Журналист булараҡ, командировкаларҙа күп йөрөргә тура килһә лә, был яҡтарҙа беренсе тапҡырмын. Урыҫ-Юрмаштан алып Турбаҫлыға тиклем асфальттан рәхәтләнеп елдерҙем, артабан сәфәремде ҡыҙыл балсыҡ ярҙамында күтәртеп өйөлгән юлдан дауам иттем. Уны урындағы халыҡ та шулай атай, күрәһең – күтәрем юл, сөнки Турбаҫлыны үткәс, ауыл осонда бер ир-уҙамандан Әмиткә юл һорағайным: “Ана, күрәһеңме, бер илле-алтмыш метрҙан уң яҡҡа күтәрем юл китә, шунда борол. Үҙе алып бара ул”, – тине.Ике яғынан да ерҙе алып, күтәртеп эшләгәндәр был юлды. Аҫҡы ҡатламдағы ҡыҙыл балсыҡ өҫкә һалынған, шуға ла ул әллә ҡайҙан күҙгә салынып ята. Юл төҙөү өсөн материалды эргәһенән соҡоп алғас, ул ярайһы ғына бейек, тарлығын да иҫәпкә алһаң, унан үтеүҙәре, ай-һай, хәүефлелер. Ярай әле мин килгәндә көндәр аяҙ ине, ә ямғыр яуһа, Хоҙайым үҙе һаҡлаһын, ҡыҙыл балсыҡ тотош бер иҙмәгә әйләнә торған. Бындай ваҡытта юл йөрөүселәр өсөн ҡатмарлы һынау башланалыр, моғайын.
Хәйер, әле ҙурыраҡ һәм мөһимерәк проекттарға аҡса еткерә алмағанда, иллеләп кенә йорто булған Әмит ауылы халҡының проблемалары кемгә кәрәк инде? Ә бит ҡасандыр 300-ҙән ашыу йорт булған бында. Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла гөрләп эшләгән. Клубтан да йәштәр тауышы өҙөлмәгән. Быларҙың барыһы тураһында ла миңә һикһән биш йәшен тултырырға әҙерләнгән Йәһүҙә Сәлимгәрәева һөйләне.
Мин уның йыйнаҡ ҡына йортоноң тимерҙән сүкеп эшләнгән ҡапҡаһы алдына килеп туҡтағанда, Йәһүҙә Нурмөхәмәт ҡыҙы Өфөнән ҡайтып ҡына тора ине.
– Ауылыбыҙ баш ҡаланан утыҙ ете саҡрым ғына, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо юлдарҙың насарлығы арҡаһында көнө буйы йөрөргә тура килә, – тине ул, һуҡранып.
– Ниндәй йомош менән барғайның Өфөгә, инәй? – Теманы икенсе юҫыҡҡа борам.
– Аһа, ниндәй йомош тип ни, бынау мәсетемде законлаштырып йөрөйөм. – Шуны ла белмәйһең, тигәндәй, инәй миңә бер аҙ сәйерһенеп ҡараны. – Аллаға шөкөр, иҫ киткес изге күңелле кешеләр осраны юлыма. Нурмөхәмәт хәҙрәт йомошомдо иғтибар менән тыңланы. Бигерәк итәғәтле, инсафлы бәндә икән, собханалла. Үтенесемде кире ҡаҡманы, һорауымды ыңғай хәл итеп, фатихаһын биреп, документтарыма имза һалып ҡайтарҙы. Ауылығыҙға юл юҡлығы тураһында юғарылағы хужаларға өндәшермен, ҡолаҡ һалырҙар, тип тынысландырҙы.
Бер аҙ тын ултырғас, инәй яулыҡ осо менән теремек күҙҙәрен һөртөп алды ла һораулы ҡарашын миңә төбәне.
– Һин нисек уйлайһың, улым, мөфтөй ярҙам итерме икән юлдарҙы ремонтларға?
– Ул ҙур кеше бит, инәй, буш һүҙ һөйләмәҫ, – тинем уның өмөтөн һүндермәҫкә тырышып.
Йәһүҙә Нурмөхәмәт ҡыҙы ошо ауылда тыуған. Ләкин бала сағы, йәшлек йылдары Өфөлә уҙған. Атаһы менән әсәһе шунда эшләгәс, ете балаларын алып, күсеп киткәндәр. Тормошҡа сыҡҡас, яҙмыш елдәре Йәһүҙә менән хәләле Сөләймәнде Үзбәкстандың Андижан өлкәһенә алып киткән. СССР дәүләте тарҡалғас ҡына, юлдар кире тыуған яҡтарға боролған. 1994 йылда ике ҡыҙы, бер улы менән Өфөлә йәшәгән әсәһе янына ҡайтып төшә ул.
– Был ваҡытта Сөләймәнем күптән гүр эйәһе ине. – Юлдан һуң бер аҙ хәл алған инәй яңынан хәтер йомғағын һүтә башланы. – Күп тә үтмәне, әсәйемдең Инорстағы фатиры янып, бөтә документтарыбыҙ көлгә әйләнде. Оло бер һынау булды ул беҙҙең өсөн. Ун алты йыл ҡағыҙҙарҙы юллап ала алманыҡ.
Ана шулай документтарһыҙ интеккән бер мәлдә Йәһүҙә инәй: “Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән ҡағыҙҙарымды юллап ала алһам, тыуған Әмитемдә мәсет төҙөтәсәкмен”, – тип ниәт әйтә. 2010 йылда ғына ала ул ҡулына, ниһайәт, документтарын. Бер йырҙа йырланғанса, егет һүҙе, һай, бер булһа, ҡыҙ һүҙе лә бер була. Был ваҡытта тыуған ауылына ҡайтып нигеҙ ҡорған Йәһүҙә инәй Әмиттә Аллаһ йорто төҙөтә башлай.
– Ана шул йылдың июлендә һалдыра башлағайныҡ, ике ай тигәндә манараһын ослап, райондан, ауыл хакимиәтенән хужаларҙы саҡырып, рәсми рәүештә асып та ебәрҙек, – ти, бәхетле йылмайып, Йәһүҙә инәй.
Үҙе ғүмер буйы төҙөлөштә һылаусы-буяусы булып эшләгәс, Йәһүҙә Нурмөхәмәт ҡыҙы мәсет һалдырыуҙың рәтен белеп тотонғандыр инде эшкә. Әлбиттә, үҙе генә һалмаған ул бөгөн ауылдың йәме булып, нур сәсеп ултырған йортто, төҙөүселәр яллаған. Ә бына төҙөлөш материалдары алырға ла, хеҙмәт хаҡын түләргә лә үҙенең хәләл көс менән тапҡан аҡсаһын тотонған.
– Халыҡ та хәленән килгән ҡәҙәре ярҙамын күрһәтте, – ти инәй. – Дим биҫтәһендә йәшәгән ауылдашыбыҙ ҡайтып, дини байрамдар үткәреүҙә ярҙам күрһәтеп йөрөй ҙә ул, тик, әлеге шул юл булмағас, йыш килә алмай.
Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ, тигәндәй, нисәмә йыл буйы, баш ҡала эргәһендә генә йәшәп тә, яҡшы юл күрмәгән әмиттәрҙең проблемаһы көнүҙәк.
– Юл мәсьәләһен күтәреп, кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек тә ҡайҙа ғына өндәшмәнек инде. – Әмит ауылы депутаты Зөлфиә Фәйзуллина миңә документтар һуҙа. – Бына, ҡарағыҙ, Иглин районы хакимиәтенең элекке башлығы Рафиҡ Мусинға ла, әлеге башлыҡҡа ла яҙҙыҡ. Ләкин беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалыусы юҡ, йөк һаман урынынан ҡуҙғалмай.
Ауылға өс яҡлап керергә мөмкин. Мин килгән Турбаҫлы ауылынан Әмиткә алты саҡрым самаһы, Алаторканан – өс, Преображенскийҙан – биш километр. Ауылда йәй айҙарында халыҡ күп йәшәй. Дөрөҫөрәге, йәшелсә-емеш үҫтерергә, хозур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә дача итеп файҙаланалар. Ҡыш бында көн күреүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай ҙа беҙҙең халыҡта шундай йола бар бит, берәйһе гүргә инә ҡалһа, уны кендек ҡаны тамған ергә алып ҡайтып ерләйҙәр. Былтыр бер ауылдаштарын мәңгелек йортона алып ҡайтыу өсөн Преображенский менән Әмит араһында биш сәғәт яфалана халыҡ.
– Юлдар өҙөлгән саҡ ине, кешегә ул ваҡытта үлмәйерәк тороғоҙ, тип әйтеп булмай бит, мәйет һалынған машина батты. Уны тартып сығарыу өсөн ебәрелгән машина ла мәтегә сумды. Уларҙы ҡайҙа этеп, ҡайҙа һөйрәп тигәндәй алып ҡайтып еткәндә эңер төшкәйне инде. – Зөлфиә Ярулла ҡыҙы ярһып китә быларҙы һөйләгәндә. – Иртәгәһенә йыйылышып хакимиәт башлығына юлландыҡ. Матур итеп тыңланы беҙҙе ул, ҡайғыбыҙҙы ла уртаҡлашты. Ләкин, йәнә шул уҡ хәл инде, вәғәҙә биреүҙән башҡа ярҙам булманы.
Үлгән ауылдаштарын, дини йолаға ярашлы, еренә еткереп һуңғы юлға оҙата алмауҙары бер бәлә, юл булмағас, янғын сыға ҡалһа, оло проблема. Былтыр шул арҡала бер йортто ҡарап тороп тиерлек яндырып бөтөргәндәр.
– Кем күнәк, кем көрәк менән йүгерешкән булдыҡ та ул, тик улай ғына боғаҙлап буламы ни инде шашҡан “ҡыҙыл әтәс”те, – ти ауыл депутаты Зөлфиә ханым, уфтанып. – Әмиткә пенсия ла алып килмәйҙәр, магазин да юҡ. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте лә был тарафҡа юлды онотто.
– Инәй, һин күрәҙәсе түгелме һуң әле, нисегерәк күрәһең Әмиттең киләсәген? – Йәһүҙә Нурмөхәмәт ҡыҙының ундай һәләте барлығы тураһында хәбәрҙар инем. Әйткәндәй, юл төҙөү өсөн үҙенең пенсияһынан йолҡоп, ике-өс тапҡыр ярҙам да иткән ул.
– Былай барһа, бер ун йылдан бөтәсәк ауыл, – булды яуап.
Көноҙоно кешеләр менән осрашып, аһ-зарҙарын тыңлап, ҡайтырға сыҡҡас, юл ыңғайы ауыл Советы етәксеһен дә күреп китеү ниәте менән хакимиәт бинаһы янына туҡтаным. Сәғәт телдәре алты тулып етенсе китеүен күрһәтә ине был ваҡытта.
Телефон аша башлыҡҡа шылтыратып, үҙемдең кем һәм ниндәй йомош менән йөрөгәнемде хәбәр иткәс, осрашып булмаҫмы тигән үтенесемде белдерҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башлыҡ йөгөн бер йыл ғына тартҡан Байрас Ҡәҙербаев эш менән сығып киткәйне.
– Ҙур проблема инде ул Әмит ауылына илткән юл, – тине Байрас Хәлит улы трубканың икенсе осонан. – Беҙҙең ауыл хакимиәтенең йыллыҡ бюджеты – ике миллион 700 мең самаһы. Ошо аҡсаға беҙ Әмиттән тыш Турбаҫлы, Бейбаҡты, Иҫке Юрмаш ауылдарын да хеҙмәтләндерергә тейешбеҙ. Уларҙың һәр береһендә хәл итәһе мәсьәләләр тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Әмиткә юл һалыу буйынса проект-смета документтары әҙерләнгән. Уға ярашлы, 11 миллион һум аҡса кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сығымдар өсөн мөмкинлектәр юҡ.
Өмөттө өҙмәйек әле. Килер шундай көндәр, рәхәтләнеп таҡыр юлдан, елдәй елеп, Әмиткә лә килеп инербеҙ...