Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булған илдең аҫыл улдары
Булған илдең аҫыл улдары “Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғәләм белгән уларҙы”...

Баш ҡалабыҙҙың байтаҡ ҡына урындары миңә ошо шиғыр юлдарын хәтерләтеп торғандай. Һуң, башҡорт уҙамандарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙең ҡайһыһына ҡағылмай ул? Кемеһе ҡылыс тотоп, кемеһе ҡәләм алып, ҡан һәм ҡара менән тарих яҙған бит. Һәм әле булһа улар үҙ заманын бәйән итә.
Ана, Еңеү паркындағы 25 метрлыҡ пилонда Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың бронзанан ҡойолған скульптуралы портреттары әле булһа батыр­лыҡтарын иҫләтә. Аҫта иһә күкрәге менән дзотҡа ташланған һалдат һыны кәүҙәләндерелгән. Алдында мәңгелек ут яна. Был тирәгә һирәк кенә килһәм дә, ҡасан булыуына ҡарамаҫтан, гел сәскәләр ята. Ирекһеҙҙән “Шакирйән” тигән йыр ҙа иҫкә төшөп ҡуя: “Батырҙар һәйкәле янында тирә-яҡ сәскәгә күмелгән, әйтерһең, шул гөлдәр – дауамы ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙең...”
Ошо паркта йәнә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәбере күренә. Шунда уҡ уға бюст та ҡуйылған. Уйлаһаң, бер бөркөт булған бит ул! Бөйөк Ватан һуғышында ғына 250 хәрби осош яһаған. Ә ҡайһы яҡтың күген иңләмәгән? Дошман ғына бәреп төшөрә алмаған үҙен.
Маршруткаға ултырып артабан һәй­кәлдәрҙе байҡарға юлланам. Черниковканан сыҡҡанда “Ҡайғылы әсә – алыҫтарға баҡҡан ҡатын” оҙатып ҡа­ла. Был һәйкәл локаль һуғыш һәм бә­релештәрҙә һәләк булғандар хөрмә­тенә ҡуйылған. Уйлаһаң, Афған, Чечен ерҙәрендә күпме егеттәребеҙ башын һалған. Ә нимә өсөн?.. Юҡ, был ҡан ҡойошто аңлай алмам, ахыры...
Октябрь проспекты буйлап күп тә бармай “Рәми Ғарипов исемендәге гим­назия” туҡталышы күренә. Мәктә­бендә иһә шағирға бюст ҡуйылған. Ҡояш нурынан хатта алтындан яла­тылған төҫлө. Улай тиһәң, Рәми Ға­ри­пов иҫән сағында уҡ шиғырҙары ме­нән үҙенә алтындан һәйкәл ҡойған. Ана, яҙып ҡалдырған һүҙҙәре лә был хаҡта һөйләй кеүек: “Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын, һүҙем йәшәр әле илемдә”. Тик, күрәһең, үҙ-үҙенә һәйкәл ҡой­ғаны еткән, тиҙәрҙер. Ләкин Баш­ҡортостандың күпме мәктәбе алдында Лениндың һыны баҫып торған кеүек, исмаһам, ошо гимназияла Рәми Ға­ри­пов тулы буйға кәүҙәләндерелһә ине...
Ленин тигәндән, заманалар үҙгәреп, беҙҙең һәйкәлдәрҙе лә ауҙара күрмәһендәр. Юғиһә бөйөк етәксене байтаҡ урындан түңкәргәндәрен тарихтан күреп беләбеҙ.
Артабан юл ҡала үҙәгенә ҡарай китә. Байтаҡ ҡына арауыҡтан Аграр университет эргәһендә төшөп ҡала­һың. Бер ситтә Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы ҡаһар­ман­дары тора. Өфөгә килгән йылдарҙа мин уларҙы өсәү генә тип уйлай инем. Баҡһаң, шул өсәүҙең артында ҡал­ҡан­ға ышыҡланып йәнә берәү тора икән. Юлдың икенсе яғында ла йә­шел­леккә күмелгән парк. Бер урынында сабыйын ҡосаҡлаған әсә һыны беркетелгән ҙур таҡтаташ – золом ҡорбандарына һәйкәл. Тик балаларын тартып ҡына алғандар шул... Ә хәтерҙә әле үҙең генә белгән исем­дәр урала: Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәү­ләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Әбүс, Дауыт Юлтый һәм башҡалар. Аһ, хал­ҡымдың аҫыл улдары!.. Рәми Ғари­повтың “Табыныу” (“1937”) поэмаһы ла иҫкә төшөп ҡуя ошо урында:
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә,
Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә
Аҫыл ирҙәр алып кителә...
Шул заман тураһындағы әсенеүле уйҙарҙан Мостай Кәримдең һәйкәле эргәһенә еткәс кенә арынғандай булам... Бында шәхесебеҙ күкрәген кирә баҫып үҙенең исемен йөрөткән урамға баҡҡан. Янында һынландырылған скульптура күренештәрендә әҫәрҙәрен дә танырға мөмкин. Ана, мәғрур имән. Төбөндә яралы һалдат ауып бара. Күҙ алдында уның ошо ағас япраҡтары төрлө төҫтә сағыла булырға тейеш. Юҡ, ул ғына түгел, яйлап үҙенең малай сағы ла күренә башлай. Ул, ана, ҡулына бәрәс күтәреп тора. Ә эргәһендә яулыҡ ябынған ҡатын кем ул? Кендек инәйе булырға тейеш. Ситтәрәк ҡыҙ менән егет осоп китеп бара. Былар Аҡйондоҙ менән Мәрәһимдер, күрәһең. Ошо урында көтмәҫтән Мостай Кәрим “күкрәгенән ҡоштар осора” башлай. Был күренеш сабып барған аттарға бәйләнә. Бәйләнә лә өҙөлөп ҡуя. Һуң халыҡ шағирының ғүмере түгелме был? Нәҡ шиғырында әйтелгәнсә:
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ.
Бынан ары Өфөләге төп һәйкәлдәрҙе йәйәү генә йөрөп сығырға мөмкиндер. Тәү осрағаны йәнә Муса Гәрәевкә ҡуйылған бюст булыр. Ул Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында сәләмләр. Шул саҡ эргәлә ҡурай моңо ишетелеп ҡалһа ла аптырайһы түгел. Берәй йөҙ метрҙан милли кейемдә ете ҡыҙ бейей. Рухтарын сағылдырып фонтан атыла. Шул тирәлә генә тағы “Ете ҡыҙ” риүәйәте менән дә танышырға мөмкин. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яҙылған ул.
Ә ағылған моңға ҡушылырҙай булып эргәлә генә Заһир Исмәғилев ултыра. Ҡулына ҡурайын да алған үҙе. Эх, йән өрһәң, бер һыҙҙырыр ине!.. Иҫләүемсә, “Батырҙар йыры”ның көйөн ошо композитор яҙған булырға тейеш. Эх, “эйәрле ат беҙ менгәндәр, һау булығыҙ, йән һөйгәндәр, ил саҡыра изге яуҙарға”.
Юл аша сығып БДПУ яғына атлаһаң, Мифтахетдин Аҡмулла әле булһа шәкерттәренә дәрес бирә төҫлө. Был йәһәттән олуғ олатайыбыҙҙың төйнәлгән ҡашы аҫтында милләттең мәғрифәте өсөн борсолоулы ҡарашы ла һүнмәгән... Эргәһендә торған ҡыҙ менән егет кенә ошоно аңлаһа икән. Әйткәндәй, уҡытыусылар әҙерләгән ошо университет мәғрифәтсебеҙҙең исемен йөрөтә.
Мин иһә ары атлайым. Алда – Матросов паркы. Ләкин уға тиклем һул яҡта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана тороп ҡала. Был бинала төрки донъяһында танылған шәхесебеҙгә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Яҡыныраҡ бармаһаң, күр­мәй ҡалыуың да ихтимал. Китапхана тирәһендә былай урын да бар ул, шунда Вәлиди үҙе һынландырылһа, нисек шәп булыр ине! Ә эргәһендә йәнә азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабич баҫып торһа... Шөкөр, киләһе урамдың Зәки Вәлиди исемен йөрөтөүе лә яҡшы күренеш.
Уның аша үтеүгә Башҡортостандың мөхтәриәтенә ҡуйылған һәйкәл ҡаршы ала. Киләһе һәйкәл – СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа. Эргә­һендә ятҡан ташта иһә уның “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында уйнауы, Салауат Юлаев ролен башҡарыуы һәм башҡа мәғлүмәт яҙылған. Ошо уҡ паркта йәнә Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов тулы буйға һынланған. Ана ул, күкрәгенә автоматын тағып, алға атлай. Ләкин Ҡунаҡбай ауылы егете бында Александр Матросов тип кенә бирелгән...
Мәжит Ғафуриҙың ҡәбере лә шул тирәлә ята. Унан иһә ҡул һуҙымында ғына – тәүге халыҡ шағирының исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһы. Алдында ҡарашын алыҫҡа төбәп Мәжит Ғафури үҙе “ултыра”. Кемде күҙәтә икән?..
Ике яҡта ике һәйкәл генә тороп ҡала тиергә мөмкин ошо урында. Береһе – Өфөгә ингән ерҙә ҡаршы алып торған “Дуҫлыҡ монументы”. Ләкин мин Рәйес Түләктең шиғырын иҫләй биреп, “күккә ашҡан был таш манара”ға ҡапма-ҡаршы боролоп, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа табан атлайым. Ана, алда суйын саптарына атланған баһадир быуаттар аша сабып сығып, сафтарын мәңгелеккә әйҙәй. Бына бит ул – рух, азатлыҡ, хаҡлыҡ... Заманыңа атлан да артынан сап, әйҙә!..
Шул уҡ ваҡытта эстән генә Сосланбәк Тавасиевҡа рәхмәтен дә әйтәһең. Башҡа халыҡтың батыр улына шундай һәйкәл ҡойоуы – баһалап бөткөһөҙ күренеш. Хатта ошо композиция, ҡайҙа һәм нисек урынлашыуына тиклем урынына еткереп эшләүе лә – уның тырышлығы.
Ниңәлер ошо майҙан күҙ алдына баҫҡан һайын уны батырҙар аллеяһы итеп күргем килә. Әйтәйек, Мәккә яғына ҡараған Салауат артынан йәнә Алдар, Күсем, Батырша, Мәсем һәм башҡа байтаҡ батырҙарҙың, исмаһам, бюстары теҙелеп торһа, ниндәй шәп булыр ине!.. Ә илебеҙҙең аҫыл улдары ла күргәндәребеҙ кеүек үк һанһыҙ бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873