Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!Рәми Ғарипов. Һеҙҙең иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең азатлыҡҡа сыҡҡанын күргәнегеҙ бармы? Булмаһа, исмаһам, күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: кеше арыу уҡ йылдар рәшәткә артында ултырғандан һуң йәнә йәшәргә өйрәнә, ләкин был анһат түгел. Ҡырын ҡараштар, күршеләрҙең шаҡырҙатып ҡырҡ йоҙаҡ элеүе... Таныштар түгел, туғандар ҙа арты менән боролһа тағы? Унан бит кем эшкә ала? Хатта һығымта яһауын да, хаталарын аңлауын да бер кем бар тип белмәҫ. Ә ошо кеше ҡатын-ҡыҙ затынан булһа?
Был йәһәттән Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы “Перезагрузка – өйгә ҡарай юл” тигән проект булдырған. Маҡсаты – иреккә сыҡҡан гүзәл затҡа тормошҡа яраҡлашыуҙа булышлыҡ итеү. Ошондай йүнәлештә алып барылған ғәмәл уларға ысын мәғәнәһендә ҙур ярҙам булып тора. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә СОЛТАНОВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Шәхсән үҙегеҙҙе был эшкә ниндәй сәбәп этәрҙе?
– Ун ике йыл инде Ишембайҙың девиант холоҡло балалар өсөн уҡытыу-тәрбиәләү учреждениеһына йөрөйөм. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 11–18 йәштәрҙәге ҡыҙҙар эләгә. Уларға иһә мин байрам, ял көндәрендә йәки башҡа сәбәп буйынса күстәнәстәр илтәм. Билдәле артистар, төркөмдәрҙе алып барып, концерт та ойошторҙоҡ. Шунан бына әлеге идея тыуҙы ла инде. Ошо ҡыҙҙарҙың именлеге хаҡына эшләүгә ни етә һуң?!
– Тимәк, маҡсатҡа өлгәшелде тиергә була...
– Эйе, Аллаға шөкөр! Конкурсҡа тәҡдим ителгән программабыҙ “Перезагрузка – өйгә ҡарай юл” тип атала ине. Шуның менән Рәсәй Президентының бойороғона ярашлы Хөкүмәт бүлгән грантты отоу беҙгә ярты йыл буйы республикалағы төрмәләр буйлап йөрөү, иреккә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү мөмкинлеген бирҙе. Йәғни юл хаҡын да, психолог, юрист һәм башҡа белгестәрҙең хеҙмәттәренә лә тыныс түләй алдыҡ. Хатта йога күнекмәһен үткәреү форсаты тейҙе.
Үҙенсәлекле программа менән эш иттек. Өфөләге тәфтиш изоляторында, Стәрлетамаҡтағы 6-сы һөргөн-колонияһында, Ишембайҙағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ябыҡ типтағы һөнәри училищела хоҡуҡ тураһында лекциялар, юридик консультациялар, психологик тренингтар үткәрҙек. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта һөҙөмтәһе күҙгә күренерлек булды был башланғыстың.
– Эш ҡатмарлымы?
– Еңелдән түгел, сөнки беҙгә иркенән мәхрүм ителгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы менән танышырға, шуға ярашлы үҙенсәлекле эш алып барырға ла тура килә. Шулай уҡ һәр береһенең ҡылыҡһырламаһы, уларҙың статьялары мәғлүм булыуы кәрәк ине. Ә эшмәкәрлекте дөрөҫ ҡороу, мәғлүмәтте тейешенсә еткереү айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Был йәһәттән ҡатындарҙың иреккә сыҡҡанда үҙҙәре һәм балалары менән эш алып барыуҙы дөрөҫ ҡороу мотлаҡ тип билдәләр инем.
– Ә шулай ҙа иң ныҡ борсоған һорау ниндәй булды?
– Республикала кризис үҙәктәренең әҙ һәм ауыр статьялар буйынса хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн холоҡ төҙәтеү колонияһының берәү генә булыуы. Ғәмәлдә тәүгеһе ғаилә ептәрен һаҡлауға булышлыҡ итә. Ә икенсеһенә килгәндә, беҙҙең ҡатындар Пермь тарафтарына ебәрелә. Был – ҙур проблема, һәм беҙ уны ла күтәреп сығыш яһайбыҙ. Ни генә тиһәң дә, туғандарына шунда барып йөрөү, бигерәк тә балалар менән, ауырға төшә. Йәнә күп сығым талап ителә.
– Психологик тренингтар, юридик консультациялар йыш үткәреләме?
– Февраль, март, апрель, май айҙарында Өфөләге тәфтиш изоляторында – ун, Ишембай учреждениеһында – алты, Стәрлетамаҡ һөргөн-колонияһында биш тренинг һәм хоҡуҡ буйынса консультациялар уҙғарылды. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һорауы буйынса Өфөлә йәнә йога буйынса күнекмә ойошторолдо. Был иһә уларға һаулыҡты нығытыу өсөн булышлыҡ итер. Йәмғеһе 133 кеше менән эш алып барылды.
– Ә “өйгә ҡарай юл” нисегерәк һалына икән?..
– Ай, ауыр инде. Төрмә ҡапҡаһы артына сыҡҡас, уларҙы кем көтә? Барыһын да аҡ биттән башларға кәрәк. Шунда ла бит психологик баҫым һиҙелә. Уларҙың күңел торошо емерелгән, йәнә үҙ-үҙҙәренә түбән ҡарашта булыуҙары ихтимал. Йөҙҙәренә бәреп ауыр һүҙ ташлаусы табылмаҫмы? “Хөкөм ителгән” тигән мөһөрҙәренә лә бит күҙ йоммаҫтар. Шул уҡ эшкә урынлашыу, йәшәү кәрәк-ярағын барлау, донъя теүәлләү мәсьәләләре. Барыһы ла өр-яңынан башлана. Ә ҡайһы берәүҙәренең ҡайтыр өйө лә юҡ бит. Ярай ҙа терәк булырҙай күршеһе табылһа. Унан тағы элекке “дуҫтары” эйәләшә башлауы ла ихтимал. Һанай башлаһаң, осо-ҡырыйы күренмәгән ҡаршылыҡтар осраясаҡ...
Шул уҡ ваҡытта кеше ни өсөн уларҙың тәүбәгә килеү ихтималлығын иҫәпкә алмай икән?! Уларҙың енәйәтенә ысын хөкөмдө лә Аллаһы Тәғәлә генә сығара ала бит. Кем белә төп ғәйептең кемдә икәнен? Улайға китһә, яман ҡылыҡтары өсөн яза алмайынса иректә йөрөүселәр юҡ түгел. Тағы шуны әйтер инем: күптәр белдекһеҙлектәре арҡаһында төрмәгә эләгә. Үҙҙәре ҡабул итмәһә лә, наркотикты ташып йөрөгән өсөн ҡаты хөкөм көтә. Кеше бөтөнләй ҡанундарҙы белмәй, ләкин был яуаплылыҡтан азат итмәй.
– Һәм уларға бәләкәй генә булһа ла ярҙам кәрәк...
– Ошо ҡаршылыҡтарға уларҙы психологик яҡтан әҙерләү мөһим. Шулай уҡ кешенең үҙ-үҙенә мөнәсәбәтен яҡшыртыу ҙа әһәмиәтле. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҡылған енәйәттәрҙең сәбәбен ҡарап, киләсәктә уны урап үтеү юлдары билдәләнә. Йәнә улар өсөн өҫтөнлөклө ҡиммәттәр барлана, ябай тормош һәм рәшәткә шарттарынан сығып анализлана. Беҙ иһә “хаталарҙан таҙарынып, саф намыҫ менән иреккә сығыу мөһим” тигән фекерҙе еткерергә тырыштыҡ. Ҡыҙҙар иһә семинар-тренингта күтәрелгән һорауҙар буйынса тағы ике-өс көн дауамында үҙ-ара фекер алышып йөрөгән икән. Был хаҡта һуңғараҡ отряд етәкселәре, уларҙың тәрбиә буйынса урынбаҫарҙары еткерҙе.
Шулай уҡ эш биреүселәр, күршеләре, элекке таныштары һәм яҡындары менән осрашыу, аралашыу шарттарын ҡараныҡ. Кешеләрҙең психотиптарын билдәләү һәм улар менән һөйләшеү үҙәнсәлектәрен ҡыҙыҡлы тип тапты ҡатын-ҡыҙҙар. Артабан иһә киләсәкте яҡынса күҙаллап пландар ҡороу, уға өлгәшеү алымдарын һәм осорҙарын барланыҡ.
– Үҙегеҙ өсөн ниндәй һөҙөмтә яһанығыҙ?
– Осрашыуҙар мәлендә бер сәйер ҡатын осрағайны. Бөтөнләй үҙенә бикләнгән, ҡулдарын хатта бөкөрәйтеп ултыра ине. Эргәһенә барып, ҡулдарынан һыйпап, “Борсолма, асыл” тинем, өсөнсө күрешкәндә йылмайып, бөтөнләй яҡтырып китте. Кеше күҙ алдында үҙгәрҙе.
– Осрашыуҙарҙан йәнә бер-ике сағыу мәлде телгә алһағыҙ...
– Бер психологик фильм күрһәткәйнек. Унда һыңар аяҡлы егет менән бер ҡулы булмаған ҡыҙ балет бейей. Йәғни өс аяҡ һәм өс ҡул... “Бына бит, кешенең мөмкинлектәре сикләнһә лә, ниҙәр атҡара!” – тибеҙ. Ә психолог Ғабдулла Хәмитов, төрлө уйындар үткәреп, медитацияға өйрәтте. Һуңғыһында иһә ҡатнашыусылар үҙҙәрен тәүҙә ҡаланың, унан илдең, ҡәлғәнең, һуңынан йыһандың бер өлөшө итеп тоя алды.
– Ә ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй фекерҙә?
– Ғөмүмән, улар гел генә киләһе осрашыуҙы көтөп ҡалғандарын белдерә. Ә айырым алғанда, иң иҫтә ҡалғаны ошо фекерҙәр булды: “Тормошта маҡсатың булыуы ҡайһылай мөһим икән!..”, “Балаларым янына тиҙерәк ҡайтырға һәм бында кире килмәҫкә!..”
– Булған ерҙәрегеҙҙәге мөхитте нисек һүрәтләр инегеҙ?
– Бер урында “Һине өйҙә көтөүҙәрен, наҙыңа һәм ярҙамыңа мохтаж булыуҙарын иҫеңдән сығарма” тигән яҙма ҡаршы алды. Шул тирәлә үк үҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡайындар һәм раузалар... Ишембай учреждениеһына ингәндә иһә Зоя Космодемьянская “сәләмләй”. Ихатаһы сәскәләргә күмелгән.
– Социаль адаптация тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле...
– Иреккә сыҡҡан кешенең мәҙәни нормаларҙы һәм социаль ролдәрҙе үҙләштереү осоронда иң яуаплы һәм йомғаҡлаусы мәл – азат тормошҡа яраҡлашыуы. Ваҡыты менән ауыр шарттарға өйрәнергә тура килә. Элекке бәйләнештәр өҙөлгән, йәшәр урын юҡ, эш мәсьәләһе ҡатмарлы. Былар барыһы ла түҙемлек талап итә, ә бит бөтәһенең дә ошо осорҙо еңеп сығырға хәленән килмәй. Һөҙөмтәлә күптәр ҡабаттан енәйәт юлына баҫа. Һуңғы арала асыҡланыуынса, бары әхлаҡи һәм практик әҙерлектәр генә етмәй. Шулай уҡ психологик йәһәттән дә тәжрибә туплау зарур. Был иһә көнкүреш шарттарына яраҡлашыуҙа ҙурыраҡ мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә иреккә сыҡҡан кешелә яңы шарттарҙа йәшәүгә ынтылыш формалаша. Йәғни йәмғиәттә үҙ урыныңды табыу, яңы эш атҡарыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаясаҡ.
Ә психотерапевт менән әңгәмәләр шәхсән рәүештә йәки төркөмдә үткәрелә, ләкин уларҙың бер-береһен белеүе шарт. Ундай төркөмдәрҙә һөйләшеү асыҡтан-асыҡ бара, ә тәрбиәсенең маҡсаты бары дөрөҫ йүнәлештәр күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.
Хөкөм ителгәндәрҙең ҡабаттан енәйәт ҡылыуы иһә иреккә сыҡҡандан һуңғы өс йылға тап килә. Яртыһынан күберәге хатта тәүге йылда уҡ башҡарыла. Ул ваҡытта кеше тирә-яҡта нимә барғанын да йүнләп аңламай ҡала, сөнки иреккә сыҡҡас, күп осраҡта кеше бер шарттан икенсеһенә күсергә әҙерләнеп тә өлгөрмәй. Ғаилә менән бәйләнештең яҡшырыуы, торлаҡ, эш урыны табыу, буш ваҡыттың файҙалы уҙыуы, әлбиттә, иң тәүҙә яҡындарынан һәм туғандарынан тора. Ошо юҫыҡта иһә беҙ ярҙам итергә тырышабыҙ ҙа инде, шуға ла хәҙер улар Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының барлығын һәм һәр саҡ ярҙамға киләсәген белә. Улар төрлө һорау һәм мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә ала.
Күптән түгел йәнә бер конференция уҙғарҙыҡ. Унда иреккә сыҡҡандар менән эш итеүҙең әһәмиәте, уны ғәмәлдә нисек алып барырға кәрәклеге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Сарала прокуратура, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа учреждение вәкилдәре ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре иһә үҙ сиратында ошо йүнәлештәге эшкә ҡушылырға әҙерлеген белдерҙе. Тимәк, эш артабан да дауам итәсәк. Ғөмүмән, проектты хуплаусыларҙың күп булыуы һөйөндөрә.
Денис ҒИЛМАНОВ әңгәмәләште.