Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Именлеккә хәүеф янамаһын
Республика парламентының Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитетының “Рәсәй Федерацияһының коррупцияға ҡаршы эш итеү өлкәһендәге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон сығарыу инициативаһы Дәүләт Думаһының профилле комитетына ебәрелде.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында тикшерелгән һәм хупланған проектта урындағы хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙарына Рәсәй биләмәһенән ситтәге сит ил банктарында иҫәп асыуҙы, аҡса һәм ҡиммәттәр һаҡлауҙы, сит ил финанс институттарына хужа булыуҙы һәм (йәки) файҙаланыуҙы тыйыу күҙаллана. Был талапты боҙған осраҡта муниципаль хеҙмәткәрҙәр эш биреүсенең инициативаһы буйынса эшенән бушатылырға тейеш.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың фекеренсә, был яңылыҡ муниципаль кимәлдәге власть органдарының эшен яуаплыраҡ һәм асығыраҡ итәсәк.
— Коррупция йәмғиәт именлегенә хәүеф менән янай, дәүләт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелегенә кире йоғонто яһай. 2008 йылда коррупцияға ҡаршы норматив акттар ҡабул ителгәс, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу башланды — власть органдары эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртҡан база булдырылды, коррупцияға ҡаршы тороуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре барлыҡҡа килде, — тине Константин Толкачев. — Нормаларҙы ғәмәлдә ҡулланыу барышында айырым элементтарҙы артабан аныҡлау зарурлығы тыуҙы. Бынан тыш, системаны даими үҫтереү, камиллаштырыу өсөн халыҡ-ара тәжрибәне лә иҫәпкә алыу шарт ине. Беҙ эшләгән проект урындағы хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын биләүселәрҙең коррупция йоғонтоһона эләгеү хәүефен юҡҡа сығара. Уларҙың бурыстары Рәсәй суверенитетына һәм милли именлегенә ҡағылған ҡарарҙар әҙерләү, шулай уҡ илдең милли иҡтисадына инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә бәйле. Тимәк, был яңылыҡ бик кәрәк һәм нигеҙле.


Дәғүәселәр билдәләнде

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ике депутат мандатына ун кандидат теркәлгән. Улар, өҫтәмә һайлауға ярашлы, 2-се Инорс, 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса күрһәтелгән.

Нарыш һайлау округы буйынса “Яблоко” партияһынан Рауил Коновалов, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан Марат Йәнгиров, “Берҙәм Рәсәй”ҙән Раил Фәхретдинов, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһынан Елена Сергеева тәҡдим ителгән. 2-се Инорс һайлау округынан иһә алты кандидат бар. Улар — Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан Ринат Тимербулатов, “Берҙәм Рәсәй”ҙән Евгений Семивеличенко, ЛДПР-ҙан Вячеслав Рябов, “Ватанды һаҡлаусылар”ҙан Евгений Арсюков, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Яна Антипина. Ә Рәшит Сәмиғуллин иһә үҙ-үҙен тәҡдим иткән.


Уңыш мул булмаҡсы

Ураҡ башланғандан алып Башҡортостан аграрийҙары 250 мең тоннаға яҡын иген йыйҙы. Гектарынан уртаса уңыш әле 21,7 центнер тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта саҡмағоштар — гектарынан 30 центнерҙан күберәк, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Шишмә игенселәре 25 центнерҙан ашыу уңыш йыйҙы. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары ла алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың һөҙөмтәһе 20 мең тоннаға яҡын. Мәләүез игенселәре уларҙан бер аҙ ғына ҡалыша. Бында күрһәткес — 17 мең тоннанан ашыу.
Әле республикала 152 мең гектар ерҙә йәки майҙандың һигеҙ процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған. Быйыл 1 804 мең гектар ерҙә уңыш йыйыу бурысы тора, шуларҙың 409 мең гектарын ужым культуралары биләй.
Республиканың 43 районында ураҡҡа төшкәндәр. Аҙна аҙағына төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙағы аграрийҙар эш башларға ниәтләй.


Спорт залы тәртиптәме?

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе активистары республика халҡынан ауыл мәктәптәрендәге спорт залдарындағы хәл хаҡында хәбәр итеүҙе һорай. Хаттарҙы электрон почтаға ебәреү, уға мотлаҡ объекттың фотоһын теркәү шарт.

Бүлексә ағзалары төбәктәге спорт залдарының торошон тикшерәсәк, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаны тотоноу һөҙөмтәлелеген баһалаясаҡ.
“Рәсәй хаҡына” халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы эксперттар ауыл мәктәптәрендәге спорт залдарының заман, сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүен аҡсаның реконструкцияға һәм капиталь ремонтҡа түгел, ә объектты биҙәү эштәренә генә тотонолоуын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта бүленгән аҡсаны тиҙ ҡоролоусы модулле, каркаслы-тентлы спорт объекттары төҙөүгә йүнәлтергә булыр ине.


Урам тренажерҙары ҡуйыла

Өфөнөң Октябрь районы урамдарында тиҙҙән ете тренажер комплекты барлыҡҡа киләсәк. Ҡала хакимиәте әле уны һатып алыуға 1,55 миллион һум аҡса бүлеп, тәьминәтсене һайлай.

Электрон аукцион 8 авгусҡа тәғәйенләнгән. Подрядсы, килешеүгә ҡул ҡуйылғас, ун көн эсендә ҡулайламаларҙы урынлаштырырға тейеш.
Урам тренажерҙары Р. Зорге урамындағы паркта, Урман арауығы (6/3 йорт), Ю. Гагарин (43/2), Б. Бикбай (40) урамдарындағы, Октябрь проспектындағы (65) ихаталарҙа ҡуйыла.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә