Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Стәрлене ярата ине
Шағир Тимер Йосоповты уйлап...
Тәбиғәт ҡанундары ҡотолғоһоҙ: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, үҙенсәлекле шағирҙар Тимер Йосопов менән Ирек Кинйәбулатов арабыҙҙан китеп барҙы. Ошо хәбәрҙәрҙе ишетеү менән Тимер Йосоповтың Стәрлетамаҡҡа сәфәрҙәренә бәйле булған хәтирәләр күҙ алдынан үтте. Талантлы үә илаһи ҡәләмдәшебеҙ Стәрлетамаҡты яратты, ҡалабыҙға йыш килер ине. Ул йыш ҡына халҡыбыҙҙың мәшһүр шағиры Рауил Бикбай менән килгеләй торғайны.


Бер мәл беҙ уларҙы ҡаланың заводтары яғында ҡаршы алдыҡ. Ҡунаҡтар еңел машинанан төшкәс, бергәләп йәйәү атларға булдыҡ. Шунда Тимер:
– Кәбир, һин экскурсовод бул, был төтәп ятҡан заводтарҙы аңлат. Ниңә буран туҙҙырып ултыра улар, борондан торалармы? – тип һүҙ башланы.
Шағир булараҡ, Тимерҙе Стәрленең боронғо яҙмышы ҡыҙыҡһындырғандыр. Бер аҙ атлағас, ул:
– Ә ниңә ҡала “Ашҡаҙар” тип түгел, ә “Стәрле” тип аталған? – тине.
– Ҡаланың исеме тураһында төрлө легендалар йөрөй, – тигәс, шағир:
– Берәй ҡыҙығын һөйлә, шиғыр яҙырлыҡ булһын, – тине.
– “Стәрле” һүҙе, йәғни Стәрлетамаҡ “өс түрәле” һүҙенән хасил булған, тип бәйән итә легендаларҙың береһе. Беренсе түрә – Тоҙ түрәһе. Ҡала эргәһенән аҡҡан Ағиҙел буйында Тоҙ пристане барлыҡҡа килгән. Ағиҙел буйлап аш тоҙо һалдарҙа килтерелгән. Ул Стәрлелә сауҙа итеүгә әҙерләнгән һәм бөтә Рәсәйгә таратылған. Аш тоҙо хакимы күренекле түрәгә әйләнгән.
– Был ҡыҙыҡ! – тине Тимер. – Был – үҙе бер поэма! Икенсе, өсөнсө түрәләре кем булған?
– Күн иләү заводы түрәһе. Был завод Башҡортостандың көньяғынан мал, йәнлек тиреләре йыйған һәм унан күн эшләгән. Ә күнде ҡулланыу өсөн ҡалала аяҡ һәм өҫ кейемдәре теккән фабрикалар барлыҡҡа килгән. Күн түрәһе ҡаланы тыуҙырыусы заводҡа әйләнгән.
– Өсөнсө түрәһен әйт инде хәҙер.
– Өсөнсө түрә – Дин түрәһе. Ҡалалағы мәсет Көньяҡ Уралда иң ҙур мәсет һаналған. Был мәсет эргәһендә мосолман дине тәғлимәте лә уҡытылған. Ошо Дин усағының түрәһе бөтә Уралға мәғлүм булған.
Был хәбәр Тимерҙе тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе:
– Бына беҙ ҡайҙа аяҡ баҫтыҡ! Тимәк, өс түрә Стәрле ҡалаһын донъяға бар иткән. Шәп!
Шулай гәпләшә торғас, Ленин проспектындағы Ильич һәйкәле янына килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
– Ә Владимир Ильич беҙҙе онотмаған, йылмайып ҡарап тора, – тине Тимер шаярыу ҡатыш.
Ә тарих төпкөлөнә ҡарарға яратҡан Рауил Бикбай һүҙҙе етдигә бороп ебәрҙе:
– Владимир Ильич тәү башлап тап Башҡортостанға автономия бирә. Ул саҡта уның баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ ине, – тине. – Юлбашсыбыҙ хатта милли республикабыҙға союздаш республика статусы биреү яғында булған. Федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалыусы ул Башҡортостан.
Шулай һүҙ артынан һүҙ берегеп, оҙаҡ ҡына ҡала урамын ҡыҙырып йөрөгәнебеҙ әлегеләй күҙ алдында. Өфөнән күренекле әҙиптәрҙе йыш ҡына халыҡ, студенттар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға саҡыра инек. Ошондай аралашыуҙарҙың береһе педагогия колледжында үткәйне. Шағирҙар Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Рафаэль Сафин, Ҡәҙим Аралбай, Тамара Ғәниева, фольклорсы Салауат Галин килгәйне бер мәл. Бөтәбеҙҙе лә сәхнәгә саҡырып ултырттылар һәм һәр беребеҙгә һүҙ бирә башланылар. Бәй, Тимергә сират етеп килә, ә ул үҙе юҡ. Мин шылып ҡына сәхнә артына үттем. Ҡараһам, диванда ята. Шомло булып китте, шағирҙың маңлайын тотоп ҡараным.
– Тимер, һиндә бит температура, тамашасыларға нимә тип әйтәбеҙ? – тинем.
Шунда Тимер һикереп тигәндәй тороп ултырҙы ла:
– Хәҙер шағир Тимер Йосоповҡа һүҙ бирелә, тип әйтегеҙ! – тине.
– Үҙеңә шиғыр уҡырға ҡыйын булмаҫмы? – тип һорағас, “Мине сәхнәгә сығарып, стенаға һөйәп ҡуйығыҙ, мин барыбер шиғырҙарымды яттан һөйләрмен!” – тине лә Тимер сәхнәгә табан атланы. Бына ул сәхнә уртаһына килеп баҫты һәм, ни ғәжәп, әле генә хәлһеҙ ятҡан Тимер бөркөткә әйләнде лә ҡуйҙы! Шул тиклем рух күтәренкелеге менән һөйләне ул шиғырҙарын, тән земберләп китте. Зал һәр шиғыры һайын ҡул сапты, әллә күпме хуплау ауаздары ишетелде...
Бына хәҙер трибун шағирыбыҙ арабыҙҙа юҡ, әммә ул һаман да кинәнеп, үҙенең ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратып һөйләй кеүек... Эйе, шағирҙар үлмәй, улар һаман да халҡы менән. Тимерҙең дә Стәрлелә ҡалдырған эҙҙәрендә үҫкән гөлдәр сәскә булып балҡый. Күрәһең, улар ҙа шағирҙы һағына торғандыр.




Автор: Кәбир АҠБАШ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә