Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тимер ат”ым хикмәттәре
“Тимер ат”ым хикмәттәреЕңел машинала елдерергә кемдәр генә яратмай икән! Мин дә шуларҙың береһе. Хәҙер инде ниндәй генә машиналар юҡ, теләһәң — Рәсәйҙекен, теләһәң сит илдекен ал. Әммә күптәрҙең алданғанын да беләбеҙ. Улар тураһында радионан һөйләйҙәр, телевизорҙан күрһәтәләр, гәзиттәрҙә яҙалар. Мин дә үҙем менән булған ваҡиғаны бәйән итергә булдым.
Ниһайәт, үҙебеҙҙең иҫке биш машинаны “туҙҙырғандан” һуң, уңайлы автомобилдә елдереү теләге уянды. Ике йыл йөрөгән 15-се модель “Лада”ны һатып, өҫтәүенә кредит алып, яңы “Шевроле Лачетти”ға эйә булдым. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Йөрөй торғас шатлығым кәмей төштө. 20 йылға яҡын рулдә йөрөгән кеше булараҡ, машинаның һәр һулышын, һәр тын алышын беләм. Ләкин минең яңы “тимер атым” тыумыштан гел уң яҡҡа тартып йөрөргә ғәҙәтләнгән! Түҙмәнем, машинаны һатып алған салондың сервисына юл тоттом. “Улай булырға тейеш түгел”, — тип механик машинамды ҡарарға бөтөнләй теләк белдермәне. “Ышанмаһаң, үҙең йөрөп ҡара”, — тигәс кенә дөрөҫлөгөнә инанды. Машинамды ла теләр-теләмәҫ кенә ҡабул итте. Көнө буйы көтөп, машинамды гарантия иҫәбенә эшләткәндән һуң, шатланып ҡайтып киттем.
“Тимер атым” һәйбәт йөрөй тип ҡыуанып та өлгөрмәнем, приборҙағы таблола “чек” яна башланы (моторҙа нимәнеңдер боҙолоуын аңлата). Нишләйһең, теләмәһәң дә тегеләргә бармай сара юҡ — машина гарантияла бит. Алдан яҙылып, механиктарға ярты көн күрһәткәндән һуң, “свеча”ңды алмаштырһаң, һәйбәт эшләп китә тип тәҡдим иткәстәр, улар әйткәнде эшләнем. Әммә мәсьәлә хәл ителмәне. Нишләйһең, бер ай түҙгәс, ҡабаттан сервисҡа юл тоттом. Шунда бер танышымды осраттым. Ул да машинаһын күрһәтергә алып килгән. Тәүге тапҡыр “чек” янһа, бөтәһен дә шул “свеча”ны алмаштырырға ҡушып кире боралар, тип ишеттем, ти ул. Күптәр, айырыуса ауыл кешеләре кире килеп тормай бит инде бында ҡабат-ҡабат. Ниһайәт, был юлы сәбәбе асыҡланды: клапандар янған — заводтың хатаһы, тип машинаны ҡалдырырға ҡуштылар. Ике-өс көн үткәс “атымды” ремонтлап бирҙеләр.
Машина оҡшағас, ыҙаһына түҙәһең инде. 20 мең саҡрым самаһы үтеп өлгөрмәнем, автомобилдең алғы тәгәрмәстәрендә нимәлер тыҡылдай башланы. Тағы килдем быларға. “Шевроле”мды матур итеп йыуып алып инеп киттеләр. Хәйерле булһын, йыуылды, һәйбәт “табипҡа” эләкһә ярар ине, тип теләк теләнем. Машинамды ҡарағандан һуң саҡырып алып, уң яҡтағы алғы подвескала элекке 5 тин ҙурлыҡ самаһы иҙмә (вмятина) эҙен күрһәтеп, ҙур ғорурлыҡ менән: “Бына ошоноң арҡаһында ике алғы стабилизаторың да сафтан сыҡҡан. Машинаңды бәргәнһең”, — тип гарантиялағы машина өсөн минән дүрт меңгә яҡын аҡса һурҙылар. Стабилизатор тигән ике бәләкәй тимер бер юлы ғына һис тә “ашала” алмай. Төп сәбәп — деталдең сифатһыҙ булыуында, насар юлда йөрөү ҙә шундай эҙемтәгә килтереүе бар. Һуңынан белешһәм, башҡа сервистарҙа бындай эшкә мең һумдан ашыу ғына алалар икән. Клиенттарҙы был сервиста “һауын һыйыры” һымаҡ һауалар, тип әсенеп ҡуйҙым. Икенсе ҡатта ултырған директор урынбаҫарына инеп тә, һорауым буйынса яҡлау таба алманым. Уларҙың эше, минең аңлауымса, автомобиле гарантияла булһа ла, сәбәп табып һәр клиентты талау.
Пенсия йәше яҡынлашып килгәс, сираттағы тапҡыр кредит алып (“Шевроле” иҫкермәҫ борон тип) “атымды” яңыртырға булдым. Төрлө машиналарҙы һайлағандан һуң шул “яратҡан” автосервистағы “Опел Зафира”ға күҙем төштө. Һатыусы Артур тигән егет миңә, тәҡдимдәрен әйтеп, үҙемә оҡшаған автомобилде һайлашып һатып алырға ярҙам итте. Тик машина һатып алырға документтарҙы тултыра башлағас мөләйем ҡыҙ һүҙ араһында “Буяуҙың ҡалынлығын тикшерә торған прибор боҙолған”, — тип әйтеп ысҡындырҙы. Ҡыуанысым сикһеҙ булғас, бындай ваҡ-төйәккә иғтибар итмәнем: “Нишләйһең инде”, — тип кенә ҡуйҙым. Ә һуңынан, телевизорҙан “Среда обитания” тигән тапшырыуҙы ҡарағас, шуны аңланым: машиналарҙы килтергәндә, юлда ниндәйҙер сәбәп менән, уларҙың ҡайһылары йә төкөлә, йә сыйыла. Шуларҙы ҡабаттан буяп һаталар икән.
Машина шәп, әммә, комплектта яҙылған булһа ла, ҡабырға көҙгөләренең йылытҡыстары булмай сыҡты. Һатыусы Артур ике сәғәт буйы дөрөҫлөктө эҙләп сервис буйлап “сапты”, ләкин сәбәбен асыҡлай алманы. Шунан һуң ул заводтың был етешһеҙлеген яңы йыл ташламаһына һылтаны ла ҡуйҙы. Әммә, уйлауымса, сәбәбен мин етешһеҙлекте белгәс кенә уйлап сығарҙылар. Ни тиһәң дә, “оҫта, йылғыр” кешеләр эшләй был сервиста.
Был михнәттәр бер генә миҫал, ә илдә күпме машина алыусылар алдана, күңелдәре ҡыйырһытыла?! Кешеләрсә мөнәсәбәт ҡасан булыр икән, ошо ғына аптырата.
Нәсих ХӘЛИСОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә