Йәйҙең иң кәттә, яман шашынған, сикһеҙ уйнаҡлаған гүзәл мәле баҫты донъяны. Ике аҙна инде, көнөн-төнөн, ярһып йәй йөрөй бөтә ерҙә, утын, көсөн, тылсымын тағы ҡайҙа ғына ҡуйырға, нимәгә генә буярға белмәй аҙаплана.
Әле генә килеп туҡтаған урыным да – иҫ киткес, матурлыҡтан иҫереп ҡоларлыҡ, әкиәти бер яр башы. Йәмле йәйҙә генә түгел, һәр ваҡытта ла шулай күркәмдер тип уйлайым мин уны. Уйламайым, беләм, сөнки бында бер тау йылғаһы икенсеһенә ағып төшөп ята. Ағып ҡына ҡалмай, ҡойола, түгелә, йомола! Асыҡ, үтә күренмәле, юғары теләк менән, ҡыуаныслы ауаздар сығарып ҡушыла.
Юҡ, ҡабул итеүсе яҡты әрһеҙ нәмәкәй күпме һеңдерһә лә, туймай, тышҡы ялтырауыҡ, ылыҡтырғыс, әммә буш һүҙҙәр менән алдыра, тағы әллә ниндәй-миндәй, тип ғәйепләмәйем. Шулай булған хәлдә лә ғәйепләгем килмәй, сөнки тәбиғәт бит был, кеше түгел. Ҙурыраҡ йылғаны көслөрәк, тип уйлағым килә. Шуның өсөн дә бөтәһе лә уға һыйыналыр. Ул үҙе кемдеңдер ҡушылдығына әйләнгәнсе, әлбиттә.
Кеше түгел, тинем дә ул, яңылыштым шикелле, йылғалар ҙа әҙәмдәр ишелер ул: осраған бер һыу ағымына бара һалып төшмәйҙәр.
Яратам мин тәбиғәттең ошондай мөйөштәрен, аңым томаланып китеп яратам! Һәм әле “тәбиғәт мөйөшө” тип тапалып бөткән һүҙбәйләнеште генә ҡулланманым, бында мин туп-тура мәғәнәлә әйтәм: ике йылға берләшкән урында хасил булған мөйөштө, геометрик фигураны, күҙҙә тотам.
Шуға ҡарап үҙем дә тулҡынланам. Гүйә, күңелемдән мүкле таштар тәгәрәшеп юғала. Шуға ҡарап һыуҙағы балыҡтай еңел тоям үҙемде. Был һеҙгә берәй шаулы, төтөнлө, ҡабалан, асыулы, пипелдәкле автоюл саты түгел. Был – тәбиғәттең үҙенеке: үҙ юлы, үҙ ирке.
Яратыуын-яратам да ул, ошонан тегеләй ҙә, былай ҙа күпме үттем, ә ошоғаса боролоп инмәнем. Ә белмәйем мин ниңә икәнен. Бәлки, махсус һуҙғанмындыр: ҡара көнгә, күңел таштарын бер ынтылыуҙа һыпырып ташлар өсөн ҡалдыра килгәнмендер. Бөгөн бына, юл сатын күреп тә ҡалдым, кереп тә киттем.
Ғәҙәтемсә, бындай теләп туҡтаған саҡтарымда гел эшләгәнсә, тәүҙә һалҡын, әммә шул хәтлем рәхәтлек биреүсе һыуҙы услап-услап һирпенеп алырға булдым. Бындай һыу юл туҙанын ғына саймай ул, бындай һыу күпме генә һаҡланһаң да йөҙөңә ҡунған, эҙҙәрен ҡалдырған кирелектәрҙе лә үҙе менән алып китә.
Ошондай ваҡыттарҙа мин күбәләккә әүереләм. Шул рәүештә таштан-ташҡа һикереп йөрөп әйләнәм. Яҫы, шыма, ҙур һуйырташтарҙан тайып ҡолауҙан тамсы ла ҡурҡмайым, сөнки был – минең бала сағым да, әлеге сағым да күренеше лә, эше лә – тау йылғаһы кешеһемен. Миңә улар янында, улар эсендә һәр ваҡыт һәйбәт. Улар таҙа күңелдәре, ҡаһарман холоҡтары, намыҫ өсөн хатта ғүмерҙәрен дә аямауҙары менән һоҡландыра. Уларҙың һыуын мин ятам да эсәм, һис сикәнмәйем. Ҡайһы саҡ көнкүреш баҫып, бәлки уйлап ҡуйған түбәнерәк уйҙарымдан улар сикәнмәһен ине әле, тим.
Сәй ҡайнатып тормаҫҡа, шул һыу менән генә сикләнергә лә мөмкинмен. Малай йылдарымдағы ише. Ул ваҡытта велосипедҡа һикереп менәм дә магазинға елдерәм. Печенье алып багажникка ҡыҫтырам да йылғаға осам. Шаҡмаҡ тәмлекәсте тешләйем дә һыу уртлайым. Шул ләззәтле тәм телемдән бөгөн булһа юйылмаған.
Ләкин бөгөн малайланмаҫмын. Хәҙер инде мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙурайғанмын. Һәм хәҙерге багажнигымда күп нәмәләр ята. Күмер самауырына тиклем. Минең менән бергә сәйәхәт итә ул, сөнки самауыр сәйен биҙрәләп эсә алам. Бигерәк тә ҡырҙа. Айырыуса тырпайып торған ҡоро ҡарағай тубырсыҡтары тултырып ҡайнатылғанда. Ә ҡыш көнө һуң әле, ҡыш көнө!.. Ап-ап ҡар өҫтөндә, ҡояшты күңелле сағылтып, самауыр ултыра. Табын уртаһында маһая ғына. Ҡупайыуынан тумпайып алған да оҙон, эҫе, ҡунаҡсыл көйөн һуҙыпмы-һуҙа…
Ҡуйы ҡыҫҡа үләнле яр буйында ашъяулыҡ йәйә генә башлағайным, күҙ ҡырыйыма арыраҡ эт ултырғаны салынды. Быға аптырайһы ла юҡ инде былай – ана, тегендә баҡса йорттары күренгеләй, шунда йәшәгәндәрҙекелер. Ябай ғына, мөләйем генә. Өйһөҙ түгелдер, ундайҙарҙың күҙ-ҡарашы икенсерәк була ул. Кешеләрҙеке лә шулай бит. Ас та тойолмай. Килеп күрешеп, хәл белешеп китергә генә булғандыр, бәлки. Үҙен хужа итеп тоялыр бит инде ул бында.
Шулай булһа ла ашарға бирермен мин уға. Был ғәмәлде, гел башҡара киләм, һәр хәлдә, тырышам. Бигерәк тә ауылдан юлға сығып киткәндә. Ҡала мине был бурыстан һәм теләктән мәхрүм итә: унда урамда эт табырмын, тимә. Фатирҙарға туҡылдатып булмай бит инде. Ярай әле заправкалар “ҡотҡара”, берәҙәк мәхлүктәр унда байтаҡ булыусан.
Ә ауылда, табындан тороп барышлай, ҙурыраҡ телем икмәк алам, ситтән ҡатҡан-күгәргәнен түгел, нәҡ өҫтәлдән алам. Тышҡа сыҡҡас, хужаның этенә һалам. Миңә, минең менән бергәләргә хәйерле юл теләһен әйҙә. Эт тотмаһалар, юл ыңғайы урамда ҡараштырам. Ошо ғәмәлде үтәһәм, күңелем күпкә тыныс була. Улар минең телемде аңлай төҫлө. Ярты өндән, ярты ымдан уҡ. Аңлайҙар ҙа, теләк тә теләйҙәрҙер.
Бер мәл эт тап булмай ҙа тап булмай бит әй. Әллә күпме ауыл артта ҡалды, берәүһе лә, исмаһам, ҡапҡа аҫтынан асыулы лауылдап булһа ла килеп тә сыҡманы. Һуңғы ауыл инде, ана, артабан икенсе өлкә башлана. Һәм бына бәхет: яр буйында ғәләмәт дәү кәүҙәле бер эт йөрөп ята. Бик затлы нәмә был, йөнө һыуға төшкән әбейҙәр сыуағы ҡояшынан да былайыраҡ йылҡылдай. Яман эре баҫа. Кеҫәһенә ҡапыл мул аҡса төшкән кеше шулайға әйләнеп китеүсән.
Туҡтаным да, инде йомшаҡлығы кәмей башлаған икмәк ҡыйырсығын алып, тегегә табан атланым. Ә үҙем ҡайҙандыр ят ҡараш һиҙәм. Ә-ә, хужалары күҙәтә икән. Урлап алып китмәһен хазиналарын тиҙәрҙер инде. Бәлки, минең өсөн хәүефләнәләрҙер.
Картуф ҡаҙыйҙар. Аңлашыла: ҡала кешеләре ялда ата-әсәһенә ярҙамға ҡайтҡан.
– Этегеҙгә икмәк бирәйем әле! – Көрәк һабына таянып торған иргә шулай тип ҡысҡырҙым. – Юл хәйере.
– Биреп ҡарағыҙ һуң, – тип яуапланы ул. Йөҙөнә аңлайышһыҙ сырай сығарҙы. Бик ыңғай ҡобара түгел, быныһы асыҡ. – Алһа…
Бына быныһын уйлап еткермәгәйнем шул: ғифрит танауын сирырға ла бик мөмкин, урам эте түгел бит, ысын мәғәнәһендә йорт хайуаны, фатирҙа йәшәүсе. Сырайҙың мәғәнәһе билдәле хәҙер.
Шулай ҙа әпәйҙе сентябрҙә лә уңмаған йәшел үләнгә, таҙараҡ ергә, ипләп кенә һалдым да кире боролдом. Машинаға ултырғас, көҙгө аша ғифриттең, һай, рәхмәт, ризыҡты бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырмағанын күрәм. Килеүен-килде, ләкин быны бик теләмәй башҡарҙы. Икмәкте өҫтән генә еҫкәгән булды ла, эре баҫып, баяғы урынына йүнәлде. Нишләйһең, донъяла әҙәм холоҡло эттәр ҙә бар…
Ә минең бөгөнгө ҡунағым ундай түгелдер, тим. Ул телевизор маҡтап һөрәнләгән эт аҙығына яман өйрәнмәгән. Ғөмүмән, тормошто тәрән аңлай һымаҡ. Уның бөтә мөйөш һәм мөйөшсөктәрен төшөнәлер, моғайын. Бына ул биргәнде мотлаҡ алыр. Туҡ булһа ла алыр, сөнки шулай кәрәк: кеше ярҙамға мохтаж дабаһа.
Әммә күстәнәсте һуңыраҡ, ҡуҙғалып китер алдынан ғына, һалырмын мин уға. Етмәй ҡалыр ҙа, тағы көтөп тик ултырыр, тамағыма бармаҫ, тип хәүефләнгәндән түгел. Ҡуҙғалып киткән сағымда ғына изгелек теләп ҡалыуы кәрәк миңә уның. Шуныһы мөһим. Оҙон юлдарға сыҡҡанымда ҡапҡа тышында әсәйем шулай итә торғайны.
Ошо хаҡта һөйләшеп килешергә булдым:
– Һин, дуҫ, әҙерәк көтә бир инде, йәме, – тинем. – Йомшаҡ әйттем. Ваҡыттары ҡыҫыҡта кешеләр бер-береһенә шулай тип өндәшеүсән. – Бар, анауында, – йыуан ерек яғына ымланым, – күләгәлә ултырып тор.
Һәм көтөлмәгән хәл булды. Ошо һүҙҙәрҙе әйтеүем булды, дуҫым урынынан да ҡуҙғалды, тап мин күрһәткән урынға барып та урынлашты.
Ҡойроғон ҡыҫтырып, хафалы ҡаранып ҡасманы ул. Башын да бойоҡ эймәне. Шул башын һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡаҡҡандай тойолдо һымаҡ. Йәнәһе: “Ысынлап та, ниңә упайып ултырып алдым әле бында, кешегә уңайһыҙ ҙабаһа…”
Ә мин ошо ҡыҫҡа ваҡиғанан да сираттағы тапҡыр һүҙҙең ни дәрәжәлә бөйөклөгө тураһында һығымта яһаным. Быны хатта йылғалар менән эттәр ҙә, хатта анауы таштар ҙа, тулҡынға йылбырлаған томбойоҡтар ҙа – бөтәһе лә белә, уны ҡәҙерләй тигән фекерҙәмен. Шуға күрә, юҡ, көтөлмәгән түгел, көтөлгән хәл булды был.