Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йыйыла алтын бөртөк
Йыйыла алтын бөртөк Һәр ерҙәге кеүек үк, ауыл хужалығы тармағында ҡатмарлыҡтар сығып ҡына тора. Әммә хәләл көсөн ергә һалып, уңышын һәм ҡыуанысын ерҙән алып өйрәнгән ауыл кешеһе бында ла күндәм, эшкә әрһеҙ. Быйыл күгәрсендәрҙе ямғыр бөтөнләй иркәләмәгән, һуңғы тапҡыр май башында яуған. Һөҙөмтәлә диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан баҫыу ерҙәре дым етмәгәнлектән ярыла башлаған. Шулай ҙа ауыл эшсәндәре төшөнкөлөккә бирелмәй, мул уңышҡа өмөт итә. Улар аяҙ көндөң һәр сәғәтен генә түгел, ә минутын файҙаланып, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙа тир түгә.


Йыйыла алтын бөртөк— Көндәр ҡоро торғас, ҙур уңыш­ҡа өмөтләнмәгәйнек, әммә тәүге һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ: ҡайһы бер арыш баҫыуҙарының гектар ҡеүәте — 30 центнерҙан ашыу, ә иң кәме 19 центнер булғандыр, — ти “Тәүәкән” ауыл хужалығы пред­прия­тиеһының директор урын­ба­ҫары Азамат Хисмәтуллин. — Яҙҙан дымдың етерлек булыуы, баҫыуҙарҙы сифатлы эшкәртеү, минераль ашлама менән туҡландырыу ҙа файҙаһын бирмәй ҡалмағандыр, моғайын.
Әйткәндәй, “Тәүәкән” – райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе. “Алексеевка” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының ер­ҙә­рен дә ҡушҡас, бөгөн ул 22 мең гектар майҙанды биләй. Бында буш ятҡан баҫыуҙарҙы осратмаҫһың, һәр береһе тәрбиәле. Көҙ ауыл эшсәндәре алдында иген культураларынан тыш, борсаҡ, ҡара­бойҙай, люпин, кукуруз, көнбағыш, сөгөлдөр йыйып алыу бурысы тора. Белгестәр билдәләүенсә, ырҙын табаҡтары-келәттәр, сенаж соҡорҙары ла тулы буласаҡ.
Ураҡ осоронда хужалыҡтың сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән 19 комбайны баҫыуҙарҙы иңләй. Комбайнсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илшат Абдрахманов, Шакир Кинйәбаев менән Ишбулат Шаһивәлиев уңыш йыйыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә, етәкселек уларҙы маҡтап ҡына телгә ала. Ошо көндәрҙә игенселәр арыш баҫыуынан мул уңыш йыйып алыуға өлгәшкән. Ужым бойҙайының гектар ҡеүәте юғары, һәр гектарҙан 29 центнер ашлыҡ һуҡҡандар. Арыш иһә 26 центнер тәшкил итә. Ҡеүәтле техника ярҙамында ашлыҡ туранан-тура йәмғиәттең ырҙын табағына оҙатыла, һаламды иһә төргәктәргә төрөп мал ихатаһына ташыйҙар. Көндәрҙең ҡоро тороуын иҫәпкә алып, баҫыуҙарҙа янғын һүндереү машиналары дежур итә.
Хужалыҡ игенселәре ужым культураларының, арыштың яртыһынан күберәген һуғып та алған, ошо көндәрҙә башҡа баҫыуҙарға тотонмаҡсылар. Эш бер сменала ойошторолған, ике тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған. Техника паркының йыл һайын тиерлек яңыртылып тороуы һөҙөмтәһендә, ватылып ултырған техниканы осратмаҫһың. Яғыулыҡҡа ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр, хатта көҙгәсә етәсәк, тиҙәр.
— Көндәр матур торһа, урып-йыйыу эштәрен сентябрь урталарына тамамларға ниәтләйбеҙ, ә был бурысты теүәлләргә уңған, эшһөйәр халыҡ беҙҙә етерлек, — ти Азамат Рәшит улы.
Йыйыла алтын бөртөкНово-Покровка ауылынан аталы-уллы Владимир менән Дмитрий Агеевтарҙың да крәҫтиән (фермер) хужалығы нигеҙҙә баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың дөйөм алғанда 1600 гектар ере бар. Владимир Васильевич 2004 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторһа, улы Дмитрий 2012 йылда асырға йөрьәт итә. Быйыл яҙ көнбағыш һәм иген культуралары сәскәндәр. Әле баҫыуҙа эш ҡыҙыу ойошторолған: баҫыу яландарын ике яңы комбайн иңләй. Тритикале яҡшы үҫкән, һәр гектарҙан 20 центнер уңыш йыялар. “Ямғырһыҙ йылда был һәйбәт күрһәткес, баҫыуҙар нисә ай инде һыуһыҙ интегә. Үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға ниәтләйбеҙ”, — ти улар.
Көҙгө уңышҡа фермерҙар ныҡлап әҙерләнгән, яғыулыҡты ла алдан хәстәрләп, техниканы ремонтлап ҡуйғандар. Бөгөн баҫыуҙа эште тотҡарлаған бер генә сәбәп тә юҡ. Ашлыҡ туранан-тура ырҙын табағына оҙатыла. Киптерелгән орлоҡ келәттәргә урынлаштырыла. Уны һатыу ҙа яҡшы ойошторолған, сифатлы ашлыҡҡа ихтыяж ҙур. Продукцияны урындағы халыҡтан тыш, күрше ауылдарҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә килеп алалар. “Төп проблема — ҡул көсө етешмәй. Йәштәрҙең булмауы көйөнөслө. Хеҙмәт хаҡын да эшенә ҡарап түләр инек, тик эш һорап килеүсе генә юҡ”, — ти Агеевтар.







Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә