Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зөфәрҙең “Йәшәлмәгән ғүмер”е
Зөфәр Толомғужинды күптәр Өфөлә, республика ҡала-райондарында яҙыусы булараҡ ҡына түгел, ә тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре тип тә белә. Ул халыҡты, йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, Башҡортостандың йә бер төбәгендә, йә Өфөләге төрлө сараларҙа йыш йөрөй.

Ижад эшенә ул һуң тотонһа ла, бер тиҫтә йыл эсендә ундан артыҡ әҫәр яҙырға өлгәшә. Быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте уның “Йәшәлмәгән ғүмер” тигән яңы йыйынтығын сығарҙы. Өфөнөң күп кенә китап кибеттәрендә ул һатыла ла башланы. Яҙыусының әйтеүе буйынса, мең дана тираж менән нәшерләнгән был китапты күптәр һатып ала икән. Уны уҡып сыҡҡас, мин дә, башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр кеүек, әҫәрҙәренең юғары баһаға лайыҡ икәнлегенә төшөндөм. Китапҡа “Йәнем рәхәте” романы, “Мөхәббәткә тоғролоҡ” повесы һәм төрлө хикәйәләре ингән.
Уларҙа башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше һүрәтләнә, төрлө мәсьәләләр күтәрелә. “Мөхәббәткә тоғролоҡ” повесы айырыуса һоҡландырҙы. Повеста күтәрелгән мөхәббәт ҡиммәте темаһы бөгөнгө йәштәргә айырыуса тәьҫир итә. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙәге ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда ҙур хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмер балалар, ҡарттар яҙмышына ла ҡағыла.
Илебеҙҙә оҙаҡ йылдар тыл һалдаттарының хеҙмәт ҡаһарманлығына ҙур әһәмиәт бирелмәне. Былтыр иһә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткәндә уларҙың батырлығын фронттағыға тиңләп баһаланылар.
Повесть геройҙары Әүхәт менән Нәфисә яратышып, 1937 йылда ғаилә ҡора. Дүрт йыл эсендә уларҙың өс балаһы тыуа. Әммә тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә насип булмай, 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Нәфисә шул йылдың июль айында Әүхәтте фронтҡа оҙата.
Әүхәт танкист булып хеҙмәт итә. Ә Нәфисә иренең ҡайтыуын көтөп, ауылда эшләй, балаларын үҫтерә. Иренә тоғролоҡ һаҡлап, һәр уйын, кисерештәрен көндәлеккә яҙып бара, үҙенә ҡағылышлы ваҡиғаларҙың барыһы ла дәфтәргә теркәлә. Уның көндәлеген уҡып, Башҡортостанда һуғыш осоронда тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың шундай ауыр эш башҡарғанлығына төшөнәһең. Иренә тоғролоғо арҡаһында, колхоз рәйесе Нәфисәне гел ауыр эшкә еккән, һуңынан уны ағас ҡырҡырға ебәрә.
Нәфисә барыһына ла түҙә, эшен дә теүәл башҡара, балаларын да ҡарай. Һуғыш бөтә, ә иренән бер хәбәр ҙә юҡ. Күптәр фронттан ҡайта башлай. Нәфисәне һоратып та киләләр, әммә уларҙың береһенә лә тормошҡа сығырға риза булмай. Ул һаман иренә тоғролоҡ һаҡлай, ҡайтыуын көтә. Балалары ла ҙурая, уларҙың ҡайһы берҙәре үҙаллы донъя көтөргә тотона. Ә Нәфисә ирен көтөп, көндәлек яҙыуын дауам итә.
Шулай итеп, 1992 йылға тиклем көндәлегенә барыһын да яҙып бара. Ә ире Әүхәт кенә мөхәббәттең ҡәҙерен белмәй, ҡатынына хыянат итә. Ул һуғыштан һуң Мәскәүҙә ҡала һәм, бер мәрйәгә өйләнеп, уның менән алты тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәй. Әммә барыбер күңеле тынғылыҡ тапмай Башҡортостанға тарта. Ахырҙа был хистәргә түҙмәй, Әүхәт вокзалға сыға һәм Башҡортостанға йүнәлгән кешеләр аша үҙенең иҫәнлеген Нәфисәгә еткерә.
Ә Нәфисә, етмеште уҙған ҡарсыҡ, иренең иҫән булыуы тураһында хәбәрҙе ишетә һәм уға кеше аша көндәлеген ебәрә. Нимә менән тамамланыр уларҙың яҙмышы?..
“Йән эйәһе” хикәйәһендә иһә эскелек мәсьәләһе күтәрелә. “Залимдар һәм әүмәкәйҙәр” исемле хикәйәлә иһә милләт, туған тел темаһы өҫтөнлөк итә.
Хикәйә геройы Сәлим ғаиләһе менән Башҡортостандан ситкә күсеп китә. Ләкин тормош нисек кенә мул булмаһын, милләт мәсьәләһе барыбер ҡалҡып сыға. Сәлим үҙ балаларын башҡорт итеп тәрбиәләргә нисек кенә тырышмаһын, гел ҡаршылыҡҡа дусар була. Беренсе кәртә – ҡатыны Сафия балалар менән русса һөйләшә. Ул мәсьәләне хәл итәм тип, Сәлим ғаиләлә ҙур ғауға ла күтәрә. Ҡатынына “Йә ауылға ҡайтабыҙ, йә айырылышабыҙ” тип шарт та ҡуя. Ҡатыны тәүҙә быға ышанмай. Һуңынан балалары атаһын ныҡ һағына башлағас ҡына, Сафия уларға: “Туған телдә аралашһағыҙ ғына, атайығыҙ өйгә ҡайта”, – тип йыуата. Шулай Сәлим йортона ҡайтып ғаиләһенә башҡорт рухын һеңдерә башлай. Балаларына күренекле башҡорт шәхестәренең портреттарын күрһәтә. Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Таһир Кусимов кеүек шәхестәрҙе белгәс, балаларында милли рух уяна башлай. Шунан һуң балалар тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһынып уҡырға тотона. Мәктәпте тамамлағас, улар юғары уҡыу йортона инә. Өлкән улы институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ҡалған балалары ла үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса уҡырға инә.
Сәлим менән ҡатыны балаларын уҡытыр өсөн ваҡыттарын йәлләмәй. Пенсияға сыҡһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, йәшелсәнән, емеш-еләктән мул уңыш алып, уларҙы баҙарға сығарып һата һәм ярайһы ғына килем ала. Рухлы ғаиләнең тырышлығы бушҡа китмәй. Сәлимдең балалары ла ике телдә иркен һөйләшеп, башҡорт йырҙарын көйләп, йырлап, абруйлы шәхестәр булып үҫә.
Ә “Йәшәлмәгән ғүмер” хикәйәһендә яҙыусы әлеге лә баяғы урман мәсьәләһен күтәрә. Төп герой – урмансы Фәсхетдин Саттаров бөтә ғүмерен яратҡан эшенә арнай. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килмәй уға. Урманға хужа булыу еңел түгел. Ауылдағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алырға кәрәк икәнен яҡшы аңлаған Фәсхетдин ҡарт тәү сиратта кеше булып ҡалырға тырыша. Шулай итеп, Фәсхетдин Саттаров намыҫлы ғына эшләп, хаҡлы ялға сығып йәшәп ятҡанда, уға кемдер телефон аша урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙары, халыҡты эшһеҙ ҡалдырыуҙары тураһында хәбәр итә. Был хәбәр Фәсхетдинде ныҡ тетрәтә. Шуға ла ул иртәгәһенә үк идараға барып түрәләргә үҙенең ярһыуын еткерә. Тик унда ултырғандарҙың иҫе лә китмәй. Хатта уның элекке вазифаһын биләгән үҙ улы ла атаһына ҡаршы өндәшә. Ахырҙа Фәсхетдин ҡарт башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Унда ла ҡарт ветеранды бер кем дә тыңламай. Уға урман эшенә ҡыҫылмаҫҡа, мейес башына менеп, шунда гүргә тиклем ятырға ҡушалар.
Бер нәмә лә ҡыла алмағас, Фәсхетдин урманлыҡты ҡарап ҡайта ла, арба тәртәһендәге арҡалыҡты алып, һарайға инеп китә... Шулай итеп, яҙыусы Зөфәр Толомғужин был әҫәрҙәрендә күтәргән мәсьәләләр әле лә көнүҙәк. Ул һәр беребеҙҙе әүҙем гражданлыҡ позицияһында тора белергә өндәй.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22