Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәмһеҙ бала саҡҡа ҡайттым
Ғәмһеҙ бала саҡҡа ҡайттым Һәр кемдең дә була бер шөғөлө, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошторолған үҙенсәлекле күргәҙмәне ҡарағас инандым.

Барлығы 180-гә яҡын автомобиль моделенең, нумизматик һәм фалеристик әйбер­ҙәрҙең авторы – Баймаҡ ҡалаһы егете, “Йәшлек” гәзите хеҙмәткәре Айбулат Ишназаров. Күргәҙмәлә нимәләр генә юҡ: тәүге еңел автомобил­дәрҙән алып “Икарус”, “Паз” автобустары, Советтар Союзында сыҡҡан барлыҡ йөк автомобилдәре, ауыл хужа­лығы техникаһы тиһеңме, төрлө йылдарҙағы тәңкәләр, һәр береһе тарихҡа тиң значоктар... Күргәҙмәне тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел, сөнки һәр әйбер һине ғәмһеҙ бала саҡ хәтирәләренә йә булмаһа дәртле йәшлек йылдарына алып ҡайта. Айбулат Ишназаровтың уникаль кол­лекцияһы донъяһын сәғәттәр буйы рәхәтләнеп “гиҙергә” була: төрлө самолет моделдәрен ҡарайһыңмы, әллә “ҡорос ат”тарҙы ауыҙлыҡлай­һыңмы, Петр Беренсе, Николай Беренсе заманындағы тәңкәләрҙе күреп, төрлө илдең значоктары менән танышаһыңмы...
Ғәмһеҙ бала саҡҡа ҡайттым– Иҫ киткес шәп күргәҙмә, бигерәк тә балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, – ти музей хеҙмәткәре Рәзилә Ишбулатова. – Мәктәп яны балалар лагерында ял итеүселәр беҙгә ашҡынып тора, хатта күрше райондарҙан да киләләр. Бөгөн урамдарҙа елеп йөрөгән сит ил машиналарын күпкә яҡшы белгән уҡыусыларҙа төрлө йылдарҙа үҙебеҙҙең илдә етеш­терелгән автомобилдәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың күптәрен балаларҙың тәү күреүелер.
Һәр эштең башы була тигәндәй, Айбулат Ишназаровтың был шөғөлгә тотоноп китеүендә бер осраҡтың әһәмиәте ҙур. Уйламағанда уның ҡулына СССР һәм Рәсәй авиацияһы пилот-инструкторы Василий Ершовтың китабы килеп эләгә. Ҡыҙыҡһынып тиҙ генә уҡып сыҡҡас, егеттең күңелендә модель эшләп ҡарау теләге тыуа. Тәүге эше Ту-154А моделен ярты йыл эсендә яһай (әле ундай өлгөләрҙе ни бары ике ай эсендә “һә” тигәнсә эшләп ҡуя). Артабан ҡыҙыҡһыныусан егетте фалеристика өлкәһе үҙенә тарта, Баш­ҡортостан ҡала һәм райондары, герой-ҡалалар, 1980 йылдағы Олимпиада һәм башҡа бик күп тарихи урындарҙы һәм ваҡиғаларҙы сағылдырған значоктар туп­лай башлай. Әле улар коллекционерҙың багажында 500-ҙән ашыу дана иҫәпләнә.
2014 йылдан ул автомобиль моделдәре менән ҡыҙыҡһынып китә. Хәйер, техника менән Айбулаттың дуҫлығы бала саҡтан килә: йәш техниктар түңәрәгенә йөрөй, төрлө махсус китаптар уҡый, журналдар алдыра. 2007-2008 йылдарҙа автомоделизм түңәрәге лә алып бара. Тәүге эше булып “ЗиМ” (“ГАЗ-12”) моделен төҙөү була, әле уның 180-гә яҡын төрлө автомобиль моделдәре бар.
“Ни өсөн Советтар Союзы ваҡытындағы автомобилдәр коллекцияғыҙҙың төп өлөшөн тәшкил итә?” тигән һорауыма, геройым:
– Йылдар үтеү менән заман да үҙгәрә. Ҡасандыр мин ултырып йәки күреп йөрөгән машиналар тарих биттәрендә ҡала. Бөгөн Совет осоро автомобилдәрен урамда бик һирәк осратырға мөмкин. Киләсәк быуын үҙебеҙҙең тарихты белеп үҫһен, уның менән ғорурланһын. Беҙҙең СССР техникаһы юғары хаҡҡа торошло сит ил машиналарынан һис тә ҡалышмаған, шуға күрә уның ябай һәм көслө булыуы менән күпкә отошлораҡ икәнлеген күрһәткем килде, – тип яуап бирҙе.
Ысынлап та, илһөйәрлек тойғоһо уята был күргәҙмә, ә инде авторҙың һәр эше хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләүе күптәр күңелендә ошо шөғөлгә тотоноп ҡарау теләген ҡабыҙмай ҡалдырмағандыр, моғайын.
Әлбиттә, тәү ҡарашҡа еңел күренгән эш күп ваҡыт һәм түҙемлек талап итә. Нескәлектәренә килгәндә, улар ярайһы уҡ мәшәҡәтле. Тәүҙә модель өсөн әйберҙәрҙе аукциондарҙа йәки интернет-магазин аша һатып алырға кәрәк. Бигерәк тә был осраҡта йыйылма моделдәргә өҫтөнлөк биреү мотлаҡ, сөнки әҙерҙәрен алған хәлдә төҫтәре йәки өлөштәре тап килмәүе ихтимал. Шуға күрә Айбулат кеүек коллекционер-моделистарға һәр деталде тап килтереү һәм буяу эше менән сәғәттәр буйы шөғөлләнергә тура килә.
Киләсәктә Айбулат Ишназаров яратҡан шөғөлөн дауам итергә уйлай. Дуҫтары һәм туғандары уның теләгенә ҡаршы килмәй, киреһенсә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Кем белә, бәлки, бәләкәй ҡалала тыуып үҫкән ябай башҡорт егетенең үҙенсәлекле күргәҙмәһе башҡа ҙур ҡалаларҙа һәм сит илдәрҙә лә урын алыр әле.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә