Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған ерҙең йылыһын тойоп
Тыуған ерҙең йылыһын тойоп Кушнаренко ере элек-электән бай тарихы, күп милләтле халҡы менән айырылып тора. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡалтай ауылының 300 йыллығына арналған күркәм байрам төбәктең үҙенсәлекле тарихҡа эйә булыуын йәнә бер раҫланы.


Ҡалтай ауылының килеп сығыуы, архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1716 йылға тура килә. Уның ер-һыу атамалары тураһында бик күп легенда-риүәйәт йөрөй. Ауыл Мишәҙе йылғаһында урынлашҡан. Легенда буйынса мишәр Ҡалтай Ҡапҡанов тигән кеше үҙенең иптәштәре менән ошо ерҙәрҙе оброк түләү шарты менән һатып ала. Ауылдың атамаһы Ҡалтай Ҡапҡановтың исеменән килеп сыҡҡан да инде. 1816 йылда бында 600 мишәр, 30 типтәр йәшәгән. Ауылда Мишәҙе йылғаһы, Ҡыҙыл Һабан күле, Айлы йылға, Урта шишмә, Тау аҫты шишмәһе, Фиҙай ҡойоһо бар. Шакир тауы – ауыл уртаһында. Тау башында Шакир исемле кеше йәшәгән өсөн шулай аталған ул. Алыҫтан ҡарағанда ауыл тауҙың өҫтөндә урынлашҡан кеүек тойола. Ысынында иһә Мишәҙе йылғаһының текә яры шулай күренә.
Тыуған ерҙең йылыһын тойопЙылға исеменең дә килеп сығышы бик ҡыҙыҡлы. Ата-бабалар, уңайлы урын һайлап, урманы, йылғаһы, болоно булған ерҙә туҡтала. Йылға буйҙарында ҡалын ағастар үҫә. Урманда айыуҙар йәшәгән. Йылғаға йөрөр өсөн уның ярҙарын ағастарҙан таҙартҡандар. Уларҙың юлында йыш ҡына айыуҙар осрар булған, уларҙы урындағы халыҡ “Мишка, иди” тип ҡыуған. Был күренешкә тамам өйрәнгәс, аҙаҡ “Миш, иди” тип кенә өндәшер булғандар. Ошонан инде йылғаның исеме барлыҡҡа килгән – Мишәҙе.
Ауылда мәктәп, мәсет, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ҡалтайҙа уңышлы эшләп килгән “Витязь-Юниор Спартак” хәрби-патриотик клубы – ауылдың ғорурлығы. Унда тәрбиәләнеүселәр республикала ғына еңеп ҡалмай, Рәсәйҙә лә танылыу яулай. Уның эшмәкәрлегенә ағалы-ҡустылы Ғилмановтар бар көсөн һала. “Ҡалтай-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Фәнүз улы клубтың бағыусыһы булһа, Рөстәм Фәнүз улы клубтың етәксеһе вазифаһын үтәй.
2012 йылда Ҡалтай ауылы хаҡында Мансаф Сабуровтың “Ҡалтай: кисә һәм бөгөн” һәм Гөлназ Ғилманованың “Йылдар ауазы” исемле китаптары донъя күрә.
Байрамға халыҡ дәррәү әҙерләнгән. Район халҡы менән байтаҡ эш башҡарылған: өмә ойошторолоп, тирә-яҡ таҙартылған, юлдар тәртипкә килтерелгән.
Ауылға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан яҡташтар, ауылдаштар йыйылды. Байрамса төҫ алған ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәткә тулы өҫтәлдәре менән ҡаршы алды. Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар обелискыһына сәскә һалыуҙан башланды. “Ихлас” мәсетенә инеп сыҡҡас, ҡунаҡтар ауыл урамдары буйлап йөрөп сыҡты. Һәр урамда ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Боронғо хеҙмәт ҡоралдары, һауыт-һаба, биҙәүестәр күргәҙмәләре, әйтерһең дә, музейҙы хәтерләтте. Бер яҡта оло инәй йөн иләһә, икенсе оста умартасы үҙенең оҫталығын күрһәтте.
Тыуған ерҙең йылыһын тойопШәрип ауыл хакимиәте башлығы Фидан Хәмәтдинов, күркәм сара менән ҡотлап:
– Ҡалтай ауылында элек-электән рухлы, тырыш халыҡ йәшәй. Бөгөнгө сараға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Байрам иҫтәлекле, шатлыҡлы булһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан һүҙ Кушнаренко районы хаки­миә­те башлығы Алмас Йосоповҡа бирелде.
– Байрамды олоһо ла, кесеһе лә күптән көтөп алды. Бөгөн бында ауылдаштар, ҡунаҡтар ҡәҙерле тыуған яғына йыйылды. Ауыл халҡының сараны әҙерләүҙә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, – тине Алмас Мәмдүх улы. – Ауылдың көслө, тырыш халҡы менән сикһеҙ ғорурланам.
Алмас Мәмдүх улы ғүмер буйы тырышып эшләгән, үҙ тормошон хеҙмәте менән биҙәгән юбилярҙарға, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ҡалтай ауылы йорттарында сабый тауышы яңғыраған йәш ғаиләләр ҙә бихисап. Һөҙөмтәлә “Ауылдың иң йәш кешеһе” номинацияһындағы төп бүләк ун айлыҡ Самира Имаметдиноваға тапшырылды. Мөҡсинә Йәнгирова менән Нәсибә Ғәйнетдинова “Ауылдың иң оло кешеләре” тип табылды. “Иң күп балалы ғаилә” тип Рәзинә менән Радик Мөсәлләмовтарҙы билдәләнеләр. Улар алты балаға ғүмер биргән. “Күп балалы йәш ғаиләләр” ауылда өсәү булып сыҡты: Әлфиә менән Филүс Шафиндарҙың, Гөлназ менән Рөстәм Ғилмановтарҙың, Нурия Әхтәмованың ғаиләләрендә өсәр бала тәрбиәләнә. “Дуҫ ҡәйнә менән килен” номинацияһында Гөлнара Сафина менән Вариса апай, Рима Ғафарова һәм Нәжибә апай, Гүзәл Хәйфуллина менән Рәшиҙә апай, Финә Исламова һәмТәнзилә апайҙарға етеүсе булманы.
“Иң әүҙем бағыусы” номинацияһында ауыл өсөн янып көйгән, байрамды ойоштороуға ҙур көс һалған “Ҡалтай-Агро” йәмғиәте етәксеһе Дамир Ғилманов билдәләнде. Ошо ауылда тыуып үҫкән ир-уҙаман тыуған төбәген нығытыу өсөн бөтә көсөн һала. Игенселектә, малсылыҡта байтаҡ уңыштарға өлгәште “Ҡалтай-Агро”. Бөгөн ирешелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай етәксе, яңы маҡсаттар ҡуйып, пландар ҡора, мөһим эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Халыҡҡа сифатлы эремсек, һөт продукциялары, ит тәҡдим итәләр. Быйыл ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ етештереүгә тотондолар. Байрамда уларҙың ҡымыҙы өҫтәл түрен биҙәне. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу, эшләгән, йәшәгән ерен тағы ла күркәмерәк итеү маҡсаты менән янған Дамир Фәнүз улы ауылға яңы һулыш өҫтәне тиһәк, һис яңылыш булмаҫ.
Ҡалтай ауылы шулай уҡ татыу, оҙаҡ ғүмер иткән матур парҙары менән дә дан тота. Рима менән Клим Исламовтар ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл ғүмер итһә, Вәлимә менән Наил Ғилметдиновтарҙың бергә татыу йәшәүҙәренә – 60 йыл.
Һәр ауылдағыса бында ла йүнсел хужалар етерлек. “Иң тырыш умартасы” тип Ғамил Ибра­һи­мовты билдәләһәләр, “Иң ҙур шәхси хужалыҡ” номинацияһында төп бүләкте Риф Сәйфуллин, Риваль Йәнгиров, Мөнир Ғил­манов, Рәфис Лоҡманов, Айҙар Әсәҙуллин, Рәмзил Ғафаров, Ирек Ғәйнуллин, Илдус Исламов, Фәнил Кәримов алды.
Байрамды “Йәдкәр” фольклор ансамбле, ауыл һәүәҫкәрҙәре ҡуйған матур концерт биҙәне. Резеда Ғилманова, Диана Шафина, Артур Тарзимин, Рәмзиә Шафина, Лира Хәзиева, Алина Насретдинова, Диана Нас­ретдинова, Венер Мирғәлиев, Илнар Ғилмановтар үҙҙәренең моңло тауышы менән тамашасы күңелен арбаны. Улар башҡарыуындағы йыр-бейеүҙәрҙе халыҡ алҡыштарға күмде. Таһир Ғилманов менән Гөлназ Насированың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Улар ауылдаштарына бейеүҙәр бүләк итте. Ә инде сәхнәгә билдәле артист – Ҡотдосовтар династия­һының сығыуы байрамға йәм өҫтәне. Ҡунаҡтар таралышҡанда сараны ойош­тороусыларға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йыр-моң, уйын-көлкө менән аралашып дауам иткән тамаша Ҡалтай ауылы халҡының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.







Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА. Район: Кушнаренко районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә