Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таңда ысыҡ кисһәң...
Таңда ысыҡ кисһәң... Ауырыуҙарға бөтөн дауаның тәбиғәттә икәнлегенә өлкәнәйгән һайын нығыраҡ инана барам. Тәнгә лә, күңелгә лә шифа – унда ғына.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында кейәүгә сығып, ике бала менән оҙаҡ йылдар ятаҡта йәшәргә тура килде. Эш юҡ, аҡсаһыҙлыҡ, алда бер ниндәй “яҡтылыҡ” күренмәй... Афғанстан яуынан яраланып ҡайтҡан ирем тормошта үҙ урынын таба алмай йонсой, ул арала бер балабыҙ ауырыуға һабышты...
Нимә эшләргә? Йән әрнеүе менән ошо һорауҙы бирҙем йәй ауылға ҡайтҡас әсәйемә. Ул тыныс ҡына: “Тыныслан, ҡыҙым, – тине. – Таң менән сығып ысыҡ кисеп ҡара. Бөтөн теләктәреңде әйтеп...”
Ҡояш сыҡмаҫ элек ишек алдына сыҡтым. Һалҡынса һауа биткә бәрелеп, бөтөн тәнемде зымбырлатып үтте. Тирә-яҡ тып-тын. Тау артында офоҡ ҡыҙарып, күк йөҙөнә алһыу нур сәселгән. Йылға буйының, ҡарағай урма­нының еҫе килеп бәрелеп тынды киңәйтә... Тыуған тәбиғәтем тойҙорған ләззәттән күңелем йомшарып, күпереп үҫкән үлән ысығын илай-илай кисә башланым. Күңелемдә нимә йыйылған, барыһы ла урғылып сыҡты, теләктәрем тынлыҡҡа таралды. “Йөк”тән бушанғансы, өшөй баш­лағансы кистем шулай ысыҡты.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошонан һуң тормошомда ыңғай үҙгәрештәр башланды. Балам яйлап сиренән арынды, үҙем эшкә урынлаштым, иремә тейешле фатирын бирҙеләр...
Хәҙер уйлайым да, бының Ер-Әсәбеҙҙең, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте булғанына инанам. Таңғы ысыҡтың ғына түгел, шул мәлдә ҡылынған доғаларҙың да көсө мөғжизәгә тиң бит. Иртәнге намаҙ ҙа юҡҡа ғына тап ошо ваҡытта уҡылмайҙыр. Тәбиғәттең уянған мәлендә бөтөн изге теләктәр ҡабул була, тән дә, йән дә шифа ала. Теге саҡ, баҡһаң, илай-илай Хоҙайға ялбарғанмын, доғала­рымды еткергәнмен икән.
...Бер нисә йыл элек әхирәтем сиргә һабышҡас, таңда ысыҡ кисергә теләүен әйтте. Тик һуңлағайны... Тәбиғәттең ни ҡәҙәр ҙур көскә эйәлеген ваҡытында аңлап еткермәйбеҙ шул.


Автор: Н. ӘМИНЕВА. Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә