Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрһәтерлек тәжрибәһе бар
Күрһәтерлек тәжрибәһе бар Быйыл мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе Өфөлә үтәсәк. 8 августа уҡытыусылар һәм белгестәр “Дөйөм белем биреү” тигән тема буйынса фекер алышһа, 9 августа – инклюзив уҡытыу һәм тәрбиә эше, 10-ында өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен өйрәнәсәк. 11 август – район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтары етәкселәре көнө. Кәңәшмә 12 августа пленар ултырыш менән тамамланасаҡ. Сара барышында ҡунаҡтар Өфөләге бер нисә мәктәптең, балалар баҡсаһының, өҫтәмә белем биреү учреждениеһының эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ла ана шул маршрутҡа ингән мәғариф усаҡтарының береһе.

Хәйер, гимназияның тәжрибә май­ҙансығы сифатында һайланыуы юҡҡа түгел. Уҡыу йорто белем биреү йәһәтенән дә, тәрбиә, ата-әсәләр менән эшләү, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыу юҫығында ла күптәргә өлгө. Ҡыҙ-егеттәрҙең төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы айырыуса маҡтауға лайыҡ – был тәү сиратта белем биреүҙең ни тиклем юғары кимәлгә ҡуйылыуы хаҡында һөйләй. Әйтәйек, былтырғы уҡыу йылында X класс уҡыусыһы М. Шәрәфетдинова (етәксеһе Р.М. Тимербулатова) – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, IX класс уҡыусыһы Э.Бат­талова (етәксеһе Р.М. Алламоратова) тормош һабаҡтары фәне буйынса Бөтө Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған. Республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа ла гимназистарҙы күптән беләләр. Айырыуса биология, химия, физика, математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса көслөләр. Әйткәндәй, белем усағында Башҡорт дәүләт универси­тетының Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институты менән берлектә Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса ла махсус система көйләнгән. Иң мөһиме – был программа гимназия уҡыусылары менән генә сикләнмәй, быйылдан ул республика кимәлендә дистанциялы алым булараҡ ҡулланыла башланы.
– Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре ти­гәндәй, беҙ ҙә бер урында тапанмайбыҙ. Һәр ваҡыт эҙләнәбеҙ, өйрәнәбеҙ, яңы алымдарҙы үҙләштерәбеҙ. Мәғариф тармағында шунһыҙ ярамай ҙа. Бөгөн бит айырым бер теманы ғына аңлатып, шәхес тәрбиәләп булмай. XXI быуат уҡыусыһы һәр яҡлап та үҫешкән булырға тейеш. Айырыуса заман технологиялары алға киткән осорҙа был бигерәк тә мөһим. Әлбиттә, ваҡыт шауҡымына бирелеп, рухиәт, тарих, туған тел тураһында ла онотмайбыҙ. Ғөмүмән, был – беҙҙең ныҡлы ҡалҡаныбыҙ, – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Люциә Хәмитова.
Люциә Тәлғәт ҡыҙы әйтеүенсә, гимназия юғары уҡыу йорттары менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырған. Бигерәк тә Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Баш­ҡорт­остан Мәғарифты үҫтереү институты менән хеҙмәттәшлек көслө. Йыл һайын нәҡ ошо вуз педагогтарының X-XI класс уҡыусыларына махсус курстар ойоштороуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
– Беҙҙең гимназияны тамамлаусы­ларҙың барыһы ла тиерлек белемен юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Араларында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларының вуздарында уҡығандар ҙа күп. Әйткәндәй, хәрби һөнәргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ. Был, минеңсә, гимназияла хәрби-патриотик тәрбиәнең көслө булыуына бәйле, – ти Люциә Тәлғәт ҡыҙы.
Ғөмүмән, белем усағында тәрбиәгә лә, белем биреүгә лә юғары талаптар ҡуйылған. Коллектив та бик көслө.
– Форсаттан файҙаланып, ата-әсәләргә, коллективҡа ҙур рәхмәт әйтеп үткем килә. Бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙ – берҙәмлектең, тырышлыҡтың, татыулыҡтың матур һөҙөмтәһе, – ти Люциә Хәмитова.
Әле гимназия мәғариф хеҙмәткәр­ҙәренең август кәңәшмәһендә ҡатна­шыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Октябрҙә тағы бер яуаплы сара көтә уларҙы. Белем усағында Рәсәй төбәктә­ренең мәғариф министрҙары ҡат­наш­лығында кәңәшмә үтәсәк. Бындай ҙур сараның нәҡ Рәми Ғарипов исе­мендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторолоуы ҙур мәртәбә.
– Тәжрибә майҙансығы тигән статус тәү сиратта яуаплылыҡ өҫтәй. Айырыу­са кәңәшмәнең милли мәғариф тар­мағына ҡағылған өлөшө нәҡ беҙҙә үтеүе – оло мәртәбә. Был ышанысты тулы­һын­са аҡларға, киләсәктә лә хеҙмәте­беҙ­ҙең камил өлгөһөнән ситләшмәҫкә, һайлаған юлыбыҙҙан тайпылмай эш­ләргә лә эшләргә маҡсат ҡуябыҙ, – ти Люциә Тәлғәт ҡыҙы.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә