Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көнсығыштың бөйөк имамы
Көнсығыштың  бөйөк имамы Бер көн үҙенсәлекле фотоға юлыҡтым. Унда бер кеше эргәһендә бөтә донъяға билдәле боксер Мөхәммәт Али ултыра. Аҫтында яҙыу: Силәбе өлкәһенең “Арғаяш районы башҡорто Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев – “Көнсығыштың бөйөк имамы” Токиола төҙөгән мәсеттә”. Исеме – башҡорттоҡо. Башта бер уй өйөрөлдө: Көнсығышта даны таралған был уҙаман ниндәй кеше икән ул?


Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев – XX быуаттың беренсе яртыһындағы башҡорт мәғрифәтсеһе, күренекле дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Медьяк ауылынан икән. Тамырҙары Абдул-Хәким һәм “Аҡһаҡ ишан” – Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев тигән исемдәр менән бәйләнә. Белемде ул ауылдағы, унан һуң Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә ала. Ә егерме ете йәшендә уны мөфтөй Сафа Баязитов Рәсәйҙең юғары мөфтөйө вазифаһына үҙенә алмашҡа әҙерләй башлай. Шул йылда уҡ Ҡорбанғәлиев Петербург округының мосолмандарына етәкселек итә. Киләһе йылдарҙа I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша.
Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең исеме менән 1917–1920 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте, 1917–1920 йылдарҙағы аҡтарҙың Себерҙәге хәрәкәте, эмиграциялағы башҡорттарҙың тормошо бәйле. Ғалимдар белдереүенсә, ул атаһы менән Зәки Вәлидиҙең оппоненты ла булған. Мөхтәриәтте һаҡлау ниәтенән Башҡорт хөкүмәтенең Совет власына ҡушылыуын да ҡабул итмәгән. Шуға ла Колчакка ярҙам итеүҙе хуп күрә.
Ләкин 1920 йылда Маньчжурияға күсеп китә. Унда ул мосолмандарҙы берләштереү, башҡорт йолаларын һаҡлау, туған телдә уҡытыу буйынса эшмәкәрлек алып бара. Ә дүрт йылдан Японияға күсенә. Яңы урында ла туҡтап ҡалмай, мосолмандар ойошмаһы төҙөп, уны етәкләй.
Сит илдә Ҡорбанғәлиев йәнә мәҙрәсә аса, Бөтә япон мосолмандары йыйылышын үткәрә. Шулай уҡ ул башҡорт һәм япон телдәрендә китап сығарған типография ла асып ебәрә. Үҙе иһә Урал-Алтай халыҡтары һәм уларҙың тарихы тураһында бер нисә китап, Алыҫ Көнсығышта тәүге Ҡөрьәнде баҫтыра, “Япон мөхбире” исемле журнал булдыра. Ә 1938 йылдың 12 майында Токиола “Исламиә” мәсетен асып, Японияның тәүге мөфтөйө булып китә. Был йәһәттән ул исламды буддизм, христиан диндәре кеүек үк тулы хоҡуҡлы итеүгә өлгәшә.
Билдәле, Совет осронда ситтә йәшәгән кеше булараҡ, уны тыуған илендә ят итәләр. Ул ғына түгел, 1945 йылда хатта сит илдә табып та Мөхәммәт-Ғәбделхәйҙе ҡулға алалар, “революцияға ҡаршы эшмәкәрлек” өсөн Мәскәүҙә ун йылға хөкөм итәләр. Зиндандан сыҡҡас, Өфөгә килә, унан һуң Силәбегә күсенә. Ғүмеренең ахырынаса шунда йәшәй.
Ошо кеше менән яҡыныраҡ танышҡандан һуң уйлап ҡуйҙым: бына бит, башҡорт ҡайҙа ғына бармаһын, яҡты данын таныта алған. Был йәһәттән заманында оппоненты булған Зәки Вәлидиҙе лә асыҡ миҫал итеп килтерергә мөмкин. Тик шулай тура килеп тормош икеһен дә тыуған ерҙәренән айыра. Шунда ла улар халҡына, яҡтылыҡҡа хеҙмәт итә. Һүҙҙе йомғаҡлап, Ҡорбанғәлиев тураһында мәғлүмәт эҙләгәндә тәү тап булған яҙманы килтерер инем: “1928 йылда Токиола Японияла йәшәгән мосолмандарҙың йыйылышы уҙа. Унда иһә “Японияла йәшәүсе мосолмандар берлеге” төҙөлә. Ә рәйесе итеп Мәхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һайлана. Киләһе тиҫтә йылда ул Японияла беренсе мосолман була, ә япон, ҡытай һәм корея ислам әһелдәре өсөн – “Алыҫ Көнсығыштың бөйөк имамы”.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә