Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Автостоп” ураҙаһын үткәрәйек!
“Автостоп” ураҙаһын үткәрәйек! Астың хәлен туҡ беләме? Донъябыҙ тик байҙарға һәм фәҡирҙәргә генә бүленмәһен өсөндөр инде, Хоҙайыбыҙ изге Рамаҙан айын ебәргән. Был изге осорҙа байҙар ҙа ураҙа тота, фәҡирҙәрҙең хәленә инә, күңелдәрендә миһырбанлыҡ уятырлыҡ ғәмәл ҡыла. Әммә тағы ла бер ураҙаны индереү зарурҙыр, тим – “тимер ат”лыларҙы ла бер ай йәйәү йөрөтөп ҡарарға ине. Ул сағында юл ситендә “тауыш биреп” тороусыларға мәрхәмәтлерәк булырҙар ине, моғайын.
“Талҡаҫ” шифаханаһындағы Ижад йортона арҙаҡлы яҡта­шы­быҙ Таңсулпан апай Ғари­пова­ның килеүен ишеткәс, “Йәйләү” лагерын яҙырға барған саҡта инеп, хәл белешеп сығырға насип булғайны. Уға иркенләп һөйлә­шеп ултырыр өсөн тағы килергә вәғәҙә итһәм дә, көн һайын мәшәҡәттәр тыуып, өс аҙна үтеп тә китте. “Әгәр Таңсулпан апай ҡайтып китһә, үҙемде ғәфү итмә­йәсәкмен!” – тип кесе йомала ниәтләп юлға йыйындым. “Автостоп” менән.
Юлда төрлө хәлдәр булыу ихтималын күҙаллап, еңел кейен­һәм дә, кескәй ҡул сумкаһына ҡалын жилет, еүеш салфетка, бәләкәй шешә менән һыу, ойоҡ тултырҙым, башыма яулыҡ ябынып, уңайлы аяҡ кейеме кейеп, “Аятел-көрси”ҙе уҡып, сәфә­рем­дең уң булыуын теләп, көҙгөгә ҡарап алдым. “Яҡташтарыбыҙ бөтөнләй мәрхә­мәтһеҙгә әйлән­мә­гәндер, моғайын, хәлемә инеү­се табылыр” тигән ышаныс менән юлға сыҡтым.
Магазин алдында өйөлөшөп ултырған машиналарҙың бере­һен­дә ике башҡорт ағайын күреп, уларға яҡынланым.
– Һеҙ Иҫән яғына бармай­һығыҙмы?
– Мерәҫкә барабыҙ.
– Мине лә алаһығыҙмы?
– Ултырығыҙ әйҙә!
Сәфәремдең уңышлы башланыуына һөйөнөп, ағайҙарға Таң­сулпан апай менән осрашыр­ға китеп барыуымды хәбәр иттем. Итәғәтле ағайҙар Мерәҫкә борол­ған ерҙә туҡтаны. Ихлас рәхмәт­тәремде әйтеп, ҡыуанып төшөп ҡалдым.
Янымдан елдереп үтеп торған машиналарға ҡулымды болғай-болғай юл сатынан атлайым. Ниһайәт, бер машина бара биреп туҡтаны. Рулдә түбәтәйле мосол­ман йөҙҙө күреп, эстән генә: “Әлдә яулыҡ ябынғанмын. Сәсем­де ялбыратып торһам, туҡтамаҫ ине”, – тигән уй йүгереп үтте.
Танышып киттек. Юлдаштарым Һәмән ауылынан, “Йәйләү” лагерында ял иткән Нурания исемле 12 йәшлек ҡыҙҙарына китеп баралар икән. Берҙән, юл ыңғайы булыуға ҡыуанһам, икенсенән, лагерь тураһында ла фекерҙәрен белермен тип һөйөндөм.
– Ҡыҙығыҙға лагерь оҡшай­мы? – тип һорауым булды, Айһылыу менән Рәүил Йәнгил­диндар бер-береһен бүлдереп тигәндәй ҡыуаныс­тарын теҙеп алып китте.
– Бындай лагерь күптән кәрәк ине. Беҙ үҙебеҙ Ҡыпсаҡ ырыуынан. Ҡыҙыбыҙ ҙа шул ырыуға эләкте (отрядҡа. – Авт.). Хәҙер ыры­уыбыҙҙың бөтә атрибуттарын белә. Улар вожатыйҙы “әйҙәүсе”, балдарҙы “мәрәй” тиҙәр икән. Былай ҙа башҡорт телен яратҡан, олимпиадаларҙа ҡатнашып йөрө­гән ҡыҙыбыҙ хәҙер беҙ белмәгән һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләй. “Бында урыҫтар ҙа башҡортса һөйләшә ул”, – ти. Лагерҙа үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Хатта “Һылыуҡай” конкурсында ла үҙен һынап ҡараған. Кисә БЮТ килеп “Тау-тау хәбәр”гә төшөрөп киткән. Беҙ уға шылтыратһаҡ: “Һөйләшергә ваҡытым юҡ!” – тип кенә ебәрә. “Йәйләү”гә эләге­үенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!
Шатлыҡ уртаҡлашҡандан арта ғына, тигәндәй, уларҙың ҡыуаны­уына мин дә шатланып, Таңсул­пан апай янына китеп барыуымды һөйләгәнсе, Иҫәнгә килеп тә еттек.
Шулай итеп, ниәт иткән – мораҙына еткән тип, Таңсулпан апай ял иткән Ижад йортоноң ишеген шаҡыным. Апайым ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡараңғыраҡ булһа ла, лампа табып яҡтыртып, ял итеүселәргә тәғәйенләнгән бүлмәне эш шарттарына яраҡ­лаштырып алған. Шул арала өҫтәл дә әҙерләргә өлгөргән. Иң татлы мәл етте. Дүрт сәғәткә яҡын тормош, әҙәбиәт, мөхәббәт, дуҫлыҡ, хыянат һәм башҡа бик күп күренештәр хаҡында гәпләшә-гәпләшә сәй эстек.
Таңсулпан апайҙан айырылыуы ҡыйын булһа ла, юлсының юлда булғаны яҡшы тип ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Машиналар елеп үтә торҙо, ә мин шатлығым эсемә һыймай тәпәйләүемде дауам иттем. Ҡыҙыҡ өсөн ҡул күтәрһәм дә, туҡтамаған машина­ларҙы һанап бара торғас, алтауҙы үткәреп ебәреп, инде туҡтауҙарына өмөт өҙөлә яҙып, ҡабат ҡул да күтәр­мәгәйнем, бер ағай үҙе туҡтаны. Баҡһаң, мин Иҫәнде сығып барғанда ул ҡаршыға осраған, лагерь директорын йөрөткән водитель икән. “Ҙур рәхмәт, ағай! Кем булаһығыҙ?” – тип һорауыма миңә паспортын һондо. Былай танышҡаным булмағас, хайран булып документын астым да исем-шәрифен дәфтәремә яҙа башлағайным, Ишбулат ағай Cафиуллин аптырап китте. ”Юлда ултыртып алғандарға гәзит аша рәхмәт әйтәм!” – тип шаяртып көлөп алдым. Ихлас ағайҙың хәбәрҙәрен тыңлап, Баймаҡҡа килеп еткәнде һиҙмәнем дә. Өйөмдөң алдында төшөрөп ҡалдырҙы.
Иң ҡыҙығы шул булды – барғанда ла, ҡайтҡанда ла юлға 50 минут ваҡыт киткәйне. Барғанда – өсөнсө, ә ҡайтҡанда етенсе машинаға ултырыуым да бик сәйер тойолдо. Баҡһаң, ихлас ниәт итеп оло юлға сыҡһаң, бирәм тигән ҡолоноң юлына сығарып ҡуя икән! Юлда ултыртып алғандарҙың барыһына ла хәйерле юлдар, ғаилә татыулығы, именлектәр, иҫәнлек-һаулыҡ ҡына насип итһен Хоҙай! Машиналарында урын булып та ултыртырға теләмәгәндәргә лә юлдарының хәйерле, күңел­дәренең иманлы булыуын, халҡыбыҙҙың бер рәхмәттең мең бәләнән ҡотҡарыр тигән бик тапҡыр әйтемен хәтерҙә тотоп, рәхмәт алырға ынтылып тороу­ҙарын теләр инем. Берәй ҡасан уларҙың да йәйәү юлға сығыуы бик ихтимал бит!..






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 6

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 6

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 7

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 15

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 13

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 13

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 13

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды