Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙерлекле егет әрмелә лә юғалмаҫ
Республика ДОСААФ-ына 2000 йылдан бирле запастағы генерал-майор Илгиз Таңатаров етәкселек итә. Илдәге ижтимағи ҡоролош алмашыныу касафаты был ойошмаға ла ҡағылмай ҡалманы һәм яңы етәксе килеү мәленә республикала ойошманың 32 район подразделениеһы ябылған, бинаһы-мөлкәте һатылған була.
Ҡыҙыу нөктәләрҙә ракета бригадаһы командиры сифатында хеҙмәт итеп ҡайтҡан һәм тыныс тормоштоң ҡәҙерен белгән Таңатаров бының ни тиклем хата аҙым икәнен яҡшы аңлай. Кисекмәҫтән ойошманың элекке ҡеүәтен аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона ул.
Һөҙөмтәлә ябылған подразделениеларҙың 27-һе ҡабаттан асылған, ҡалғандарын тергеҙеү буйынса ла ныҡышмалы эш алып барыла. Республика ойошмаһының әүҙемлек күрһәткесе итеп бер-ике миҫал килтереү урынлы булыр: Волга буйы федераль округында ДОСААФ-тың бөтәһе 198 урындағы советы эшләһә, шуның 52-һе – Башҡортостанда. Беҙҙә йыл һайын Рәсәй Ҡораллы Көстәре өсөн 2 500 белгес әҙерләнә, был күрһәткес тә — округта иң юғарыһы.
— Сифатлы әҙерлек үтеп, армияға киткән балаларыбыҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡатмарлы хәрби техниканы һәм ҡорамалдарҙы үҙләштерә, уларҙың специальносы, техник белемдәре лә бар. Тимәк, егеттәрҙе окоп ҡаҙырға мәжбүр итмәйәсәктәр, — ти Илгиз Ғәзиз улы. — Ә РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, техник әҙерлекле һалдаттарға ихтыяж һуңғы йылдарҙа ике тапҡырҙан ашыуға артҡан.
Хәҙер хаҡтарға киләйек. ДОСААФ ниндәй аҡсаға көн күрә? Бер буласаҡ яугирҙе уҡытыуға Оборона министрлығы 12,6 мең һум аҡса бүлә. Ғәмәлдә иһә сығым 25 мең һум самаһы тәшкил итә. Тимәк, финанслау ихтыяждың яртыһын ҡаплауға ғына етә. Ҡалғанына төбәк ойошмаһы үҙе эшләп тапҡан аҡсаны бүлә. Төп сығанаҡтарҙың береһе – ҙур һорау менән файҙаланған техник һөнәрҙәргә уҡытыусы курстар. Кемдер, юғары уҡыу йорттарына инә алмағанлыҡтан, йә тура ошонда килеп, егерме биш специальность араһынан үҙенә оҡшағанын һайлай. Водитель, электрик, автослесарь һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерәләр бында. Үткән уҡыу йылында, мәҫәлән, ДОСААФ-тың белем биреү учреждениеларында 30 мең кеше уҡып сыҡҡан.
ДОСААФ ойошмаһының төп тәғәйенләнеше — үҫмерҙәрҙе армияға әҙерләү. Был йүнәлешкә Башҡортостан төбәк ойошмаһында бик ҙур әһәмиәт бирелә. Мәктәп уҡыусылары уның секцияларында автомобиль йөрөтөргә, атырға, парашют менән һикерергә, планерҙа осорға өйрәнә ала. ДОСААФ йылына 400-ләп ярыш үткәрә. Спорт тәрбиәһе биреү буйынса ул Волга буйы федераль округында беренсе, Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа төрлө секциялар асыла, чемпиондар тәрбиәләнә. Авиация, авиамодель, мотоцикл, һыу-мотор кеүек секцияларҙың матди нигеҙен тәьмин итеү ҡиммәткә төшә. Әйтәйек, бер картинг 55—65 мең, сит ил винтовкаһы 80—90 мең, кросс ярышы мотоциклы 150 мең һум тора. Ә дәүләт кимәлендә финанслау мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ойошманың үҙенә генә был тиклем сығымдарҙы ҡаплау — мөмкин булмаған эш. Быйыл мотокростың ун этабын үткәрергә бағыусылар ярҙам иткән. Йәйге биатлондың ете этабы, атыу, авиамоделизм, башҡа күп төрҙәр буйынса ярыштар ойошторолған. Уларҙа йыл да 50 меңләп бала ҡатнаша. Ауырлыҡ менән булһа ла бөтә райондарҙы ла тиерлек атыу күнекмәләре үткәреү өсөн заманса база менән тәьмин иткәндәр. “Скат” компьютерҙа атыу тренажерҙары ғына ла — ҡырҡ ике. Шунлыҡтан үҫмерҙәребеҙ Рәсәй ярыштарында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Спорттың авиация төрҙәрендә призлы урындар яулана. Мәҫәлән, быйыл Рәсәй Кубогына парашют-тау саңғыһы икебәйгеһендә Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы — 1-се, ир-егеттәр командаһы 2-се урын алды. Орскиҙа классик парашютизм буйынса беҙҙекеләр Волга буйы федераль округы чемпионы булды. Ошо уҡ төрҙә Чебоксар ҡалаһында юниорҙар араһында үткән Рәсәй беренселегендә Күмертау спортсыһы Максим Рубцов абсолют чемпион исемен яулай. Сербияла үткән Европа беренселегендә иһә ул парашютта ергә төшөү теүәллеге буйынса һәм шәхси акробатикала өсөнсө урынды ала. Краснодар крайында парашют спорты буйынса БДБ дәүләттәре Кубогына ярышта Башҡортостан командаһы дүртенсе була.
— Республикала спорттың авиация төрҙәрен үҫтереү өсөн шарттар бар, — тип иҫәпләй Илгиз Таңатаров. — Ҡалаларыбыҙҙа совет заманынан ҡалған урындағы авиалиниялар аэропорттары бар. Уларҙы авиация-спорт ойошмаларын урынлаштырыу өсөн файҙаланырға була.
Ысынлап та, республикалағы таулы ландшафт дельтаплан һәм параплан спортын үҫтереү өсөн уңайлы. Башҡортостанда ике дельтадром бар: Әбйәлил районында — “Асҡар” һәм Туймазы районында — “Ҡандракүл”. Улар һауа хәрәкәтенә идара итеү үҙәктәре тарафынан раҫланған Осоштарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса инструкцияға эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был дельтадромдарҙың спортсыларҙы урынлаштырыу инфраструктураһы һәм тауға менеү ҡулайламалары юҡ. Тау үренә ДОСААФ бүлгән КамАЗ-дар йә “Урал” машиналары алып менә. “Асҡар” дельтадромын йыһазлау тураһындағы мәсьәлә биш йыл элек күтәрелә. Инфраструктураның проекты эшләнә.
Күмертау һәм Октябрьский ҡалаларында ДОСААФ аэроклубтары әүҙем эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Стәрлетамаҡ һәм Сибайҙағы аэроклубтарҙың эшмәкәрлеге аҡса етмәү арҡаһында туҡтатылған. Проблеманы хәл итеү юлдары эҙләнә, әлбиттә. Муса Гәрәев исемендәге Үҙәк аэроклубтың матди-техник нигеҙен яңыртыу өсөн дә инвестиция проекты эшләнә. Авиация эшмәкәрлегенә аҡса һалыу бик табышлы булыуы ла ихтимал. АҠШ-та, мәҫәлән, 200 меңдән ашыу кешенең шәхси һауа судноһы бар. Беҙҙә был йүнәлеш яңы үҫеш юлына баҫҡан. ДОСААФ аэроклубтарының ошондай судноларға идара итергә өйрәтеү тәжрибәһе һәм базаһы бар.
Ҡыҫҡаһы, был ойошма ғәмәлгә ашырған эштәр ҙә, ауыҙ тултырып һөйләрлек уңыштар ҙа аҙ түгел. Иң мөһиме – ул йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итә, илһөйәрлек рухында тәрбиәләй.
Гөлсимә СӘЛИХОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә