Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡмай, тимәк, яратамы?!
Туҡмай, тимәк, яратамы?! Республиканың ниндәй генә ауылына һуғылһаң да, ундағы күпмелер ир-егеттең Себер тарафтарына эшкә китеүе хаҡында ишетәһең. Урында, яҡын-тирәлә килем сығанағы булмағанлыҡтан халҡыбыҙҙың уландары, ғәзиз ғаиләләрен ҡалдырып, алыҫтарға юлланырға мәжбүр. Кемдер бер ай эшләй, икенсеһе ял итә, бәғзеләрҙең режимы икешәр айға ҡоролған. Яҡын кешеһен оҙаҡ ваҡыт күрмәгән ҡатындарҙың, атаһын һағынған балаларҙың тормошо ҙур тырышлыҡ менән һәүетемсә генә дауам иткән кеүек булһа ла, ғаилә башлығы эштән ҡайтып төшкәс, йылы мөхиттә, тәмлекәстәр менән һыйланып, табын артында аралашыу, күрешеү урынына уғата күңелһеҙ осраҡтар ҙа булып ҡуя... Вокзал-аэропортта уҡ иҫереп, эшләгән аҡсаһын кәйеф-сафаға түгеп, ауылына ҡарамаҫлыҡ һында килеп ингән ир-егеттәрҙе күреп, йән әрней.


“Ике бала үҫтерәбеҙ, береһе – студент, икенсеһе мәктәптә уҡый. Ирем ай буйына эшкә китә. Мал да, йорт та, ғаиләләге башҡа мәшәҡәттәр ҙә минең елкәлә. Ярай ҙа ялға ҡайтҡас, беҙҙең менән аралашып, ҡулыбыҙҙан килмәгәнде үҙе башҡарып, донъяны теүәлләп китһә... Эш урынынан поезға ултырғас та “хеҙмәттәштәре” менән “байрам” итә башлай, өйгә ҡайтып ингәнендә ҡоторған, ажғырған хайуандан кәм булмай ҡиәфәте. Туплаған аҡсаһының яртыһының әҙерәге генә беҙгә – ғаиләгә татый, ҡалғанына үҙем хужа тигәндәй, уны теттереп бөтөрә. Ауылдағы ир-егеттәр менән дә күрешеү эскеһеҙ үтмәй. Ахыр сиктә яман һүҙҙәр менән беҙҙе “тәнҡитләй” башлай, ҡул күтәрергә лә күп һорамай. Сараһыҙҙан, атай, ир кешенең Себерҙә булғанынан да яҡшыраҡ сағы юҡ икән, тип уйларға мәжбүрбеҙ, сөнки ул саҡта донъя ла тыныс, күңелдә генә “Имен-һау йөрөп ҡайтһын” тигән теләк-өмөт йәшәй. Һағынып көтөп алған ғаилә башлығының ошолай тупаҫ ҡыланыуын нисек аңларға ла артабан нисек йәшәргә икән?” – тип бәйән итте ҡырҡ йәштәрҙәге бер ханым.
Айҙар, аҙналар буйына донъяны ир ҙә, ҡатын да урынына көткән гүзәл зат­тар­ҙың ошондай йәберләнеүгә хаҡы бармы икән һуң? Ни тиһәң дә, кешелек барлыҡҡа килгәндә үк ҡатын-ҡыҙ наҙлы, нескә итеп яратылған, ир-егеттәргә иһә уларҙы ҡурсалау, яҡлау бурысы йөкмә­тел­гән. Әлбиттә, гүзәл зат өйҙә ҡул ҡау­шырып ултырмай, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ваҡ мәшәҡәттәр менән бер рәттән ғаилә ағзаларының үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләй, йәғни рухи, әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе лә, йылы мөхитте лә хәстәрләп өлгөрә. Ир мал табыусы икән, ҡатын – уны бәрәкәтле итеүсе. Һис шикһеҙ, сатлама һыуыҡта, ҡатмарлы шарттарҙа хеҙмәт итеү уйын эш түгел. Тыуған яҡ, ғаилә, ауылдаштар ҙа һағындыра. Әммә был ҡайтыу менән эскегә һалышырға тигәнде аңлатмайҙыр бит. Тапҡан аҡсаны иҫерткескә, кәйеф-сафаға түгеүҙән ни фәтүә, әгәр уны ғәзиз ғаиләңә тотон­ма­һаң?! Йорт хужаһының бер туҡтауһыҙ “күңел асыуы”нан да бигерәк ҡул күтәреүе аяныслы. Әгәр ҙә ошондай хәлгә дусар булдығыҙ икән, ниндәй саралар күрергә мөмкин?
Өс тәүлек эсендә дауаханаға йә травма пунктына барып, һуғыуҙан күгәргән урын­дарҙы күрһәтергә кәрәк. Уларҙы тер­кә­гәндән һуң, табип бының хаҡта тәф­тиш­сегә хәбәр итергә тейеш. Хоҡуҡ яҡлау органы вәкиле ғаилә йәшәгән биләмәгә килә, урындағы участковый менән берлектә тикшереүҙе дауам итә – енәйәт эше асыла, артабан хәл про­куратураға тапшырыла.
Ҡатынына ҡул күтәргән ирҙе ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары мөмкин? Енәйәт ҡануниәтенә ярашлы, кешегә ҡарата көс ҡулланған өсөн мотлаҡ яза ҡаралған. Туҡмауҙың ниндәй шарттарҙа башҡарылыуына, һөҙөмтәһенә ҡарап төрлө кимәлдәге яуаплылыҡҡа тарттыралар. Ҡануниәт нормалары буйынса, ике һәм унан күберәк тапҡыр һуғыу, кешене физик ауыртыуға дусар иткән башҡа көс ҡулланыу туҡмау булһа, бындай хәл йылына икенән артыҡ ҡабатланһа, ғазаплау тип баһалана. Һуңғыһы өсөн ҡатыраҡ яза ҡаралған. Былар барыһы ла кешенең тормошона һәм сәләмәт­легенә ҡаршы йүнәлтелгән, хоҡуғына ҡаршы килгән тип һанала һәм “Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы”ның 116-сы статьяһында телгә алына.
Әгәр кемдер икенсе кешегә үҙ аҡы­лында булып та, һаулығын ҡаҡшатырлыҡ зыян килтерҙе икән, уға 40 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Хәлдең айырым шарттарынан сығып, суд күпкә ҡатыраҡ яза – 480 сәғәткә тиклем мотлаҡ, бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йә дүрт айға тиклем арест – тәғәйенләүе мөмкин. (“Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы”ның 115-се статьяһы). Алда тасуирланған кеүек зарар килтермәһә лә, туҡмаған өсөн 40 мең һумға тиклем штраф йә 360 сәғәткә яҡын – мотлаҡ, алты айғаса холоҡ төҙәтеү эштәре йә өс айғаса арест ҡаралған.
Даими ҡул күтәргәндәргә иркен сикләү йә өс йылғаса унан мәхрүм итеү янай. Сәләмәтлеккә ҡаты зыян килтергән, һөҙөмтәлә кеше күреү, ишетеү һәләтен йә башҡа ағзаһын (уның функцияһын) юғалтҡан хәлдә, ғәйепле биш йылғаса иркенән мәхрүм ителә.
Йыш ҡына ҡул күтәргән иренән ҡатын нимә көтөргә белмәй, үҙ һаулығын да гел хәүеф аҫтына ҡуйырға мәжбүр. Бындай осраҡта психологтар яңғыҙығыҙ ултырып, уйлап, тотош хәлде үлсәүгә һалып “тикшерергә” кәңәш итә.
Белгестәр фаразлауынса, ҡатын үҙе туҡмалыуға “рөхсәт бирә”. Йәғни ни сәбәптәндер үҙен ҡорбан итеүгә юл ҡуя. Күптәр иренең туҡмауын йәшереп хаталана. Иң тәүҙә үк ғаилә башлығына гүзәл затҡа ҡул күтәреүҙе аҡылға һый­маҫлыҡ нәмә тип төшөндөрөргә, шарт ҡуйырға кәрәк. Ир кешенең көс ҡулла­ныуын төрлөсә яҡлап маташҡандар үҙҙәренең киң күңеллелеге менән артабан да туҡмалыуға дусар була.
Икенсенән, ҡатынын туҡмаған ирҙәр мотлаҡ психолог ярҙамына мохтаж, сөнки уның төп функцияһы – гүзәл затты һаҡлау, ҡурсалау. Мәсьәләнең тап уға бәйле икәнлеген, аңлашылмаусанлыҡ арҡаһын­да ғаиләһеҙ тороп ҡалыу мөмкинлеген үҙе төшөнмәйенсә үҙгәрә башламаясаҡ та.
Бындай осраҡтарҙа киң таралған кәңәш – һуң булмаҫ элек эскән, һуғышҡан ирҙе ташлап сығып китеү. Ошо юлдың иң ҡулай икәнен аңлап та, ҡатындарҙың тиранға түҙеп йәшәгәндәре бар... Әммә үҙеңде мәңгелек ҡорбан итеп, нәфислеккә, ихтирамға булған хоҡуғыңды һанламау ҙа килешмәй нескә затҡа. Алкоголизмға бирелгән ирҙән китеүҙән түгел, уның арҡаһында тотош тормошоғоҙҙо һындырыуҙан ҡурҡығыҙ.
“Туҡмар ҙа үтер” тип ҡасандыр ипле, тыныс көндәр башланыуын көтөп йәшәүҙең файҙаһы юҡ. Сығып китмәгән осраҡта, ҡатындың иренә ҡарата мөнәсәбәтен ҡырҡа үҙгәртеп кенә мәсьәләне хәл итеп була, әммә көс ҡулланыуға түҙеп йәшәргә ярамай.
“Изге ҡатын – донъя тереклегендә иң ҡеүәтле таяныс, уҫал ҡатын – әҙәм улы өсөн оло бәлә” тип яҙып ҡалдырған күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы Ризаитдин Фәхретдин. Ҡатын-ҡыҙ йорт йылыһы, ғаилә йәме өсөн яратылған, әммә көслө заттың эскелек, ҡул күтәреү кеүек кире сифаттары арҡаһында изге күңеллеләр сараһыҙҙан уҫал ҡатынға әүерелергә мәжбүр. Яҙмышыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа, тип әйтергә күнекһәк тә, ҡатын-ҡыҙҙың ярты бәхете – ғаиләлә, көслө рухлы, айыҡ аҡыллы, төплө ир-ат ҡулында.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22