Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ
Кеше организмы – Аллаһ Тәғәләнең бер ниғмәте. Шуға ла уны һаулығыңа зыян итмәй, тәнеңә төрлө һүрәттәр төшөрмәй, таҙалыҡта йөрөтөү зарур. Беҙ тәнде үҙ теләгебеҙ менән һайлап алмайбыҙ, Хоҙай ниндәй таҙалыҡ бирһә, шуны һаҡлап йөрөтөргә тейешбеҙ. Шуға күрә тәмәке тартҡан кеше тәү сиратта Аллаһ алдында яуап тотасаҡ.

Был мәсьәләнең икенсе – матди яғы ла бар. Тәмәкене кеше ҡиммәт хаҡҡа һатып ала. Айына уртаса 1500-2000 һум аҡса никотинға сарыф ителә, тир түгеп тапҡан аҡса елгә оса. Ә бит ошо хаҡҡа файҙалы әйбер һатып алһаң, йә булмаһа уны ғаиләңә, балаларыңа, туғандарыңа бирһәң, тәнең дә һау-сәләмәт, малың да һаҡланыр ине. Йыш ҡына тәмәкегә алданып, әҙәм балаһы хатта үҙенә кәрәкле әйберҙәрҙән дә баш тарта. Ә был түбәндәге аятҡа ҡаршы килә: “Эй, Әҙәм балалары! Ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин исраф ҡылмағыҙ, Аллаһ исраф итеүселәрҙе һөймәй”.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәләмәтлек хаҡын­да хәҙистәрендә лә әйткән: “Күп кешеләр ике әйбергә иғтибар итмәй: һаулығын һаҡлауға һәм буш ваҡытына”, “Дүрт нәмә хаҡында яуап бирмәйенсә, кеше бер ҡайҙа ла китмәй. Беренсенән, ғүмереңде нисек үткәрҙең? Ерҙә һиңә бүленгән ваҡытыңды нимәгә арнаның? Икенсенән, ғилемеңде нисек ҡул­ландың? Өсөнсөнән, йыйған малыңды ҡайҙа ҡулландың? Дүр­тенсенән, сәләмәтлегеңде нисек һаҡланың?
Хәҙистәрҙән күренеүенсә, мосолман тәү сиратта һаулығын ҡайғыртырға, организмына зыян килтереүсе һәм ағыулаусы әйберҙәрҙән тыйылырға тейеш. Икенсе хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Мосолмандың ғәмәленән һәм һүҙенән башҡа кешеләр зыян күрмәҫкә тейеш”. Ә тәмәкесе үҙен генә ағыулап ҡалмай, тирә-яҡтағы кешеләрҙең дә һаулығына зыян килтерә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә