалары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер бихисап атайҙар кеүек үк...

Һыу юлымы,
шайтан туйымы?


Урамдан туйҙыҡылар килә. Һыуға китеп барыуҙары. Ирҙәр өҫ кейемдәре тышынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың эс кейемдәрен кейеп алған, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәһе ир булып кейенгән. Кейенгән генә булһалар ярай ҙа... Шарҙар бәүелә, бауға барыбыҙға ла мәғлүм теге әрһеҙ йәшелсә лә тағылған. Урамға һыймай килеүҙәре...
Эйе, был таныш картина. Хатта үҙебеҙ ҙә ҡатнашҡаныбыҙ бар ошондай “шайтан туйында”. Ҡасан килеп ингән һуң был ҡырағай йола? Бөрйәндә генә шулаймы, әллә бүтән ерҙә лә бармы? Әүәле бит киленде бикәстәре генә алып барған һыуға, һыу алған урынға, именлек, бәрәкәт теләп, тәңкә ташлағандар. Хәҙер һыу алыу урынын шул тирәлә йәшәүселәр “һата”. Бер йәки ике яртыға... Килен шул рәүешле һыу юлын араҡыға һатып ала булып сыға түгелме? Хәйер, кеше донъяға тыуған минуттан бәйле хәҙер хәмергә: тыуғас, тояғын йыуалар, өйгә ҡайтҡас – “йүргәген”, унан – теше сығыуын, унан – бер йәшен, ике, өс йәшен... Килен, кейәү сәйҙәре лә хәмерһеҙ үтмәй.
Теге туй урам буйлап юлын дауам итте: ир булып алған ҡоҙасалар, бисә булып алған ҡоҙалар – ҡыҙмаса ҡунаҡтар урамда торған машиналарҙың капотына ла менеп бейене, ҡыҫҡаһы, ысын-ысындан шайтан туйы ҡоторҙо. Ап-аҡ күлдәк кейгән килендең һыу юлы бына ошо рәүешле башланды... Заман башҡа – заң башҡамы, әллә әхлаҡ, рух кимәле күрһәткесеме был “замана йолалары”?
Кем уйлап сығарған уларҙы? “Башҡорт халыҡ ижады” китабының туй йолаларына арналған өлөшөндә туй йолалары башынан аҙағынаса тәфсирләп тасуирланған. Ләкин ирҙәр – ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙең эске кейемдәрен кейеп шашыныуҙары тураһында бер нәмә лә юҡ.
Йәнә туйҙарҙа йәш кәләш менән кейәүҙе, ғәҙәттә, урыҫтарға эйәреп, “Горько!” тип ҡысҡырып бөтә ғәм алдында – туғандары, ата-әсәһе алдында ҡосаҡлаштырып үбештерәбеҙ. Был да мосолманса түгел. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ ата-әсәһе алдында үбешеү түгел, ҡосаҡлашмаған да. Ә хәҙер урамда бөтә халыҡ алдында егет менән ҡыҙҙарҙың көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып-үбешеп тороуына бер кем дә аптырамай инде. Икәү араһында ғына була торған мөнәсәбәттәр осһоҙая, тәме бөтә, яланғаслана һымаҡ. Хәйер, йәш ҡыҙҙарҙың ярым яланғас йөрөүенә лә өйрәнеп бөттөк инде. Ауырлы йәш килендәр ҙә ҡорһаҡтарын күрһәтеп, ҡыҫҡа футболка, ҡыҫып торған колготки һымаҡ салбарҙар кейеп йөрөй. Әүәле ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөгөн йәшерергә тырышһа, хәҙер, киреһенсә...
Заман башҡа – заң башҡа, тиер бәғзеләр. Ләкин һәр заман өсөн дә уртаҡ ҡанундар бар. Улар әҙәплелек, әхлаҡ ҡанундары. Халҡыбыҙҙың нигеҙендә изгелек орлоҡтары ятҡан матур йолаларын заманға һылтап, кәмһетмәһәк, түбәнһетмәһәк ине. Урам буйлап туй үтеүе тотош ауыл өсөн ҙур ваҡиға. Аҡ күлдәкле кәләш, ыҫпай кейенгән кейәү һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә. Яңы ғына уртаҡ ғүмер юлына аяҡ баҫҡан йәштәрҙең тәүге ғаилә байрамы әшәкелек, бысраҡлыҡ менән буталмаһын ине.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 128

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 479

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 115

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 924

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 689

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 268

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 589

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 351

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536