Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнмәһен
Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнмәһен Заман техникаһы үҫешкән һайын, юлдарҙағы “тимер ат”тар һаны ла ишәйгәндән-ишәйә. Бөгөн транспорт сараларының ниндәй генә төрө юҡ. Хәлеңдән килһә, йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа был уңайлы, әлбиттә. Юлда аҙапланып, этелеп-төртөлөп йәмәғәт транспортында йөрөмәйһең, тығындарҙа тормайһың, ваҡытың да бушҡа сарыф ителмәй. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар — һуңғы ваҡытта юл-транспорт фажиғәләре бермә-бер артты.


Ҡайһы саҡта әллә ҡайҙан елдәй осоп килгән, йәйәүлеләрҙән дә күберәк то­йол­ған машиналарға ҡарайһың да све­тофорҙың йәшел утына ла үтергә ҡурҡып тораһың. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен биш бармағың кеүек белһәң дә, башҡаларҙың уны боҙмаҫына ышаныс аҙ. Саҡ ҡына иғтибарыңды юйып, абайламай ҡалһаң, тыйылған ерҙән дә машина килеп сығыуы ихтимал. Ә инде төрлө ойошма, магазин, йорт алдарына тығыҙлап теҙелгән “тимер ат”тарҙың ниндәй мәшәҡәт тыуҙырыуын әйтеп тораһы ла түгел. Һәр береһе йомошо булған ергә яҡыныраҡ барырға, машинаһын үҙенә уңайлыраҡ урынға ҡуйырға тырыша, уны газон өҫтөнә мендерәме, юлды ҡаплаймы — барыбер. Автомобиль һөйөүселәрҙең әллә үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыуынан, әллә инде транспорт сараларының ысынлап та саманан тыш күбәйеп китеүенән, күп кенә мәшәҡәтле һәм хатта хәүефле проблемаларҙы ла хәл итергә тура килә. Бына ошондай осраҡтарҙа баһалана ла инде Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәте. Ысынлап та, әленән-әле ҡабул ителгән ҡағиҙәләр, водителдәрҙең иғтибарлығын, яуаплылығын арттырыу өсөн булды­рыл­ған штрафтар, ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереп торған хеҙмәттәр булмаһа, юл хәрәкәтендәге сыуалыш, башбаш­таҡ­лыҡты күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡы­ныс булыр ине.

Ҡағиҙәләрҙе кем боҙа?

Дәүләт транспортынан тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙың автобустары менән файҙаланыуҙың хәүефле булыуын әле­нән-әле иҫкәртеп торһалар ҙа, бөгөнгәсә был турала артыҡ уйланған кеше булманы тиерлек. Барыһы ла ашыға, йүгерә, ниәт иткән еренә тиҙерәк барып етергә тырыша. Был турала матбуғат саралары ла йыш ҡына яҡтыртып тора, әммә кү­ңелһеҙ күрһәткестәр кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Дәүләт автоинспекцияһы бир­гән мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, юлда ҡағиҙә боҙоусыларҙың, һәләк булған­дарҙың, ғүмерлеккә ғәрип ҡалғандарҙың күплеге шаҡ ҡатыра. Мәҫәлән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белде­реүенсә, юлдар­ҙа йыл һайын 1 миллион 240 мең ке­шенең ғүмере өҙөлә. Былтыр Рәсәй юлдарында 184 мең юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 23 мең кеше һәләк булған. Был Европаға ҡарағанда — биш, АҠШ-тан ике тапҡырға күберәк. Был йәһәттән берәүҙәр — Рәсәй юлда­рының торошон, икенселәре водител­дәрҙең мәҙәни кимәленең түбән булыуын төп сәбәп тип һанай. Әммә аңыбыҙ статистиканы ғына үҙгәртә алмай — быйыл 28 июлдә генә, мәҫәлән, республика юлдарында 12 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, икәүһе төрлө тән йәрәхәте алған.
Тик һуңғы ваҡытта ҡала буйлап мыжғып йөрөгән йәмәғәт автобустарының ҡапыл ғына юғалып, кәмеп ҡалыуы күптәрҙә ғәжәпләнеү уятҡандыр. Ни тиһәң дә, “ГАЗель” микроавтобустарына бары­һы ла ғәҙәтләнеп киткәйне. Шулай ҙа дөйөм ҡағиҙәләрҙе әллә ни һанға һуҡмаған “ГАЗель” водителдәренең юлдарҙа өҫтөнлөк алыуы йәмғиәттә төрлө ҡараш тыуҙырҙы. Берәүҙәр, уларҙың юл йөрөүен мотлаҡ тәртипкә һалырға кәрәк, тиһә, икенселәре юлдарҙы “ГАЗел”дәрҙән бө­төнләй бушатыу яғында. Әлбиттә, был осраҡта тап ошо төр транспортты иң уңай­лы тип тапҡандар ҙа юҡ түгел. Ундайҙар ғәмәлдә ғүмер хәүефһеҙлеген түгел, ә микро­автобустарҙың уңайлы­лы­ғын, тиҙлеген тәүге урынға ҡуя. Ә бит асылда юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡ­тарының 70 проценты тап “ГАЗель” водителдәренә тура килә. Автобустар ҡатнашлығындағы аварияларҙың 40 процентында ла нәҡ улар ғәйепле. Ғөмүмән, тейешенән артыҡ пассажир ташыусы автобус водителдәренең кеше ғүмеренә битараф булыуы әсендерә. Мәҫәлән, 15 июлдән 27 июлгә тиклем, “Автобус” операцияһы барышында, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 4 мең 200 осраҡ асыҡланған. Уларҙың күбеһе Өфөлә теркәлгән. Күптәренең транспорт торошо төҙөк булмаһа, икенселәренең документтары тәртиптә түгел. Кеше ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙең ҡыланышы иһә бөтөнләй башҡа һыймай.
Яңыраҡ ҡына полиция хеҙмәткәрҙәре, туристар ташыу менән шөғөлләнгән автобус водителен туҡтатып, шоферҙың иҫерек булыуын асыҡлаған. Уның әйтеүенсә, Бөрйәндә, Ағиҙел буйлап һалдарҙа ағыусыларҙы көтөп арығас, ул тамаҡ “сылатып” алған. Ә бит ул Баш­ҡортостандан Магнитогорск ҡалаһына ҡайтып барған 28 кешенең ғүмере өсөн яуаплы була. Тикшереү барышында, законға ярашлы, водителдең таныҡлығы тартып алынған, уға 30 мең һум штраф һалынған.

Иң мөһиме —
һөҙөмтәһе булһын

Яңыраҡ йәмәғәт транспортының эшен көй­ләү, тәртип боҙоуҙарҙы туҡтатыу маҡ­са­тында яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Фе­дераль законға индерелгән төҙәт­мәләргә ярашлы, пассажирҙар ташыусы компанияларҙың бындай эшмәкәрлеккә рөхсәт ҡағыҙы, маршрут карталары бу­лырға тейеш. Шулай уҡ яңы закон буйынса водителдәр ҙә социаль яҡтан яҡланасаҡ, эш хаҡтары, һалым түләү һәм хеҙмәтләндереү сифаты, хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҙә ныҡлы контролгә алынасаҡ. Әлеге көндә был законды ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән республика райондарында “Автобус” операцияһы бара.
Белорет районында йыл башында уҡ ҡала маршрутында йөрөү өсөн конкурс уҙғарылып, уның еңеүселәре билдә­ләнгәйне. Был хаҡтағы мәғлүмәт – ташыусылар һәм маршрут реестры, дөйөм файҙаланыштағы автобустар йөрөгән урамдар исемлеге һәм график — район хакимиәтенең рәсми сайтына ҡуйылды. Тәүге көндә үк ЮХХДИ инспекторҙары менән ойошторолған операция барышын­да ҡала йәмәғәт транспортын хеҙ­мәт­ләндергән күп кенә водителдәрҙең маршрут карталары, башҡа төрлө документтары булмауы асыҡланған. Был йәһәттән тәүге ике көндә үк водителдәргә ҡарата ете протокол төҙөлгән. Административ кодексҡа ярашлы, маршрут картаһыҙ пассажирҙар ташыған водителдәргә — 5 мең һум, вазифалы кешеләргә — 30 мең һум, юридик шәхестәргә 300 мең һум штраф ҡаралған.
Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы вәкиле өлкән инспектор Л. Поздеев әйтеүенсә, “Автобус” операцияһы 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Әммә әле үк шуны билдәләргә мөмкин: йәмәғәт транспортына бәйле хәлдәр маҡта­нырлыҡ түгел. Әйтәйек, ошоғаса Сибай ҡалаһы маршруттары шәхси эшҡыуарҙар ҡулында булған. Ҡала халҡын йәмғеһе 30-ҙан ашыу микроавтобус хеҙмәтлән­дергән. Әммә тикшереү һө­ҙөмтәләре буйынса, маршрут карта­ла­рының булмауы, штрафтарҙың ваҡы­тында түлән­мәүе сәбәпле, уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатҡандар. Әле иһә хеҙмәтләндереүҙе тулыһынса “Башавтотранс” йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Әлбиттә, бындай хәл халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, сөнки автобус маршруттарының хәрәкәт итеү интервалы 30 минуттан да артып китә.
Учалыла ла халыҡты тулыһынса “Баш­автотранс” йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Ә бына Асҡарҙа, киреһенсә, халыҡты ташыу килемле бизнес һанала. Иң мөһиме — хеҙмәтләндереү буйынса дәғүәләр юҡ. Белоретта иһә бөтәһе 44 маршрут автобусы эшләй. Уларҙың барыһы ла маршрут картаһына эйә, муниципаль маршруттың реестрына индерелгән. Ә бына улар менән бер рәттән 54 авто­бустың законһыҙ эшләргә тырышыуын бер нисек тә аңлатып булмай. Әлеге ваҡытта уларҙың 15-енә административ эш асылған. Законһыҙ эшләгән ошо 50-нән ашыу автобустың эшмәкәрлегенән сығып ҡына фекер йөрөткәндә лә, ни тиклем һалым түләнмәгәнен, бюджеттың күпме аҡса юғалтыуын яҡшы самаларға була.





Автор: Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә