Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәт хаҡығыҙҙы тотҡарлайҙармы?
 Хеҙмәт хаҡығыҙҙы тотҡарлайҙармы? Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Һорауҙар ниндәй генә өлкәгә ҡағылмай — алимент, хеҙмәт хаҡын тотҡарлау, кредит, һалым түләүгә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтар һ.б.
Зариф Закир улының “Башҡортостан” гәзите менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алып, беҙ унан гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға ла даими яуап биреүен һораныҡ.


– Беҙҙең предприятиела эш хаҡын түләмәйҙәр. Хеҙмәт хаҡын алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Илнур И.
Салауат ҡалаһы.

– Иң элек предприятие исеменә эш хаҡын тотҡарлау сәбәптәрен аңлатыуҙы һәм аҡсаның ҡасан түләнәсәген күрһәтеүҙе һорап ике данала хат яҙығыҙ. Директор йәки уның секретары хатты алыуҙан баш тартһа, заказлы хат ебәрегеҙ.
Артабан Дәүләт хеҙмәт инспек­цияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Ул — мәсьәләне хәл итерлек тәүге инстанция. Шул уҡ ваҡытта инспекция һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙҙе сер итеп һаҡлаясаҡ, мәғлүмәт таратмаясаҡ.
Инспекциянан һөҙөмтәне көтөп тормайынса район прокуратураһына ғариза яҙығыҙ. Уның буйынса предприятиела тикшереү үткәреләсәк. Бер үк ваҡытта ойошмағыҙ урынлашҡан ҡалалағы йәки райондағы суд органдарына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Предприятиеның һеҙгә 500 мең һумдан кәмерәк бурысы булһа, документтарҙы мировой судьяға тапшырығыҙ. Ул биш көн эсендә суд фарманын сығарасаҡ. Был фарман 15 көн эсендә үтәлергә тейеш. Бурыс күләме күберәк булһа йә иһә эш биреүсе суд ҡарары менән килешмәһә, ғариза менән район судына мөрәжәғәт итегеҙ.
Судта эш биреүсегеҙҙән хеҙмәт хаҡын ғына түгел, шулай уҡ уны тотҡарлаған өсөн проценттар түләтеүҙе һорарға онотмағыҙ. Компенсация күләме, ҡағиҙә булараҡ, коллектив йәки хеҙмәт килешеүендә билдәләнә. Мәҫәлән, ул эш хаҡын тотҡарлаған һәр көн өсөн бурыс күләменең 0,6 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Компенсация күләме билдәләнмәһә, уны Рәсәй Үҙәк банкыһындағы реферанслау став­каһының 1/300 күләмендә тип иҫәпләйҙәр (бөгөн ул төп ставкаға тигеҙләнгән һәм 10,5 процент тәшкил итә). Был ҡағиҙә Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 236-сы статья­һында билдәләнгән.
Иҫәпләү өсөн миҫал. Предпри­ятиеның һеҙгә 35 мең һум бурысы бар һәм уны 60 көн дауамында түләмәйҙәр. Был осраҡта бурыстан тыш проценттар ҙа түләнергә тейеш. Ул түбәндәгесә иҫәпләнә: 1/300*10,5 %*35 000 һум*60 көн=735 һум.
Суд ҡарары нигеҙендә суд приставтары башҡарыу эшен ҡуҙғата һәм эш хаҡы буйынса бурысты түләтеү сараһын күрә. Приставтар пред­приятиеғыҙҙың хеҙмәт бәхәстәре комиссияһының таныҡлығы нигеҙендә лә боҙолған хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай ала.
Был мәсьәләлә иң мөһиме — законлы хоҡуғығыҙҙы яҡлауҙы һорап кисекмәҫтән тейешле органдарға мөрәжәғәт итеү.
Хәҙер хеҙмәткәргә эш хаҡын түләтеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә өс ай ваҡыт бирелә. Әгәр бер сәбәпһеҙ ошо ваҡытты үткәрһәгеҙ, билдәле бер осорға эш хаҡын алыу хоҡуғынан мәхрүм ҡалыуығыҙ ихтимал. Өҫтәүенә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс көндән-көн арта, предприятиеның уны тиҙ арала тулы күләмдә түләй алыуына өмөт кәмей.
Һуңғы ваҡытта эш биреүселәр хеҙмәт хаҡын йыш тотҡарлай йәки ауыр иҡтисади хәлгә, финанс көрсөгөнә, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, бер өлөшөн генә түләй. Ҡағиҙә булараҡ, бындай пред­приятиеларҙың хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, ҡаҙнаға, бюджеттан тыш фондтарға, контрагенттарына кредитор бурысы ла, кредиты ла бар. Беҙҙең суд приставтары хеҙмәте тәү сиратта эш хаҡы буйынса бурысты түләтеү мәсьәләһен хәл итергә тырыша.
Былтыр иһә приставтар 12 мең хеҙмәткәргә эш хаҡы буйынса 404 миллион һумлыҡ бурысты түләтеүгә өлгәшкән. Быйыл алты ай эсендә 6,5 меңдән ашыу кеше 148 миллион һумдан ашыу күләмдә эш хаҡын алған. 2010 – 2015 йылдарҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡор­тостан идаралығы эш биреүселәрҙән 162 мең хеҙмәткәргә 2,4 миллиард һумдан ашыу бурысты түләткән.
Бынан тыш, беҙ эш биреүселәрҙе административ һәм енәйәт яуап­лылығына тарттырабыҙ. Һуңғы биш йылда яуапһыҙ етәкселәргә ҡарата 55 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Предприятие етәкселеге эш хаҡын даими тотҡарлай йәки уның бер өлөшөн генә түләй икән, эш биреүсегеҙҙең намыҫы уяныр тип көтмәгеҙ, хеҙмәт хаҡын түләтеү сараһын күрегеҙ.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә