Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күгәрсен күҙҙәре
Рөстәм Ләйсәнгә тағы сәскәләр алып килде. Күгәрсен күҙҙәре. ...Улар туғыҙынсы класты тамамлаған йыл ине. Йылы, йәмле йәйҙә Ләйсән дуҫтарын тыуған көнөнә саҡырҙы. Яҡын кешеләре араһында Рөстәм дә бар ине. Алма баҡсаһына ҡоролған туй табынына тиң һыйлы өҫтәл артынан урын алып, 15 йәшен тултырған Ләйсән байрам торты өҫтөндәге шәмдәрҙе һүндереүгә, ғаилә башлығы, оҙаҡ йылдар урындағы етәксе вазифаларының береһендә эшләгән Назар ағай һүҙ башланы:
– Һөйөклө ҡыҙым Ләйсән! Әсәйең менән беҙҙән теләк шул: тормошта рәхәт йәшә! Ун биш йәшең менән тәбрикләп, Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә юллама бүләк итәбеҙ!
Олпат кәүҙәле, ыҫпай, эре кеше ул Назар ағай. Шундай булыу үҙенә килешә лә. Ә ҡыҙы Ләйсәне – уның киреһе. Ябайлығы, мөләйемлеге менән арбай. Зауыҡлы кейем кейеп, ҡиммәтле биҙәүестәр тағып үҫһә лә, маҡтаныу, маһайыу тигән нәмә юҡ унда. Киреһенсә, ҡыҙ быларҙың барыһын да икенсе планға ҡуя. Яйы сыҡҡанда затлы әйберҙәрен дуҫ ҡыҙҙарына кейергә биреп торғанын Рөстәм иптәштәренән ишетеп белә. Ә уның дәрестә ҡатнашыуы? Уҡытыусыға һис тә ярамһаҡлана белмәй, ҡасан ниндәй теманы һораһалар ҙа сатнатып яуап бирә. Уҡыуға әүәҫ, аҡыллы, өлгөр. Мәктәптә лә, йәмәғәт эштәрендә лә үҙ һүҙе, урыны бар. Йыр-бейеүгә һәләтле. Былары иһә ата-әсәһенән килә.
Эре тип, Назар ағайҙы насар уйлы кешеләр рәтенә ҡуйып ҡарамай егет. Йәмғиәттә үҙ урынын белә. Бары шул ғына. Бына әле лә шундай ҙур бүләкте ябай ғына итеп, ҡыҙҙарына билдәле бер тыйнаҡлыҡ, ата-әсәләрсә ихлас һөйөү хисен ҡушып бирҙеләр.
Йәш-елкенсәк “аһ” итте. “П” хәрефен хәтерләткән табындың бер яҡ ситендә ултырған ҡыҙҙарҙың көнләшеүе йөҙҙәрендә сағылды, бәпкә үләнендәй яңы ғына мыйыҡ ебәргән егеттәр ҙә үҙ-ара бышылдашты.
Етеш тормошта бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәй үҫкән, үҙ ғүмерендә өс-дүрт тапҡыр Ҡара диңгеҙ буйында ял иткән Ләйсән өсөн был яңылыҡ түгел ине. Алтын сәғәт, ҡиммәтле сәй сервизы, фотоальбомдарға ла иҫе китмәне ҡыҙҙың.
Ҡотлауҙар дауам итте. Сират Рөстәмгә етте. Саф теләктәрен әйтеп, әсәһе биргән конвертты һәм үҙҙәре йәшәгән йорт эргәһенән сылтырап аҡҡан шишмә буйынан йыйған күгәрсен күҙҙәрен һуҙҙы егет. Һары сәсле, ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һылыу кәүҙәле Ләйсән өсөн был гөлләмә иң ҙур бүләк ине. “Рәхмәт!” – тип оялып ҡына ҡабул иткән күгәрсен күҙҙәрен ул ҡәҙерләп кенә үҙе ултырған өҫтәлдәге вазаға ҡуйҙы. Быны әсәһе Фәйхүнә ханым йәшерен генә күҙәтте. Ауылда почта элемтәһе бүлексәһенә етәкселек итә ул. Концерт-спектаклдәрҙән ҡалғаны юҡ. Ауылдаштарына, күршеләренә ҡарата асыҡ йөҙлө, аралашып йәшәй. Клубта ниндәй генә сара үтһә лә, был ғаилә ансамбле ҡатнашһа, зал тулы була. Сәхнә­не бик яратҡан Назар ағай ҙа, ситтән ҡарағанда, тормошоноң бер мәғәнәһе халыҡҡа йыр-моң өләшеү тип һанай кеүек.
Тыуған көн мәжлесендә лә, йыр һорағастар, икеләнеп, ялындырып торманылар: Назар ағай баянын алды, Фәйхүнә апай менән Ләйсән уға ҡушылып “Сығырһыңмы ҡаршы алырға?” тигән йырҙы һуҙҙы. Мәжлес алдынан иҫкән ел дә, әйтерһең, туҡтап, баҡсанан – урамға, урамдан – болонға, болондан ғаләмгә таралған моңдо отоп ҡалырға теләне. Әсә менән ҡыҙҙың йөрәк моңдарына үрелеп, тирә-яҡҡа ағылған сихри баян көйө күңелдәрҙе тирбәтте.
Йырлауҙарын ҡабат-ҡабат һоранылар. “Ҡартаямы һуң йө­рәк?”, “Сәскәләр уяныр”, “Йәшле­гем туғайы”, “Төнгө серенада”... Бер төрлө һағышлы ла, моңло ла йырҙары. Назар ағайҙың халыҡ күңеленә юл табыр, тыңлаусыны уйландырырлыҡ көйҙәрҙе генә уйнауын ауылда күптәр белә. Тормош юлын бергә атлаған һөйөклө ҡатыны менән ҡыҙы ла йырҙың һүҙенә, көйөнә үтә иғтибарлы.
Матур ғаилә ҡороп, татыу йәшәгән ата-әсәһенең эргәһендә өйөрөлгән һылыуҙы кис буйы күҙәтте егет. Үҫеп еткәс, үҙен Назар ағайға оҡшаш итеп күҙ алдына килтерҙе. Моңло кеше бәхетһеҙ була, тиҙәр. Дөрөҫ түгел был. Һәр хәлдә, Назар ағайҙың ғаиләһенә тап килмәй был һүҙҙәр һәм тап килмәһен дә.
...Тыуған көн мәжлесе унынсы, ун беренсе класты тамамлағас та ҡабатланды.
– Рөстәм! Миңә күгәрсен күҙҙәрен алып кил әле. Белә­һеңме, ул сәскәләргә донъяның бөтә гүзәллеге һыйған! – шулай тиер ине Ләйсән.
Дүрт йәшендә атаһын юғалтҡан, яңғыҙ әсә тәрбиәһендә үҫкән Рөстәм ҡыйынһынып ҡына йыйғайны күгәрсен күҙҙәрен. Ғәжәп, нимәһе менән ҡыҙҙың күңелен йәлеп итте икән был ябай сәскәләр? Бәләкәй генә бүләген шулай ҙурлап ҡабул иткәненә сикһеҙ һөйөндө егет. Йыясаҡ ул күгәрсен күҙҙәрен! Иң матурҙарын, Ләйсәндең осҡон һипкән зәңгәр күҙҙәренә пар килгәндәрен!
...Урта мәктәпте тамамлаған йылдағы сығарылыш кисәһендә улар киләсәк тормош тураһында етди һөйләште. Уҡыуҙа алдын­ғылыҡты бирмәгән, бер үк һөнәр менән ҡыҙыҡһынған йәштәр икеһе лә юғары уҡыу йортона барырға ҡарар итте. Бер аҙна үтеүгә Рөстәмдең әсәһе, һыйырын һатып, бер аҙ аҡса йүнләгәс, улын ҡалаға оҙатты. Ләйсәндең атаһы ла, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыҙын түләүле әҙерлек курсына урынлаштырҙы.
Һанаулы көндәр тиҙ үтте. Юғары уҡыу йортона инеү имтихандары башланды. Рөстәм ике һынауҙы ла “бишле”гә, ә Ләйсән “дүртле” һәм “бишле” билдә­ләренә тапшырҙы.
Уйҙары менән Рөстәм студент тормошона аяҡ баҫҡайны инде. Әммә барыһын да һанаулы минуттар хәл итте. Беренсе курсҡа ҡабул ителгәндәрҙең исемлеген барлап, бойороҡҡа ҡул ҡуйылаһы көндө Назар ағай дипломат тотҡан иптәше менән декан кабинетына үтте. Күп тә үтмәй, секретарь ҡыҙ Ләйсәнде саҡыртып алды. Коридорҙа ҡалған егет һәм ҡыҙҙар түҙемһеҙлек менән исемлекте сығарып элеүҙәрен көттө. Ниһайәт, ул махсус таҡтаға сығарып эленде. Тик... Рөстәмдең исеме юҡ ине. Дүрт егет менән ике ҡыҙҙы кабинетҡа саҡырып алып, конкурстан үтмәүҙәре хаҡында әйттеләр. Киләһе йылда ҡабаттан килеп бәхеттәрен һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр. Йәштәр, бер ауыҙ һүҙ әйтә алмай, баштарын эйеп сығып китте.
– Үҙ һүҙлеләнмә, ҡыҙый! Иҫәр­ләнмә, тим һиңә!
– Юҡ, атай, Рөстәм инмәгәс, уҡымайым мин бында! Уҡы­майым!
– Егет кеше институтҡа армиянан һуң килә. Беҙ ҙә шулай уҡыныҡ. Әрме бутҡаһын тәмләй­һе бар әле уға. Уҡырһың! Кире­ләнәһе булма!
Әрме хеҙмәте... Рөстәмдең ғәзиз әсәһе улын шул армиянан алып ҡалыр өсөн уның юғары уҡыу йортона инеүен теләгәйне бит. Власть, дәрәжә һәм аҡса бына ни эшләтә кешене. Их, Рөстәмдең дә атаһы иҫән булһа! Ҙур вазифа биләмәһә лә, атай атай урынында булыр ине...
...Бик ҡайғырһа ла, сабыр холоҡло Рауза апай ауыр кисерештәрен эскә йотто. Ә улы... Сылтырап аҡҡан һыулы шишмә буйындағы күгәрсен күҙҙәренә ғүмерендә беренсе тапҡыр күҙ йәшен тамыҙҙы. Бер нисә көндән әсәһенең күрше өлкәләге Хәлимә апаһы янына килеп урынлашты, техникумға уҡырға инде.
Егет ауылға һирәк ҡайтты. Ләйсән менән хатлашып торҙо­лар. “Теләп уҡыған көнөм юҡ, Рөстәм. Атайым мәжбүр иткәнгә генә ваҡыт үткәреп йөрөүем. Тамамлаһам да, был һөнәр буйынса эшләргә теләгем юҡ”, – тип яҙҙы хаты һайын Ләйсән.
Рөстәм уны хат аша төрлөсә өгөтләп ҡараны, әммә ҡыҙҙың һүҙе үҙ көсөндә ҡалды.
Өс йылдан техникумды гел “бишле” билдәләренә тамамлаған Рөстәмде хәрби хеҙмәткә алдылар. Рауза ханымдың Хоҙайҙан ялбарып үтенеүҙәре лә ғәмәлгә ашманы: дүрт ай хеҙмәт итеүгә улын Чечняға ебәрҙеләр.
Башта әсәһенә дөрөҫөн яҙ­маны егет. “Командировкаға ебәрәләр, хат яҙмай тор”, – тине. Бер айға ебәрелгән егеттәрҙең командировкаһы ай үтеүгә – өс, аҙаҡ ете айға, йылға һуҙылды. Ҡара һөрөм, ҡан эсендәге вәхшилектән иҫән ҡайтыуына тамам өмөтөн өҙгән Рөстәмде лә бәхетһеҙлек ситләп үтмәне. Көслө алыш ваҡытында мина ярсығы тәнен теткеләне. Бер йылға яҡын госпиталдә ятып дауаланды, унда ла уң аяғының гангрена башланған тубыҡтан аҫҡы өлөшөн киҫеп, бер яҡ үпкәһенә ҡатмарлы операция эшләп кенә әжәл тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалдылар.
Киткәненә өс йыл тигәндә Рөстәм протез аяҡ менән тыуған ауылына ҡайтып төштө. Өс йыл эсендә ныҡ ҡартайған яңғыҙ әсә ғәзизен һөйөнөп ҡаршы алды.
– Ләйсән институтты тамам­лаған­дыр инде, әсәй? Эшкә ҡайҙа урынлашты? Госпиталдә саҡта хатлаша алманыҡ бит.
– Эй, балам... Берәүҙәрҙең алма кеүек сабыйҙарын утлы һуғыш юҡ итә, тыныс тормошта ла күпме йәш ғүмеркәйҙәр ҡыйыла. Аңламаҫһың был донъяны. Ахырызаман тигәндәре шулдыр, күрәһең...
– Аңлатыбыраҡ һөйлә әле, зинһар, әсәй. Мин бит Ләйсән тураһында һорашам.
– Шул-шул, улым. – Сәй әҙерләгән Рауза ханым шымып ҡалды. Туҙа башлаған яулыҡ ситенә күҙ йәшен һөрттө. – Һәләк булды бит Ләйсән балаҡай... Һәләк булды... Тиҙҙән йылы етә инде.
– Нимә булды? Ни һөйләйһең, әсәй?
– Былтыр институтты тамамлап, ҡалала эшкә ҡалғайны. Тыуған көнөндә йәштәштәрегеҙ менән осрашыуға ҡайтҡанда, юл һәләкәтендә ғүмере өҙөлдө... Фажиғә урынында йән биргән. Түбән ос зыяратына ерләнеләр.
Тәне тартышып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте Рөстәмдең. Ап-аҡ йөҙлө, һылыу кәүҙәле, осҡон сәсеп торған зәңгәр күҙле сая ҡыҙ Ләйсән бөгөн донъяла юҡ!
Ниңә аҙым һайын шундай ғәҙелһеҙлектәр, бәхетһеҙлектәр эҙәрлекләй әҙәм балаһын? Наҙлы, мөләйем Ләйсәнде был донъянан ниңә шулай иртә айырҙың, Хоҙай? Ата-әсәһенең көттөрөп тыуған берҙән-бер һөйөнөсө ине бит ул...
Ҡыҙҙың ҡәбере сәскәләргә күмелгән. Һәйкәлгә ҡуйылған төҫлө рәсемдән шаян, шуҡ ҡарашлы Ләйсән баға. “1975 – 1997 йылдар”... 22 йыл ғүмер. Ғүмерҙең башы ғына. Ә Ләйсән инде әруахтар донъяһында.
Бына тағы һөйгәненә яратҡан сәскәләрен – күгәрсен күҙҙәрен – алып килде Рөстәм. Ғүмере лә ошо сәскәнекеләй ҡыҫҡа булды шул. Атаһы уға гел бәхет теләне. Хоҙайҙан иҫәнлек, һаулыҡ, хәйерле ғүмер һораманымы икән һуң?
Һәйкәлдәге фотоһүрәттән бер нөктәгә текәлгән уйсан ҡарашлы, мәңгегә егерме икелә ҡалған һылыуҙан күҙҙәрен ала алмай оҙаҡ баҫып торҙо егет. Ҡәбергә икенсе берәүҙең яҡынла­шыуын да абайламаны.
– Ҡайттыңмы, Рөстәм улым? Эйе, иҫәндәр ҡайта... Минеке үкенескә яралған бала булды инде.
Ҡара ҡайғынан бәләкәсәйеп, ябығып ҡалған, сәстәренә сал төшкән Назар ағайҙы зыяратта түгел, урамда осратһа, Рөстәм таный ҙа алмаҫ ине. Ниндәй хәлгә төшөрә бала ҡайғыһы кешене!
– Артыҡ яраттым мин уны. Яратмаҫлыҡ бала түгел ине шул... Һәләк булғандан һуң көндәлектәрен барлап сыҡтым. Уйҙарында гел һин булғанһың. “Рөстәмдең юлына арҡыры төшөүеңде кисерә алмайым, атай...” – тигән миңә бағышланған юлдарында. Һин кисер мине, улым, зинһар! Иҫән-һау ҡайты­уыңды Фәйхүнә апайың менән икәүләп көттөк, килеп йөрө, күңел йыуанысы булырһың... Бергә йәшәйек, улым... – Хәсрәт тулы төҫһөҙләнеп ҡалған күҙҙәрен егеткә төбәп, Назар ағай хәлһеҙ, ҡалтыранған ҡулын Рөстәмгә һуҙҙы...








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885