Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һеҙ байыһағыҙ, беҙгә һәйбәт”
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Тәтешле, Балтас һәм Борай райондарында булды. Республика Башлығы ураҡ барышы менән танышты, агросәнәғәт комплексы предприятиеларын, етештереү, инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, шулай уҡ район активы менән биләмәләрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.

Тәтешле районының Вязовка ауылында төбәк Башлығы 2013 йылда шәхси эшҡыуар Динар Биктимеров асҡан “Косая степь” ял базаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Әле бында ашханаһы, ял бүлмәләре булған үҙәк, йәшәү һәм ял итеү өсөн биш комплекс, саңғы базаһы төҙөлгән, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, пейнтбол зонаһы ойошторолған. Ҡышын ял итергә теләгәндәргә саңғы юлы, тюбинг, ҡаргиҙәрҙәр бар.
База етәксеһе әйтеүенсә, бында республиканан, күрше төбәктәрҙән – Пермь крайынан, Свердловск өлкәһенән күпләп киләләр.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Вязовка ауылындағы быуа ярында урынлашҡан Комаров исемендәге балалар һауыҡтырыу лагерында булды. Ул лагерҙағы йәшәү һәм туҡланыу шарттары, медицина хеҙмәтенең ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Лагерь директоры Ринат Дәүләтов капиталь ремонт өсөн республика Башлығына рәхмәт әйтте.
Бәҙрәш ауылында Рөстәм Хәмитов малсылыҡ һәм ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән Илмират Балағутдиновтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул шулай уҡ бер гектар майҙанды биләгән йылҡы ихатаһында ла булды. Бында 200-гә яҡын йылҡы аҫрала, 972 квадрат метрлыҡ ат аҙбары, 3 мең квадрат метрлыҡ ялан кәртә бар. Илмират Балағутдинов әйтеүенсә, хужалыҡта йылҡы итенән аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән ҡаҙылыҡ етештерелә. Продукцияны һатыу өсөн ит кибете асыу күҙаллана.
Район йүнселдәре эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәткән өсөн төбәк Башлығына ихлас рәхмәт әйтте.
– Был – беҙҙең эшебеҙ. Һеҙ байыһағыҙ, беҙгә лә һәйбәт: эш урындары барлыҡҡа килә, һалым күберәк түләнә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Район үҙәге Үрге Тәтешлелә республика етәксеһе “МегаБит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү комплексында булды. Предприятие ер мәсьәләһе, төҙөлөш материалдары етештереү һәм һатыу, йорт һалыу менән шөғөлләнә, транспорт хеҙмәте күрһәтә. Етештереүгә йәлеп ителгән техника өлгөләрен төбәк Башлығына күрһәтте улар.
Эш сәфәрендә Рөстәм Хәмитов Балтас районының Иҫке Балтас ауылында былтыр көҙ сафҡа индерелгән 139 урынлыҡ “Миләшкәй” балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Комплекста йөҙөү, гимнастика, бокс, армреслинг, пауэрлифтинг һәм ауыр атлетика, волейбол, баскетбол, футбол һәм теннис буйынса түңәрәктәр эшләй, спорт һәм тренажер, фитнес залдары, бассейн бар.
Республика Башлығы комплексты файҙаланыуға һәм уны тәртиптә тотоуға сарыф ителгән сығымдар менән ҡыҙыҡһынды. Директор Фәрит Ғәлимов әйтеүенсә, йыллыҡ сығым 6 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Уның ҙур өлөшө муниципаль бюджеттан бүленә. Төбәк етәксеһе физкультура-һауыҡтырыу комплексының һөҙөмтәлелеген арттырыу, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе спортҡа күпләп йәлеп итеү зарурлығын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Һәйтәк ауылында Балтас дәүләт сорт һынау участкаһындағы ураҡ барышын ҡараны. Улар ауыл хужалығы культуралары сорттарын һынау, районлаштырыу һәм аграрийҙарға һатыу менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов участкала матди-техник базаны яңыртыу, перспективалы мал аҙығы культуралары орлоғон етештереү йәһәтенән эште көсәйтеү кәрәклеген билдәләне, башҡа райондарҙағы орлоҡсолоҡ хужалыҡтары менән тәжрибә уртаҡлашырға кәңәш итте.
Борай районында республика етәксеһе һабантуй үткәрелгән майҙанда булды. Биләмә байрамдан һуң бушап ҡалмаған: бында мәҙәни саралар даими уҙғарыла, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү майҙансығы ойошторолған.
– Фольклориадаға ошонда әҙерләнәһе­геҙме? Урыны бик матур, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостанда Бөтә донъя фольк­лориадаһы үткәреләсәк урындарға талаптар ғәмәлгә инәсәк. Ошондай һабантуй майҙансыҡтары – бының өсөн иң ҡулай урындарҙың береһе, тигән фекерҙә төбәк етәксеһе.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов былтыр файҙаланыуға тапшырылған Борай үҙәк район дауаханаһының яңы корпусын ҡараны. 50 урынлыҡ бинаның дөйөм майҙаны – 5 мең квадрат метр. Объекттың хаҡы иһә – 247 миллион һум, шуның 97 миллион һумы ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә