Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Икмәк яҙмышын хәстәрләп
Икмәк яҙмышын хәстәрләп Йәрмәкәйҙә бөгөн һәр ерҙәгесә мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара. Бынан тыш, күп кенә урындарҙа ураҡҡа ла төшкәндәр. Ауыл эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен, һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Уларға ете мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культуралары уңышын йыйып алыу бурысы тора.
Төбәктә иң тәүгеләрҙән булып ураҡты башлаған «Байраҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла эш көйлө бара. Хужалыҡтың 2400 гектар ере бар. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр баҫыу бында тәрбиәле, ҡый үләндәренә күмелеп ултырмайҙар.
— Ауыл кешеһенә иркенләп ял итергә лә мөмкинлек юҡ. Әле генә яҙғы баҫыу эштәрен тамамлап, мал­дарҙы йәйләүгә оҙатҡан ине, бөгөн иһә ураҡҡа ла ваҡыт еткән, — ти йәмғиәт етәксеһе, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре Марат Мөҡәтдис улы Саҙриев. — Икмәк яҙмышы, табыныбыҙ муллығы нәҡ игенсе­ләр ҡулында бит, быны улар яҡшы аңлап, тырышлыҡ күрһәтә. Шөкөр, тәбиғәт шарттарының көйһөҙлә­неүенә ҡарамаҫтан, быйыл мул уңышҡа өмөт итәбеҙ.
Икмәк яҙмышын хәстәрләп“Байраҡ” хужалығы күп кенә күр­һәткестәр буйынса районда ал­дынғылар иҫәбендә. Һуңғы йыл­дарҙа ғына яңы ауыл хужа­лығы техникаһы һатып алынған, иҫке­ләренә лә ремонт үткәрелеп, эшкә егелә.
Әле баҫыуҙарҙа иң ҡыҙыу мәл. Эш бында бер сменала ойош­торолған. Йәйрәп ятҡан баҫыу­ҙар­ҙы ике комбайн, ҡеүәтле “КамАЗ”, “ЗиЛ” машиналары иңләй. 102 гектар май­ҙанда ужым культуралары уңы­шын йыялар, һәр гектары 20 цент­нерҙан ашыу уңыш бирә. Етәкселек комбайнсылар Фәнис Ихсановты, Рәзиф Шәүәлиевте, водителдәр Фәйрүз Ихсановты, Дамир Ризуановты маҡтап телгә ала. Һуғылған ашлыҡ ҡеүәтле техника­ларҙа туранан-тура ырҙын таба­ғына оҙа­тыла. Әйткәндәй, унда ла эш ырамлы бара. Ырҙын табағы мө­дире Фердинанд Мөхәмәҙиев белде­реүенсә, ураҡҡа алдан әҙер­ләнгәндәр, ҡорамалдар ватылып ултырмай, үҙҙәренең иген кип­тергестәре булғас, келәттәргә сифатлы орлоҡ оҙатыла икән.
Бынан тыш, уңған ауыл эшсән­дәре 140 гектарҙа тритикале саба. Һалам төргәктәргә төрөлгәс, уны “Туймазыагрогриб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре үҙҙәре килеп ала. Ике яҡ килешеү нигеҙендә эш алып бара, түләү тотҡарлыҡһыҙ ваҡытында башҡа­рыла. Килгән табыш төрлө ремонт­ҡа, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
— Ураҡҡа ситтән техника ялла­майбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән теүәлләргә иҫәп тотабыҙ. Алдан хәстәрләгәс, яғыулыҡҡа һис кенә лә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, — ти уңған етәксе Марат Саҙриев. — Халыҡтың да кәйефе күтәренке, эш хаҡы түләнә, шәхси ихата­һын­да мал аҫрағандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ.
“Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 250 гектарлыҡ арыш баҫыуында ла бөгөн иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр комбайн тауышы тынмай. Игенселәр мул уңыш көтә, гектар ҡеүәте лә яҡшы — 15-әр центнер ашлыҡ һуғып алалар.
— Ураҡҡа ошо көндәрҙә генә төш­төк. Ауыл халҡы ла ҙур ихлас­лыҡ күрһәтә. Көҙ, Алла бойорһа, келәттәр буш булмаясаҡ, ырҙын табағына ылау-ылау булып орлоҡ тейәлгән машиналар ағыла башланы, — ти йәмғиәт рәйесе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәсим Зарипов.
Хужалыҡтың ике мең гектарға яҡын ере бар, шуның 1500-ө — һө­рөнтө ерҙәр. Әле бында 16 кеше эш менән мәшғүл. Туҡландырыу ойошторолған, эш хаҡы тотҡар­лыҡһыҙ түләнә. Ихатаһында мал тотҡандарға бесән-һаламы, иген бушлай бирелә. Теләгәндәр хеҙ­мәт хаҡына мал ала. Техниканы ла йыл һайын яңыртып торалар икән. Былтыр, мәҫәлән, алты миллион һумлыҡ алғандар.
— Эшләргә бөтә мөмкинлектәр бар, тик белгестәрҙең булмауы ғына ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға. Ауылдан китмәһен ине йәштәр, үҙебеҙҙә лә аҡса эшләргә була бит, — ти Вәсим Латип улы.
Уның улы Салауат иһә нефть университетын тамамлаһа ла, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ниәт итеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәр­гән. Быйыл дәүләт ярҙамы алыуға ла өлгәшкән. Тырышҡандар булдыра бит.




Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә